Федераль дәүләт стандарттары нигеҙендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Википедияның роле. Фаршатова Ә.Ә.


Федераль дәүләт стандарттары нигеҙендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Википедияның роле (мәҡәлә)
автор Author:Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
Сығанаҡ: «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара конференцияһы материалдары (Өфө, 24-25 апрель,2015 йыл)


Федераль дәүләт стандарттары нигеҙендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Википедияның роле



Ә.Ә.Фаршатова
Яңауыл ҡалаһы лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Бөгөнгө көн йәмғиәт мәғариф системаһына ҙур талаптар йөкләй. Уҡытыу эшсәнлегенең сифатын яҡшыртыу, яңы технологиялар ҡулланыу, сифатлы белем биреү – заман мәктәбенең төп бурысы булып тора. Бөгөнгө көн сығарылыш уҡыусыһы, алған белем һәм күнекмәләрҙән рациональ файҙаланып, яңылыҡтар ташҡыны алдында юғалып ҡалмайынса, үҙ аллы фекер йөрөтөп, дөрөҫ юл һайларға тейеш. Шәхестең танып белеү һәләте - эшлеклелек сифатының айырылғыһыҙ өлөшө. Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандартының төп талаптарының береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – төп талаптарҙың береһе. [Салауатова,2011,1-се б.] Яңы шарттарҙа эшләү өсөн белем биреү учреждениеһы,тотош педагогик коллектив һәм һәр уҡытыусы бөтә эшмәкрәлеген үҙгәртеп ҡорорға тейеш.[Ғ.Ә.Абуталипова,2014,3-сө б.]
Хәҙер кешенең рухи дөнъяһы, фекерләй белеүе беренсе планға сығып бара. Шуға күрә үҙ фекереңде эҙмә-эҙлекле, иҫбатлап һәм тасуирлап әйтә белеү һәр кемгә зарур. Кеше үҙенең эше тураһында рухланып һөйләһә, тыңлаусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята аласаҡ. Фекереңде иҫбатлап бәхәстә ҡатнаша алыу юғары культуралы кеше өсөн төп сифаттарҙың береһе. Һәләтле балаларҙы алдан асыҡлау, уларҙы артабан үҫтереү- мәғариф системаһының иң төп йүнәлештәрененең береһе. Бөгөнгө көндә йәмғиәтебеҙҙә ижади фекерләй, үҙенең ҡарашын, фекерен асыҡ итеп әйтә һәм яҡлай белгән, бөгөнгө заман талаптарында юғалып ҡалмаған, донъяла үҙ-үҙен дөрөҫ таба алған, матурлыҡты күрә белгән, рухлы, тыуған илен, туған халҡын ярата һәм һаҡлай алыусы, башҡа халыҡтарға хөрмәт менән ҡараусы, илһөйәр йәш быуын, шәхестәр тәрбиәләргә кәрәк. Минең өсөн бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәлә - балаларыбыҙҙың үҙ әсә телендә аралашырға теләмәүе – барыбыҙҙы да уйландырырға тейеш.

Яңы белем биреү стандартарының концептуаль нигеҙе булып уҡыу-уҡытыу процесында төп иғтибарҙы белем биреү-алыуға ғына түгел,ә уҡыусыларҙы үҙ аллы уҡыу оҫталығына өйрәтеү,универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен ,уҡыу планында күрһәтелгән кимәлдә һәм күләмдә компетенциялар комплексын формалаштырыу күҙ уңында тотола икән, уҡытыусы тәү сиратта үҙенә яңы типтағы компетенциялар компелексына эйә булыу маҡсатын ҡуйырға һәм уҡыусыларҙа күрһәтелгән сифаттарҙы формалаштырыу юлдарын өйрәнергә бурыслы.[Ғ.Ә.Абуталипова,2014,3-сө б.]

Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы уҡыусыларҙы туған телде һөйөргә,уның байлығын,матурлығын төрөнерәк аңларға һәм баһаларға,образлы һүҙҙең нәфислеген һәм көсөн тойорға өйрәтә.Әҙәбиәт дәрестәре уҡыусыларға әҙәбиәттең спецификаһы,әҙәби жанрҙар, әҙәбиәттең кешелек йәмғәитәендә тотҡан урыны тураһында белем биреп, уларҙың фекерен яңы ҡараштар һәм төшөнсәләр менән байыта, был ҡараш һәм төшөнсәләр уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур урын тота. Уҡыусылар әҙәби әҫәрҙе өйрәнгәндә художестволы телмәр өлгөләре менән танышалар, яҙыусыларҙың әҫәрендә ҡулланылған образлы һүҙ һәм фразаларҙы, телмәрҙең төрлө конструкцияларын үҙләштереп, үҙҙәренең һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтерәләр. [М.Б.Юлмөхәмәтов,2008,4-се б.]
        
Уҡытыу процесында иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып, уҡыусыларҙа интеллектуаль, информацион, эҙләнеү -тикшеренеү күнекмәләрен формалаштырыу тора. . Бөгөн уҡытыусы, ижади шәхес булараҡ, күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыктар менән таныш булырға ғына түгел, ә яңы педагогик технологияларҙың иң кәрәклеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләй белергә лә тейеш. Шуның өсөн дә уҡытыусы үҙе интернет селтәрен оҫта файҙаланырға тейеш.Бына ошо бурысты үтәүҙә башҡортса Википедияның роле уҡытыусы өсөн баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, һәр әҙәбиәт дәресендә яҙыусы йә шағирҙың тормош юлын өйрәнеү, белгәндәрҙе тулыландырыу маҡсаты ҡуйыла. Элек уҡытыусы яҙыусы һәм шағирҙарҙың тормош юлы һәм ижады менән үҙе таныштырһа, хәҙер быны уҡыусыларҙың үҙҙәренә эҙләнергә, анализларға тәҡдим итә. Хәҙер һәр мәктәптә тиерлек еңел генә интернетҡа инеп була. Беҙ Яңауыл ҡалаһы лицейында башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә планшеттар ҡулланабыҙ. Бының ыңғай яғы шунда, беренсенән, уҡыусы кемдеңдер эшләп биргәнен көтөп тормай, ә үҙе мәғлүмәтте эҙләп таба; икенсенән, ҡушылған эште шунда уҡ башҡара ала, тимәк, уҡытыусы ҡарап , тикшереп кенә сыға, бергәләп әңгәмә үткәрергә лә өлгөрә ала. Бына ошо мәғлүмәтте эҙләгәндә Википедия аша тиҙ генә эште үтәп була. Эҙләүе лә,табыуы ла еңел булғанлыҡтан , ваҡытты ла күп сарыф итмәйенсә, уйланылған эште башҡарып була. Мәҫәлән, 5-се класта Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса хронологик таблица төҙөгәндә,ә 7-се класта “Мостай Кәрим ижады” таблицаһын төҙөгәндә (йәш кимәлен иҫәпкә алып) уҡыусыларыма Википедияға мөрәжәғәт итергә ҡушам.

Проза әҫәрҙәре
Шиғырҙары,поэмалары
Драма әҫәрҙәре

Ә инде юғарыраҡ кластарҙа “Ике өлөшлө көндәлек”, “Өс өлөшлө көндәлек” таблицаларын тултырыуҙа ҡулланыуы отошло.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттары нигеҙендә уҡытҡанда, “метапредмет” төшөнсәһенә туҡталып китәйек.Беҙ хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә әҫәрҙең авторы йәки әҙәби әҫәр менән бәйле географик атамалар, әҫәрҙең төп геройҙары исемдәренең килеп сығышы һәм башҡа темаларға ла һөйләшергә тейешбеҙ.Уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен көндәлек тормошта кәрәкһеҙ бер фән итеп тоймаһын, әһәмиәтен аңлаһын өсөн дәресебеҙҙе фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе предмет булараҡ үткәрергә бурыслыбыҙ. Ике теллелек шарттарында башҡорт әҙәбиәтен рус әҙәбиәте менән бәйләп алып барыу ҙа бик отошло. Оҡшаш әҫәрҙәргә туҡталып китеү,иҫкә төшөрөү, төп геройҙарға хас сифаттарҙы сағыштырыу,мәҫәлән, Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап ,М.Кәримдең “Үлмәҫбай”поэмаһы һәм А.Твардовскийҙың “Василий Теркин” поэмаһы һ.б. Бында ла беҙгә ҙур ярҙамсы булып Википедия тора. Яҙыусылар һәм шағирҙарҙың йәшәгән ере,музейына бәйле Википедияла булған материалдарҙы ҡулланыу дәресебеҙҙе ялыҡтырғыс ,күңелһеҙ итмәй.

Бөгөн уҡытыусы, ижади шәхес булараҡ, күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыктар менән таныш булырға ғына түгел, ә яңы педагогик технологияларҙың иң кәрәклеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләй белергә лә тейеш. Заманса технологиялар, интернет-ресурстар файҙаланып белем биреү түбәндәге мөһим бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә: уҡыусыла телгә ҡыҙыҡһыныу уята; уның танып белеү активлығын үҫтерә; уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен камиллаштыра; белемде тәрәнәйтә, милли рух тәрбиәләй.

[ Баһауетдинова , Йәғәфәрова.2009, 31-се б.] Шуға ла әгәр беҙ,уҡытыусылар, уҡыусыларыбыҙҙы интернет киңлектәрен дөрөҫ ҡулланырға,телебеҙ,еребеҙ тураһында бай мәғлүмәттәр,һөйөү менән һуғарылған материалдарҙы ҡулланып ҡына түгел,ә үҙебеҙ ҙә ошо эшкә әүҙем ҡушылырға өйрәтәбеҙ икән, тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө буласаҡ,телебеҙ ҙә ,халҡыбыҙ ҙа йәшәйәсәк.
Милли үҙаңды тәрбиәләү һәм артабан үҫтереү милли мөхиткә мөнәсәбәтле. Милли мөхиттең башланғысы, тәү сығанағы –ғаилә. Нәҫел тамырын һаҡлаусы ата, нәҫел биҙәге,нәҫел ҡото, нәҫел тамырын донъяға яралтыусы ,нәҫел ырыҫы-әсә. Ғаиләлә әсә менән ата мөнәсәбәте нисек,ниндәй кимәлдә ҡуйылған,ана шунан сығып баланың рухи үҫеше билдәләнә.[Аҙнағолов. 2011, 81-се б.] Шуға ла балаһының интернет селтәрендәге эшен күреп баһалаусы, ғорурланыусы ата-әсә маҡтауға лайыҡ.

Әҙәбиәт
1. Абуталипова Р.Ә.Уҡытыуҙы заман талаптарына ярашлы ойоштороу//Башҡортостиан уҡытыусыһы-2014.-№10.-3-6-сы б.
2. Аҙнағолов Р.Ғ. Үҫтереүле уҡытыу методикаһына инеш. Шәхес тәрбиәләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре- Өфө: БР ФА, “Ғилем”нәшриәте, 2011, 81-се б.
3. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 б.
4. Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу /Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап , 2009, 31-се б.
5. Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма).-Өфө: Информреклама, 2003.-136 б.
6. Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар /Төҙөүсеһе: Р.Д.Салауатова.-Өфө: Китап, 2011. (Икенсе быуын стандарттары)
7. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.- Өфө : Китап, 2008. – 4-се б.
8. http://lib.podelise.ru/ (Программа.Төҙөүселәре:Ф. Ш.Сынбулатова, Г.Ә. Вәлиева)
9. Федеральный государственный образовательный стандарт http://lib.podelise.ru/