Ураҙа байрамы(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

Ураҙа байрамы ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Ураҙа байрамы


 һуңғы арала Рәмзиәнең өләсәһе көн буйы ауыҙына тәғәм дә ризыҡ ҡапмай.
— Ниңә улай ас йөрөйһөң, өләсәй? Әллә ауырыйһыңмы? — тип һораны бер көн Рәмзиә, аптырап.
— Ураҙа тотам бит, балаҡайым.
— Нимә була ул «ураҙа»? Балыҡ тотҡандарын беләм, ураҙа тотҡандарын белмәйем.
— Рамаҙан айында һәр мосолмандың изге бурысы ул ураҙа. Көнө буйы ашамайһың. Төн дә, йән дә таҙарына.
— Ә мин ашамай торалмайым, өләсәй.
— Мин дә ашайым бит. Сәхәр сәйе әсәм.
— Эй өләсәй, әллә нисек итеп һөйләйһең, аңламайым.
— Ҡояш ҡалҡыуҙан ике сәғәт алда ашаһаң, шул сәхәр була, белдеңме? һин минең сәхәр сәйе эскәнде күрмәй ҡалаһың. Йоҡоһо туйғансы йоҡлаһын тип уятмайым бит.
— Кис булһа, «ауыҙ асам» тиһең дә тораһың, өләсәй? Ауыҙың бикле тормай ҙа инде.
Мәрхәбә инәй ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
— Ҡалай зиһенле минең ейәнсәрем. Бөтәһен дә күреп, күҙәтеп йөрөй икән дә...
— Ураҙа тотҡан кеше, ҡояш байығас, тамаҡ туйҙыра. Шул ауыҙ асыу була ла инде. Бер семтем тоҙ, бер-ике йөҙөм йәки бер йотом һыу йотоп ауыҙ асам. Унан һуң намаҙ уҡыйым да туйғансы ашайым.
Өләсәһенең ураҙаһы тамамланғас, ул ейәнсәрен Ураҙа байрамына алып барҙы. Иртән иртүк икәүләп ғөсөл, йәғни һыу ҡойондолар. Матур кейемдәрен кейеп, мәсеткә юл тоттолар.
Мәсеттә бөтәһе лә Ураҙа ғәйете намаҙына баҫты. Матур күлдәк кейгән, башына яулыҡ бәйләгән Рәмзиә мөйөштә шым ғына тыңлап ултырҙы. Намаҙ төшкә тиклем дауам итһә лә, ҡыҙыҡай һис арыманы.
Мәсеттән һуң өләсәһе уны үҙенең әхирәте Зөләйха инәйгә ҡунаҡҡа алып барҙы. Унда ҡупшы кейенгән әбейҙәр йыйылғайны. Улар бер- береһен Ураҙа байрамы менән ҡотланы, аш ашаны. Тәмлекәстәр менән сәй әсеүе бигерәк күңелле булды.

 


2009 йыл