Хоҡуҡһыҙҙар

Хоҡуҡһыҙҙар
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Вәли шәһәрҙең бер ситендәрәк булған бер урамда үҙенең йортона йәнәшә һалынған кескенә лавкаһында бакалея тауарҙары менән һатыу иткәндә уны тирә күршеләренән башҡа рәтләп белеүсе лә юҡ ине әле. Ул шул лавкаһында һатыу итеп арыу ғына хәлләнде. Хәҙер уның лавкаһындағы төрлө тауарҙарынан башҡа байтаҡ аҡсаһы, аты, һыйыры булып өлгөрҙө, тормошо юлға һалынды.

Ул үҙ эштәренең был көндәге барышынан, һатыуҙың яҡшы ғына алға китеүенән, бер яҡтан, риза булһа ла, үҙенән бай булған кешеләрҙе, шәһәр уртаһындағы ҙур баҙарҙа, магазиндарҙа һатыу итеүселәрҙе күргәндә үҙенең хәҙерге дәрәжәлә генә һатыу итеүенән дә, тормошонан да ҡәнәғәт итмәй, тағы ла байый төшәһе, тағы ла матурыраҡ тораһы килә ине. Ул бигерәк тә шәһәр уртаһындағы ҙур баҙарҙа матур магазиндарҙа һатыу итеүселәргә ҡарап, уларға ҡыҙыға, үҙенең дә шулар кеүек һатыу итәһе килә, баҙарҙа кескенәрәк булһа ла бер кибет алып, шунда һатыу итеүҙе бик ҙур бәхетлеккә һанап, күңеленән һаман шуны уйлап йөрөй ине.

Ул киске сәйҙе эсер алдынан бөгөн һатыу иткән аҡсаларҙы һанағанда ла, уларҙы һанап бөткәс, электән йыя килгән запас суммаһын алып ҡарағанда ла, һаман да баҙарҙа кибет алып, шунда һатыу итеүҙе уйламай ҡалмай башланы. Ул, шул уй менән бөгөн һатыуҙан килгән файҙаның бер аҙын шул запас суммаға ҡушып, башҡаларын иртәгә тауар алырға әҙерләп ҡуя ла, алдағы көндә баҙарҙа магазин асыуҙы, ул магазиндең әллә ҡайҙан күренеп тороуын, үҙенең дә, башҡа байҙар кеүек, яҡшы йорттары булыуын күҙ алдына килтереп, тәрән уйға бата торған ине.

Уның шулай һәр көнгө һатыу иткән аҡсаны һанауы, шәһәр уртаһынан кибет алып, шунда һатыу итеүҙе, ағай-эне араһына кереүҙе уйлауы һәр көн ҡабатлана торған бер эш булып китте. Ул был эштәрҙе уйлағанда, иң мөһим берәр фәнни нәмәне ижад итеүҙе уйлап ултырыусылар кеүек, күңелен тамам шул эштәр өҫтөндә йөрөтөп, башын бик ныҡ эшләткәнгә күрә, ҡатыны Хәмдиәнең үҙенә биргән сөәлдәрен ишетмәү дәрәжәһенә килә, тик аҡсаларҙы һанап бөтөп, теге уйҙарынан башы бер аҙ бушағас ҡына ҡатынына ҡарап:

— Һин нәмә һораның әле?— тип, уның һораған һүҙен ҡабатлата, тик шунан һуң ғына уның менән һөйләшеп китә ине.

Вәли күңелендә йөрөгән был ҙур фекерҙе бара торғас үҙенең генә эсенә һыйҙыра алмай, ҡатыны Хәмдиәгә лә әйтергә уйланы, һәм үҙенең сикһеҙ мөһим уйын әкренләп белдерергә теләп:

— Ай-һай, кешеләр кеүек ҙур баҙарға кибет асып, шунда һатыу итәһе ине! Бында ни саҡлы ғына тырышһаң да, бер саманан арттырып булмай. Ваҡ-төйәк нәмәләр менән генә һатыу итеп, ҙур эш сығарыу ауыр. Кеше араһына керер өсөн эште ҙурайтырға кәрәк...— тип һүҙ башланы. Бындай ҙур эшкә Хәмдиәнең тиҙ генә аҡылы етмәгәнгә күрә, бер нәмә лә әйтә алмай аптырап ҡалды. Вәли Хәмдиәнең шулай аптырауҙа ҡаласағын, был турала тиҙ генә бер һүҙ ҙә әйтә алмауын белә ине. Шуға күрә ул бер аҙ уйлап торғандан һуң: — — Әле бөгөн Кәшфулла ағай менән һөйләшеп ултырҙым. Ул әйтә: «Ниңә, Вәли, һин ҙур баҙарға килеп кибет асмайһың?— ти.— Һинең кеүек сауҙагәр кешегә унда аҙапланыу эшме ни ул?»— ти. Мин әйтәм: «Беҙҙең был эшкә көс етерме икән һуң, бында һатыу итер өсөн ҙур сумма кәрәк бит!»— тим. Ул әйтә: «Ниңә көс етмәһен! Һатыу итә белгән кешегә мал табыла ул. Ундағы һатыу менән бында һатыу итеү бер түгел. Ағай-эне яһап, ҙурыраҡ эштәргә ҡатнашыу яғын ҡарарға кәрәк»,— ти. Бер ҡарағанда уның һүҙҙәре бик дөрөҫ. Шуның өсөн мин дә ҙур баҙарға кибет асыу кәрәклеге уйына килдем. Шунда кибет асмай булмаҫ, ахыры...— тип, Хәмдиәгә ҡарап алды ла, уның берәр һүҙ әйткәнен дә көтмәй:— Бында һатыу итеү — мәрйәләр, ҡатындар эше генә. Бер ҡаҙаҡ кәрәсин, ярты ҡаҙаҡ шәкәр, бер әсмүхә сәй, бер сирек май, бер ҡап шырпы кеүек нәмәләр һатып, күпме генә файҙа итәһең? Ҙур баҙарҙа ваҡлап һатҡан кеүек, күпләп тә ебәрәһең. Унда һатыу итеүселәргә ҡарап торһаң, иҫ китә. Төрлө тауарҙарҙы үлсәп өлгөрә алмайҙар. Шул уҡ арала күпләп тә ебәрәләр. Ә беҙ бында, тишектән сысҡан сыҡҡанын зарығып көтөп ултырған бесәй кеүек, алыусы килгәнен көтөп ултырабыҙ...— тип, байтаҡ һөйләшкәндән һуң:— Ятып ҡалғансы атып ҡалырға кәрәк. Ҡурҡып торһаң, бер эш тә сығарып булмай ул,— тип, ғәйрәтләнгән, һымаҡ, Хәмдиәгә күҙ ташланы. — Хәмдиә был турала ни әйтергә лә белмәй бер аҙ торғандан һуң:

— Унан да кибет алһаң, был лавканы ни эшләтербеҙ һуң? Бында кем һатыу итер?— тигән сөәлде бирҙе.

Вәли ҡулындағы сәйҙе ғотғолдатып эсеп бөтөргәндән һуң:

— Бында һатыу итергә әллә кем кәрәкмәй. Әҙер малды һатырға һәр кемдең ҡулынан килә. Шәйҙи (үҙҙәрендә бер нисә йыл эшләгән малай) бындағы һатыу рәтенә төшөндә инде. Ул итер, үҙең дә сығып булышырһың, күҙ-ҡолаҡ булырһың...— тине.

Вәли ҙур баҙарға тауар алырға киткән саҡтарҙа Хәмдиә, лавкаға сығып, Шәйҙигә булышлыҡ итеү арҡаһында тауар баһаларын бер аҙ белгән булһа ла, эш бөтөнләй Шәйҙи менән икеһе өҫтөнә ҡалыуын уйлап ҡурҡып китте. Был эште өҫтөнә алырға ауырһынған кеүек:

— Ай-һай, беҙ ул эште булдыра алырбыҙмы икән? Шәйҙиҙең ат менән һыйырҙы ҡарайһы ла, өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе лә эшләйһе лә бар бит,— тип үҙенең ҡарашын әйтте.

Вәли Хәмдиәнең был һүҙҙәрен әйтәсәген белеп, алдан яуап әҙерләп ҡуйған кеүек, ҡыҙа төшөп:

— Һин һаман ҡатынлығыңа бараһың, эште ҙурайтам тиһәң, ундай юҡ-бар нәмәләргә ҡарап торорға ярамай. Әллә һин ғүмер буйына ошо лавка менән генә торорбоҙ тип уйлайһыңмы? Шәйҙи йорт эштәрен эшләгәндә, үҙең һатыу итерһең. Бер ҙә булмай икән, лавканы ябып торорһоң. Шулай ҙа Шәйҙигә бик ныҡ күҙ-ҡолаҡ булып торорға тура килер. Һәр кемдең бармағы үҙенә табан кәкре, кешегә ышанып булмай. Ул былай йыуаш кеүек күренһә лә, йыуаштан йыуан сыға, тиҙәр. Тәмле тамаҡ булып, кәнфит-маҙар ғына ашап йөрөмәһен. Унан һуң ҙур баҙарҙа эштәр рәтләнеп китһә, был лавканы бөтөнләй ябыу ҙа ҡыйын булмаҫ. Уныһын алда, эштәрҙең барыуына ҡарап, эшләрбеҙ,— тип һөйләп алып китте.

Уларҙың был көнгө киске сәйе бик оҙаҡҡа һуҙылды. Љәйнулла исемле һигеҙ йәшлек балалары әллә ҡасан ятып йоҡланы. Алты йәшендәге Сәғиҙә йоҡоһонан уянып көйһөҙләнде. Ҡулына биргән кәнфитте лә, варенье яғып биргән аҡ күмәсте лә ташланы. Тик ул «хәйерсе бабай килә, күп илаһаң, үҙеңде ҡапсығына һалып алып китер» тип, тәҙрәне сиртеп ҡурҡытҡас ҡына, кире урынына ятты. Ул йоҡлап киткәс, Вәли менән Хәмдиә тағы ла бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ниһайәт, Хәмдиә донъя көтөү, һатыу-алыу эштәрен белеүҙә үҙенең белемһеҙлеген өҫтөнә алғандай булып, Вәлиҙең ҡорған пландарына, һөйләгән һүҙҙәренә ҡушылған рәүештә:

— Мин тик былай ғына әйтәм, эйе, шулай шул, улай булғас, шулай итербеҙ шул,— тигән кеүек һүҙҙәр менән Вәлиҙең һүҙҙәрен йөпләп ултырҙы. Вәли, Хәмдиәнең һәр бер һүҙгә «эйе, шулай шул» тип, тамам риза булғанын күргәс, күңелләнеп китте. Улар шул эштәр тураһында бик оҙаҡ һөйләшеп ултырғандан һуң йоҡларға ятҡас та һаман шул эштәр хаҡында уйлап, бик күп ваҡыттар йоҡлай алмай яттылар. Тик беренсе әтәс ҡысҡырғандан һуң ғына, улар томанлы рәүештә йоҡлап киттеләр.

Быларҙың төштәренә лә бөгөн ҙур магазиндар, әллә ниндәй тауарҙар, шәп атта йөрөүҙәр, тағы әллә ниҙәр кереп бөттө. Вәли ҙә, Хәмдиә лә әллә нисә рәт уфлап уяндылар. Йоҡоға китер-китмәҫтән уларҙың күҙ алдарына тағы әллә ниҙәр күренде, тағы ла уяныр-уянмаҫ төрлө доғалар уҡынып йоҡлап китәләр ине...

Былар шулай оҙон ваҡыт ултырып, төндөң әллә ни саҡлы ваҡытын үткәреп, былар ятҡандан һуң ғына үҙенең урынына ятҡан Шәйҙи ҙә, үҙенең арыуына ҡарамаҫтан, үҙенең эштәре, Ҡазан артындағы ауылда яңғыҙ ҡалған әсәкәйе, кисә күрше мәрйәгә кәрәсин үлсәгәндә аҙ ғына сайпылдырып, аҙ ғына кәрәсинде ситкә түккән өсөн Вәлиҙең асыуланыуы хаҡында уйлап, бик һуң йоҡлап китте. Шулай итеп, бөгөн Вәли ҙә, Хәмдиә лә, Шәйҙи ҙә һуң яттылар. Ятҡас та күп уйланылар. Уларҙың һәр өсәүһе алдағы көндөң бәхетен, алдағы көндә рәхәт тормош көтәләр, алдағы матурлыҡ йәки йәмһеҙлекте күҙ алдына килтерәләр ине.

Вәли бара торғас күптән уйлап йөрөгән теләгенә иреште. Ул төрлө сәбәптәр менән эше сыбалып, сауҙа эшенең йомғаҡ остарын юғалтҡандан һуң, лавкаһындағы тауарҙарын һатырға мәжбүр булған берәүҙең тауарҙары менән лавкаһын бик арзан ғына алып, шунда кереп ултырҙы.

Дөрөҫ, Вәли был ҙур эшкә «тәүәккәлләгәндә» бик күп баш ватты. Электән йыйып килгән аҡсалары ғына етмәгәнгә күрә, йорт янындағы кибетендәге бер аҙ тауарҙарын һатыу өҫтөнә, бер аҙ бурысҡа ла керҙе. Яҡшы уҡ ҙур кибеттә үҙе генә һатыу итеп өлгөрә алмаҫлыҡ булғас, тағы ла арзанлы бер малай-приказчик алырға мәжбүр булды. Ошо эштәрҙе юлға ҡуйғансы күп йөрөргә тура килде. Шулай итеп, ҡурҡыу менән өмөт араһында үҙенең күптән уйлап йөрөгән ҙур теләгенә ирешеп, шәһәр уртаһындағы ҙур баҙарҙа кибет хужаһы булып һатыу итергә керешеп китте. Был саҡлы ҙур эшкә керешеп бурысҡа кереп киткәндә башта эшенең ахыры нисек булып сығырын уйлап, ҡурҡа төшкән булһа ла, бер-ике ай һатыу итеү менән эштәрҙең яҡшы яҡҡа табан барғанын күргәс, уның ҡурҡыуҙары бөттө. Ул хәҙер үҙен ысын сауҙагәрҙәр рәтенә кергән кеүек, ысынлап та хәҙер «һатыусы-сауҙагәр» исемен алырға хаҡлы булған кеүек хис итте. Хәҙер уның ҡаршыһында кешеләр ике төрлө: сауҙагәрҙәр, һатыусы була алмаған ғади кешеләр булып, ике синыф, ике бүлем булып күренә башланы. Ул әле үҙе, ысынлап та, теге мәшһүр байҙар кеүек булмаһа ла, үҙен шуларҙың юлдарынан барыусы, шуларҙың кескенә балалары урынында кеүек итеп уйларға кереште. Уныңса, бөтә ғаҡыл байлыҡта ғына булып, бай кеше ғаҡыллы була, йәиһә ғаҡыллы кеше бай булып күренә, шуға күрә ул үҙенән ҙур булған мәшһүр байҙарҙы сикһеҙ аҡыллы кешеләр тип фараз иткән кеүек, ярлы кешеләрҙе үҙенән түбән, ғаҡылһыҙҙар тип уйлай ине.

Ул шулай үҙенән ҙур байҙарҙы үҙенән аҡыллылар, улар донъяла тора беләләр тип уйлағанға күрә, байҙарҙың бөтә эштәренә, уларҙың хәрәкәттәренә, йөрөш-тороштарына тәҡлид итеүсән булып китте. Мәҫәлән, Садиҡ бай һөйләгән саҡта тауышы ҡалын булып мөңгөрләп сыға, Әхмәт бай һүҙ араһында тамаҡ ҡырып, күркә кеүек ғоролдап ҡуя. Вәли бына быларҙың шул ҡифәттәрен, уларҙың ғаҡыллы бай булыуҙарынан килгән айырым бер хәсиәт тип белеп, үҙе лә шулар кеүек булырға тырыша, тауышын Садиҡ бай тауышы кеүек йыуан, ҡалын сығарырға, һүҙ араһында, Әхмәт бай кеүек, тамаҡ ҡырып ҡуйырға маташа ине. Ул шулай тауышын ҡалын сығарғанда үҙе лә шатланып китә, барған һайын байлыҡҡа табан барған кеүек хис итә ине.

Ул байҙарҙың был эштәренә тәҡлид итеү менән генә ҡәнәғәт итмәй, башҡа эштәренә, йөрөш-тороштарына ла тәҡлид итеп, бөтә эштәрҙә улар кеүек булыуҙы ҙур эштәрҙән һанай башланы.

Һатыуҙар рәтләнгән һайын ул байҙарҙа күренгән бер сифат, күренгән бер нәмәне үҙендә лә булдырырға тырыша. Уның ғәйет һәм йомаларға кейеп бара торған туны, Садиҡ байҙың туны кеүек, ғәжәп ҡиммәтле заттарҙан тегелгән булмаһа ла, шуға оҡшатып тегелгән; бүрке, Әхмәт байҙың бүрке кеүек, ҡиммәтле ҡаракүлдәрҙән тегелгән булмаһа ла, ҙурлыҡта, фасонда шуға оҡшатылып яһатылған ине. Ул был тун менән был бүректе кейеп йома менән ғәйеттәргә барғанда үҙен бик шат хис итә, теге байҙарҙың кескенә үрнәктәре тип уйлай, улар ултырған сафтарға яҡыныраҡ ултырырға үҙен хаҡлы һанай ине.

Ул байҙарға — һатыу-алыу эштәрендә, башҡаларға — кешеһенә ҡарап мөғәмәлә итергә, шулай тышҡы күренешендә уларҙың һәр бер эштәренә тәҡлид итеп, шулар юлынан барырға тырышһа ла, уларҙың өй тормоштарын кереп күрмәгәнгә, өй тормошон шуларса яһай алмағанға эсе бошоп йөрөй башланы.

Ул байҙарҙың һәммә эштәре лә ғаҡылға бина ҡылынып эшләнә торған булыуында шөбһә итмәгәнгә күрә, үҙе уларҙың сифаттары менән сифатланһа, улар торған кеүек тора алһа, байлығы ла артыр, шөһрәте сығыр кеүек була ине.

Бер көн ул, Садиҡ байҙың кибете алдынан үткән сағында, уның йомош-юлға йөрөй торған малайына асыуланғанын күреп үтте. Шунан ул, «бына малайҙарға асыуланғанда нисек асыуланырға кәрәк икән» тип, үҙе лэ Шәйҙигә һәм яңы алған малайына Садиҡ бай кеүек асыулана башланы.

Вәли шул ваҡытта Садиҡ байға сәләм биргән ине. Дөрөҫ, шул саҡта Садиҡ бай Вәлигә тура ҡарамай, уның сәләмен дә рәтләп алмай ҡалдырҙы. Ләкин Вәли «ҙур байҙың шулай эре» булыуына бер ҙә аптырамай, бәлки «бай булғас шулай булалыр инде, әле беҙ улар рәтенә етмәгән бит» тип үҙен йыуатып, Садиҡ бай өҫтөнә кер төшөрөрлөк уйға төшөүҙән һаҡланды.

Ул байҙарҙың атҡа ултырып, күсер менән генә йөрөүҙәренә бик ҡыҙыға ине. Ул әле үҙенең уларса шәп арғымаҡтарҙы матур саналарға ектереп, мөһабәт күсерҙәр менән йөрөрлөк байлығы юҡлығын белә, шуның өсөн хәҙергә уртаса ғына булһа ла ат алып, ғади тарантас менән йөрөүҙе муафиҡ күреп, өйөндәге аты өҫтөнә тағы бер арыуыраҡ ат һәм яңы тарантас алып ебәрҙе. Ҡай ваҡытта Шәйҙиҙе күсергә ултыртып, үҙе түргә ултырып баҙарға сыға, кибет ябыҡ көндәрҙе урамда йөрөп ҡайта торған булды. Был йөрөү әле ысын байҙарса йөрөү кеүек булып бөтмәһә лә, үҙен байлыҡ юлдарының бер баҫҡысын атлаған кеүек хис итте.

Ул ошо сифаттарҙы үҙе һиҙһә лә, әле уны тирә күршеләренән башҡа кешеләр бай тип ҡарамағанға эсе боша ине. Ул шул уй менән йөрөй торғас, йәмәғәт эштәренә ҡатнашып, халыҡ күҙенә күренергә, халыҡ араһында иғтибарлы кеше булырға, һис булмаһа, мәхәлләнең абруйлы, ғалим-ғөләмәләргә яҡын бер граждан йөмләһенә керергә теләй башланы.

Ул шул теләгенә ирешер өсөн, һирәкләп мәхәлләнең арыуыраҡ кешеләрен, бер нисә мәхәлләнең мулла-мәзиндәрен ашҡа саҡырғылай, ғәйет көндәрендә ғәйеткә барған сағында ваҡ аҡсаларҙы башҡалар күреп торорлоҡ рәүештә саҙаҡа өләшә, берәр нәмә файҙаһына йәки мәсет, мәҙрәсәгә утын алыр өсөн аҡса йыйғанда, өр-яңы түбәтәйен ҡулына тотоп, сафтар араһында аҡса йыйып йөрөй, шулай итеп иғтибарлы булыуҙы уйлай ине.

Уның былай дин өсөн, мәхәллә өсөн тырышыуҙары бушҡа китмәне: бер йома көнөндә мәхәллә мөтәүәллиҙәре һайлағанда Вәлиҙе лә мөтәүәлли итеп һайланылар. Ул был эште бик ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алды. Мәхәллә муллаһының:

— Вәли әфәнде, һеҙ хәзинәдар булырһығыҙ инде,— тигән һүҙен ишеткәс, башы күккә етте. Был моратына ирешкәс, ул инде байлыҡта, иғтибарлыҡта тағы бер баҫҡыс күтәрелгән кеүек һиҙенде. Џҙен шул мәхәлләнең иң ғаҡыллы кешеһе, иң эшлекле бер ағзаһы, хатта шул тирәнең башлығы кеүек итеп фараз итә башланы.

Мәхәлләнең иғтибарлы кешеһе, башлығы, мәсеттең мөтәүәллие булғас, йома һәм ғәйеттәргә салма кеймәй барыуҙы килештермәй, үҙенә салма алды. Ул инде йома, ғәйеттәргә барғанда тун аҫтынан сапан да кейеп, тамам бер тәҡүә кеше кеүек булып китте. Башҡаларға иҫәнләшергә теләгәндә башын юғары күтәреп кенә, эйәк ҡағып ҡына иҫәнләшә торған булды.

Џҙе шулай булыу менән генә ҡалмай, ун йәшлек Љәйнуллаһына ла ситек-кәүеш, өҫтөнә йөббәгә оҡшатып тегелгән бишмәт, башына фәс кейҙереп, үҙе менән бергә ғәйет һәм йомаларға алып бара башланы. Хәҙер уның кескенә Љәйнуллаһы ошо кейемдәр арҡаһында мәхәлләнең ярлы кешеләре балаларынан әллә ҡайҙан уҡ айырылып күренә ине.

Мәхәлләнең мөтәүәллие булыу ҙа, эштәрен, йөрөш-тороштарын шулай үҙенән юғары байҙарға ҡаратып, уларға оҡшатып йөрөүе лә уның сауҙа эштәренә ҡамасаулыҡ итмәнеләр. Ул барған һайын суммаланды. Ѓй янындағы кибете килтергән файҙа бик аҙ ғына күренеп, уны бөтөнләй япты. Уның урынына баҙар кибетен ҙурайтты. Тауарҙарын арттырҙы, төрҙәрен күбәйтте. Ләкин әле ул үҙенең һаман ҙур байҙар араһында танылып бөтмәүен, улар араһына керә алмауын, улар менән бер мәжлестә ултырырға тура килмәүен уйлап борсола, улар ауыҙынан:

— Вәли уңған егет булып сыҡты, тиҙ арала ғына ни саҡлы байлыҡ хасил итте,— тигән һүҙҙәрҙе ишетәһе килә ине.

Вәлиҙең эштәре шулай яҡшы ғына юлға һалынып барғанда, Европа һуғышы сығып китте. Күп күршеләргә, эшсе, крәҫтиәндәргә бик күңелһеҙ хәлдәр тыуҙырған, күҙ йәштәре ағыҙған был һуғыш башта уҡ Вәлигә уның киреһенсә булып сыҡты. Һуғыш сығыу менән файҙа бермә-бер артты, һуғыштан элек алынып ҡуйылған ҡапсыҡтарҙы ике-өс хаҡы менән һатты. Ҡай бер тауарҙарҙан һумға-һум файҙа итте. Шулай итеп, был һуғыш Вәлигә көтөлмәгән бәхет ишеген асты.

Бик аҙ ваҡыт эсендә унар мең һум файҙа итеп ташлау уның күңелен үҫтереп ебәрҙе. Ул хәҙер үҙенең бай, ысын бай буласағына ысынлап та иман килтерҙе. Сумма артыу менән кибеттә тауар, тауар артыу менән эш артты. Шәйҙи менән һуңынан алған малай өҫтөнә тағы бер малай алды. Теге кибет бәләкәй күренеп, икенсе ҙур кибет алып, малдарын шуға күсерҙе. Хәҙер уның был кибетенең ишектәре түбәһендә эре хәрефтәр менән буталлап яҙылған —«Вәлиулла Әхмәт уғлы Ннғмәтйәновтың төрлө малдар сауҙаһы» тип яҙылған ҙур вывескаһы әллә ҡайҙан ялтырап күренеп тора ине. Ошо эштән һуң уның күңеле тағы ла күтәрелеп китте.

Хәҙер шул саҡлы мал, шул саҡлы аҡса булғас, шәһәрҙең сит урамында кескенә өйҙә тороуҙы үҙенә һис бер төрлө килештерә алмай башланы. Бигерәк тә һуғыш арҡаһында йорт-ерҙәрҙең баһалары бик төшөп китеү, башҡа байҙарҙың боронғо йорттары өҫтөнә әллә нисә ерҙә ҡырҡ-илле, хатта йөҙәр меңгә саҡлы йорттар алыуҙары, ҡай берәүҙәр ауыҙынан: «Вәли тамам аяҡҡа баҫты, ҙур суммалы булды, эштәрен юлға һалып ебәрҙе...»— тигән һүҙҙәрҙе ишетеү уның был теләгенә көс биргән кеүек булды. Йорт-ер бер алынып ҡуйылһа, һис бер баһаһын юғалтмай торған нәмә, «ғүмерлек милек» тигән уйҙар менән, шәһәр уртаһынан йорт алырға ҡарар биреп, ағай-энеләр араһында был хаҡта һүҙ асып, арзаныраҡ йорт табылһа, алырға теләге барлығын әйтеп йөрөй башланы.

Күп ваҡыт үтмәне, уға һуғышта үлгән бер полковниктың тол ҡалған ҡатынының ... урамында йортон һатырға теләүен хәбәр иттеләр. Йорт шәһәрҙең урта еренә яҡын, хатта Садиҡ байҙар менән бер урамда булыу өҫтөнә, хаҡы ла артыҡ ҡиммәт күренмәй торған булғас, Вәли йортто алып, ун биш көн эсендә күсеп тә өлгөрҙө. Ләкин борондан иркен, шәп тормош өсөн һалынған алты-ете бүлмәле өйгә Вәлиҙәрҙең боронғо йорт йыһаздары етерлек тә, муафиҡ та булмағанға күрә, яңы мебелдәр алырға ла тура килде. Күсеп китә торған кешеләр ҡулынан алынған был йыһаздар ҙа торған баһаларынан күп артыҡ һәм зат нәмәләр булып сыҡтылар.

Ошо йорт һәм йорт йыһаздарына бер нисә ун мең һумдар расход сығыуға ҡарамаҫтан, Вәлиҙең сауҙа эштәре боронғоса барҙы. Ѓс-дүрт айҙан һуң уның иткән файҙалары йорт-ер йыһаздар алырға сыҡҡан расходтарҙы ҡаплап өлгөрҙө. Йорт бөтөнләй файҙаға ҡалды.

Вәлиҙәр яңы алған йорттарына күскәндән һуң, эске тормоштарында ла үҙгәреш яһарға тура килде. Элек теге бәләкәй йорттарында торғанда өй эсе эштәренә Хәмдиә үҙе генә етешә, бөтә эштәрҙе үҙе башҡара, аш-һыуҙарға саҡлы үҙе бешерә ине. Хәҙер ҙур йортҡа күскәс, бер кеше генә эшләп өлгөрөрлөк булмай башланы. Уның өҫтәүенә башҡа бай ҡатындарының бер нисә аҫырауҙары булыуы, үҙҙәренең йорт эше менән бысранып йөрөмәүҙәре лә быларҙың күҙҙәренә бәрелде. Хәмдиәнең күңеленә: «Бай ҡатыны бул да, сусҡа кеүек бысранып эшләп йөрө, имеш!»— тигән уй төштө. Ул был уйҙарын Вәлигә лә әйтеп, уның да күңеленә төшөрөп ҡуйҙы.

Вәли Хәмдиәнең был хаҡлы талабын, байҙарсараҡ торорға булған теләген ситкә ҡаҡманы. Бәлки тура килһә, арыуыраҡ, үҫкәнерәк берәр аҫырау алырға ҡушты. Күп тә үтмәй, ире һуғышҡа киткән, бер нисә айҙан бирле хаты-хәбәре килмәгән йәп-йәш ҡатынды аҫырау итеп алдылар. Электән аҫырау менән торорға өйрәнмәгән Хәмдиәгә шундай аҫырау менән тора башлау башта бик сәйер тойолдо. Уға ниндәй хеҙмәттәр йөкмәтеү, был өй эсендә уның хоҡуғының миҡдарын билдәләү, уның йөрөш-тороштарындағы хәрәкәттәрен сикләү, уны Вәлигә күрһәтеү-күрһәтмәү кеүек хәлдәр уның башын ватты. Ат кеүек таҙа, тулы бер ҡатындың күҙ алдында йөрөүе Хәмдиәнең күңелен ҡытыҡлаған кеүек булды. Ләкин башҡа байҙарҙа шундай бер нисә аҫырау булыуын, бай булғас, шунһыҙ тороп булмауын, уның ни саҡлы таҙа һәм матур булһа ла, аҫырау булыуын, тамаҡ аҫырар өсөн быларҙа хеҙмәт итеүен, үҙенең хәзәйкә — был йорттоң төп хужаһының никахлы ҡатыны икәнен, шуның өҫтөнә аҫырау хаҡында теләһә нисек мөғәмәлә итергә, уны ҡыҫырға, тиргәргә үҙенең хаҡлы булыуын уйлап күңелен баҫты.

Был өйгә шәһәр уртаһына күскәс, шәһәр ситендәге кейемдәр ҙә ярамаған, улар менән байҙар урамында йөрөү мәслихәт тә, муафиҡ та булмаған кеүек күренгәс, кейем-һалым да башҡасараҡ кәрәк булыр кеүек тойолдо. Шуға ҡарап, улар үҙҙәренең дә, Зәйнулла менән Сәғиҙәнең дә кейемдәрен үҙгәртеп, яртылаш «руссалатып» тектерә башланылар.

Элек улар кибеттә хеҙмәт итеүсе ике малайҙы һәм Шәйҙиҙе үҙҙәре менән өйҙә, кухня тирәһендә тоталар ине. Был өйгә күскәс, уларҙы был өйҙә тотоу бер ҙә генә лә мәслихәт эш кеүек күренмәй, ат һарайҙары янындағы, борондан теге баяр ҡатынының күсере тора торған ике тәҙрәле кескенә йортта торорға ҡуштылар.

Шулай итеп, ҙур йортҡа күсеү быларҙың тормоштарын да икенсе рәүештә ҡуйырға сәбәп булды, икенсе төрлө әйткәндә, иҫке тормошто яңы формаға әйләндерергә мәжбүр итте.

Хәҙер Вәли үҙенең тормошонан яҡшы ҡәнәғәт итһә лә, үҙенең әле һаман теге ҙур байҙар араһына кереп китә алмауына, улар тарафынан танылмауына эсе боша, ул был эште үҙенең «иғтибарлы кеше» булып етә алмауынан күрә, ошо теләгенә ирешер өсөн бер форсат көтә ине.

Көҙгә ҡаршы ... шәһәренең Йәмғиәте Хәйриәһенең ғөмүми йыйылышы булыу хаҡында ошо шәһәрҙәге бер бай тарафынан нәшер ителеп килә торған «Заман» газетаһында иғлан сыҡты. Газеталағы иғланда ғөмүми йыйылыштың көн тәртибе былай ҡуйылған ине:

«Йыйылышта ҡараласаҡ мәсьәләләр:

1. Йәмғиәте Хәйриә өсөн йорт алыу; 2. 3. Һуғышта мәжрух булған һалдаттарға мосолмандар исеменән лазарет асыу; 4. 5. Яңы ағзалар ҡабул итеү; 6. 7. Ағымдағы эштәр. 8. Йәмғиәттә ҡараласаҡ мәсьәләләр бик мөһим булғанлыҡтан, ағзаларҙың килеүҙәре үтенелә. Ағза булмаған кешеләргә лә кереү ихтыяри. Ағзаларға айырым саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелмәҫ.

Йәмғиәте Хәйриә идараһы».

Һуғыш ваҡытында сауҙа менән көрәйгән баҙар һатыусылары араһында был хәбәрҙәр бик мөһим булып күренде. Газетала иғлан сығыу менән, ҡараласаҡ мәсьәләләр тураһында, бигерәк тә Йәмғиәте Хәйриә исеменә йорт хаҡындағы беренсе маддә хаҡында, ҡыҙыу мөзәкәрә һәм өндәүҙәр башланды. Шакирйән тигән байҙың Йәмғиәте Хәйриәгә йорт алырға башлап ҙур ғына суммалар бирергә ниәте барлығы һөйләнде.

Байҙар тарафынан яһалған аш мәжлестәрендә Йәмғиәте Хәйриәне йортло, аяҡлы-күҙле итеп, нигеҙләндереп ҡалыу хаҡында күп һүҙҙәр булды. Милләтте алға ебәреү өсөн был эштең бик ҙур ярҙамы тейеү тураһында һүҙҙәр булды.

Яңы күтәрелеп килгән сауҙагәрҙәр ҙә был йыйылышта үҙҙәренең әҙер булып, ярҙам ҡулдарын һуҙырға тейеш икәнлектәрен күҙ алдарына килтерҙеләр. Ҙур байҙар әһәмиәт биреп ҡараған бер эш булғас, беҙҙең Вәли ҙә был эште бик мөһим, кәрәкле эштер тип фараз итте. Хатта эсенән үҙенең күпме иғанә бирәсәген, йыйылышта аҡса йыйылыуҙың барышына ҡарап, был саманы арттырырға мөмкин икәнен уйлап ҡуйҙы.

Љөмүми йыйылыш яһау көнө һатыу-алыу эштәре булмаған көнгә (йәкшәмбегә) ҡаратып ҡуйылғайны.

— Хәйрулла әфәнде Әхмәтев!.. — — Ниғмәтйән Тереғолов!.. — — Љүмәр әфәнде Еникеев!.. — — Заһир хәҙрәт!.. — — Йыһаннур хәҙрәт Ишкилдин... — — Приказчиктарҙан Садиҡ әфәнде Ҡасимов!..— тигән тауыштар менән зал яңғырап китте. Секретарь Хәйрулла әфәнде Әхмәтев көлә төшөп яҙа, исем-фамилиялар бик күп, һәм бер исем-фамилия бер юлы әллә нисә кеше ауыҙынан әйтелгәнлектән, тәҡрар һорап, халыҡтың артыҡ тауышланмауҙарын үтенә ине.

Иң байҙарҙан башлап, күҙгә күренерлек кешеләрҙең исем-фамилиялары әйтелеп бөтә яҙғанда рәис урынынан тороп, хәҙер кандидаттарҙың еткәнен әйтеп, туҡтарға ҡушты. Һәм быларҙы берәм-берәм тауышҡа ҡуйып сыҡты. Ниһайәт, иң күп тауыш алыу иғтибары менән:

Шакирйән әфәнде Әлимғолов, Садиҡ бай Ҡәдриев, Хәлим әфәнде Ҡарачурин, Йыһаннур хәҙрәт Ишкилдин һәм Хәйрулла әфәнде Әхмәтев комиссия ағзалығына һайланған булып сыҡтылар. Ләкин Садиҡ бай Ҡәдриев үҙенең ҡартлығын һәм сауҙа эштәре күплеген әйтеп, үҙен мәғзур тотоуҙы, үҙе урынына башҡа берәр йәшерәк кешене һайлауҙы мәслихәт күреп, һайланыуҙан отказатса итте. Уның ғөзөрҙәрен халыҡ күпселеге мәслихәт күреп, уның кандидатураһын кире алдылар һәм уның урынына приказчиктарҙан Садиҡ әфәнде Ҡасимовтың һайланыуын үтенделәр. Ул үҙенең хужаһы Хәбиб Нәғимовтың күҙенә ҡараны. Хәбиб әфәнде уның ни өсөн, йәғни «Һин нәмә әйтерһең? Рөхсәт итерһеңме?» тигән һымаҡ, үҙенә хужа итеп ҡарауын һиҙеп алды һәм уның өмөтлө рәүештә сөәлле ҡарауына яуап биргән кеүек: «Садиҡ Ҡасимов бик мәслихәт»,— тигән һүҙҙе өҫтәп ҡуйҙы. Хәбиб Нәғимовтың һүҙенән һуң Садиҡ Ҡасимов та лазарет асыу комиссияһының ағзаһы булып һайланды.

Быларға кандидат булараҡ:

Ниғмәтйән әфәнде Тереғолов, Заһир хәҙрәттәр һайландылар. Һайланыу эштәре бөткәс, был комиссия ағзаларына аҡса табыу, лазаретты ойоштороу юлдарын ҡарау һәм был мәсьәләне бик ашыҡтырып, тиҙерәк эш башлау кеүек вазифалар йөкмәтелде. Шуның өҫтөнә яңы һайланған комиссия ағзаларының тәҡдимдәре буйынса, ошо йыйылышта уҡ список төҙөлөп, аҡса йыйыу сараһы күрелә башланы.

Шакирйән бай был эштә лә беренсе булып биш мең һум яҙҙырҙы. Был юлы Садиҡ бай Ҡәдриев тә Шакирйән байҙан ҡалышыуҙы тейешле күрмәне, күрәһең, ул да биш мең һум яҙҙырҙы. Был юлы Хәбиб Нәғимов та ҡарт атаһының кәңәшең көтөп тормайса уҡ:

— Беҙҙең Нәғимов фирмаһы исеменән биш мең һум яҙыуығыҙҙы үтенәм,— тип биш мең һум яҙҙырҙы. Шуның менән быларҙың һәр береһе үҙҙәре биргән суммаларҙы әйткәндә хөкүмәт тарафынан килгән вәкилгә ҡарап ҡуялар ине. Хөкүмәт вәкиле лә бая «әллә кемдең» мосолмандар өҫтөнә тап төшөрөп һөйләгән һүҙҙәрен онотҡан кеүек булып, шатлыҡ менән йылмайып ултыра башланы.

Был байҙар артынан башҡа вағыраҡ байҙар үҙҙәренең самаларына ҡарап, төрлө суммала иғанә яҙҙыра башланылар. Был юлы ла димләшеүҙәр, күберәк иғанә итергә ҡыҫташыуҙар булды. Беҙҙең Вәли лазарет асыу өсөн яҙылғанда ла үҙенең тиңдәштәренән арттырып бирҙе. Был ваҡытта уға тағы ла «һиммәтле, рәт белеүсән, йәш бай...» тигән төҫлө ҡараған кеүек булдылар. Иғанә яҙҙырмаған кеше һирәк ҡалды.

Йыйылышта булмаған кешеләр араһынан иғанә йыйыу эштәрен дә ошо «лазарет асыу комиссияһы»на тапшырғандан һуң, ағзалар ҡабул итеү башланды. Ләкин был эш керергә теләүселәрҙең исем, фамилияларын әйтеп үтеү менән, биш-ун минут эсендә тамам булды.

Ағымдағы эштәр ҙә, артыҡ тикшереп торорлоҡ ҙур мәсьәләләр булмағанлыҡтан, оҙаҡҡа һуҙылманы. Улар араһында бер етем ҡарсыҡтың ярҙам һорап биргән ғаризаһы менән, бер ҡарттың ғаризаһы бар ине. Ҡарсыҡҡа ике һум ярҙам бирергә, ҡартты тикшереүҙе йәмғиәттең идараһына тапшырыу менән эш тамам булды.

Рәис йыйылыштың ябылыуын иғлан иткәс, йыйылған халыҡтар груһ-груһ булып тарала башланылар...

Кис сәғәт 9-ҙарҙа кибет ябып ҡайтҡанда ла шат ине ул. Элек ул һәр көнгө һатыу аҡсаларын алып ҡайтҡандан һуң, башҡа бер нәмәгә лә ҡарамай, яҙыу өҫтәле аҫтына үҙ ҡулы менән һалып бикләгәндән һуң ғына йыуынып аш өҫтәленә килеп ултыра, шунан һуң ғына һөйләшә башлай торғайны. Бөгөн өйгә ҡайтып кереп, өҫтөндәге ҡалын тышҡы кейемен һалып ҡуйыу менән, ҙур ғына яулыҡҡа төргән аҡса төргәген кеҫәһенән алып, эре генә рәүештә ҡатынына биреп:

— Мә, шул нәмәне алып йыйып ҡуй әле,— тип, үҙе бит-ҡул йыуырға кереште.

Хәмдиә ул биргән төргәктең аҡса икәнен тотоп ҡарау менән белде һәм һәлмәклеген, күплеген белер өсөн кеүек, ҡулы менән һелкеп ҡарағандан һуң, мәғлүм аҡса йыя торған урынға илтеп ҡуйҙы.

Вәли әле һаман һүҙ башламаһа ла йөҙө шат, тик һүҙҙе ҡайҙан башлап алып китергә белмәй торған кешеләрсә бер хәлдә булғанлыҡтан ғына һүҙ башламай торғанлығы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора ине.

Ул, Хәмдиә әйтмәйсә үк, аш өҫтәле янына ултырып, икенсе кеҫәһенән бөгөн сыҡҡан «Заман» газетаһын алып, ауыҙын бышылдатып теге мәҡәләне ҡарарға кереште. Бер аҙ уҡығандан һуң, үҙенән-үҙе көлөп ебәрҙе. Хәмдиә уның тоҡтомалға көлгәнен күреп:

— Һиңә нәмә булды, тик торғанда көлөп ултыраһың?— тип һорағас, тағы ла кәйефләнә төшөп:

— Бына гәзит яҙыусыларҙы әйтәм әле: кисәге йыйылышты баҫып та сығарып өлгөргәндәр. Ғабдулла ағай ҡушҡандыр инде...

Хәмдиә ҡулындағы тәрилкәһен өҫтәлгә ҡуйып:

— Нәмә тип яҙғандар һуң?— тип һораны. Хәмдиәнең һорауы Вәлигә һүҙ асҡан кеүек булды. Һәм ул, газетаны алдына алып:

— Нәмә яҙһындар? Билдәле инде: «Бик ҙур эштәр эшләнде. Яҡшы байҙар ҙур иғанәләр бирҙеләр»,— тип маҡтап бөтә алмағандар,— тине һәм Хәмдиәгә бер рәт ҡарап алғандан һуң иғанә итеүселәрҙең исемдәрен теҙеп алып китте. Үҙенең исеменә еткәс, ауыҙын тағы ла ҙурыраҡ асып: «Вәлиулла әфәнде Әхмәтйәнов 3 мең һум...»— тине лә бер аҙ туҡтап торҙо. Һуңра үҙенән аҙ суммалы иғанә биреүселәрҙең исемдәрен әһәмиәтһеҙ генә итеп уҡып сыҡты.

Хәмдиә тағы әллә нәмә көткән кеүек, Вәлигә ҡарап торғандан һуң:

— Шул ғынамы? Улар һине маҡтап яҙһындар ине...— тип, ҡоро исем-фамилия яҙылыуға ғына ҡәнәғәт итмәгән кеүек бер сөәл бирҙе.

Вәли уның сөәленә яуап биргән кеүек:

— Шулай яҙғас та етәр! 15—20 мең һум биргән байҙарҙы ла шулай ғына яҙғандар инде. Байҙар рәтенән төшөрмәй шулай яҙғас, аҙ эш түгел. Шулай ҙа яҙылмаһаң нисек булыр ине?— тип ҡуйҙы.

Аш ашалып бөткәнсе, һүҙ шул тирәлә йөрөнө. Аштан һуң сәй эскәндә Вәли тағы ла, бик мөһим эш бар кеүек, һүҙ башлап:

— Һин, әле күптән бирле шуны әйтергә йөрөй инем: ағай-эне осраған һайын: «Йә, Вәли ағай, яңы йортто ҡасан ҡотлайбыҙ? Улай ярамай!»— тиҙәр. Ысынлап та, ғалим-ғөләмәләрҙе, ағай-энеләрҙе йыйып ҡөръән уҡытып, фатиха алырға кәрәк ине. Әллә алдағы йомаларҙың береһендә саҡырып алабыҙмы?— тине.

Хәмдиә Вәлиҙең был фекерен шатланып ҡаршы алды:

— Уны мин дә уйлап йөрөй инем. Әле бер көн Әхмәҙиҙәрҙә ашта ултырғанда абыстайҙар ҙа биткә бәрҙеләр: «Хәмдиә, һеҙҙе йорт алған тиҙәр, бик шәп тип һөйләйҙәр, йә, ҡасан күрһәтәһегеҙ инде? Әллә бик байып киткәс тә, фатиха кәрәк булмай башланымы?»— тип теҙеп алып киттеләр. Уларға башҡа ҡатындар ҙа ҡушылып: «Кәрәк, бик кәрәк!.. Йорт алып ҡөръән дә уҡытмағас, ул ни эш була?..»— тип ҡолағымды тондорҙолар.

Вәли абыстайҙарҙың был һүҙҙәрен хаҡлы күргән кеүек көлә төштө:

— Әйтерҙәр шул. Ҡай арала беҙҙең йорт алғанды белеп бөткәндәр!— тип ғәжәпһенгәнен белдереп ҡуйҙы һәм:— Улай булһа, ошо киләһе йомаға тәүәккәлләп саҡырып алайыҡ. Барыбер саҡырмай булмай инде,— тип саҡырырға ҡарар бирҙеләр.

Хәмдиә тағы ла күтәрелеп китте. Хәҙер үк саҡырырға әҙерләнгән кеүек булып, аш өҫтәлен йыйыштыра башланы.

Шул арала кемдәрҙе һәм күпме кеше саҡырыу хаҡында һүҙ китте.

Хәмдиә борон үҙҙәре шәһәр ситендәрәк торған ваҡытта йөрөшә торған кешеләрҙең исемдәрен телгә ала башлағайны, Вәли уның һүҙен бүлде:

— Беҙҙең саҡыра торған кешеләр күп. Бер юлы ғына саҡырып бөтөп булмаҫ. Уларҙы икенсе ваҡытта саҡырырбыҙ. Иң элек бына Садиҡ ағай, Шакирйән ағай...— тип, шәһәрҙең байҙарын, улар һуңынан шәһәрҙәге биш мәхәлләнең муллаларын һанап китте.

Хәмдиә мәжлесте улай бик ҙурҙан, шәһәрҙең иң ҙур байҙарын саҡырыуҙан башланыр тип уйламаған, күрәһең, ул аптырап китте:

— Улай бик ҙурға китә бит! Улар беҙгә килерҙәрме һуң? Беҙ уларға тейешле ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтә алырбыҙмы һуң?— тигән сөәлдәрҙе бирҙе.

Вәли, Хәмдиәнең һайҙан йөҙгәнен белеп, көлә төштө:

— Саҡырғас, килерҙәр!.. Ниңә килмәһендәр? Хәҙер улар беҙҙе танынылар инде. Аш-һыу әҙерләргә ҡатындар саҡырырбыҙ,— тип, Хәмдиәне ҡәнәғәтләндерер (лек) рәүештә, үҙенең дәғүәһен иҫбат итте, һәм Вәли теләгәнсә ҡарар ҙа бирелде.

Шунан һуң кемдәрҙе һәм күпме кеше саҡырыу хаҡында һүҙ китте. Вәли һул ҡулын күтәреп, бармаҡтарын йәйеп, уң ҡулының баш бармағы менән ишара бармағын йәйеп:

— Садиҡ ағай — берәү...— тип, һул ҡулының сәнсә бармағын килтереп тотто.— Садиҡ ағай — берәү, Шакир ағай — икәү, Әхмәтйән ағай — өсәү, Хәбиб ағай — дүртәү, Латиф бай — бишәү...— тип, ҙур байҙарҙы һанап бөткәндән һуң, шәһәрҙең биш муллаһын һәм ҡай бер мәзиндәрен һанағандан һуң, вағыраҡ байҙарҙы һанарға кереште. Һул ҡулының бармаҡтары бер нисә рәт һаналып сыҡтылар...

...Мәжлес булды. Саҡырылған кешеләрҙең һәммәһе лә килде. Вәли ағай үҙенең өйөнә шундай ҙур байҙарҙың килеүенә, уларҙың был мәжлестә ултырыуҙарына ниһайәт кәйефләнде. Был үҙенең «ҙурҙар»ға ҡатыша башлауының башы булып күренде. Шулай итеп, мәжлес бик шәп үтте.

Шул мәжлестән һуң бер аҙ ваҡыт үтеү менән, Вәли ағайға ошо рәүештә (яҙылған) саҡырыу ҡағыҙы килде:

«Хоҙай насип итһә, йома көн, 12 февралдә, йоманан һуң сәғәт 2-лә туй мәжлесенә рәхим итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.

Хөрмәт менән Садиҡ Мифтахетдин уғлы Ҡәдриев».

Вәли ағай был саҡырыу ҡағыҙын алғас, үҙенең ҙурҙар араһына кереүенә тамам ышанды. Ул инде шәһәрҙең моғтәбәр кешеләре йөмләһенән булыуына ҡәнәғәт хасил итте.

Бына бер ваҡыт Февраль инҡилабы булды. Батша төшөрөлгән, министрҙар хибес ителгән тигән хәбәргә Вәли ағай башта ышанманы. Был эштәр һис бер унын ғаҡылына тура килмәне. Ул, был мәсьәләнең осона үҙе генә барып сыға алмаҫын белеп, «ғаҡыллы» кешеләрҙең был эшкә нисек ҡарағанлыҡтарын белеү юлына төштө. Ул, урамға сығып, ундағы һис иҫәбе юҡ халыҡтың ҡыҙыл әләмдәр күтәреп, нәмәлер йырлап китеп барғанын күргәс, аптырап китте. Ул, бер яҡтан, ҡурҡынды, әллә нәмә емерелгән, донъя яңырып киткән кеүек күренде. Ләкин һәммә кешенең дә йөҙөндә шатлыҡ әҫәрҙәрен күргәс, үҙе шатланырға тырышты. Ул бара торғас намайыш яһап йөрөгән халыҡҡа ҡатнашмай, бер яҡ ситтә торған, был намайышта ни өсөндөр тәм вә ләззәт тапмаған «ғаҡыллы баштарға» осраны. Вәли ағай уларҙы күргәс шатланды. Теге ҡыҙыл флагтар араһынан йөрөгән халыҡтар ғаҡылһыҙ булып, бала-сағалар булып күренде. Ул флаг артынан йөрөүселәр ярлылар, эшселәр генә булғанға күрә, уларҙың был йөрөүҙәренән бер мәғәнә лә сыҡмаҫ, тип уйлап алды. Ул әкрен генә теге ҡаракүл бүрекле иптәштәре янына барып иҫәнләште. Ләкин ул уларҙың йөҙҙәрендә ниңәлер боронғо шатлыҡты, теге әйбер һатып файҙа иткән ваҡыттағы йөҙ яҡтылығын күрә алманы. Улар ни өсөндөр хәҙер был шатлыҡ донъяһынан, ирек намайышынан мәхрүм ителгән кеүек торалар, был намайышҡа ҡатышыу уларға мотлаҡ харам кеүек, ситтән генә ҡарайҙар ине. Вәли ағай үҙе бик ғаҡыллы тип йөрөгән Сиражи янына барып: «Эштәр бик ғәжәп булып китте бит әле; шулай уҡ эш барып сығырмы икән ни?»— тине лә бик сөәлле иттереп ҡарап ҡуйҙы. Сиражи бер ҙә иҫе китмәй генә: «Шатланырға иртәрәк әле; айыуҙы үлтереп бөткәс, тиреһен бүлгән яҡшы»,— тип ҡуйҙы. Вәли ағайға был һүҙ бик мәғәнәле булып һәм эсендә булған шөбһәле бер нәмәгә яуап һымаҡ булып күренде. «Был халыҡ юҡҡа алданып ҡына шатланалыр»,— тип уйланы. Хосусан был намайышта Садиҡ бай, Әхмәт бай, Иван Карпов, Николай Кондратьевич Шубин кеүек ҙур байҙар бер ҙә күренмәгәс, бының ялған шатлыҡ булыу ихтималы барлығын уйлап ҡуйҙы. «Әгәр ҙә ысынлап шатланырлыҡ эш булһа, төплө бер ваҡиға булһа, улар ҙа ошо халыҡ йыйылышына килерҙәр ине»,— тип ҡуйҙы ла, шунда уҡ янындағы итсе Әхмәтйәнға ҡарап: «Ниңә һуң бында рәтле кешеләр күренмәй? Садиҡ ағай менән Әхмәт ағайҙар ҙа юҡ?»— тип һораны. Әхмәтйән: «Бындай эштәргә ашығып ҡатышырға ярамай, бөгөн былай, иртәгә нисек булыуын кем белә?.. Садиҡ ағайҙар — улар төптәнерәк уйлай торған кешеләр, улар бик ашығып сыҡмаҫтар»,— тине. Был һүҙҙән һуң Вәли ағай тағы иркен тын алды. Был эштәр бер төш кеүек нәмә генә булып күренә башланы. «Садиҡ ағайҙар булмағас, әлбиттә, рәтле нәмә түгелдер»,— тип фараз итте. Былар байтаҡ ваҡыт ҡарап торғас, Сиражи:

— Бында тороп тамаҡ туймаҫ, ҡайтырға кәрәк, бында йөрөү эшһеҙ кешеләр өсөн генә яҡшы,— тип, үҙен-үҙе йыуатҡан һымаҡ яһалма рәүештә көлгән булды ла, янындағы иптәшенең арҡаһына ҡағып: «Әйҙә, малай, теге ике кип нәмәгә эйә бар, шуны бөгөн ҡулдан ебәрәйек, баһа яҡшы. Бынан бер нәмә лә сыҡмаҫ, быларҙың тауарҙары һатылып бөткән»,— тип ҡулын ҡулға һуғып ҡуйҙы. Сиражиҙың был һүҙенән һуң былар һәммәһе лә көлдөләр.

Икһеҙ-сикһеҙ байраҡтар һаман тулҡынланып алға үтәләр ине. Шул байраҡтарҙың артынан эре хәрефтәр менән татарса яҙылған бер-ике байраҡ килеп сыҡты. Был байраҡ тирәһенә йыйылған ҡырҡ-илле кеше татарса «Марсельеза» йырлап баралар ине. Беҙҙең «ғаҡыллы баштар» быны күреү менән шулай табан ҡарай башланылар. Быларҙың тәндәрендә эҫеле-һыуыҡлы әллә нәмә йөрөгән кеүек булып китте. Нәмә әйтергә лә белмәй аптырашып ҡалдылар. Тик Сиражи ғына: «Былар ҙа сыҡҡан бит әле! Быларға нәмә кәрәк икән? Араларында бер рәтле кеше юҡ, исмаһам»,— тине. Ҡалғандары Сиражиҙың һүҙен йөпләп: «Былар бит шәкерттәр, байҙар ашын ашап һимергәс, сыҙаша алмай йөрөйҙәр!»— тип көлдөләр. Ләкин быларҙың көлөүҙәре үҙҙәренең генә эсен яндыра торған бер көлөү ине. Был көлөү илау алдында булған зәһәрле, асыулы көлөүгә оҡшай ине. Ҡыҙыл байраҡтар үтеп китте. Ләкин халыҡ артынан барырға быларҙың аяҡтары тартманы. Былар ғәйеткә етешә алмаған ялҡау мужик кеүек мәьюс бер рәүештә ҡайтып киттеләр. Беҙҙең Вәли ағай бөгөн бер нәмәгә лә төшөнә алманы. Ул халыҡтың ни өсөн йөрөгәнен, ниңә шатланғанын һис бер аңлай алманы. Ул бигерәк тә был намайышта «ғаҡыллы» кешеләрҙең булмауына аптырай ине. Ул, шуны уйлап, был ваҡиғаның ысын булыуына шикләнде, был эштәрҙең ысынға сыҡмауын теләй башланы.

Шул намайыш көнөнән аҙна-ун көн үтер-үтмәҫ, инҡилаптың ысынға әйләнеүенә һәр кем ышанды. Ғаҡыллы зыялиҙар, ғаҡыллы түрәләр, бигерәк тә ғаҡыллы байҙар — һәммәһе лә төҫтәрен алмаштырып, һуллашып киттеләр. Һәр төрлө эш башында улар күренә башланы. Әллә ниндәй исемдә яңы идаралар, яңы ойошмалар төҙөлдө. «Милли» эштәр ҡайнашып, һәр кем шуның тирәһенә йыйылды. Садиҡ бай менән Әхмәт байҙың йортонда һәр көн зыялиҙарҙың йыйылышы булды. Байҙар ҙа, зыялиҙар ҙа «хөр» булып, халыҡ файҙаһын күҙәтеүсе булып әүерелделәр. Бөгөнгө йыйылышта Садиҡ бай менән Зариф учитель, тағы үҙендә хеҙмәт итә торған Нури бер рәттән ултырып, шул уҡ мәсьәлә хаҡында мөхәкәмә итергә муафиҡ булдылар.