Ут (шаярыу). Баязит Бикбай


автор Автор:Баязит Бикбай (1909—1968)
Ижад итеү ваҡыты: 1944. Сығанаҡ: "Һәнәк", 2009 й., №1


Ут (шаярыу)


Тамам йөҙәттеләр мине,
Күҙҙе лә асып булмай,
Әллә юрый шаярталар,
Әллә ысынлап шулай:
- һеҙҙә ут сыҡҡан икән, - тип,
Ҡайғымды бүлештеләр,
Таныш түгелдәр ҙә килеп,
Уфтанып күрештеләр...
Бер ниндәй ут сыҡҡаны юк,
Ҡайҙан алдылар икән?
Әллә йөрәгем ялҡынланып,
Тышҡа сағыла микән?


1944