Хата икәнен белһәм… Фирүзә Абдуллина.


Хата икәнен белһәм… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.02.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Хата икәнен белһәм…


Әйтмәҫ инем күпме һүҙҙе,
Тик зыян артыҡ һүҙҙән,
Ышанмаҫ инем күптәргә,
Хата икәнен белһәм.

Изгелектәрем яуызлыҡ
Булып ҡайтырын һиҙһәм,
Күпме эш эшләнмәҫ ине,
Хата икәнен белһәм.

Әлдә әле белмәгәнмен,
Һаман да хаталанам.
Уй-эштәрем изгелектә,
Һаҡлайҙыр әле Аллам.

Ышанып, алданып, рәнйеп,
Өмөттә йәшәй бәндәң.
Йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмаҫ,
Хата икәнен белһәң…


18.02.2014