Усағым. Фирүзә Абдуллина.


Усағым. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 27.05.2014.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Быҫҡып янған усаҡ кеүек
Булыр-булмаҫ хис менән,
Арлы-бирле аҡыл менән,
Етер-етмәҫ көс менән,
Ярым-ярты, тейер-теймәҫ,
Исем өсөн, еңелсә,
Ғүмерҙәрҙе әрәм итеп
Йәшәү түгел минеңсә!

Дөрләп яна усаҡҡайым,
Күпмегә етер уты?
Хистәрең аҡыллы икән-
Йәшәүҙең булыр ҡото.
Әрәм итмәм бер көнөн дә
Иҫәпле ғүмеремдең,
Усағым һүнгәс тә, күптәр
Ут алыр күмеремдән.