Урттарымда тулай ғәжәп бер һүҙ. Тамара Искәндәриә

Урттарымда тулай ғәжәп бер һүҙ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Урттарымда тулай ғәжәп бер һүҙ


Урттарымда тулай ғәжәп бер һүҙ,
Күҙҙәремдән бәрә ҡурғаш ҡуҙ.
Һәр керпегем һайын суҡ-суҡ булып
Аҫылына шунан аҡыҡ боҙ.

Шып-шым ғына йөрөй бирәм үҙем,
Сәғәт теле һымаҡ кетелдәп.
Ҡолағымды ҡуйып ерҙе тыңлап,
Әллә нимә көтәм төпкөлдән.