Урал батыр васыяты. Фирүзә Абдуллина.


Урал батыр васыяты. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2002.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Урал батыр терелеп,
Тирә-йүнгә күҙ һалһа,
Бар донъяны бер байҡап,
Хәлебеҙҙе белә алһа,
Эшебеҙҙе күрә алһа,
Уйыбыҙҙы тоя алһа,
Әйтер ине, моғайын:
“Ни күрәмен, улдарым,
Васыятымды оноттоғоҙ,
Баҡса кеүек еремде
Сүп ояһы иттегеҙ.
Бейек зәңгәр күктәрҙе
Газ болото ҡаплаған,
Ағиҙелдең, Нөгөштөң,
Эйек менән Һаҡмарҙың
Ҡото кәмей башлаған.
Ҡайҙа булған саф һыуы ,
Яр буйҙары сүп тулы,
Бысраҡ һыуҙар түккәндәр,
Балыҡтары бөткәндәр,
Өйөр-өйөр аҡҡоштар
Ҡайҙа ҡасып киткәндәр?
Балтырған ине беләктәй,
Һарына – ҡурай еләктәй,
Ҡайҙа булған барыһы,
Нишләттегеҙ, балалар?
Йыһан яулап алғанһығыҙ,
Тимер юлдар һалғанһығыҙ,
Тимер ҡоштар осалар,
Тимер аттар сабалар,
Бар донъяғыҙ тимерҙән,
Үҙегеҙ ҙә тимергә
Әйләнмәгеҙ, балалар!
Васыятым шул ине:
Бергә татыу көн итеп,
Илде ожмах ер итеп,
Көн итегеҙ, тигәйнем,
Шуға өмөт иткәйнем.
Әле бөгөн ни күрәм:
Һаман ерҙе бүләләр,
Һаман илде бүләләр,
Ил һаҡлаусы балалар
Сик буйында үләләр.
Таянысын юғалтҡан
Атай кеше ҡанатһыҙ,
Ғәзизенән айырылған
Әсәй эшкә яраҡһыҙ.
Балаларҙы юғалтҡас,
Ни йәме бар йәшәүҙең,
Балаларҙа бар өмөт,
Хаҡы ғүмер кисеүҙең.
Чечняла туп шартлаһа,
Урал тора ҡалтырап,
Уландарым үлгәндә
Йәнем илай ҡанһырап.
Үлер саҡта әйткән һүҙ-
Васыятым бар ине:
Ил төкөрһә, күл була
Берҙәм, татыу булығыҙ,
Айырылғанды айыу ашар,
Бүленгәнде бүре ашар,
Айырылмағыҙ, бүленмәгеҙ,
Бер ниәттән булығыҙ,
Дәррәү донъя ҡороғоҙ.
Көслө, ҡотло, терәкле,
Ғәйрәтле ил булығыҙ,
Тигән һүҙем бар ине,
Бар теләгем шул ине.
Рәсәй менән берләшеп,
Күп милләттәр әйҙәшеп
Бергә йәшәү – бер бәхет,
Татыу йәшәү – мең бәхет.
Бергә-бергә һөйләшеп,
Кәңәшләшеп, көйләшеп,
Туҡтатығыҙ һуғышты –
Ғәйепһеҙ ҡан ҡойошто.
Түгелмәһен күҙ йәше,
Донъя булһын йәм-йәшел,
Аяҙ булһын күк йөҙө,
Бәхет булһа еремдә,
Тыныс булыр гүремдә,
Туҡтатығыҙ һуғышты!”
Урал батыр тоҡомдары,
Урал һүҙен тотайыҡ,
Татыу донъя көтәйек,
Илебеҙҙе, еребеҙҙе
Гөл баҡсаһы итәйек!