Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе. 9-сы өлөш. М.Аҡмулла

Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе* (9-сы өлөш)
Автор: Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
ҠАРА: Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.  


9-сы өлөш


Ул ине — ҡояш бәдиғтән118,
Нуры — йәшендәй ләмиғтән119.
Ғали, шанлы мөназиғтан120 -
Жөда121 булдыҡ, дәриға, аһ!

Уның шөһрәттә ғонуаны122,
Мөхәҡҡаҡ123 дөррә124 Мәржәни,
Хаҡлыҡ ғилеменең кане125 -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Мәрҫиә яҙҙым мин бисара,
Үткерлеген ҡылып сара,
Был саҡта юҡ уға сама -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Уның үлеүенә пиштәр126,
Көйөндө барса дуҫ-иштәр,
Троицки мөдәрристәр -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Уның камилына ғонуан
Тәсанифе асыҡ борһан127,
Басирәтте асыҡ ҡылған -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Ҡасан ул зат китеп барҙы -
Ҡазан күрке китеп ҡалды,
Һәммә әһбаб етем ҡалды -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Уның мәдехе сикһеҙҙер,
Дағстан, Һиндта иҫәпһеҙҙер,
Минең мәдехем йәпһеҙҙер -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Өҫтөнлөгө — зирәклектә,
Камиллыҡ — аҡһөйәклектә,
Оҫта теле — гүзәллектә -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Әңгәмә, йыйған хәбәр,
Асыҡлаған күпме серҙәр,
Асып һалған күпме пәрҙә -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Сафый Алла рухы һаман,
Хурлыҡ ғәфү илә ғофран128,
Айырылыуға йөрәк һыҙлай -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!

Ярҙам ҡылһаңсы, я рабби,
Үҙем байғош, атым арыҡ,
Ҡазан ҡалаһына барып -
Күрә алманым, дәриға, аһ!

Илаһым, бөтә хәжәтем,
Ҡабул иткел мөнәжәтем,
Ҡәбәхәт барлыҡ халәтем129 -
Түҙә алманым, дәриға, аһ!

Уны маҡтауға мин ғәҙеб130
Ҡаҙаҡса бер бәйет яҙып
Тараттым йортҡа мин, таҙ эт -
Жөда булдыҡ, дәриға, аһ!



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.

Иҫкәрмәләр