Урыҫ. Фирүзә Абдуллина.


Урыҫ. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2002.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Йәшлектә, ғәмһеҙ сағымда
Бар ине саҡ шат көлгән,
Асыуланғайны әсәйем:
“Эсеңдә урыҫ үлгән…”

Тормош юлдарым булманы
Бәрхәтле йәшел үлән,
Уйлағандыр, бәлки, күптәр:
“Эсендә урыҫ үлгән…”

Күҙ йәштәрен эскә йотоп
Йылмайған саҡтар булды,
Юғалтыуҙар, рәнйештәрҙән
Сәстәремә сал ҡунды.

Ауыҙ тулы ҡан булһа ла,
Төкөрмәй һаман түҙәм,
Әйтһендәр әйҙә бөтәһе:
“Эсендә урыҫ үлгән!”

Бирешергә юҡ иҫәбем,
Бойоғорға юҡ самам,
Бары тик эсемдә үлгән
Шул урыҫты ҡыҙғанам…