Усағым икмәге. Гүзәл Ситдиҡова


Усағым икмәге



Ут сәсеп торманы
Аҙ һүҙле һөйөүең,
Кәрәкмәй икән дә
Уттарҙа бейеүең.

Бар ине ҡыҙылға
Ҡыҙыҡҡан саҡтар ҙа,
Һоҡланғыс тойолдо
Тауҙарҙы аҡтарған.

Тиҙ уңды ҡыҙылдар,
Тиҙ һүнде ҡойондар,
Ялҡыны үрләмәй
Ҡарайҙы торондар.

Ә һинең тандыр ут
Йылдарға бирешмәй.
Ризамын барына –
Бит икмәк һалырға
Ҡыҙыу ут килешмәй…


2012