Хәйерле булһын! Фирүзә Абдуллина.

Хәйерле булһын! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 07.12.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Хәйерле булһын!


Хәйерле атһын таңыбыҙ,
Хәйерле килһен көндәр,
Хәйерле етһен кисебеҙ,
Хәйерле үтһен төндәр.

Хәйерле булһын уйыбыҙ,
Хәйерле булһын эштәр,
Хәйерле булһын өнөбөҙ,
Хәйерле булһын төштәр!

Хәйерле юлдарҙан уңып
Әйләнешеп ҡайтайыҡ,
Хәйерле аҙнаны башлап,
Хәйерле оҙатайыҡ!

Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ
Хәйерле була күрһен…
Хәйерле булһын бөтәһе –
Хоҙайым ярҙам бирһен!


07.12.2014