Утта ҡалдым

Утта ҡалдым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 07.1989. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (38-се бит) ISBN 5-295-03798-3


УТТА ҠАЛДЫМ*


Һүрәттәге изге һынды
Һалдым утҡа,
Дөрләр ялҡын тик көл булып,
Сыҡты юҡҡа...

Бер минутлыҡ ошо ялҡын,
Хәнйәр кеүек,
Йөрәгемә ҡаҙалды ла
Ҡалды кеүек.

Ауыртыуға түҙҙем, түҙҙем,
Ҡысҡырманым,
Тик күҙҙәрҙән ынйы йәштәр
Сыҡты бары.

Һүрәттәге изге һын юҡ.
Хәнйәр ҡалды.
Ниңә икән һине, һөйөү,
Утҡа һалдым?!
Үҙем дә бит
Дөрләп янған
Утта ҡалдым...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.