Хыялдарын ысын иткән
Үткән ғүмеренән, башҡарған эштәренән ҡәнәғәт булып, улар менән ғорурланып йәшәүселәр аҙ түгел беҙҙең арала. Уларҙың барыһы ла – йәшлек хыялын тормошҡа ашырыусылар, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүселәр. Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенә ҡараған Сик буйы ғәскәрҙәренең запастағы полковнигы Роберт Шәйеховты нәҡ шундайҙар иҫәбенә индерер инем.
— Ысынлап та, яҙмышымдан уңдым, — ти өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған милләттәшебеҙ. – Атай-әсәйемдән, туғандарымдан башлап бик күп яҡшы кешеләр осраны тормош юлымда, уларҙың һәр ҡайһыһынан үҙемә фәһем алдым, кәңәштәренән файҙаландым...
Краснокама районының Яңы Хажи ауылында, Сталинградтан алып Австрияға тиклем шанлы һуғыш юлы үткән ветеран-яугир Биктимер Шәйех улы менән уңған колхозсы Тәхиә Дүлфий ҡыҙының ете балалы ғаиләһендә үҫә Роберт. Үҙенән оло өс ағаһынан һәм ике апаһынан бар яҡлап өлгө ала, бәләкәйҙән уларҙың һәр һүҙен тыңлап, аңына һеңдерә бара. Шуға ла Роберт буй еткереүгә төрлө өлкәлә үҙаллы хеҙмәт менән шөғөлләнгән ағай-апайҙарының «беҙҙең ғаиләлә хәрбиҙәр генә юҡ» тип шаярыу ҡатыш әйткәне үҫмер күңеленә тиҙҙән шытасаҡ орлоҡ булып ята. Әллә ни алыҫ булмаған Ҡазандағы танкистар училищеһына китеү теләге уяна башлаһа ла, атай тәҡдиме өҫтөнлөк итә: мәктәпте тамамлағас, ул ваҡытта бөтөн илгә таныла башлаған Нефтекама автозаводына эшкә бара. Өйрәнсек итеп алалар, бер йыл тигәндә токарь һөнәрен ныҡлап үҙләштерә, предприятиеның иң мөһим цехтарының береһендә алдынғылар рәтенә сыға. Оҙон буйлы, тыныс холоҡло, тырыш егет үҙенең тейешле органдарҙың күҙ уңына эләккәнен белмәй әле. Хәрби комиссариатҡа саҡырып, көҙгә комсомол путевкаһы менән СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәренә алынасағын әйткәндә лә хеҙмәтенең 28 йылға һуҙылып, тормошоноң төп осорона әйләнәсәген күҙ алдына ла килтермәй...
— Үткәнде яңынан ҡабатлау мөмкинлеге булһа, бер ҙә икеләнмәй шул уҡ юлды һайлар инем, — ти Роберт Биктимер улы. – Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәтем ябай уҡсынан башланды, артабан хәрби училище һәм академия бөтөрҙөм. Полковник булып, сик буйы отрядының штаб начальнигы вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡтым.
Ул ваҡыттағы Советтар Союзының, һуңынан Рәсәйҙең йөҙҙәрсә мең километрға һуҙылған дәүләт сиктәрен төрлө тарафтарҙан һаҡларға тура килә Роберт Шәйеховҡа. Балтик диңгеҙе ярҙарында саҡырыу буйынса ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң йүнәлтмә менән Сик буйы ғәскәрҙәренең Алматылағы Юғары хәрби училищеһын тамамлай. Махсус белем алған йәш офицер Польша, Швеция һәм Финляндия, аҙағыраҡ Афғанстан һәм Иран менән СССР араһындағы дәүләт сигендә хеҙмәт итә. Һуңыраҡ яҙмыш уны Рәсәйҙең Эстония, Ҡытай, Монголия һәм Ҡаҙағстан менән булған сиктәрен һаҡлауға ебәрә. Төньяҡ Кавказдағы ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмай ул: махсус төркөм етәксеһе вазифаһында именлек органдарының Дағстан һәм Чечен республикалары биләмәләрендә террорсыларға ҡаршы үткәргән операцияларында ла туранан-тура ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, Ватанды һаҡлауҙы ғүмерлек һөнәре итеп һайлаған хәрби хеҙмәткәр етәкселек кәрәк тип тапҡан һәр ерҙә үҙ алдына ҡуйылған бурысын намыҫ менән тейешле кимәлдә үтәй.
Хаҡлы ялға сығып, Нефтекамала төпләнгән сик буйы һаҡсыһының иҫтәлектәре бихисап. Һуңғы бер нисә йылда ҡаланың 2-се мәктәбендә йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәргәндә башынан үткән төрлө хәл-ваҡиғаларҙы йыш ҡына иҫкә төшөрөп, теге йәки был теманы аңлатҡанда бик тә урынлы ҡуллана. Йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә, егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙә бынан да ҡиммәтерәк тағы ниндәй материал бар һуң? Мәктәп йылдарынан башлап үҙешмәкәр драма түңәрәгенә йөрөгән, ҡайһы берҙәрҙең ике ғүмеренә торошло тәжрибә туплаған, хәтерендә күп нәмәне һаҡлаған запастағы полковник-уҡытыусының дәрестәре нисек үтеүен күҙ алдына килтереүе бер ҙә ҡыйын түгел. Мәҫәлән, Памир, Кавказ һәм Алтай тауҙарында, Төркмәнстан ҡомлоҡтарында сик буйы һаҡсыларының тормошо һәм хеҙмәте күп яҡтан фәһем алырлыҡ ваҡиғаларға бай. Наркотиктарҙың организмға зыяны тураһында һөйләгәндә Роберт Биктимер улы Афғанстандан беҙҙең илгә был ағыулы матдә индерергә тырышҡан сик боҙоусыны нисек тотҡандарын бәйән итә. Әрмегә барыу-бармау хаҡында фекер алышҡанда илебеҙҙең дәүләт сиктәрен уяу һаҡлаған йәш һалдаттар тураһында күберәк һөйләй, мәктәпкә барғансы заставала үҫеп, йәштәре еткәс, ҙур теләк менән хәрби хеҙмәткә киткән ике улын да өлгө итеп килтерә. Ҡыҫҡаһы, һәр мәғлүмәтте тормошҡа бәйләп аңлата. Запастағы офицерҙың мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен дә уңышлы атҡарыуы тураһында уның хәрби хеҙмәт өсөн алған миҙалдарына һәм бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына уҡыу йорто, мәғариф идаралығы һәм ҡала хакимиәте етәкселәре ҡул ҡуйғандары йыл һайын өҫтәлеп тороуы ғына ла бик асыҡ һөйләй...
Ансар Нуретдинов.
Нефтекама ҡалаһы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| ||
|