Улым Уралдың иҫтәлегенә. Фирүзә Абдуллина.


Улым Уралдың иҫтәлегенә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 13.12.2013.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



Улым, һиңә бөгөн утыҙ
Тулыр ине,
…Бар хыялым өнгә килгән
Булыр ине:
Көс-ғәйрәтле булыр ине
Беләктәрең,
Үтәлерҙәр ине бөтә
Теләктәрең.
Белемдәрең булыр ине
Тик юғары,
Һин арттырыр инең илдең
Бәҫен, данын.
Кәләштең дә алыр инең
Иң шәплеһен:
Итәғәтле, тәрбиәле,
Тәртиплеһен.
Дауам итер инең ата-
Әсәң ҡанын,
Тупырлашып үҫер ине
Балаларың.
Өләсәй һәм ҡартатай беҙ
Булыр инек,
Ғорурлыҡ, шатлыҡ-бәхеткә
Тулыр инек…
…Улым, бөгөн һиңә утыҙ
Тулыр ине,
Атайыңдың уң ҡанаты
Булыр инең.
Ҡартайғанда булыр инең
Беҙгә терәк.
…Әле булһа әрнеп-әрнеп
Илай йөрәк.
Ауыр тупраҡтарың еңел
Булһын, балам.
Хыялдарҙы бергә күмдем.
Ерҙә ҡалам.
Йылдар үтә, ә мин һаман
Ҡабатлайым:
Йәннәттәрҙә булһын йәнең,
Балаҡайым…