Урманда. Али Карнай

Урманда
автор Али Карнай
Ижад итеү ваҡыты: 1928. Сығанаҡ: Һайланма әçәрҙәр. F. Хөсәйенов инеш мәкәләhе. — Өфө, 1956;


Бер ваҡыт мин көҙ көнө, ғәҙәтемсә, урманға сәтләүек йыйырға барҙым. Был ваҡытта йүкә, саған япраҡтары Һарғая башлаған була. Тик имән ағасы ғына Һаман да әле, йәй көнөндәге кеүек, йәп-йәшел япраҡтарға күмелеп ултыра. Шулай ҙа Һиҙелә: оҙаҡламай имәндең йәшел япраҡтары Һарғаясаҡ, юҡҡа ғына ул эреләнеп ултыра. Ана сәтләүек тә инде ҡойола башлаған. Сәтләүек ҡойола башланымы — ысынлап та көҙ етте тип бел.

Мин сәтләүек йыйып йөрөйөм. Сәтләүек ҡыуаҡтары башына ла, ергә лә ҡарайым. ҡайҙа ғына ҡарама — сәтләүек ҙарғайып күренә. Сәтләүек хәҙер шундай матур, шундай тәмле, әйтерҺең, тик май ғына тултырылған.

Бигерәк тә ерҙә ятҡан сәтләүек яҡшы була. Иң яҡшы өлгөргән, туҡ, ауыр сәтләүектәр генә ергә төшәләр. Шуға күрә мин күберәк ергә ҡарайым.

Оҙаҡ ҡына ваҡыт мин шулай ҡалын урман эсендә йырлай-йырлай сәтләүек йыйып йөрөнөм. Мин урманда яңғыҙым ғына ла ҡурҡмайым. Нимәнән ҡурҡырға? Бүренәнме? Айыуҙанмы? Кеше тауышынан ҡурҡалар улар барыҙы ла. Әгәр инде килеп сығалар икән, бысаҡты ниңә тығып йөрөйөм мин? Бер ҙә тауыш-тынҺыҙ өҫкә ташланмаҫ бит әле ул! Айыу йәки бүре килә башлаҙа, ҡыуаҡтар, урман шаулар йә булмаҙа вәхши хайуан олорға тотонор. Шул арала уға ҙөжүм итергә әҙерләнеп булмаҫмы ни? Күп булҙалар инде — эш башҡа. Ул ваҡытта имән башына менеп ҡасырға тура килер ине. Ә бер-ике бүре йәки айыуҙан ғына ҡурҡып булмаҫ инде.

Шулай урманда сәтләүек йыйып йөрөйөм. Урманда бик күңелле. Төрлө-төрлө ҡоштар ҙайрай. Алыҫ та түгел урман шишмәҙе сылтырап ағып ята. Мин йырлауымдан туҡтайым. Шишмә йырлағанда, ни өсөн миңә йырларға?! Шишмәнең йыры миңә үҙемдең йырға ҡарағанда матурыраҡ тойола. Шуға күрә ерҙәге Һары сәтләүектәрҙе сүпләп, мин Һалҡын шишмә йырын тыңлайым.

Бер ваҡыт янымда ғына япраҡ ҡыштырлаған кеүек була. Тәүҙә мин иғтибар итмәйем. “Урманда төрлө ҡыштырлау аҙмы ни?!” — тип уйлайым Һәм, шишмә сылтырауын тыңлап, ҙаман да сәтләүек йыйыуымды дауам итәм. Ләкин ҡыштырлау Һаман ишетелә. Мин, ирекҺеҙҙән ҡолаҡ Һалып, тыңларға мәжбүр булам. ҡыштырлау яҡын ғына, бына был сәтләүек ҡыуағы артында ғына, ишетелгән ҙымаҡ тойола. Мин, аҡрын ғына ҡыуаҡлыҡты айырып, арыраҡ ҡарайым. ҡыштырлау тиктәҫкә булмаған икән шул: мин айырып ҡараған ҡыуаҡ артында бер тейен сәтләүек йыйып йөрөй. Тейенде мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр күрә инем. Уның матурлығына ҙоҡландым да ҡалдым. Уның башы бәләкәй генә, мороно осло, күҙҙәре бик матур ҡарайҙар, ҡолаҡтары ослайып баҫып торалар. Кәүҙәҙе оҙон ғына ҙәм иң ҡыҙығы — уның оҙон, ҡабарып ҙәм юғарыға ҡарай күтәрелеп торған ҡойроғо ине.

Мин уға оҙаҡ ҡарап торҙом. Ул, минең кеүек, ергә төшкән ҙап-ҙары сәтләүектәрҙе ауыҙына йыйып йөрөй. Ләкин тейен миңә ҡарағанда оҫтараҡ булып сыҡты, ул, ерҙә ятҡан сәтләүекте тапҡас, уны бер аяғы менән типкеләп, әйләндереп ҡарай. Мин ҙуңынан белдем: тейен Һуҡыр сәтләүектәрҙе алмай икән! Мин, бахыр, ерҙә йәки ағас башында сәтләүек күрҙемме, уның яҡшымы, насармы икәнен тикшереп тә тормайым, тоҡсайыма ҙала бирәм. Ә тейен Һайлай, ҡорт ашаған сәтләүектәрҙе ул алмай... Мин, үҙемдең барлығымды белдерерлек итеп, тынымды тауышланыбыраҡ алдым, ахыры, әллә башҡа берәй төрлө тауыш сығарҙыммы — тейен ҡапыл ғына минең яҡҡа боролоп ҡараны ҙәм, кескәй генә, ләкин бик үткер түңәрәк күҙҙәре минең ҡарашымды осратып, ҡалтыранып алды ҙәм күҙ асып йомғансы шул урында үҫеп ултырған йыуан имән буйлап юғары менеп китте. Ул ҡарт имән ағасының бер ҡыуыш урынында үҙенә ҡышлыҡҡа аҙыҡ әҙерләй икән.

Тейенде ҡыҙғандым. Ни өсөн инде уны ҡурҡытырға, ни өсөн уға үҙенә ҡышлыҡ аҙыҡ әҙерләргә ҡамасауларға?!

Мин, уны тыныслыҡта ҡалдырып, үҙ юлым менән китмәксе булдым. Ләкин шул ваҡытта икенсе бер хәл минең, иғтибарымды үҙенә тартты. Минең аяҡ аҫтымда, соҡор ҡаҙығанда өйөп ҡуйыла торған балсыҡ кеүек, бер өйөм яңы балсыҡ тора ине. Әйтерҙең, кемдер аҙлап ҡына балсыҡты матурлап өйөп ҡуйған да үҙе киткән. Мин шикләнмәнем — был алйырҙан эше икән. Тимәк, бында алйырҙан ояҙы булырға тейеш. Оҙаҡ та үтмәне, уйҙарымды дөрөҫләгән кеүек, яҡында ғына ергә ҡойолған япраҡтарҙың ҡыштырлау тауышы ишетелде, ҙәм шунда уҡ алйырҙан үҙе күренде. Уның ауыҙы тулы сәтләүек икәне әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Алйырҙан туп-тура әлеге балсыҡ өйөмө янына килде ҙәм өйөмдөң бер яҡ ситенән ергә инеп юғалды.

Алйырһан ояҙы булыу ҙәм алйырҙандың, ҡышлыҡҡа оя яҙап, шунда сәтләүек йәки башҡа берәй төрлө аҙыҡ йыйыуы минең өсөн ят түгел ине. Ләкин мине икенсе бер күренеш ғәжәпләндерҙе.

Бер ваҡыт баяғы тейен имән башынан төштө, алйырҙан үҙ ояҙынан сыҡты. Улар бер-береҺенә ҡапма-ҡаршы осраштылар. КүрәҺең, алйырҙан тейенде дошман күрә: ул, тейенде күреү менән уның өҫтөнә ташланды. Барып тейендең муйынын сәйнәмәксе булды. Ләкин тейен еңел генә бер яҡ ситкә ҙикерҙе. Алйырһан уның артынан йүгерҙе. Тейен ҙикерҙе. Алйырҙан сыйылданы, кире үҙенең тупраҡ өйөмө янына килде. Күренеп тора: алйырҙан тейенде дошман күрә. “Мин йыя торған аҙыҡты йыя, миңә аҙыҡ ҡалмаҫ әле”, — тип уйлай, күрәҙең, ҡомҙоҙ алйырҙан.

Тейен менән алйырҙан араҙында дуҫлыҡ булмаҙа ла ғәжәп түгел шул. Улар икеҙе ике яҡҡа, береҙе өҫкә, береҙе түбәнгә, ынтыла. Тейен — уңған йәнлек ул. Тейен йәшен тиҙлеге менән ағас башына йүгереп менеп китә ала. Шаяра, Һикерә. үҙе матур. Тейен ул, ут кеүек янып, күҙҙең яуын алып тора.

Ә алйырҺандың ни матурлығы, ни яҡшылығы бар? Ул ҡыҫҡа ғына аяҡтары менән шыбырлап ерҙә йөрөргә генә белә. Ерҙән юғарыраҡ күтәрелә алмай, тик аҫҡа, түбәнгә генә төшә белә. Ғүмеренең күберәген ҡараңғыла үткәрә.

КүрәҺең, алйырҙан тейендең Һикергеләп, шаярып йөрөүен, әллә ҡайҙа юғарыға менә алыуын яратмай. Уны үҙенең дошманы итеп күрә. Ҡара Һин уны, ни эшләгән була бит! Ағас башына йүгереп менеп китҺенме? Ғикергеләп шаярып йөрөҺөнмө? Минең кеүек, ерҙә, гел генә түбәндә йәшәҺә ни булған? Ниңә инде алйырҺандан айырым йәшәргә?” — шулай тип уйлай торғандыр әле алйырҺан. Оҙаҡламай мин үҙемдең был уйым дөрөҫ булыуына бик ныҡ ышана алдым.

Алйырһанды һәм тейенде ҡалдырып, үҙ юлыма китергә торғанда, мин өсөнсө йән эйәҙен осраттым. Был — саға торған Һоро йылан ине. Миңә ғәжәпләнергә тура килде: йылан менән алйырҙан, аттар иҫәнләшкәндәге кеүек, бер-береҙенә баштарын тейҙерҙеләр. Тейен тағы ла яҡында ғына сәтләүек йыйып йөрөй ине. Ғәр кемдең үҙенә күрә дуҫы була бит. Йылан менән алйырҙан да дуҫ инеләр, күрәҙең. Алйырҙан, үҙ ҡулынан килмәгәс, тейендән үс алыуҙы йыланға тапшырҙы, буғай, Һис көтмәгәндә Һоро йылан тейен өҫтөнә ташланды. Ул бик асыулы ине, әсе итеп ҙыҙғырып ебәрҙе, йөрәк жыу итеп китте. Күрәҙең, тейен бындай Һөжүмдәргә өйрәнгән — ул бер-ике метр самаҙы ситкә Һикерҙе лә әлеге имән башына менеп тә китте.

Алйырһан имәнгә менә алмаҙа ла, йылан уға ҡарағанда уңғаныраҡ булып сыҡты. Ул тейен артынан ботаҡтан ботаҡҡа юғарыға үрмәләне. Мин, йыланға асыуланып, ҡулыма бер ағас алдым (һәм уны һуғып төшөрөргә әҙерләндем. Ләкин күҙ асып йомғансы булып үткән ваҡиға мине хәрәкәтҙеҙ ҡалырға мәжбүр итте.

Тейен юғарыға, имәндең башына уҡ, менеп етте. Йылан да унан ҡалышманы. Ул тейенде бына-бына ҡыуып етергә тейеш ине. Тейен ҡапыл ғына бер ботаҡтан ҙур ғына алыҫлыҡта торған икенсе ботаҡҡа Һикерҙе. Йылан да, ҡалышмаҫҡа теләп, тейен артынан ташланғайны, шунда уҡ ергә йығылды ла төштө. Ул гөп итеп калды. Әмәлгә ҡалғандай, алйырҙан ҙаман да шул тирәлә йөрөп ята икән. Йылан алйырҙан өҫтөнә килеп төштө ҙәм, күрәҺең, тейенде ҡыуып еттем, тип уйлағандыр инде, алйырҙандың елкәҙенә йәбеште. Улар икәүҙе лә ҡалтырандылар, алйырҙан бер сыйылдап ҡуйҙы ҙәм шунда уҡ, салҡан төшөп, тибенергә тотондо. Күп тә үтмәне, алйырҙан да, йылан да хәрәкәтҙеҙ ҡалдылар. Улар үлделәр.

Ә тейен бейектә, көслө имән ботаҡтары араҺында, Һаман да Һикергеләп йөрөнө, оҙаҡламай ул, ергә төшөп, тағы ла сәтләүек йыйырға тотондо. Мин шул тиклем яраттым шунда тейенде, шул тиклем яраттым — барып ҡулыма айырға, Һөйөргә теләнем...