Хәйләкәр Сәхәй(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

Хәйләкәр Сәхәй (Шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Хәйләкәр Сәхәй


 —- «Бишле» алһаң әгәр, Сәхәй,
 Шоколад бүләк итәм,—
 Тип улын мәктәпкә әсә
 Оҙатып ҡалды иртән.
 Әсә һабаҡтан малайын
 Ашҡынып көтөп алды,
 Ҡайтыу менән, билдәләрен
 Тиҙерәк һорай һалды.
 — Аҡсаң әрәм булмаһын, тип
 Шоколад өсөн, әсәй,
 Бөгөн «ике» алдым,— тине
 Уға хәйләкәр Сәхәй.


1996 йыл