Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә. Шәйехзада Бабич

Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Китап, 1994. — 640 бит.


"Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә"


Ултырҙым мин тауҙың күкрәгенә,
Йырҙар яҙам, елкәй, иҫмәй тор.
Шишмәкәй, тын, аҡрын.... сеү, шаулама,
Үткән ғүмерем, иҫкә төшмәй тор.

Сылтырап аҡҡан шишмә буйҙарында,
Аһ, мин йөрөнөм былтыр кем менән?
Шул саҡтарҙы, шишмә алып аҡтың,
Ҡалдым һыҡрап ауыр моң менән.

Йырҙар тауҙың күкрәгендә,
Зинһар, тимен, елкәй, иҫмәй тор.
Йомол, гөлкәй, йомол бер минутҡа,
Минең күҙҙәремә төшмәй тор.

Аһ, сәскәләр, былтыр һеҙҙе өҙөп,
Кемдең күкрәгенә ҡаҙаным?
Кемгә ҡаҙап, кемгә моңло ҡарап,
Күҙҙәренән яуап эҙләнем?

Ни тине ул күҙҙәр, әй, сәскәләр,
Күрҙегеҙме серле күҙҙәрен?
Кем ине ул, тетрәп хозурында,
Аҡ ҡулдарын һорап теҙләндем?..

Йырҙар яҙам тауҙың күкрәгендә,
Ҡөҙрәтле ел, аҡрын, иҫмәй тор,
Һандуғасҡай, наҙлым, ҡуй һайрама,
Һайрап, йәш бәғеремде киҫмәй тор.

Иҫеңдәме, былбыл, үткән яҙҙа,
Һин һайраған ағас төбөндә,
Кем ине ул шунда, ҡосағымда,
Ай балҡыған яҙҙың төнөндә?

Ҡотло булһын айлы төндәр тиеп,
Һин бит беҙҙе ҡотлап һайраның,
Һин бит шунда һикереп ботаҡ һайын,
Ҡуныр өсөн урын һайланың.

Һин инең бит уның күкрәк серен
Һайрап-һайрап миңә белдергән,
Ул ҡайнатҡан минең күкрәк йырын
Һайрап-һайрап айға мендергән.

Кем ине ул шунда ай битенән
Минең йырҙарымды уҡыған?
Кем, тирбәтеп, минең күкрәгемдә
Уйнап торҙо таңда йоҡонан?..

Йырҙар яҙам тауҙың күкрәгендә,
Тау күкрәге серем белһен тип;
Гөлдәр һирпеп яҙған йырҙарымды
Күкрәгендә һаҡлап торһон тип.

Тыңлағыҙсы, ҡоштар, йырҙарымды,
Тыңлаһағыҙ, һеҙгә йырлармын.
Һеҙ һайрағыҙ, ә мин тыңлармын,
Тыңлап, үкһеп-үкһеп илармын.