Урман һыйы(әкиәт). Ф.Фәтҡуллина

Урман һыйы(әкиәт). Ф.Фәтҡуллина ( әкиәт)
автор Ф.Фәтҡуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Урман һыйы


 — Әсәй, әсәй,— тип ҡайтып инде хәле бөткән төлкө балаһы һарыҡай.— Бөтәһе лә аҡланда еләк йыя, бөтөрәләр инде.
Хәйләкәр төлкөнөң яңылыҡтан артта ҡалғаны юҡ ине әле. Шуға күрә кәрзиндәрен йәһәт кенә эләктерә һалды ла:
— Бар, һин кем нимә эшләй, күҙәт. Ә мин еләк йыйырға йүгерәм,— тип улына хәйлә өйрәтте.
Һарыҡай урман буйлап китте. Тейенде күреп ҡалды. Уның артынан күҙәтергә булды.
Тейен ағас башына бәшмәктәр ташый ине. Уларҙы ботаҡҡа киптерергә элде. Был эшен бөтөргәс, кәрзинен алып, еләк йыйырға йүгерҙе. Ҡайтҡас еләктәрен, һауытҡа һалып иҙеп, иләк аша һарҡытты. Шунан таҡта алып, уны майлап ебәрҙе. Иҙелгән еләген йоҡа итеп йәйеп, еләҫ урынға киптерергә ҡуйҙы. Быны тәүге тапҡыр күргән һарыҡай түҙмәне, йәшенгән урынынан СЫҒЫП:
— Тейенкәй, әле таҡтаға нимә әҙерләргә ҡуйҙың ул?— тип һораны.
— Ә-ә, еләк ҡағы ул. Ҡыш һыуыҡ тейеп сирләгәндә генә ҡулланам. Ә һин бындай ҡыҙыу ваҡытта ни эшләп шымсы булып йөрөйһөң? «Йәй ҡышты туйҙыра» тигәндәрен ишеткәнең юҡмы ни?— тип, тейен ҡабаланып китеп барҙы.
Һарыҡай юлын дауам итте. Бәләкәй яланда тәмле еҫ таралған, Һарыҡай туҡтап ҡалды. Был еҫ уға таныш. Еләк ҡайнатмаһы еҫе. Әсәһе лә былтыр әҙерләгәйне. Тик әсеп сыҡты.
— Быларҙан өйрәнеп ҡалырға кәрәк,— тип уйлап, ул шул урынға ашыҡты. Бында күршеләрендәге төлкө ғаиләһе еләк ҡайнатыу менән мәшғүл, һыуынғанын өңдәрендәге мөгәрәпкә, һалҡын урынға, ташыйҙар.
Һарыҡайға оят булып китте. Ана, йәнлектәр нисек ҡышҡа әҙерләнә. Ә ул шымсылап йөрөй. Ҡайтып кәрзиндәрен алды ла ул да яланға йүгерҙе. Юлда уйнап йөрөгән айыу балаларына тап булды.
— Бөтә йәнлектәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә, ә һеҙ уйнап йөрөйһөгөҙ,— тип өндәште уларға.
— Әҙерләнһендәр әйҙә. Беҙ бит ҡышын йоҡлайбыҙ, ашарға кәрәкмәй беҙгә,— тиешеп, ағасҡа үрмәләне улар.
Юлда тағы бер нисә ҡош осраны. Ҡара уны, улар ҙа еләк ҡабып алған.
«Ә улар еләктәрен нисек һаҡлайҙар икән?»— тип ҡарап торҙо һарыҡай. Ҡоштар табыштарын ағас ярығына ҡыҫтырҙы ла тағы ары осоп китте.
Һарыҡай байтаҡ ваҡытын әрәм итте. Әммә күп нәмәләр белде. Күргәндәрен әсәһенә лә һөйләргә тип, уның янына ашыҡты.


1996 йыл