Урманда ни өсөн йылы?(хикәйә). Фәрит Иҫәнғолов

Урманда ни өсөн йылы? (хикәйә )
автор Фәрит Иҫәнғолов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Урманда ни өсөн йылы?


 Көн бик һыуыҡ. Әсләм өшөнө, өйгә инде. Атаһы урманға китергә әҙерләнеп йөрөй ине.
— Улым, әйҙә урманға икәүләп барайыҡ.
— Атай, һыуыҡ бит, өшөтә!
— Өшөмәҫһең! Урманда йылы була ул.
Әсләм ышанманы. Атаһы уны урманға алып китте.
Ул ҡоро ағастарҙы киҫеп ауҙара. Ботаҡтарын ботай. Әсләм уларҙы сана янына ташый. Ысынлап та, ул шунда уҡ йылынып китте. Тирләй башлағас, ҡолаҡсындарын күтәреп ҡуйҙы. Малай атаһынан:
— Ни эшләп урманда ҡышын да йылы була икән? — тип һораны.
Атаһы көлдө лә:
— Утын күп булғанға, — тине.

 


1988 йыл