Хәмиттең хәйәте яхуд ләйлә вә хәйәтем

Хәмиттең хәйәте яхуд ләйлә вә хәйәтем
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



Ун ике йәшемдә инем. Мине икенсе бер ауылға мәҙрәсәгә ебәрер өсөн, атайым-әсәйем бик етди һүрәттә әҙерлектәр күрәләр ине. Ауыл мәктәбендә дүрт-биш йыл тороп, шул замандың ғәҙәтенсә, уҡыла торған ваҡ-төйәк нәмәләрҙе уҡығас, инде мине, ысын бер мулла итеү ниәттәре менән, ситтә уҡытырға теләйҙәр ине. Мин, был йәшемә ҡ¬ҙәре бер ергә лә сығып өйрәнмәгәнгә күрә, ауылдан сығып китеүем өсөн бер ҡыҙара, бер бүртенә инем. Яҡын ҡәрҙәштәребеҙ һәм күршеләребеҙ ҙә мине оҙатырға килгәнгә күрә, бөгөн беҙҙең өйҙә ғәләбәлек, башҡа ваҡытта күренмәгән фәүҡелғадә бер әҙерләнеү бара ине. Һәр береһе миңә ҡарай, мине ҡыҙғанған төҫлө була һәм әйтәләр ине:

— Балам инде ситтә уҡып, мулла булып ҡайтыр. Уҡыған кеше мулла була, бай була, бәхетле, тәүфиҡле була,— тип йыуаталар ине.

Китер ваҡыт еткәс, ғәзиз әсәйем аулаҡ бер бүлмәгә алып керҙе һәм: «Балам, уҡырға бик ижтиһад ит! Унда барғас, тик ятма, бында ҡунаҡҡа ҡайтып китерһең, беҙ һиңә фатиха ҡылып торорбоҙ»,— тип вәғәз иткәндән һуң, үҙенең һаҡлап килгән аҡсаһынан бер аҙ аҡса алып бирҙе. Әсәйемдең был һүҙҙәрен ишетеп, күҙендә йәш тә күренгәс, мин дә илап ебәрҙем. Үҙем бында мәңге ҡайтмаҫ төҫлө, күңелем нескәрҙе. Әсәйем мине дәхи һөйә башлаған ине, шул ваҡыт атайым килеп: «Әйҙә инде, Хәмит балам, аттар егелде»,— тине. Ќур бүлмәгә сығып бөтә халыҡтар менән бергә бик оҙон доға ҡылдыҡ. Улар, ошо доғалары менән үк, мине ысын кеше итеп сығарыр төҫлө булалар ине. Мин улар рәтенә ауыҙымды ҡыймылдатып, уларҙың күҙҙәренә ҡарап, тик ултыра инем. Фатиха ҡылып бөткәс, һәр береһе минең менән күрештеләр. Әсәйем дәхи мине ҡосаҡлап үпте, арҡамдан һөйҙө, «аллаға тапшырҙым инде...» тип артымдан сыҡты.

Тирә-яғымды тамам сырнап, кейемдәр менән урап, мине санаға ултыртып, оҙатып ҡалдылар.

Мине мәҙрәсәгә бер туған ағайым алып бара ине. Ауылды сыҡҡас та, мине әллә ниндәй бер мәжһүл тарафҡа — күктең ситенә табан алып китте. Ауылыбыҙ ниһайәтһеҙ йыраҡ ҡалған кеүек булып, минең был ауылға кире ҡайтыуым мөхәл дәрәжәһендә күренә башланы.

Юлда барғанда ағайым мине ҡыҙғанған кеүек булып, шатландырыр өсөн, төрлө һүҙҙәр һөйләй: «Мин һине һәр ваҡытта килеп алырмын»,— тип вәғәҙәләр бирә ине. Ләкин минең күңелем өйҙә ҡалған әсәйемдә, бынан кире ҡайтыуыма ышанмауҙа ине. Әллә ниндәй, бер ҙә исемен ишетмәгән сит, йәмһеҙ ауылдарҙы үтеп китә, соҡорҙар сыға, урмандарҙы уҙа инек. Шунда ла теге беҙ бара торған ауыл күренмәй ҙә ине. Донъя йөҙөндә ауылдарҙың күплегенә иҫем китеп бара инем. Ләкин был ауылдарҙың кешеләре булһын, ҡаралтылары булһын, бер ҙә беҙҙең ауылға, оҡшамайҙар ине. Барсаһында күңелһеҙлек, ҡараңғылыҡ күҙгә салына. «Был ауыл кешеләре ниңә беҙҙең ауылға барып ҡына, рәхәтләнеп тормайҙар икән?»— тип уларҙың был йәмһеҙ ауылдарҙа көн итеүҙәренә ғәжәпһенә инем. ѓояш байып, ҡараңғы төшөр ваҡытта ғына ағайым ҡулы менән: «Ана, беҙ бара торған ауыл күренә»,— тине. Барып еткәс, был ауыл бигерәк йәмһеҙ күренде. Барса кешеләре мине яратмаҫ, мине ҡыйнар, һуғыр төҫлө күренәләр ине. Кис тышҡа сығып күкте ҡараным. Күк миңә таныш кеүек булһа ла, йондоҙҙары, айы сит күренәләр ине. Иртән торғас, ағайым менән хәҙрәткә күрешергә барҙым. Хәҙрәт минең күҙемә бөтә донъялағы кешеләрҙән ҙур, бөтә нәмәне белгән кеүек күренде. Хәҙрәттең һәр нәмәһендә, һәр һүҙендә бер сер һәм хикмәт бар кеүек ине. Хатта самауыры, сынаяҡтары һәм башҡа сәй әсбаптары серле һәм хикмәтле кеүек күренә ине. Хәҙрәт минең ағайҙан әллә ниҙәр һорай, төрлө һүҙҙәр һөйләй, мин тик ҡарап ултыра инем. .Хәҙрәткә бирә торған саҙаҡаларҙы бирҙек, фатиха алдыҡ, үҙе менән бергә мәҙрәсәгә киттек. Мәҙрәсәгә барып кергәс, тамам ҡаушаным. Ундағы ҙур-ҙур китаптарҙы күтәреп йөрөүселәр берәр ғилем хазинаһы кеүек күренделәр. Уларҙың эре йөрөүҙәрен күреп, мин улар янында сүп булып ҡалдым. Үҙемдең элегерәк тыуып, шулар менән уҡып, улар менән бер тигеҙ булмауыма үкенә башланым.

Хәҙрәт дәресханаға инеп ултырғас та: «Шәрәфетдин!» тип ҡысҡырыу менән, бер аҡ һаҡаллы кеше:

— Бында, тәҡсир!— тип аяғөҫтө ҡалҡты.

Хәҙрәт:

— Бына был яңы шәкертте үҙ яныңа ал! Һинең менән бергә торор...— тип әмер итте.

Шәрәфетдин хәлфә, бик ҙур илтифатҡа наил булған рәүештә, шунда уҡ мине бүлмәһенә алып барҙы. Мин бында яңғыҙ ҡалғас, тирә-яғым тулған, сүмәлә кеүек өйөп ҡуйылған китаптарҙың күплегенә хайран ҡалдым. Үҙем, урынымдан ҡуҙғалырға ҡурҡып, тик күҙемде, әйләидереп ҡаранып ултыра инем. Бүлмә ишеген асып, әллә ниндәй малайҙар мине ҡарап, миңә ваҡ-төйәк нәмәләр күрһәтеп китәләр ине. Бер аҙҙан һуң хәлфә менән ағайым килеп керҙеләр. Сәй эсә башланыҡ. Хәлфәнең һөйләгән һүҙҙәренә мин түгел, ағайым да хайран ҡалып ҡарап ултыра ине.

Ағайым әйберҙәрҙе килтереп, мине тамам урынлаштырып, үҙе ауылға ҡайтып китте. Киткән ваҡытта мине ҡыҙғанып, әйләнеп-әйләнеп ҡарай-ҡарай китте. Мин илап ҡалдым. Бүлмәгә кереп, кискә тиклем бер ҙә ҡуҙғалмай, тик ултырҙым. Ағайым ҡайтҡан көндәрҙе үткәреү, тәбиғи, миңә бик ауыр күренде. Бүлмәлә, миңә һөйләшергә бер кеше лә булмағанға, хәлфә сәй эскәндә лә һаман китап мөтәләғә ҡылып ултырғанға бик күңелһеҙ ине. Бүлмә янынан үтеп-үтеп киткән ваҡ малайҙарҙы күреп кенә, бер аҙ рәхәт таба инем. Ләкин был бүлмә хәлфә бүлмәһе булғанға күрә, бында һис кем жөрьәт ҡылып аяҡ баҫа алмай, бары хәлфәнең үҙе кеүек ҙур иптәштәре генә кереп ултыра алалар ине. Бара торғас, мәҙрәсәнең тәртип низамына, тормошона өйрәнә башланым. Ундағы низамдар: намаҙ ваҡытында тәһәрәт алыу, намаҙҙан ҡалмау, юл өҫтөнә һыу түкмәү һәм башҡаларҙан ғибәрәт ине. Быларҙы бер өйрәнеп алғас, әлбиттә, мәҙрәсәлә тороу бер аҙ еңеләйҙе. Теге ваҡ малайҙар менән дә таныштым. Мин мәҙрәсәлә бер эш ҡылырға ла мәжбүр түгел, хәлфә арҡаһында һәр ауырлыҡтан мәғфү инем.

Минең бар эшем, көнөнә бер рәт хәлфә алдына барып, ярты сәғәт ултырып китеүҙән ғибарәт ине. Был да мәжбүри һәм лазым булған бер эш түгел, бәлки үҙ ихтыярымда ине. Мәҙрәсәгә шул дәрәжә өлфәт пәйда иттем, ғәзиз әсәйем дә бик һирәк иҫемә төшә башланы. Ѓс-дүрт айҙан һуң мине алырға килделәр. Был дүрт ай эсендә уҡыған нәмәләрем «Шәрхе Љабдулла»ның «Зараба язрыбы»һынан ғибарәт ине. Ул ваҡытта уҡыу шулай була торғандыр тип иғтиҡад иткәс, был уҡыуымдан шатлана ғына инем.

Мин өйгә ҡайтып кергәс, атай-әсәй ҡаршы сыҡтылар. Әсәйем ҡаршы сығыу менән мине ҡосаҡлап алды, ике күҙенән йәштәрен түгеп тә ебәрҙе. Мин, бик күп нәмәләр бөтөрөп ҡайтҡан рәүештә, киткән ваҡытымдағынан башҡараҡ булған инем. Бөтә өйҙәге нәмәләр мине һағынған кеүек булғандар, мин дә уларҙы һағынғанмын. Сәй ҙә эсмәй бөтә өй эсендәге нәмәләрҙе ҡарап сыҡтым. Заһира ҡарағанда, бер ҙә үҙгәреш-фәлән күренмәй ине. Мин киткәндән бирле, ниндәй тәбәдләттәр булған, әсәйем барыһын һөйләп бирҙе. Бер-ике сәғәт эсендә киткән ваҡытымдағы кеүек булып өйрәнеп тә киттем.

Асылда — уҡыуҙан, мәктәптә дауам итеүҙән маҡсуд — хәйәт майҙанында үҙеңде аҫҡа ҡалдырмау, истиҡбал өсөн йәш ваҡытта әҙерләнеү булһа ла, атай-әсәй һәм дә остаздарым улай уйлай алмайҙар ине. Шул сәбәпле мин киләсәк өсөн әҙерләнергә мәҙрәсәгә барып, тик ятып ҡайтыуҙан башланым. Был минең бәхетһеҙлегемдең беренсе аҙымы ине. Минең саф күңелемә, таҙа ҡәлбемә гүзәл тәрбиә, ғилем, фән орлоғо сәсәсәк урынға, хилаф тәбиғәт булған орлоҡто һала башланылар. Истиҡбалем бер бад, харап булыуыма сәбәп булған ҡараңғы юлға һалып ебәрҙеләр. Атайым-әсәйем (алла рәхмәт итһен) үҙҙәренсә, миңә хәйре хуаһ булып, ысын ҡәлебтәре менән мине кеше итергә ижтиһад ҡылалар ине. Мине бер хәлфә, бара торғас бер хәҙрәт итеп күрәһеләре килеүҙәре һүҙҙәренән, фиғылдарынан мәғлүм ине.

— Алла ҡушһа, фәлән ерҙә Хәмит хәлфә, фәлән ауылда Хәмит хәҙрәт бар икән тигәнде күреп үлһәк ине,— тип доға ҡылалар икән.

Мин мәҙрәсәнән ҡайтҡанда яҙ етеп, ҡарҙар ирей башлаған, көндәр йылынған ине. Бала ваҡытта яҙ, йәй ваҡыт¬тары — уйын мүсме рәхәтлек ваҡыттарылыр. Љүмерҙең был ваҡыттары үҙе лә шул яҙ башы, йәй көндәре кеүек, ғаҡибәти мәстүр булған төрлө-төрлө сәскәләр, үләндәр төҫлөлөр. Ул ваҡытта һәр нәмәлә бер ләззәт, бер тәм була. Хәйәттең, тормоштоң ни икәнен күңелгә кертеп тә сығарыу булмағанға, мәңге шулай рәхәт һәм шатлыҡта көндәр уҙыр кеүек була. Шул йәйҙәрем әле һаман иҫемдә тора, ул яҙҙарымды, йәйҙәремде һис онота алмайым. Затән, ул ваҡыттар ғәзиз ғүмеремдең дә яҙы ине. Мин ул ваҡытта яңы үҫеп, сәскә ата башлаған умырзая үләне төҫлө инем. Тирә-яғымдағы һәр нәмә бер иптәш, бер уйынсыҡ була, миңә һәр нәмә дуҫ, һәр әйбер миңә көлөп ҡарай ине. Иртәнге татлы йоҡомдан матур ҡояш нуры уята ине. Тәҙрә арҡыры кергән яҙ, йәй елдәре бөтә вөжүдемә тәьҫир итә, йоҡомдан уянғас, елберләп торған тәҙрә пәрҙәһенә ҡарап, бер аҙ ята инем. Шулай рәхәтләнеп ятҡанда, әсәйем асыҡ йөҙө менән яныма килә, мине һөйә лә иркәләй, йыуынып кейенгәс тә тәмле аштар ашатып, ихтыярыма ҡуя ине. Мин ашап өйҙән сығыу менән ишек алдындағы ҡош-ҡорттар мине көтөп торған рәүештә торалар ине. Ѓйрәк, ҡаҙҙарға теләгәнсә ем һалғанға күрә, улар мине яраталар, мин сығыу менән ҡысҡырыша башлайҙар, артымдан ҡалмай келәт янына саҡлы баралар ине. ѓаҙ бәпкәләренең үҙ араларында һөйләшеүҙәрен, уларҙың татыулыҡтарын күреп, шулар төҫлө булып китәһем килә ине. Улар, аҙ ғына бер эш булһа, тиҙ үк мөсәлләхә ҡылышҡан кеүек, бер-береһенә: «ѓуй инде, етер, ҡуй! Яҡшы торайыҡ!»— тигән төҫлө булалар ине. Уларҙы туйҙырғас, яланға китә торған инем. Ул ваҡытта минән бер ҙә ҡалмай торған һары этем артымдан ҡалмай, ҡойроғон һелкеп килә торған ине. Яланда малайҙар менән көн буйы йәшел сиҙәм өҫтөндә аунай-тәгәрәй, йүгерешә, көрәшә торған инек. Беҙҙең һәр көнөбөҙ лә йетғир булған ҡанун буйынса китеп бара ине. Матур йәй шулай бик тиҙ үтеп китте. Көҙ булғас, мине дәхи шул мәҙрәсәгә алып барып яптылар. Был ҡышта минең ғүмерем шулай уҡ бушҡа үтте. Тәхсил шулай була тип уйлағанға, ғүмеремдең исраф булыуын төшөнмәй, мәҙрәсәлә һис ауырлыҡ, күңелһеҙлек һиҙмәй инем.

Был яҙға ҡаршы, көтмәгән ваҡытымда, мине мәҙрәсәнән алып ҡайттылар. Көтөлмәгән бер ваҡытта килеп алыуҙарының мәғәнәһенә һис төшөнмәй инем. Бары ағайымдың:

— Әсәй ауырып тора, һине күрергә теләй, «бик һағынам» тип (...) әйткән һүҙенән ҡайтыуымдың сәбәбен аҙ ғына аңлай алдым. Ѓйгә ҡайтҡас, ни күҙем менән күрәйем?.. Љәзиз әсәйем түшәк өҫтөндә, хәл эсендә ята, мине күреүе менән тәбәссем ҡылған булып, мине ҡосаҡланы, һалҡын ғына иренен битемә тейҙерҙе. Күҙенән төшкән йәште күргәс, хәйрәттә ҡалдым. Үҙемдә бер шәфҡәт, бер йомшаҡлыҡ һиҙҙем. Ихтыярһыҙ күҙемдән йәштәр тәгәрәп төштө. Әсәйем әкрен генә: — — Иҫән ҡайттыңмы, балам? Мин шулай ауырып киттем инде, инша алла, һине күргәс, терелермен,— тине. Ләкин уның һүҙенән, хәрәкәтенән тамам өмөтһөҙ хәлдә икәнен аңлап була ине. Атайым менән ағайым, башҡа бер кеше мөтәәззи әсәйемдең янында торалар, кис һәм көндөҙ айырылмайҙар, үҙҙәренсә өшкөрөп төкөрәләр, әллә ниндәй бик ғади нәмәләрҙе дауа урынына истиғмал ҡылалар ине. Ләкин уларҙың һис бер файҙаһы күренмәй, әсәйем көндән-көн кибә, бөтә генә бара ине. — Бер көн төн менән бик тәмле йоҡола ятҡан ваҡытымда, ағайым килеп әкрен генә:

— Тор әле, Хәмит, тор!— тип мине уята башланы.

Мин һиҫкәнеп киттем. Мине әсәйем янына алып сыҡты. Был ваҡыт әсәйем, бисара, һуҙылып ятҡан, башҡа кешеләр тирә-яғын әйләндерел алғандар ине. Һәр береһенең күҙендә бер өмөтһөҙлөк, бер мәьюсиәт бар ине. Еҙнәм һис бер туҡтауһыҙ «Ясин шәриф»те уҡый, әсәйемә ҡарап-ҡарап ҡуя ине. Бер аҙ торғас, атайым мине саҡырып, әсәйем янына килтерҙе. Әсәйемдең күкрәгенә яҡын барҙым. Әсәйем һалҡын ғына ҡулын саҡ күтәреп өҫтөмә ҡуя алды. Арҡамдан һөйгән кеүек булды ла: «Зур үҫ, балам, мулла бул, миңә доғасы бул...»— тип ҡалтыраған тауышы менән бер аҙ тәүсиәлә булды. Инде уның күҙендә йәш юҡ, кипкән ирендәренең бер ҙә ҡеүәте, көсө ҡалмаған ине. Бик һалҡын иренен уң битемә тейҙерҙе. Әсәйемдең был үбеүе — иң аҡтыҡ үбеүе ине. Мин бер яҡ ситкә барып ултырҙым. Бынан һуң аңлатыр-аңлатмаҫ бер-ике йөмлә һүҙ әйткән кеүек булды. Үҙалдына үҙе иҙелеп китте. Атайым, быны күргәс, «бәхил бул инде!..» тине лә илай башланы. Ағайым илай башлаған ине, мин уларҙы ҡыҙғанып бүлмәгә сығып киттем. Бер аҙҙан һуң быш-быш һөйләшеп: «Һуҙып һалырға, өҫтөнә аҡ нәмә ябырға кәрәк»,— тигән тауыштарын ишеттем. Мин бүлмә ишегенән ҡарағанда, әсәйем һуҙылып ята ине. Донъяға килгәс, беренсе рәт бик ҙур хәсрәт менән күҙ йәшемде түктем.

1893 йыл, 15 февраль.

...Әсәйем вафат булғас, беҙҙең, хосусан минең тормош бик тиҙ үҙгәрҙе. Ѓйҙә йәм-фәлән ҡалманы. Күп тә тормай, атай икенсе бер ҡатын алды. Инде мин боронғо иркә Хәмит түгел инем. Нисек тура килһә, шулай ашап, көн буйы бер ергә лә сыҡмай эшләп йөрөргә тура килә башланы. Мине инде ҡояш нуры йоҡомдан уятмай, бәлки үгәй әсәйемдең: «Тор инде! Ни эшләп ята тағы, баяр балаһы кеүек!»— тигән йәмһеҙ, асы тауышы уята башланы. Әсәйемдең тәмле аштары — ҡатҡан икмәк менән бер-ике сынаяҡ сәйгә, уйнап йөрөүем — көн буйы эшләүгә алмашынды. Үгәй әсәйем, йылан төҫлө ыжғырып торған наҙан бер нәмә булғанға, үгәй баланы ҡыҫыу, насар тотоуҙы тейешле бер нәмә тип белгәнгә күрә, ул мине теләгәнсә ҡыҫа, ороша, иҙә ине. Уның өҫтөнә атайға эләкләп мине бик ҡаты һуҡтырып та ала торған ине. Көҙ етеп, мәҙрәсәгә китеү йәннәткә кереү менән бер күренә башланы. Сөнки мин унда барһам, бер аҙ ваҡыт тыныс тороуыма ышана инем.

Бер-ике йыл йәй ауылда, ҡыш мәҙрәсәлә тороу менән көндәрем уҙҙы. Инде әсәйемдең ҡыҫыуы, тәбиғи, миңә артыҡ зарар бирә алмай башланы. Шулай булһа ла, өйҙә йәм тапмай инем. Шуның нәтижәһе, тәьҫире сәйәсендә быйыл ҡайтмау ниәте менән йыраҡ бер шәһәргә мәҙрәсәгә киттем.

1895 йыл, 15 сентябрь.

Был мәҙрәсә боронғо уҡыған мәҙрәсәгә ҡарағанда тәртиплерәк, аҙ ғына алдараҡ ине. Шулай булһа ла тәүсиғ мәғлүмәт ҡылырлыҡ, хис бирерлек бер нәмә лә юҡ хөкөмөндә ине. Шул мәҙрәсәлә уҡыла торған фәндәрҙе (тәбиғи, дини) уҡып бөтөрөп, шундағы хәлфәләрҙең береһе кеүек булып ҡалыу — күҙ тотҡан нөктәм ине. Бында һүҙ вә ихлас менән етди һүрәттә уҡырға керештем: тәхсилде дауам итеп, өс сәнә ғәзиз ғүмеремде шунда ятып үткәрҙем. Ләкин бында тороуҙың зарарын белеп, мине уята торған һис бер нәмәгә тәсәдеф итмәнем. Сөнки күңелде ҡуҙғатырлыҡ һис бер нәмә юҡ ине.

1898 сәнәләр ине. Хәҙрәттең тирәһе мәржәғелкөл булғанға күрә, унда һәр ваҡытта биш-ун дана хәҙрәт һәм муллаларҙы тура килтерергә мөмкин ине.

Бер көн хәҙрәт өйөндә күп муллалар йыйылғандар, бер көтаб тураһында һөйләшәләр, уның яҙыусыһын тәкфир тәлғин менән мәшғүл инеләр. Был эш минең диҡҡәтемде йәлеп ҡылды. Был саҡлы йәсәрәт менән китап яҙа торған бәндәләрҙең барлығына тамам иҫем китте. Шул китапты нисек булһа ла эҙләп таптым. Бер ҙә ҡулымдан төшөрмәй, бик ихлас уҡып сыҡтым. Быны яҙған кеше, бер тарафтан ҡарағанда, бик дошманым, икенсе яҡтан ҡарағанда, бик дуҫым булып китте. Был китап уҡыған һайын күңелде ҡуҙғата, әллә ниндәй хистәр бирә ине. «Мине шайтан аҙҙырып, был китапты матур күрһәтәме икән әллә?»— тип үҙемдән-уҙем ҡурҡа башланым. Был китап ҡәлбемә бик ныҡ кереп урынлашты. Быны уҡығас, башҡа шуның кеүек китаптар булмаҫмы икән тип эҙләй башланым. Был ваҡыттарҙа татарҙар араһында ысулы жәдидә, яңы китаптар мәсьәләһе баш күтәрә башлағанға, ҡайҙа барһаң да был турала берәр мөхәкәмә ишетергә мөмкин ине.

Бер ваҡытта «Тәржеман» газетаһы ҡулыма төштө. Бығаса мин үҙ әсә телебеҙҙә газета барлығын белмәй ҙә торған инем. Быны аңлар-аңламаҫ көйөнсә тәкрар уҡыным. Бынан һуң уның башҡа номерҙарын эҙләп йөрөй башланым. Ул ваҡытта бөтә шәһәрҙә «Тәржеман» жәриҙәһен бер-ике генә кеше алғанға күрә, уны ҡулға төшөрөүе иң ауыр мәсьәлә ине. Ул кешеләр ғали табәҡанан булып, миңә илтифат итмәгәнгә күрә, «Тәржеман»ды туранан-тура ала алмай, бәлки кешеләр васитаһы менән саҡ-саҡ ҡулға төшөрә ала инем. Унда ла бик ҙур шарттар менән бик аҙ ғына ваҡытҡа бирәләр ине. Бына шул «Тәржеман» газетаһы һәм заманыма күрә һирәк һирәк сығып торған яңы китаптар мине икенсе бер юлға сәүеҡ башланы. Мәҙрәсәлә уҡыған нәмәләрҙең, мәҙрәсәнең биргән рух һәм тәрбиәһенең ысын кеше булыр өсөн етмәй икәнен аңлай башланым. Көндән-көн дәрестән күңелем һыуына бара һәм барған һайын фекерем үҙгәрә ине. Һәр ваҡыт шул үҙгәреш, яңылыҡ тураһында һөйләшә башлағас, шәкерттәр һәм иптәштәрем миңә «жәдид» тип исем биргәндәр ине. Улар был исемде мыҫҡыл итеү, тәһәккем урынында истиғмал ҡылалар, шуның менән мине ғәрләндермәксе булалар ине. Ләкин мин был исем менән ифтихар ғына итә инем.

Минең күңелем үҙем белмәгән әллә нәмәне эҙләй, миңә шуны табырға ҡуша, һис бер ваҡытта тыныслыҡ бирмәй ине. Киләсәктә әллә ниндәй яҡтылыҡтар, бәхеттәр мине ҡаршы алыр өсөн көтөп кенә торған төҫлө була ине. Ләкин шул ваҡытта русса уҡыу, рус мәктәптәренең берәйһенә кереү хәтеремә кереп тә сыҡмай ине. Бына мин был урында бер ҙур хаталыҡ ҡылдым. Уҡыған мәҙрәсәмдә ғлүм диниә мөкәммәл булғанда ла, мин уҡып сыҡҡас ниндәй юл һәм ниндәй эш менән мәғишәтемде тәьмин ҡылыуҙы бер ҙә уйламағанмын. Тыуғандан бирле ҡолағыма һеңеп бөткән — мулла булыу, хәҙрәт булыу фекере күңелемдән сыға алмаған. Миңә хәйре хуаһ булған бер кеше:

— Әфәндем! Инде һеҙгә мәҙрәсәлә ятыу етер, ислам динен һәм уның әхкәмдәрен белгәс, унан артығы бер ҙә кәрәк түгел. Һәр беребеҙ фҡиһ, дини ғалим булып бөткәс, донъя йәһәтен кем ҡарар? Әхирәткә барыр өсөн шул ғилемең менән ғәмәл ҡылһаң кафи. Инде донъяла торор өсөн донъя ғилемен уҡыу, фәндәр белеү, әжнәби телдән, хосусан рус телен өйрәнеү кәрәк, бына был көндән һуң русса уҡый башла! Шунда ғына һин милләткә файҙалы булып сығырһың!..— тип хәйре хуаһ һалә тәүсиәлә булынды. Мин мәҙрәсәлә алған тәрбиәм буйынса:

— Юҡ инде, әфәндем! Мин ғлүм диниәнең серҙәренә ирешәһем, фруғәттәренә ҡәҙәре өйрәнәһем килә. Низамлы бер мәҙрәсәлә уҡып, ғлүм ғәрәбиәгә ваҡыф, ҡөрьән шәрифтең тәфсирен күреп сығаһым килә. Фәндәрҙе иһә кәрәк ҡәҙәре шунда белермен. Асыл маҡсудым, барған юлым дини бер ғалим булып, шул юл менән милләткә хеҙмәт итеүҙер,– тип мөҡәбәлә иттем. Был мөҡәбәләмдең хата икәнен өс йыл һуңында бик асыҡ белдем.

Шул әфәнденән башҡа мине юлға һалып ебәреүсе бер мөршид, бер иптәш тура килмәне. Был ваҡытта Русиә мосолмандары араһында жәдид, ҡәдим низағтары тамам тамыр йәйгән, ҡайҙа булһа ла, был мәсьәлә аҙ-маҙ кергән ине. Мин жәдидлек тарафтары инем. Бөтә тирә-яғымдағы иптәштәрем, үҙҙәренең тәрбиәләре иғтизаһынса яңы нәмәләрең һәр береһенә нәфрәт күҙе менән ҡарап, ул юлдағы кешеләрҙе тәкфир ҡылырға әҙер торалар ине. Шуларҙың сәһү тәьҫире, электән күргән тәрбиәмдең зарары миңә лә тәьҫир итте. Милләтебеҙҙең үҙгәреүен ысын күңелем менән теләһәм дә, русса уҡыуҙың лөзүм белерлек дәрәжәгә етмәгән инем. Уҡыған яңы китаптарҙың тәьҫире менән мин хәҙрәткә һәм хәлфәләргә булған мөнәсәбәтемде тамам өҙҙөм. Улар мине һәләк итә торган кешеләр төҫлө булып күренә башланылар. Сөнки уларҙың тәғлим һәм тәрбиәләре, дин исеменән өйрәткән нәмәләре мине тамам ялҡтырған, был юл менән уҡыуҙан биҙҙергән ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ваҡ мәсьәләләр башымды ватҡан, шуларҙың сәһү тәьҫире булараҡ, ваҡ мәсьәләләр менән сыуалған боронғо китаптарға тамам дошман булған инем. Осо-ҡырыйы булмаған фруғәттәре, сите күренмәгән, бер-береһенә тәғәллекле булмаған ваҡ мәсьәләләрҙең баштарына етә алмауыма ышанған инем. Дәрескә ултырып, остаҙ ауыҙынан был мәсьәләләрҙе ишетеү йөрәгемде яра, выжданә мөғәззәп итә, асыуымды килтерә ине. Был нәмәләргә булған нәфрәтем, остаздарҙа булған аңһыҙлыҡ мине тик тормауға мәжбүр итә ине. Беҙҙең унда булған тәхсилебеҙ белеү, мәсьәләләрҙең, ғилемдең хәҡиҡәтенә төшөнөү түгел, бәлки бер ғәҙәт, әһәмиәтһеҙ бер нәмәгә баш ватыу, ниһайәтһеҙ бер ҡарәфәт ҡатыштырмай ғына тәғлим итә торған — Русиәлә бер тинлек булһын сәмәрә һәм файҙаһы күренмәгәс, бында уҡыуҙан ялҡтым.

Үҙемсә, иң яҡшыраҡ бер мәҙрәсәгә барып, нигеҙһеҙ бина ҡылынған тәхсилемде нигеҙ өҫтөнә ҡороп, файҙалы һүрәттә тамам итмәк, ислам диненең хәҡиҡәтенә төшөнмәк ине. Был ҡәҙәре ғүмер исраф иткән, башымды ватҡан ғилемдән берәй файҙа сығырлыҡ булһын инде тип уйлай инем. Юғарыла әйткән рәүешсә, мин шул уҡыуымдан берәй файҙа өмөт итә инем. Ѓс сәнәнән артыҡ торғас, был мәҙрәсәне ташлап, «ѓ» шәһәрендәге иң мәшһүр бер мәҙрәсәгә барҙым. Бер ҡәҙәре унда торғандан һуң, артыҡ файҙа булмаҫын белә башланым. Ислам диненә бер ҙә хөрәфәт ҡатыштырмай ғына тәғлим итә торған — Русиәлә бер мөдәррис һәм бер мәҙрәсә табыуымдан өмөтөмдө өҙҙөм. Был турала булған фекеремдең хата икәнен бик асыҡ аңланым. Фән менән дин бергә булмаһалар, дин исламдың хәҡиҡәтенә төшөнөү мөхәл икәнде белдем. Фнүне жәдидәнән урта дәрәжә генә булһа ла мәғлүмәт булмаһа, дин ғилеме менән генә ысын кеше булып сығыу бик йыраҡ икәненә иман килтерҙем. Ысын рухани, ысын дин ғалимы булыу өсөн татар мәҙрәсәләре кафи түгел, бәлки ундай мәҙрәсәләрҙә тәғлим итерлек кешеләрҙең юҡлығын уйлай башланым. Инде мәҙрәсәнән сығып, руссаның, фәндең әлифбаһынан башларға тура килгәнгә күрә, уны уйлау бик ауыр мәсьәлә ине. Хосусан, ул юлға кереп китергә, берҙән, аҡса юҡлығы, икенсенән, йәшемдең бер аҙ уҙып китеүе маниғ булып күренә ине.

Инде башҡа бер ҙә сара булмағас, төрөк әҙәбиәте, төрөк телендәге фәнни китаптар һәм романдар, боронғо ислам мөхәррирҙәренең мәшһүр әҫәрҙәрен уҡыу менән ғүмеремде үткәрә башланым. Был юлым мине маҡсудыма еткерә алырлыҡ булмаһа ла, был китаптар рухым өсөн аҙыҡ булырға, мине кеше итеү тарафына сәүеҡ итергә, һаташып бөткән фекеремде тура юлға алып барырға ярҙам итә алалар ине. Быларҙы уҡып ҡына истиҡбалем тәьмин ителмәгәнде белһәм дә, башҡа сара булмағанға күрә, һис булмаһа, былар арҡыры донъяла барлығымды, ғаләм исламдың ни юлда икәнен белермен, мәҙрәсәлә ятып боҙолған тәбиғәтемде төҙәтермен, тип өмөт итә инем. Шул йәһәттәрҙән ҡарағанда, мәҡсудыма бер аҙ муафәҡ тә булдым. Мин былар арҡыры: донъяла торор өсөн беҙҙең был көндәге тормош, китеш, тәхсил, тәрбиәнең етмәгәнен дин менән, мөғәмәләи ғәҙәттәр, хөрәфәттәр ҡатышып айырып алғыһыҙ бер хәлгә килгәнде аҙ булһа ла аңлай инем. Шулар арҡыры дини исламдың асылы нәмәләрҙән ғибарәт булғанын, уның садә вә ғалилеген өйрәндем. Дин менән һатыу итеүселәргә ҡаршы төшөп, бер милләтте һәләкәттән ҡотҡарырға ижтиһад итеүселәрҙең береһе, йәғни шуларҙың бер ағзаһы булыуҙы үҙемә бурыс төҫлө күрҙем.

Мәҙрәсәнән алғам нәмәләргә үҙемдең тиреп-сүпләп йыйған барлы-юҡлы мәғлүмәтемде ҡушҡан көйөнсә, мәҙрәсәнән иҫәнләшеп сығып киттем.

1899 йыл, 17 август.

Фекерем сыуалған, үткән ғәзиз ғүмергә үкенгән бер ваҡытта тыуған илгә ҡайтырға тура килде. Мөтәәззи биш йыл ситтә йөрөп, буйым, кейемдәрем, иғтиҡад һәм әхлағым тамам үҙгәргән ине. Мин киткән ваҡыттағы Хәмит түгел икәнемде үҙем дә бик асыҡ белә инем. Тимер юл станцияһынан үҙебеҙҙең ауылға ат менән барасаҡ инем. Мәғарифтың тәжәссем вә тәмәссел иткән ғәләмәтенән береһе булған тимер юлдан айырылып, ат йөрөшө менән барыу күңелемә бик ныҡ тәьҫир итте. Мин инде мәғарифһыҙ йәһәләт менән ҡапланған бер ауылға бара инем. Унда минең фекерем, әхлағым нәфрәт менән тәлҡин ителәсәгенә төшөнә инем. Көн буйы барғас, кискә ҡаршы ауылыма яҡынлаштыҡ. Ситтән ҡарағанда, ауылдың үҙгәргән ере бер ҙә күренмәй, фәҡәт бер мәсжед кенә артҡаны беленә ине. Яландар, баҫыуҙар, ауылдың тирә-яғындағы ағаслыҡ һәм әрәмәләр бик мәхзүн вә хәсрәтле һүрәттә күренделәр.. Улар ялҡау бер халыҡтың ҡулында ҡалғанлыҡтары өсөн үкенгән төҫлө, мине күргәс, илаған бер рәүештә ҡаршы алдылар. Кескенә ваҡытта йөрөгән ерҙәрем мине һағынғандар, мин дә уларҙы һағынған инем. Мин был ерҙәрҙә аунаған, уйнаған, саф һауаларҙы еҫкәгән инем. Боронғо ваҡыттар береһе артынан береһе килеп, бөгөнгө кеүек күңелемдән кисеп, күҙ алдыма киләләр ине. Ауылға керер саҡта, беҙҙең ауылдың зыяраты бар ине. Љәзиз әсәйемдең ҡәбере шунда булғанға күрә, мин унда төшөп, ҡөрьән уҡып китәсәк булдым, ул мине ҡәберенән ҡарап ятҡан, мине күргеһе, үпкеһе килгән төҫлө күренде. Ул рухани ғаләмдә булғанға күрә, фекерем, иғтиҡадым үҙгәреүенә, кейемдәремдең башҡаланыуына иҫе китмәҫ кеүек була ине. Әсәйемдән айырылған ваҡытта хәйәтемдең ун бишенсе яҙы ине. Яҙ көнөндә матур һауала яңы сәскә атҡан бер үлән кеүек матур балҡып тора инем. Бөгөн иһә хәйәтемдең егерме өсөнсө көҙөлөр. Миндәге үҙгәреш яҙ менән көҙ араһындағы айырма кеүектер. Бөгөн әсәйем мине күрһә, белмәйем, таныр инеме икән? Мәҡбәрә янынан уҙғанда ҡәберен зыярат итеп йөҙөмдө тупрағына һөртмәк, күҙемдән ике-өс бөртөк тамсы ғына йәшемде ҡәбер өҫтөндәге үләндәргә тамыҙмаҡ ғайәи әмәлем ине. Мәҡбәрә янында аттарҙы туҡтатып, сөкүт, ваҡар, әҙәп менән үлектәр араһына кереп киттем. Аҫтарына берәр кешене алып, ҡалҡып ятҡан һарғылт тупраҡтар, ҡәберҙәр өҫтөндәге ҙур-ҙур таштар: хәйәт һуңында үлем тырнағы менән һәләк булып, ер аҫтына кергән бисараларҙы иҫкә төшөрә ине. ѓәберҙәр араһынан аҡрын ғына йөрөп, әсәйемдең ҡәбере янына барып еттем. Был көндә ер ҡосағында ята торған әсәйемдең ҡосағында ҡыҫылып тәрбиәләнгән, «был балам бер мулла булыр әле» тип тәфаил менән мине һөйгән ваҡыттары күҙ алдыма килде. Әсәйемдең ҡәбере бер хәрәбә хәленә әйләнгән, ер менән тигеҙләнеү дәрәжәһенә еткән, ҡәбер өҫтөндә үҫкән үләндәр ҡороп һарғая башлаған, көндәрсә дауам иткән ямғырҙар менән ҡәбер өҫтө шаҙраланған ине. Үҙемде ҡәбер әһелдәренән хис иткәнем хәлдә әсәйемдең ҡәбере янына барып ултырҙым. Хәлһеҙләндем, тыным бөттө, ҡалтырай башланым, күҙем йәшләнде. Ѓс-дүрт минут ҡәҙәре тупраҡ өҫтөнә ҡарап, хисһеҙ бер хәлдә, тик ултырҙым, ҡалтыраған бер тауыш менән, аяттарҙы өҙә-өҙә сүрәи «тәбәрәк»те уҡып, әсәйем рухына бағышланым. Нисә йыл ситтә йөрөп ҡайтҡас, ғәзиз әсәйемә алып ҡайтҡан һәдиә вә бүләгем шул мөбәрәк сүрә булды. Ѓҫтөмә лазым булған бер бурысты үтәгән, әсәйемә бер хеҙмәт күрһәтеп, әсәйемдең рәхмәтен ишеткән кеүек булдым. Бөтә мөҡбәрә өҫтөндә тынлыҡ. Фәҡәт бер буҙ турғай моңланып һайрай, бөтә ҡәбер әһелдәре исеменән илһам менән миңә яуап бирә һәм минең хәсрәтемә, күҙ йәшемә иштираҡ иткән төҫлө була ине. ѓәбер янынан ҡуҙғалаһым килмәй ине. Сөнки әсәйем: «ѓайҙа китәһең, балам? Минең ҡәберем янында ансыҡ шул ҡәҙәре генә тораһыңмы?.. Бер аҙ ултыр, күргән кеүек булайым. Ѓйгә ҡайтһаң да, унда инде боронғо төҫлө йәм юҡ, һине унда асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыусы булмаҫ»,— тигән кеүек була ине.

Аһ, ғәзиз әсәм! Минең хәсрәтем, өйгә ҡайтып кергәс, һинең юҡлығың буласаҡ. Әгәр һин булһаң ине... Мин былай хәсрәтле һәм мозаттарат һүрәттә өйгә ҡайтып кермәҫ, бәлки шатлыҡ менән ҡайтып керәсәк инем...

Әсә мөхәббәте ни саҡлы көслө ул!.. Хәлбуки, төҫөн, һүрәтте буйлә онота яҙғанмын. Әсәйем вафат булған ваҡытта, мин бер бала инем. Күҙ ҡараштарын, йөҙөн, төҫөн, сәстәрен шул хәйәтендәге кеүек күңелемдә ҡалдыра алмағанмын. Әсәйемдең һүрәт һәм кәүҙәһе томан арҡыры күренгән бер хыял һәм шәүлә төҫлө генә хәтеремдә тора. Бер аҙ пәфәккер һәм уйланғандан һуң ғына һүрәтен хәтерләй аламын. Йыраҡ бер ерҙә, бейек тауҙар араһында, онотолмош, мәтрүк бер ауылда ауырыған, үлем тырнағы уны ошо ерҙә. осратҡан һәм һәләк иткән...

Аһ, әсәйем!.. Тәсәдеф вә «ҡәҙер» һине бер таштан да мәхрүм иткән, мөтәрәддид булғаным хәлдә, ҡәбереңде саҡ эҙләп таптым. Хыялым был ваҡытта зыяраттар араһында йөрөй, осоуҙан ҡанаттары талған бер ҡош йәки, ут тирәһендә йөрөй торғас, утҡа төшкән бер күбәләк төҫлө ғәзиз булып ҡәбереңә төшә... Ике күҙем, ҡара бәхетем кеүек, был ҡара тупраҡтарға текәлгән, даимән йәш түгеү менән мәшғүл. Кем белә? Инде һине һәр кем онотҡандыр. Ихтимал, ҡәбереңде килеп күреүсе, бер ҡәтрә йәш түгеүсе лә юҡтыр.

Үҙемде-үҙем онотоп, мин һаман ҡәбер янында ултырасаҡ инем, фәҡәт күсерҙең:

— Әйҙә инде, шәкерт, тиҙерәк!— тигән тауышына уянып киттем. Түбәнлек менән әсәйемдең ҡәберенә иҫәнләшеп, әкрен генә тороп киттем. Күсер аттарҙы бик шәп ҡыуалап, ҡыңғырауҙарҙы шаңғыратып, ауылға кереп китте.

Ауыл минең күҙемә икенсе бер ҡәберлек төҫлө күренде. Хәйәт әҫәре, мәҙәниәт ғәләмәте, күңелгә шатлыҡ бирә торған һис бер нәмә юҡ ине. Мин киткән ваҡытта яңы тыуған балалар йүгерешеп уйнап йөрөйҙәр ине. Мине күргәс: «Ана бер рус килә»,— тип ҡатҡан балсыҡ менән аттарға ырғытып ҡалдылар. Урам буйында теҙелешеп, ләстит һатышып ултырған һаҡаллы ағайҙар мине танымайҙар, ҡыңғырау тауышын ишеткәс, «ләғнәте аллаһы ғәләлҡәүми әлкафирин», тип уҡыналар ине. Урам тулған эттәр пыр туҙҙырып өрөп ҡаршы алдылар. Гүйә, минең ауылға ҡайтып кереүем бөтә ауылды ҡуҙғатты, көтөлмәгән бер ваҡиғаны сығарған кеүек булды.

Ѓйгә ҡайтып кергәндә, атайым өйҙә юҡ ине. Үгәй әсәйем мине күргәс тә ағарып китте. Үҙемде сит бер кешенең өйөндә, ваҡытлыса төшкән мосафирҙарса хис иттем. Тәҙрә янына, шунда уҡ, кешеләр килеп йыйылғандар. Үҙ араларында «Љарифтың малайы ҡайтҡан икән, ситтә күп аҙып-туҙып йөрөнө инде, етер»,— тип минең хаҡымда төрлө мөхәкәмәләрҙә булалар.

Бөтә өй эсендәге нәмәләр, мин киткәндәгегә ҡарағанда, алышынған, тәртипһеҙләнгән ине. Күңелемә иң элек әсәйемдең булмауы килеп төштө. Ул инде мин ҡайтҡас, ни ҡәҙәре шатланып йөрөр, өлтөрәп ни эшләргә белмәҫ ине. Уйланым, уфланым. Күҙемә дәхи йәштәр килеп тулды. Бер ары-бире йөрөгән булдым. Бер тәҙрәнән барып ҡараған булдым. Аптырағас, бер китап алып уҡый башлаған булдым. Китапты уҡыйым, ләкин бер ҙә төшөнмәй инем. Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң, атайым ҡайтып керҙе. Урынымдан тороп, ҡаршы барып, тәғзим менән күрештем.

Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып бөтөр-бөтмәҫтән минең ситтә йөрөүемдән ғәҙәм мәмнүниәтен, донъя көтөүҙәренең ауырлығын белдерә торған һүҙҙәр әйтә башланы. Сәй әҙерләнгәс, сәй тирәһенә ултырҙыҡ. Мин, нимә әйтергә лә белмәй, хайран булып ултыра инем. Үгәй әсәйем: «Ситтә тик йөрөп, бында әҙер донъяға ҡайтып кергән»,— тигән төҫлө йөрөй ине. Быларҙың хәрәкәтенән, һүҙҙәренән бында бер һәфтәнән артыҡ тора алмаҫымды һиҙә башланым. Сәйҙән һуң ҡәрҙәштәр, күршеләр күрешергә килә башланылар. Улар, ауылда торғас та, әллә нәмәләр бөтөрөп торған кешеләр рәүешендә, үҙҙәрендә бер артыҡлыҡ барлығын һиҙҙерәләр. Мин ситтә, имеш, тик йөрөгәнмен?.. Шуны уйлаған кеүек булалар ине. Үҙҙәренә күрә түгел, барсаһы кешелекте дәғүә ҡылалар ине.

Был төн нисек тә уҙып китте. Иртән тороуыма тирә-яғыма ҡарттар, аҡһаҡалдар килделәр. Былар минең алдымда гелән үҙҙәренә тәғәллекле ваҡ нәмәләрҙе һөйләп, минең эсемде бошоралар ине. Мин, үҙемдең шул көндәге фекерем буйынса, берәй мөнәсәбәт менән донъяларҙың үҙгәреүенән, ғилем-һөнәрҙең кәрәклегенән һүҙ башлаһам, улар: «Бына бында ҡайтып, донъя көтөп ҡара әле, шунда күрербеҙ. Улай ситтә йөрөгәндә, бик еңел төҫлө булһа ла, бында ҡайтып, донъя көтә башлаһаң, улай уйлағанса булмай ул, энем!»— тигән булалар ине.

...Ауыл халҡы минең ғилемемде тәҡдир итер урында: «Љарифтың малайы ситтә йөрөп, рус төҫлө булып ҡайтҡан»,— тип кенә ҡуялар ине.

Ауылда муллалар мәжлесендә булырға тура килһә, ул мәжлес үлемдән ауыр була торған ине. Уларҙың араһынан бер хиффәтлерәге, күкрәген киреп, тамағын ҡырып:

— Љәжәп, был ибне Љәбидин дә ғалим кеше булған,— тип, уның бер йөзьи, сатхи риүәйәтен уҡыған булып, уртаға бер мәсьәлә һалып, башҡаларҙы ҡуҙғатып ҡуя. Икенселәре шуны төрлө яҡҡа борғолап, уның һүҙҙәренә тәьүилдәр шәрехтәр итә башлайҙар, ахырҙа ғилем мәжлесе геүләп торған бер баҙарға әйләнә ине. Аранан береһе, гүйә, минең ғилемемде һынамаҡсы булып: «Йә, мулла Хәмит, был мәсьәләгә һин ни әйтәһең?»— тип һүҙҙе миңә бороп, был әһәмиәтһеҙ мәсьәләгә мине лә ҡатыштырмаҡсы булалар ине. Мин, тәбиғи, буйлә йөзьи ваҡ нәмәгә әһәмиәт бирәһем килмәгәнгә, уның һүҙен илтифатҡа алмай, тәбәссем менән генә яуап бирә инем. Улар, минең был сөкүт менән мөҡәбәлә итеүемде наҙанлыҡҡа хәмел ҡылалар ине.

Мәжлестең әҙәбен риғая ҡылып, кәрәкле һәм етди мәсьәлә тураһында һүҙ башлаһам, улар барсаһы ҡаршы төшкән булалар, минең әҙәп менән, ҡысҡырмай һөйләүемде ҡурҡаҡлығымдан тип беләләр ине. Бара торғас, мин дә үҙҙәренә ҡаршы мөҡәбәлә, үҙемде мөдафаға ҡыла башланым. Уларҙың сығарған тоҙ ҡабыу, истинйә ҡылыу мәсьәләләренең әһәмиәтһеҙлеген, ул нәмәләрҙе дин исеменән һөйләү дингә енәйәт икәнлеген дәлилдәр менән аңлатып, йәрих итә торған булдым. Тәбиғи, минең был һүҙҙәрем уларға ауыр булып бәрелде. Улар мине һүҙ менән еңә алмағас, башҡа юлға киттеләр. Әүәл мине дингә ышанмай тип халыҡтарға һөйләү, бинаән ғәләйһи дингә ышанмағас, дәһри булыуым менән хөкөм итеү ине. Уларҙың был ауыр һәм урынһыҙ хөкөмдәренә бер ҙә әһәмиәт бирмәй, уның өсөн бер ҙә асыуланмай инем. Фәҡәт улар үҙҙәре, шул һүҙҙәре менән ҙур муафәҡиәткә ирешкән һүрәттә күренеп, йөрәгемде яндыралар ине. Дин исламды ҡулдарында ҡамыр төҫлө әүәләүҙәренә, сей тире рәүешендә теләһә нисек тартып йөрөтөүҙәренә выжданым (...) мөғәззәп була инем. Бәғзе ваҡытта: «Теләһәләр ни эшләһендәр, мин былар менән даимән бергә торасаҡ түгел. Ниңә һуң мин, былар менән талашып, башымды ватам?»— тигән уйға төшә инем. Атай бисара:

— Балам, хәйерле булһын инде. Беҙгә ҡарағанда, был рәүештә йөрөүең бер ҙә яҡшы күренмәй. Был саҡлы уҡып, рус төҫлө булғас, муллалар ҙа яратмаҫ шул...— тип минең өсөн ҡайғырған була ине. Кешеләр даимән үҙҙәре белмәгән, төшөнмәгән фекерҙәргә нәфрәт күҙе менән ҡарайҙар, йәһәләтлектәре сәбәпле был эштәрендә мәғзүр ҙә булһындар. Ләкин ысын күңелдән ҡайнашып сыҡҡан һүҙҙәренә илтифат ҡылмауҙары, аҙ ғына булһын мөхәкәмә ҡылмауҙары тураһында мәғзүр түгелдәр. Атайымдың минең өсөн ҡайғырыуы, мине үҙенсә йөрөтөргә ижтиһад итеүе урынһыҙ ине. Уның шулай хәсрәтләнеүе урынһыҙ булһа ла, быға үҙем сәбәп булғанға, үҙемдә бер ҡайғы хис итә инем. Һәм атайға: — — Атай, һеҙ минең өсөн урынһыҙға хәсрәтләнмәгеҙ. Диниә исламдың нәмәнән ғибарәт булғанын, уның мөҡәддәс әхкәмдәрен бик беләм. Мосолманлыҡ, беҙ уйлағанса, күренеш менән генә түгел, бәлки күңел менән була торған эш. Исламдың иң ғали булған ҡисме беҙҙә ташланып, уның иң ваҡ, йөзьи нәмәләре генә ҡалған. Боронғо ваҡыттағы мосолмандар тәбиғи, ошо, беҙҙең ауыл кешеләре төҫлө, һүнгән, үлгән йөрәк булмағандарҙыр. Һәм мосолманлыҡ шулай булырға ла тейеш түгел. Һеҙ нисек тамуҡтан ҡасып, йәннәткә инергә теләйһегеҙ, мин дә шулай уҡ уттан ҡурҡамын,— ти торған инем. Атайым: — — Һуң беҙҙең хәҙрәттәр быларҙы белмәйҙәрме икән ни? Ни өсөн улар бер ҙә һин әйткәнсә йөрөмәйҙәр?— тигәс, мин: — — Улар үҙҙәре лә мосолманлыҡты шунан ғибарәт тип беләләр. Был турала һеҙ аңламай торған серҙәр бар. Фекеремде, маҡсудымды дин тураһында ни иғтиҡадтә булғанымды бик тиҙ генә һөйләп бөтөрә алмамын. Туғрыһы, мин дин исламды һеҙҙән артығыраҡ ихтирам итәм. Шул диндә булыуым менән ифтихар ҡылам. Ләкин һеҙ белгәнсә түгел. Һеҙ миңә ниндәй күҙ менән ҡараһағыҙ ҙа, уның өсөн хәтерем ҡалмай. Затән, дин тураһында хәтер һаҡлашып та булмай. Һеҙгә бик һөйкөмһөҙ күренһәм дә, мин дин тураһында һеҙ уйлағанса була алмаймын. Һеҙ миңә атай булыу, мин һеҙҙең тәрбиәгеҙ сәйәсендә үҫеүем йәһәтенән ҡарағанда, һеҙ миңә һәр ваҡытта мөхтәрәмһегеҙ. Һеҙҙең хәтерегеҙ ҡалыу, тәбиғи, минең өсөн бик ауыр булып күренә,— ти инем. Атайым: — – Юҡ инде, балам, шулай булһа ла...— ти ине.

Љауам халҡы үҙе яратмай торған нәмә тураһында мөҡәбәлә итә алмаһа: «Юҡ инде, шулай булһа ла...»— тип ғәҙәм ризалығын белдерә. Атайым да, минең һүҙҙәремдән риза булмағанлығын: «Юҡ инде»,— менән генә белдерҙе. Бынан һуң мин дә сөкүт иттем. Атайҙың хата юл менән барғанлығын белдерергә лөзүм күрмәнем. Сөнки бер ҡартҡа хатаһын күрһәтмәк вә уның оялыуын күрмәк, бер йәш кеше өсөн, бик мөшкөл эштер. Атайҙың күңеле бойоҡ, хәтере һыныҡ күренгәс, һүҙемде икенсе тарафҡа бороп: «Атай, юҡ өсөн ҡайғырмағыҙ әле. Йәш ваҡытта һеҙ ҙә шулай ҡыҙыу булғанһығыҙҙыр. Бара-бара, ауылда күберәк торғас, мин дә шулай булырмын, ғәфү итегеҙ»,— тинем.

Атайым йылмайып-көлөп:

— Юҡ, бер ҙә хәтерем ҡалмай, әле тик халыҡ төрлө һүҙҙәр менән башымды әйләндереп бөтөрә. Шуға күрә, бер аҙ халыҡ ыңғайына торорға кәрәк тип әйтәм,— тине.

Ауылда торғанда, көндәрҙе уҙҙырыу бик ситен һәм оҙон булды. Бөтә нәмәләре менән кәриһ күргән ауылымда бер һәфтәнән артыҡ ҡалыуҙы күңелем эстәмәй ине. Күңелем тиҙерәк шәһәр ғаләменә барыуҙы теләй ине. Бинаән гәләйһи, бер һәфтәнән һуң, бер мөнәсәбәт менән атайға:

— Атай, инде миңә китер ваҡыт та етте. Тиҙҙән тәхсил ваҡыты булғанға күрә, унда барырға кәрәк,— тинем. Атайым, был һүҙемде ишеткәс, үҙгәрҙе: — — Ул нимә тигән һүҙең?.. Инде ситтә йөрөүең етер. Әҙәм көлдөрөп йөрөргә ярамаҫ. Донъя көтөргә кәрәк. Шул уҡыуың артығы менән етер,— тине. — — Мин әле уҡыуҙы теләйем. Уҡыған өсөн көлгән кешеләр көлә бирһендәр. Ваҡыт еткәс, донъя көтөрмөн,— тинем.

Был турала атайым менән артыҡ мөбәхәсә ҡылышыуҙы лөзүмһеҙ күрҙем. Атай ни әйтһә лә әйтһен тип, ҡәтғиян китергә ҡарар ҡылып, юл әҙерлектәрен күрә башланым.

Атай үҙе оялғандыр инде. Шуның өсөн икенсе бер кешегә шул һүҙҙәрҙе әйтергә ҡушҡан:

— Инде ситкә китеүенә бер ҙә ризалығым юҡ. Мин уны фәлән кешенең ҡыҙына (ауылда наҙан бер ҡыҙ) өйләндерергә уйлаған инем. Минең ризалығымды теләһә, ауылда ҡалып, шул ҡыҙға өйләнһен.

Мин:

— Бала атаһының көсләүенә, әмеренә итәғәт итергә тейешле булһа ла, уның һәр бер әмеренә буйһоноуҙы үҙемә бурыс тип белһәм дә, был урында мине мәғзүр күрһен:итәғәт итә алмайым. Мәғишәт бабынан хәбәрдар булмаған бер ҡыҙҙы алыуым мөхәл дәрәжәһендә бер эш. Мин ул ҡыҙҙы алып, уның менән бергә тороу түгел, уның кеүек ҡыҙҙарҙың татар милләтендә булыуына ла рази түгелмен. Бинаән ғәләйһи, мине ҡулымдан килмәҫ эшкә тәклиф итмәһен. Тәбиғәт һәм тәрбиәһе башҡа булған бер ҡыҙ менән мәғишәт ғәләменә кереүем күңелемә лә кергән нәмә түгел. Был урында миңә үпкәләмәһен,— тинем.

Был эштән һуң, атайым менән бергә ултырғанда, атайым минең йөҙөмә күтәрелеп ҡарамай, асыҡ йөҙән күрһәтмәй, «теләһә ҡайҙа китһен инде» тигән кеүек мөғәмәлә итә башланы.

Ысынлап та тикшереп ҡарағанда, был урында мин ғәйепле түгел инем. Атайым тәклиф ҡылһа ла, ата-бабаһынан тәрбиәһеҙ килгән бер фамилиянан ҡыҙ алып, истиҡбалемде харап итеүҙе выжданым ҡабул күрмәй ине. Атайымдың теләге менән йөрөгән ваҡытта, минең ҡорған пландарым, тотҡан мәсләгем емереләсәк ине. Мин был фекерҙәр менән атайымды хәсрәткә һалғанымды асыҡ белһәм дә, ул эсенән: «Бына балаңды уҡыттың да, инде үҙеңә лә илтифат итмәй»,— тип уйлаһа ла, бер нәмә белмәгән бер ҡыҙ менән өйләнеүем мөхәл ине.

Атай менән көнө-төнө һөйләшә торғас, бер аҙ ризалығын алдым. Иң ахырҙа:

— Ярай инде, хәйерле булһын. Алла бәхетеңде бар ҡылһын, тәүфиҡле бул!— тине. Хеҙмәтсене саҡырып: «Арбаңды майла! Аттарҙы ек! Хәмитте станцияға алып барырһың»,— тине.

Атайҙың был һүҙҙәрен ишеткәс, бер йәһәттән, шатландым, бер тарафтан, бисараны ҡыҙғандым. Сөнки атай, үҙ фекеренсә, мотлаҡ мине яҡшы итәһе, яҡшы итеп күрәһе килә ине. Һәр нисек булһа ла әйберҙәремде йыйнай башланым. Атай менән күрешеп, фатихаһын алып, арбаға сығып ултырҙым. Беҙ сығып киткәндә, атай бик күңелһеҙ тороп ҡалды. Зыярат янынан уҙғанда, аттарҙы туҡтатып, әсәйем ҡәберенә барып, ҡөръән уҡыным. Күңелем дәхи йомшаны. Күҙемдән йәштәремде түктем. Әсәй минең былай китеүемде, атайымдың һүҙен тыңламағанлығымды яратмаған кеүек була ине.

Был ергә инде мәңге ҡайтмаҫ кеүек булып, әсәйемдең ҡәбер тупрағына йөҙөмдө һөрҙөм. ѓәберҙән саҡ айырылып сығып, арбаға барып ултырҙым. Ике күҙемде томан ҡапланы. Үҙемдән, бөтә донъянан мәмнүн түгел инем. Уй даръяһына барып, нисә саҡрымдар киткәнемде лә белмәнем. Ни саҡлы тырышһам да, хыялдан сыға алманым. Күсер әллә нәмә һөйләй, һорауҙар бирә. Уның һүҙҙәрен бер ҙә аңламай: «Шулай»,— ғына тиинем. Күп сөәлдәре яуапһыҙ ҡала ине. Мине бик тәрән уйҙан поезд тауышы ғына уята алды. Станцияға барып, поезға ултырып киттем.

5 сентябрь.

Хәйәттең мөхтәлиф ваҡыттары була. Күп кешеләр, был донъяның ҡайғы-хәсрәттәренән имен була алмай, донъялағы ләззәттәрҙе, йәшлек емештәрен тирә алмайҙар. Был ваҡыттарҙа мин дә шуларҙың береһе инем. Донъяның ниндәй мөйөшөнә барһам да, тыныс күңел менән, ҡайғы, хәсрәтһеҙ көн итеүемә ышанмай инем. Быға иһә иң ҙур сәбәп — әсасһыҙ ғилем, йәштән етди тәрбиә күрмәүҙер. Дүрт өлөштән береһе татарҙан ғибарәт, һауа йәһәтенән гүзәл булған «Ф» шәһәрендә тороуҙы ихтыяр иттем.

Был шәһәрҙә бер аҙ таныштарым да булыуы минең өсөн бер йыуаныс һәм күңел рәхәтлеге бирә ине. Былар менән күп йәһәттән бер фекерҙә инек. ѓулыбыҙҙан артыҡ эш килмәһә лә, һаман милләт өсөн ҡайғырыша, зарланыша торған инек. Беҙҙең ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙән милләткә бер тинлек файҙа булмаһа ла, үҙебеҙҙән һуңғыларҙың ҡоро ҡайғы, хәсрәт менән тормай, бәлки ғәмәл һәм эш менән милләткә файҙа килтерәсәктәренә сәбәпсе булырбыҙ өмөтөндә инек. Милләттәрҙең уяныуы, уның бәғзе ағзаларының ҡайғы һәм хәсрәте менән башланасағына иманыбыҙ камил ине.

Татар милләтенең бер ағзаһы булыуым йәһәтенән, тел менән булһа ла хеҙмәт итеүҙе үҙемә бурыс тип белә инем. Аталарыбыҙҙан беҙгә мираҫ булып ҡалған дин, тел, ғәҙәт хәсәнәләр минең өсөн иң мөҡәддәс нәмәләрҙән мәғдүд ине.

Улар был нәмәләрҙе был көнгә ҡәҙәр нисек булһа ла һаҡлап килә алғандар, беҙҙең ҡулға тапшырғандар, бынан һуң динде химая ҡылыу телебеҙҙе әҙәбиләштереү, милли булған ғәҙәт хәсәнәләрҙе һаҡлау, һәр беребеҙҙең өҫтөнә фараз ителмеш тип хисап ҡыла инем. Милләттең шәүкәт вә ғазаматы юғалған рәүешле күренһә лә, беҙ бынан мәьюс булып бөтмәй инек. Тамыры ҡалған үләндең үҫеүенә — нәҫеле мөнкәриз булмай һаҡланып килгән милләттәрҙең тәрәҡҡи вә тәкәммеленә иғтиҡадыбыҙ камил ине.

Һәр кеше ибне енесенә берәй йәһәттән бурыслылыр. Шулар араһынан үҙ милләтебеҙ ярҙамға иң мохтаж булғас, иң әүәл шуларға хеҙмәт итеп, милләттең файҙаһын күҙәтмәк тейешле икәненә шөбһәбеҙ юҡ ине. Затән, башҡа милләттәрҙең, беҙ татарҙарҙың хеҙмәт итеүенә ҡарап, эштәре алға барыуҙан туҡталып торғаны ла юҡ ине.

XIX быуаттың ахырҙарында Русиә мосолмандарының бөтөүгә табан барыуҙарына ҡаршы тороусылар, бының сәбәптәрен тикшереүселәр юҡ дәрәжәһендә инеләр. Булғандары ла, ни эшләргә белмәй, ҡоро аһ-зар менән ғүмерҙәрен үткәрәләр ине. Ѓс-дүрт бөртөк мөхтәрәм мөхәррирҙәребеҙҙән башҡа, донъяла йәшәү мәсьәләләрен тикшереп, тәхлил итеүсе, милләттең ауырыуына дарыу биреүсе бер табиб табыуы мөхәл ине. Мин торған «Ф» шәһәрендә ғали мәктәптәрҙә тәхсил күрмәгән бер нисә заттар булһа ла, улар татарҙарға ҡатнашмай, татарҙар уларға ҡатнашмай, айырым донъяла йәшәйҙәр ине. Ул заттар татарҙарҙан тамам өмөттәрен өҙгәндәр, хатта үҙҙәренең татарлыҡтарын йәшерәләр, татар милләтенә мәнсүп булыуҙы үҙҙәренә лайыҡ күрмәгән рәүештә хәрәкәт итәләр. Улар ҡаршында татарҙарҙың мәғруф ғәҙәттәре мәмфүр күренеп, тамам ташланған, дин тамам мәтрүк булып ҡалған ине. Татарҙарҙың руханиҙары менән ғәзимдәре һуң дәрәжә мөтәғәссиб булып, һәр яңыға нәфрәт күҙе менән ҡарайҙар! Заман үҙгәреү менән мәғишәт юлдарын, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен үҙгәртергә тейеш икәнен белеү түгел, ул мәсьәләләрҙе ҡуҙғатҡан кешене тәкфир менән мәшғүл инеләр. Беҙҙең был ваҡытта иптәштәребеҙ менән бергә ҡарар иткән фекеребеҙ — татарҙарға һеңеп ҡалған йәһәләт, мәғарифҡа дошманлыҡҡа ҡаршы һуғыша башлау, быға сәбәп булған кешеләрҙең кемдәр икәнен ғәмәлгә күрһәтеү, русса ғына уҡып, татар донъяһынан биҙгән, миллиәте юғалған зыялыйҙарын хәл ҡәҙәре татарҙарға ҡушырға ижтиһад итеү ине. Мин өлөшөмә төшкән ҡиссаны һәм бурысымды үтәһәм, үҙемде мәсғүд вә бәхтиәр хисап итәсәк инем. ѓайҙа ғына булһа ла, үҙ иптәштәрем менән был турала мөзәкәрә ҡыла торған инек. Беҙҙең был мөзәкәрә вә хәсрәттәребеҙҙән артыҡ күҙгә күренерлек сәмәрә күренмәһә лә, халыҡты икенсе тормошҡа өндәү, уларҙы ҡуҙғатырға, һүҙ менән булһа ла, ижтиһад итеү, аҙыраҡ тәьҫир иткән төҫлө була ине.

Мин шулай уйлай инем. Ләкин үҙемдең истиҡбалем ҡараңғы, болотло. Әллә ниндәй белемһеҙ бер нөктәгә бара инем. Үҙ хәлемде ислах ҡылырға, үҙем уйлағанса тәхсил ҡылып, күҙ тотҡан мәҡсудыма ирешергә теләһәм, алдыма әллә ниндәй маниғтар сығып, бара торған юлымдан туҡтаталар ине. Күҙ алдымда һаман эс бошорғос нәмәләр зоһур итә, һәр ваҡыт йөрәк ярғыс ваҡиғалар тәсәдеф итә ине. Быйылғы хәйәтемдең һәр бер минуты бер төрлө уй-һәм хәсрәт менән үтте. Осо-ҡырыйы булмаған хыялдар менән башымды ватып, үҙемә ғаид эштәр тураһында йүнләп фекер йөрөтә алманым. Әфрәдендән улдығым хәле ни саҡлы пракәнд булһа, минең китеш һәм хәлем дә шулай ине.

1900 йыл.

...Быйыл бер зат тарафынан мәктәптә мөғәллимлек итеү өсөн тәклиф улындым. Үҙемдең теләгән теләгемдең береһе лә — ысул жәдид мәктәбендә мөғәллимлек итеү ине. Шуның өсөн был заттың тәклифен шатлыҡ менән ҡабул иттем. Мин, ҡулымда бар ҡәҙәр мәғлүмәтем менән, үҙ милләтемдең балаларын тәрбиәләргә һәм тәғлим итергә әҙер инем. Был юлда ниндәй ауырлыҡтар булһа ла, өҫтөмә алып, был эштә фиҙакәрлек итеүемә ышана инем. Фиҙәкәрлек, яңғыҙ мөхәрәбә майҙандарына хас түгелдер, һәр бер хеҙмәттә үҙенә күрә бер ни ҡәҙәре фиҙакәрлек итеүгә ихтыяж барҙыр. Хосусан, мөғәллимлектә фиҙәкәр һәм ғәйрәтле булыуҙың бик ҙур әһәмиәте, файҙаһы булыуын инҡар итеп булмай.

ѓарттарға һүҙ аңлатыуҙан ғажиз булған бер заманда, минең ҡулыма ҡырҡ-илле ҡәҙәре балаларҙың бирелеүе, хәҡиҡәтән, ысын мәсғүдиәт ине. Уларҙың һәр береһе минең вөжүдемдән бер киҫәк, минең рухымдан бер сатҡы ине. Уларҙың күҙҙәрендә янып тора торған зирәклек һәм үткенлек мине өмөтләндерә, уларҙың ҡәбилиәттәре мине шатландыра ине. Быларҙың теҙелешеп уҡығандарын, ғилемгә рәғбәттәрен күргәс, мөғәллим булыуым өсөн үҙемде бәхетле хисап итә инем. Сөнки мин һәр береһе киләсәктә берәр олуғ кеше буласаҡ балаларҙы ғилем нуры менән яҡтыртыу, уларҙы донъяла торорға өйрәтеү менән мозыә инем. Һәр тәрәҡҡиҙең, һәр бер юғарылыҡтың мөғәллимдәр сәйәсендә буласағына иғтиҡадым камил ине.

ѓыштың һалҡын көндәрен шуларҙы тәғлим менән мәшғүл булып үткәрәм, улар шат булһалар, мин дә шат, уларҙың береһе генә ҡайғылы булһа ла, мин дә ҡәлбән мөтәәззи, бойоҡ була инем. Улар минең ҡашымда балалар түгел, бәлки һәр береһе киләсәктең берәй ҡаһармандары ине. Минең күҙемә мәктәп бер ғаләм булып күренә, мин дә, гүйә, уларҙың команданы, улар минең ғәйрәтле ғәскәрҙәрем ине.

Мәктәп идараһы тарафынан бирелә торған мәғәш мәғишәтем өсөн етерлек булмаһа ла, икенсе яҡтан ижтиһад ҡылып, үҙ тормошомдо яҡшы ғына алып бара инем. Был ваҡыттарҙа татарҙар араһында ысул жәдид яңы була башлағанға күрә, был турала халыҡ араһында төрлө һүҙҙәр һөйләнә, мөғәллимдәргә әллә ниндәй ялған ифтиралар яуҙыра торғандар ине. Ләкин уларҙың урынһыҙ, файҙаһыҙ талаш һәм ифтиралары, зәррә ҡәҙәре улһын, тәьҫир итмәй ине. Ике сәнә ғүмерем мөғәллимлек менән бик күңелле уҙып китте. Был ваҡыттарҙа татарҙар араһында аңлы синыф тарафы күбәйә башлаған, жәдидтәр тарафтары һәр ерҙә күренгеләй ине. Иҫкелек тарафтары был үҙгәрештәрҙе күреп: «Дин бөтә, халыҡ боҙолдо, йәштәр динһеҙләнде, был — замана ахыры ғәләмәттәре, әллә ниндәй яңы уҡыуҙар сыҡты»,— тип хәсрәтләнәләр; бар көстәре менән тәртипле уҡыуға ҡаршы төшәләр ине. Яңылыҡ тарафтары ла: «Былай иҫке юл менән барһаҡ — бөтәбеҙ, был дәрәжә аңһыҙ булғас, татарҙар бөтөргә мәхкүм милләт, беҙҙе былай һәләк иткән — руханиҙар тарафтары, бер көн элек булһа ла, үҙебеҙҙең истиҡбалебеҙҙе күрергә кәрәк»,— тиҙәр ине. Был ваҡыттарҙы татарҙарҙың уяна башлаған дәүерҙәре тип әйтергә лә мөмкиндер.

1902 йыл.

Беҙҙең милләтебеҙ кеүек мәғлүмәтһеҙ инсандарҙан ойошторолған бер мөрәккәб эсендә йәшәмәк, тәбиғи, бик еңел эш түгелдер. Сөнки улар ҡашында яҡшы һәм яман нәмә араһында айырмаһыҙҙыр. Уларҙың ижтимағи мәсьәләләрҙән хәбәрһеҙ, мәғишәт бабтарынан мәғлүмәтһеҙ булыуы, улар менән тороуҙы ситенләтә, мөғәмәлә итеү юлын бағлайҙар. Улар һәр нәмәне дин ноҡтан назарынан ҡарағанға, дин тип дәғүә ҡылған нәмәләре лә дин ислам ҡатышҡан бер тәҡүим ғәҙәт, хөрәфәттәрҙән ғибарәт булғанға күрә, улар менән һәйьәт ижтимағиәбеҙ тураһында мөзәкәрә вә мөбәхәсә ҡылышырға тура килһә, ул мәсьәләне туранан-тура мөзәкәрә ҡылып булмай, бәлки шул дин күҙлеге арҡыры ҡарауға мәжбүр булыналыр. Мөтәғәссиб бер кеше ҡаршыһында һөнәр һәм сәнәиғдән фнүн һәм әҙәбиәттән бәхәс ҡылынһа, ул һаман мәсьәләне дингә табан алып барған була, йөзьи бер эште лә дингә тәбиғ ҡылырға тырышҡан булалыр. Татар милләтенең хәйәтендә диндең бик күп мөдәхәләһе булғанға, хатта, беҙҙең халыҡтың фекеренсә, донъяла тороу мотлаҡ әхирәт өсөн терек ваҡытыбыҙҙағы һәр бер хәрәкәт һәм фиғылыбыҙ, һәм иң ғади •булған бер ғәмәлебеҙ ҙә дин булып киткәнгә күрә , был турала аҙ булһа ла фекер йөрөтмәй, дин булғас, нисек булырға тейеш икәнлеге хаҡында уйламай булмай ине. Мәғишәт мөғәмәләләре менән дин араһында аҙ ғына ла айырма булмауы, хәҡиҡәтән, эс бошорғос нәмә түгелме? Бик йөзьи ғади бер эште лә: «Был дин йәһәтенән нисек икән һуң?»— тип уйлап, мәшәҡәтләнеү халыҡтың йәсәрәтһеҙ һәм ғәйрәтһеҙ булыуына сәбәп булмаймы? Үҙ мәғишәтебеҙҙе күргәс тә, ошо сөәлдәр ауыр булғанға күрә, мин быны хәл ҡыла алыуыма ла ышанмай инем. Был турала булған фекеремде халыҡҡа ғарыз итергә лә ҡурҡа инем. Ләкин был сөәлдәр башыма төшкәндә, хәтирә дәфтәремә яҙып ҡына ҡалдыра инем. Сөнки был турала мәсьәлә ҡуҙғатыу — халҡыбыҙҙың мәғлүмәтенә ҡарағанда иртәрәк ине. Донъя мөғәмәләләре менән дин әхкәмде һәр бер урында, бер ҙә айырмай, бергә бутағас, дин менән ғәҙәтте бер-береһенән фәреҡ ҡылыу ауырлаша, ихтирам тейешле булған дин бик ваҡ нәмә булыуҙы мөжиб булалыр. Шуларҙың зарары булараҡ, беҙҙә эш шул дәрәжә сыбалған ки, ғәҙәт булған бер эште — диндән, дин әхкәменән булған бер эште — ғәҙәттән тип уйларға мөмкин. Мәсьәләнең шул тиклем сыбалсыҡ булыуы бәғзе кешеләрҙе диндән биҙҙерергә, уны тәхсил ҡылыуҙан ваз кистерергә бик мөмкиндер. Мин мәҙрәсәнән уҡып сыҡҡан ваҡыттарҙа, татар ғаләм мәсьәләләре менән мәшғүл булғанға күрә, мин дә шулар араһына кереп, шул турала бәхәс вә мөжәдәлә ҡылып баш ватыуымды бик асыҡ белә инем. Мәҙрәсәнән сығырға, үҙем уйлағанса, иң элек ошо мәсьәлә тураһында баш ватырға тура килгән ине. Ваҡиған, мәҙрәсәнән сығып киткәс, ҡайҙа ғына барһам да, бар кеше менән был турала талашырға тура килә. Сөнки ул ваҡытта беҙҙең халыҡ башҡа эштәр тураһында баш ватыуҙы, фекер йөрөтөүҙе белмәй ҙә ине.

Мин һөнәр һәм сәнәиғдең, фнун һәм әҙәбиәттең дингә бер тинлек тә тәғәллеге юҡ, шулай уҡ диндең донъя мөғәмәләләре, кешеләрҙең кәсеп һәм һөнәрҙәре менән эше юҡ фекерендә инем. Бинаән ғәләйһи, донъяға килеп, көн итергә, кеше рәүешендә торорға теләгән кеше: «Был эш дини йәһәттән ҡарағанда нисек икән?»— тип ҡурҡып тормай, һөнәр һәм сәнәиғгә, фнун һәм әҙәбиәткә ике ҡул менән йәбешергә кәрәк, тип белә инем. Мөҡәддәс булған динебеҙҙең ҡушҡан нәмәләрен уҡыу, белеү, әхкәмдәрен риғая ҡылыу фарыз, фәҡәт бөтә вөжүдебеҙ менән яңғыҙ шуға ғына бирелеп, донъяны туғарып ташларға тейеш түгелбеҙ тип уйлай инем. Затән, дин ислам башта, был көндә күргәнебеҙсә — ауыр, сыбалсыҡ булмаған, хөрәфәт һәм биҙғәттәр кермәгән, бер кешене лә һөнәр һәм сәнәиғдән, йәғни эштән нәһи ҡылмаған, бәлки бик садә хәҡиҡәте мәғлүм, ғали булған нәмәләрҙе иғтиҡад ҡылырға ҡушҡан икәнлеге ҡөръән, хәдис, сиәр китаптарынан бик асыҡ мәғлүмдер. Кәрәк нәмә булһа ла, файҙалы эштәрҙе ҡылған өсөн, әжер менән вәғәҙә ҡылған, ваҡыт-ваҡыт дәрғәһенә ғибәҙәт ҡылып, рухани бер ләззәт һәм тәм менән рухты ла тәрбиәләргә әмер иткән диндер. Инде ғәҙәттәр, хөрәфәттәр араһынан ғали һәм мөҡәддәс булған дин әхкәмдәрен сүпләп алып, унан ҡалған серек һәм боҙоҡ фекерҙәрҙе ҡырып-һепереп ташларға ваҡыт еткән дәғүәһендә инем.

Минең милли булған ғөрөф-ғәҙәттәргә айырыуса ихтирамым бар, ул ғөрөф-ғәҙәттәрҙең зарарһыҙ булғандарын бер ҙә ҡалдырмай риғая ҡылырға тейешле тип беләм. Ләкин ихтирамым дин исеменән түгел, бәлки милли булған ғөрөф-ғәҙәт булыуҙары йәһәтенәндер. Ләкин ғөрөф-ғәҙәттең дә бәғзеләре беҙҙең тәрәҡҡи китеүебеҙгә маниғ була ала. Уйлә ғөрөф вә ғәҙәттәрҙе мәхфүз итәм тип, зарар күрергә лә мөмкиндер. Борондан ҡалған хөрәфәттәрҙе шул көйөнсә алып бармаҡ, бик ҙур фәләкәтте мәүжибдер. Сөнки заман үтеү менән бәғзе ғәҙәттәр үҙгәрергә тейешле. Уларҙың яңырыуын теләгәндә, иҫке хөрәфәттәрҙе, зарарлы булған, мәжүстәрҙән ҡалма ғәҙәттәрҙе һаҡлап килтереүҙән һаҡланырға кәрәк тип беләм. Фекерҙәр төрлөсә булырға мөмкин, шулай ҙа ул фекер һаман алға бара, һис ваҡытта артҡа китмәйҙер. Һәр бер милләттең үҙенә махсус ғәҙәттәре, сифаттары була. Ул сифаттар, ихтимал, башҡаларға оҡшамай, бәлки мәкруһ та күренә торғандыр... Шулай ҙа улар ул милләттең үҙенә һәм балаларына һөйөмлө һәм мәғруф булып күренәләр. Милләт ул сифаттарҙы үҙенең милли бер әйбере төҫлө итеп ҡарай. Икенсе милләт шул ғәҙәт һәм сифаттарға тәжәүез ҡылһа, милләт уны химая ҡылырға, һаҡларға ижтиһад ҡылалыр. Һөнәр һәм сәнәиғ тәхсил ҡылыу менән ул ғәҙәттәр бөтмәйҙәр, юғалмайҙар. Һәм милли ғәҙәттәр бөтмәҫкә, юғалмаҫҡа тейешле; улар һаман шул көйөнсә милләт менән бергә бара, милләт юғалмаған ваҡытта юғалмай, фәҡәт зарарлы, кәрәкһеҙ булғандары ғына аранан төшөп ҡала, һәм ғөрөф-ғәҙәттәр юғалмаҫҡа тейешле тигәс тә, был турала ифрат китеп, тәғәссеб дәрәжәһенә барырға тейеш түгел. Милли булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе мәхфүз итәм тип, башҡа милләттәрҙән ғлүм вә фнүн алыуҙан һаҡланыу дәрәжәһендә тәғәссеб йәһиләнән зарар ғына килеп, ахырҙа күҙ йәштәре менән тамам булыр. Хөләсә, милли булған ғәҙәттәрҙе мөхәфәзә ҡылырға, миллиәтте юғалтыуҙан һаҡлауҙан кәрәк, ул ғөрөф-ғәҙәттәрҙең мәғишәт вә хәйәтебеҙгә зарарһыҙ булыуҙары шарт.

1902 йыл, З май.

Минең йәш ваҡытым һәм дә тәхсилем татар ғаләменең иғрәф яландарында торған ваҡытына тура килде. Бер йәһәттән ҡарағанда, үҙемдең был донъяға ун-ун биш йыл һуңыраҡ килмәүемә тәғзиб итәм, икенсе йәһәттән буйлә заман фитратта булыуыма шатлана инем. Буйлә ихтиләф әфкәр ваҡытында тәхсил ҡылыу, кем өсөн булһа ла, бик еңел булмай. Фекер һәм уй бер урында ҡарар ҡылып тормай, әфкәр тулҡыны араһында йөҙөргә тура килә. Љүмеремдең иң ғәзиз ваҡыты мәҙрәсәлә үтте. Бер, ике, өс йыл ғүмерем татарҙарҙы тәрәҡҡи тәмәдденгә сәүек итеү менән китте. Шулай итеп, был ҡара ер өҫтөндә бер сирек быуат торҙом. Юҡ нәмәләрҙе тәхсил итеп сирек, ғасыр ҡәҙәре ғүмеремдең ар бад булыуына, мәғишәт вә истиҡбалемә ярарлыҡ, мәҙәни халыҡтарға ҡатышырлыҡ бер нәмә, маһ бәмаһ илаһиә булған ғлүм вә фнүндән бер нәбзә ала алмауыма үкендем. Мин донъяға үкенеп, хәсрәтләнеп йөрөр өсөн генә килмәгән икән иғтиҡадына керә башланым. Башҡа милләт балалары ваҡытында уҡыйҙар, кәрәкле фәндәрҙе, әлифбаһынан төшөп, хәтимәһенә саҡлы тамам итәләр. Һәр бер эштәре ҡанун һәм низам буйынса бара, донъяла бер инсан өсөн кәрәкле нәмәләрҙе тамам тәхсил ҡылалар, үҙҙәренең хәйәттәрендә рәхәт йәшәйҙәр. Әсрар көнөһөнә вә тәбиғиәгә бала ваҡытында уҡ әшнә була башлайҙар. Шул эштәрҙе күҙ менән күргәс, тәбиғи, тәнендә йәне булған бәндә һыҙлана, хәсрәтләнә, үҙенең һыйыр дәрәжәһендә ҡалыуын белеп, күреп аһ оралыр. Юғарыла әйткәнсә, хәйерһа булған дуҫымдың: «Инде мәҙрәсәлә ятыуың етер. Донъя ғилеме, рус теле кәрәк. Тәртипле бер мәҙрәсәгә кер!..»— тигән һүҙҙәренең туғрылығына тамам иман килтерҙем. Шул ваҡытта уның был һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмағанлығым өсөн ысындан үкендем. Фәҡәт был ваҡытта эш үткән, йәшем егерме алтынсыға киткән ине...

1903 йыл, октябрь.

Донъяла бер кеше лә тәбиғәткә ҡаршы тора алмай, һаман шуның буйынса ғына баралыр. Тәбиғәт ағымы кешеләрҙе ихтыярһыҙ ҡағып, тулҡыны менән өйләндереп, үҙе теләгәнсә йөрөтә алалыр. Ни саҡлы ҡаршы тороп ҡараһаң да, бер ваҡыт уның үткер тырнаҡтары араһында эленеп ҡалып, иҙелергә тура килә. Затән, тәбиғәт менән ҡара-ҡаршы килгән кеше был донъяла йәшәй алмай, бер ваҡытта иҙелеп һәләк булалыр. Тәбиғи булған бәғзе ҡеүәттәрҙе ғилем, һөнәр менән еңеп мәсхәр итеп булһа ла, бында тәбиғәткә ҡаршы китеү түгел, бәлки тәбиғәттең бер киҫәге менән дуҫлашыу, бергә-бергә уның менән эш күреүҙер. Кешеләрҙе әллә ниндәй ауырлыҡҡа төшөрөүсе лә шул тәбиғәт, унан ҡотҡарыусы ла шул тәбиғәттер. Фәҡәт уның м¬нән дуҫлашыу ысулын, тәбиғәттең юлын белеү тейешлелер. Бәхетһеҙлек, ярлылыҡ кеүек нәмәләр ҙә һаман шуның юлын белмәгәнлектән, тейешле бер юл менән бара алмағанлыҡтандыр. Тәбиғәт артыҡ йәбер ҙә итмәй, ләкин уның ысулын ғына белеп алырға кәрәк. Ләкин беҙ күп ваҡытта бының юлын таба алмайбыҙ ҙа үҙебеҙгә зарар итәбеҙ. Йәки беҙҙе бала ваҡытыбыҙҙа яңылыш юлға һалып ебәрәләр ҙә, мәңге бәхетһеҙлектә көн итәбеҙ.

Кешеләрҙең өйләнеүҙәре, хисапһыҙ балаларҙың вөжүдкә килеүҙәре, бәни әҙәмдең ер өҫтөндә үрсеп артыуы һәм башҡа эштәребеҙ — һәммәһе лә шул тәбиғәт буйынса барғанлығыбыҙҙандыр. Бының өҫтөнә донъяла язиб ҡеүәһе һәм мөхәббәт — донъялағы нәмәләрҙе бер-береһенә бәйләй. Уларҙың гүзәл рәүештә йәшәүҙәренә сәбәп була. Хоҙай бәғзе нәмәләргә артыҡ матурлыҡ һибә ҡылған, уларҙы һәр кем ярата торған һүрәттә хәлк иткән. Ундай нәмәләргә һәр кем мөхәббәт итә, ул матур нәмәгә ҡаршы үҙендә бер маил һәм ләззәт һиҙә, уны күргән генә һайын күрәһе, тамаша итәһе килә. Мәҫәлән, йыраҡтан ҡарағанда, йәм-йәшел ебәкте өйөп ҡуйған төҫлө күренгән бейек тауҙы, уға ғәкес иткән ҡояш нурының балҡыуын күргәндә, кемдең күңеле нескәрмәй? ѓояш нурына күкрәген асып, нурланып, төрлө төҫтәргә кереп торған бер сәскәне күргәндә, кем ҡыҙыҡмай? Үҙенең нескә яратылышы менән тәбәссем итеп торған шул уҡ сәскә рәүешендәге матур ҡыҙҙы күргәндә, кем һоҡланмай?

Һәм башҡа матур, күңелде аса торған нәмәләргә лә кемдең дә күңеле төшә, ҡыҙыға, эсенән бер мөхәббәт һиҙә. Хатта был мөхәббәт, яратышыу тигән хистең башҡа хайуандарҙа ла аҙмы-күпме барлығында шөбһә юҡтыр. Шул мөхәббәт, яратыуҙың нәтижәһе булараҡ, ғаиләләр тәшкил итә. Инсандарҙың тормошо низам менән бара, һәр кем үҙенең ҡайғы-хәсрәтен шуның менән уртаҡлашалыр.

Мин дә, был ғаләмдән бер йөҙ булғанға күрә, тәбиғи, юғарыла яҙған нәмәләрҙән, йәғни тәбиғәт буйынса йөрөүҙән, мөхәббәт һәм язбә ҡеүәһенең тәьҫиренән ҡотола алмауымды белә инем. Фәрештә булып яратылмағас, бер ҡыҙға мөхәббәт итеү, йәки тәбиғәт буйынса булһа ла, өйләнеү тәбиғи һәм дә тейешле бер эш тип белә инем. Юғарылағы «мөҡәддәмәне» лә, үҙемә бик ҙур мөнәсәбәте булғанға күрә, яҙып ташланым.

Кеше ғүмере буйынса яңғыҙ башына көн итеүҙән ялҡа, үҙенә бер иптәш эҙләргә, туғрыһы, бер ҡыҙға өйләнергә мәжбүр булалыр. Хәйәтемдең егерме алтынсы яҙында мин дә шул юлға керергә, кеше төҫлө бер ғаилә тәшкил (...) уйланым.

Йәш ваҡытта берәр ҡыҙға мөхәббәт итеү, хатта ғашиҡ булдым тип дәғүә ҡылыу ҙа мөмкин эш. Ләкин миндә был ваҡытҡа ҡәҙәр мөхәббәт дәрәжәһе булһа ла, махсус бер ҡыҙға тура килмәне. Затән, мин донъяла ысын ғашиҡтарҙың барлығына ла ышанып етмәй инем. Сөнки мөхәббәт баҫҡысы менән ғашиҡлыҡ баҫҡысы араһында бик күп айырма бар тип йөрөй инем. Кешеләрҙең араһына хәйләкәрлек, алдашыу, күҙ буяшыу таралғанға күрә, был дәрәжә мөхәббәттең, ғишыҡ дәрәжәһенә ирешеүенә ышанмай инем. Ысын ғашиҡ, ысын мәғшүкәләр булған имеш тип, боронғо замандарҙа яҙылған китаптарҙа ғына уҡығанға күрә, үҙ күҙем менән күрмәгән нәмәләргә иман килтерәһем килмәй ине. Љашиҡ булышыу әллә был замандарҙа ла була торғандыр... Башҡа төшмәгәс, белеп тә булмай. Ләкин нисә әйтһәм дә, үҙ башыма төшмәгән нәмәнән бәхәс ҡыла алманым инде. Был ваҡытҡа ҡәҙәр мин дә бәғзе ҡыҙҙарға мөхәббәт иткеләнем. Эсемдән генә булһа ла һөйөп йөрөнөм. Ләкин һис ваҡытта үҙемде онотоу, мөхәббәт иғлан итеү дәрәжәһенә еткәнем булманы. Үҙемдә ҡыҙҙарҙың мөхәббәттәрен йәлеп итә торған ҡеүә вә истиғдад юҡ булғандыр инде. Һәм дә эш яңғыҙ минең мөхәббәт итеүемде генә түгел, бәлки һөйгән ҡыҙымдың да миңә мөхәббәт итеүе кәрәк бит әле. Шуның өсөн үҙ тарафымдан ғына булған мөхәббәтте ҡыҙға белдереп, уның артынан йөрөүҙе күңелем эстәмәй ине. Ѓйләнеү ниәте булмаған ваҡытта, ҡоро мөхәббәт тип йөрөүҙе тейешһеҙ бер эш тип хисап итә инем.

Һәр нәмә иһә был турала кем башына ниндәй эш төшһә, шул кеше үҙе белә. Мин үҙ башыма төшкән, фекеремә килгән нәмәләрҙе генә яҙғас, шул юлым менән яҙып барайым әле. Мин юғарыла: «Бәғзе ҡыҙҙарҙы яратып та йөрөнөм»,— тигән инем. Ысынлап та, ваҡытында яратып йөрөнөм. Уны инде бер ҙә танып ҡалдырырға ҡулым бармай. Ләкин ул мөхәббәттәр шул ваҡыттарҙа булдылар. Әле бына был ерҙә яҙғанда ғына шул ваҡыттарым иҫемә төштө. Уларҙың күңелемдә ҡалған томанлы һүрәттәре күҙ алдыма килде. Фәҡәт зарарлы түгел, хатта бәғзе мөхәббәттәремде инде йүләрлек тип хисап итәм. Ул ҡыҙҙарҙы инде иҫкә төшөрөүҙә файҙа юҡ. Эсемдән генә һөйөп, үҙем генә белеп, күҙемде тейәп йөрөгән ул ҡыҙҙар әллә ҡасан кейәүгә китеп бөттөләр. Инде улар ғаилә башлығы, бала-сағалы булып бөткәндәр. Ул ваҡыттар минең өсөн дә йәшлек хәтирәләре генә булып ҡалғандар. Йәш ваҡытта булған мөхәббәт-фәләндәр ышанысһыҙ булғанлыҡтан, ул турала тәфсилән яҙырға ла лөзүм күрмәймен. Ѓйләнеү тәбиғи булған бер эш булһа ла, был мәсьәләгә бик өҫтән, еңел генә ҡарау тейеш түгел, бәлки зарарлы тип беләм.

Инде мин аласаҡ ҡыҙҙың тәбиғәт һәм әхлағын, тәрбиә һәм тәғлимде белеп алырға, ул да минең тормошомдо белеп, ике тарафтан камил ризалыҡ менән булырға тейеш икәнен үҙемә лазым иткән инем. Яңғыҙ минең уны яратыуым ғына ла етмәй, ул да мине яратһын, шулай булғанда ғына ғаилә рәхәте була тип иғтиҡадындамын.

Атаның ризалығы менән генә ҡыҙ алһам, миңә ҡыҙ табыуы еңел ине. Ләкин миңә ҡыҙ атаһының ризалығынан бигерәк, ҡыҙҙың үҙ ризалығы кәрәк ине. Мин ала торған ҡыҙҙы күреп, һөйләшеп, әхлаҡ һәм тәрбиәһен тамам белеп алырға теләй инем. Ләкин был ваҡыттағы ғәҙәттәр, татар ҡыҙҙарының ҡыҫынҡы тормоштары, уларҙың кеше күҙенә күренергә ярамай торған мәхлүҡ булыуҙары минең был фекерҙәремде бәреп ваталар ине. Татар ҡыҙҙарының дүрт диуар араһында мәхбүс хөкөмөндә көн итеүҙәре, пәрҙәләнгән, сырналған көйөнсә йөрөп, әҙәм күҙенә күренә алмауҙары — иң ҙур маниғтарҙан булып һанала ине. Күреп алыу тигәс тә, бәғзе кешеләрсә, ҡыҙҙы бер генә мәртәбә күреп, ҡыҙ менән бер генә рәт ултырып алыуҙы күреп алыуға хисап итмәй инем. Бер генә рәт күреү менән уның ниндәй холоҡта икәнен, әхүәл рухиәһен аңлап еткереү бик еңел булмаҫ, тип фекер итә инем. Бер генә рәт күреү менән бер кешенең ниндәй холоҡта һәм ниндәй тәбиғәттә икәнен белә алыу бик аҙ кешеләргә генә миәссәр булһа булыр. Бер күреү менән буйын, матурлығын белеп булһа ла, кеше бит донъяла яңғыҙ матурлыҡ менән генә мәсғүд йәшәй алмай. Тышынан ҡарағанда ҡып-ҡыҙыл булып торған алманың эске тарафы серек йәки тәмһеҙ булыуы ихтимал.

Инде нисек булһа ла, ни генә әйтһәм дә, һәр ваҡыт күреп, ултырышып ҡыҙ алырға мөмкин түгел ине. Мине мәҡсудыма ирештерә торған юл да — аласаҡ ҡыҙ менән мәктүб арҡылы танышыу, үҙемдең мәҡсудымды, тормошомдо мәктүб арҡыры ғына булһа ла, башта уға белдереү ине. Бында дәхи бер мөшкөл йәһәт килеп сыға, йәғни бер ҙә кем икәнен белмәгән, танышмаған бер ҡыҙға нисек итеп хат яҙырға кәрәк? Бер ҙә белмәгән көйөнсә мәктүб яҙыуымды, ул минең хиффәт вә аҡылһыҙлығыма хәмел ҡылыр. Миңә тәрбиә күрмәгән татар күҙе менән ҡарар. Инде ул минең мәктүбемә риза ла булһын, мине яратһын да, ләкин уның әхлағы, билкөллөһө фекеремдең хилафынса булһа, ни эшләрмен? Мәктүб яҙышып, риза булышҡандан һуң уны ташлау, йәки унан айырылыу, әлбиттә, яҡшы эш түгел. Үҙем эште башлағас, ахырҙа ташлау, бер йәһәттән — ҙур инсаниәтһеҙлек, икенсе йәһәттән — өйләнеүгә бер төрлө уйынсыҡ төҫлө итеп ҡарауҙыр.

Әле ул ҡыҙ яҙған мәктүбтең ниндәй маҡсуд менән яҙылғанын да аңларға кәрәк. Был ваҡытта беҙҙең ҡыҙҙар араһында тәрбиә күргән, үҙенең маҡсудын аңлата алырлыҡ уҡыған ҡыҙ ҙа табыуы мөшкөл эш.

Был бисара ҡыҙҙарға мәктәптәр асылып, уларҙы уҡыта алырлыҡ мөғәллимәләр етешеп, был ҡыҙҙарҙың уҡығанын көтһәм, белмәйем, нисә йылдар көтөргә тура килер!..

Мин был өйләнеү тураһындағы фекеремде иптәштәремә әйтә торған инем. Улар был турала бер ҙә фекер йөрөтмәй, бик ҡыҫҡа ғына:

— Һин уйлағанса бер ҡыҙҙы таба алыу, тапҡан ваҡытта ла, уны күреү мөмкин түгел. Бер байҙың һандығында һаҡланған алтын, көмөштәрҙе күрә алырмын тиһәң, ышанырбыҙ. Ләкин бер татар ҡыҙын күрермен, әхлағын тәжрибә ҡылып алырмын тип дәғүә ҡылыуыңа ышана алмабыҙ,— тип әйтәләр ине. Бәғзе бер өҫтәнерәк уйлағандары:

— Юҡ өсөн ҡайғырып йөрөйһөң икән!.. Беҙҙең татар ҡыҙҙары тал сыбыҡ рәүешендә ул. Тал сыбыҡты теләһәң генә ҡайһы тарафҡа бөгөп булған кеүек, татар ҡыҙҙарын да шулай үҙең теләгән тарафҡа бөгөп була. Йәғни уларҙың саф ҡәлебтәрен үҙ тәбиғәтеңә, үҙ мәсләгеңә бороу бер нәмә лә түгел ул. Алырһың да уҡытырһың,— тинеләр.— Насар булһа ла үҙеңдеке яҡшы, тиҙәр.

Мин дә, «насар булһа ла үҙ татарым, үҙ ҡаным, үҙ милләтемдең ҡыҙҙары башҡа милләттең ҡыҙҙарынан шул йәһәте менән артыҡ булыр» тип уйлай инем. Инсаф менән ҡарағанда, татар ҡыҙҙары уҡымағандар, тәрбиәһеҙҙәр тип, уларҙы кәмһетергә лә хаҡыбыҙ юҡ ине. Иң элек үҙебеҙ йүнләп тәрбиәле, мәғрифәтле булмағас, улар һуң нисек тәрбиәле, уҡымышлы булһындар?.. Уларҙың ҡәбилиәтһеҙлектәрен: уҡытып, тәрбиә ҡылып тәжрибә итмәйенсә тороп, уларҙы түбән күреү бик мәғкүл эш булып етмәһә кәрәк. Аҙ ғына уҡығандарыбыҙ: «Татар ҡыҙҙары тәрбиәһеҙ, белемһеҙҙәр»,— тип тиң күрмәй, башҡа милләт ҡыҙҙарына өйләнә башлаһалар, уларҙы уҡытырға сәбәпсе булмаһалар, беҙҙең хәлебеҙ ҡайҙа барып туҡтар һуң?— тип уйлай инем.

Иптәштәрем араһында татар ҡыҙҙарын тиңһенмәй, рус ҡыҙҙары менән тора торғандары ла бар ине. Мин, уларҙың тормоштарын күреп, тәжрибә ҡылған, уларҙың мәсғүд түгел икәнен тамам белеп, уларҙың көн итеүҙәренең насарлығынан тамам нәфрәтләнгән инем. Мәҫәлән, бер татар балаһы ни саҡлы русса уҡып, уларҙың тәрбиә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тамам төшөндөм тип дәғүә ҡылһын, дин, ҡан, ғөрөф-ғәҙәттең башҡа булыуынан, уның бер рус ҡыҙы менән мәсғүд тора алыуына, араларында һалҡынлыҡ булмай ҡалыуына ышанмай инем. Яҡын таныштарымдан «Н» исемле дуҫым бер рус ҡыҙын алды. Улар башта бер-береһен һөйөп, тамам ғашиҡ һәм мәғшүкә кеүек булдылар. «М» исемле был ҡыҙҙың һис бер дингә иман һәм иғтиҡады булмаған кеүек, «Н» дуҫымдың да дингә иғтиҡады юҡ. Фәҡәт исеме генә мосолман ине. Хатта ул ҡыҙҙың күңеле өсөндөр инде, исемен дә Николайға алмаштырған. Быларҙың дәғүәләренә ҡарағанда, тамам мәғәнәһе менән хөр инеләр. Былар дин һәм милләтте иғтибар иткән бер кешегә «инсаниәтһеҙ, тар фекерле» тип кенә ҡарай торғандар ине. Донъяла тел менән дәғүә ҡылған эште фиғыл, ғәмәл менән иҫбат ҡылыу, әлбиттә, еңел эш түгел. Шулай уҡ дуҫымдың һөйәркәһе лә:

— Дин һәм милләт һис бер ваҡытта иғтибар ҡылынырға тейешле түгел, кеше тамам хөр булһын,— ти торған ине. Ләкин үҙе һаман дуҫымдың исеме Николай булыуын, татарҙың ғөрөф-ғәҙәтен ташлауын, татарҙарҙы ауыҙға ла алдырмай, уларға ҡатнашмай, рустар менән генә йөрөүен ысын күңеле менән арзу итә ине. Дуҫым һаман уның һүҙенән мәғлүб була, үҙендәге дини, милли хистәрҙе нисек булһа ла һелкеп ташларға теләй. Ләкин ҡыҙ һаман әүәлгесә ине. Ысын инсаниәтлегебеҙ дәғүәһе менән былар дин, милләт айырмаһына ҡарамай, бергә ирле-ҡатынлы булып тора башланылар. Мин быларға һаман бара торған инем. Затән, улар минең барыуымды ауырһынмайҙар, бәлки теләйҙәр генә ине. Быларҙың араһындағы мөхәббәт һәм инсаниәт күп ваҡыт дауам итә алманы. Рус милләте тураһында аҙ ғына һүҙ асылһа, «М» тамам асыулана, бер ҙә урынһыҙға: «Һин минең милләтемде тәғҡиб итәһең!..»— тип һүҙгә башлай. Бара торғас былар дингә лә кереп китәләрҺ һәр икеһенең дини, милли хистәре ихтыярһыҙ ҡуҙғала, уйнап башлаған һүҙ ысынлап ҙурға китә, асыуланышыу менән тамам була торған ине.

Былар һәр икеһе выжданән мөғәззәптәр ине. Быларҙың тормоштарында бер ҙә ҡыҙыҡлыҡ һәм мәғсүдиәт юҡлығы бер ҡарауҙан уҡ билдәле ине. Ни саҡлы татыу һәм мөхәббәт менән торған рәүештә күренергә теләһәләр ҙә, дин һәм ҡандың башҡа булыуы, быларҙың араһындағы татыулыҡты, тыштан ғына булған мөхәббәттәрен емерә ине. Быларҙың бик әһәмиәтһеҙ, ваҡ мәсьәләләр өсөн дә бер-береһенә ҡаршы төшөүҙәренә ғәжәпһенә инем. «Тәрбиәле булыу ошо тормоштан ғибарәт булһа, тәрбиәнең мәғәнәһе нәмә икән һуң?»— тип уйға ҡала инем. Әллә быларҙың фекеренсә, тәрбиәле булыу — русса тел белеп, урамдарҙа һәм башҡа урындарҙа ыҫпай һәм сибәр күренеп йөрөүме икән, тип уйлай инем. ѓатын менән ир араһында тәбиғәт, әхлаҡ бер рәүештә булмағас, дин һәм милләт башҡа булғас, аҙ нәмәнән дә күңел ҡалыу, бара торғас, ике аранан мөхәббәттең юғалыуы бик ихтималдыр. Кеше ни ҡәҙәр дин һәм милләт айырмаһына иғтибар итмәү дәғүәһендә булһа ла, әҙәм булғас, ҡан ҡыҙып, асылына тартыу мөмкин, хатта ғади бер эштер.

Бына ошо эштәрҙе күргәс, мин: «Заһира тәрбиәһенә генә ҡарап, башҡа милләт ҡыҙҙарына өйләнеү тейеш түгел икән»,— ти инем. Аҙ ғына үҙ кәйефенә ярамаған бер эште күргәс тә «татар булғас, татар шул» тип эсенән генә уйлаһа ла, әлбиттә, бик еңел эш түгел инде.

Минең башҡа кешеләрҙә эшем дә юҡ. Үҙ хәлем үҙ башыма артығы менән еткән. Үҙемә ғаид булған эштәр тураһында яҙайым әле.

Мин бер татар мәҙрәсәһендә тәрбиә ҡылынғанмын. Рус тормошона, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һуңынан ғына аҙыраҡ әшнә булдым. Рус телен дә үҙ ижтиһадым менән аҙ-маҙ ғына белдем. Шулай була тороп, «татар ҡыҙҙары тәрбиәһеҙҙәр, бинаән ғәләйһи, миңә тиң түгелдәр» тип, бер рус ҡыҙына өйләнеү дәрәжәһендә ахмаҡ түгел инем. Әле миңә шуны ла уйларға кәрәк. Йүнле тәрбиә күргән бер рус ҡыҙы минең кеүек бер татар балаһына киләме һуң? Тәрбиә күрмәгәне, уҡымағаны булһа, уның руслығынан, кешеләрҙән ҡасмай йөрөүенән генә миңә ни файҙа булыр.

Рус ҡыҙы булғас та, уның кем икәненә ҡарамай, алданып йөрөгән кешеләрҙе лә күрҙем. Ләкин уларға мин түбән күҙ менән ҡарай инем. Уҡымаған бер рус ҡыҙын заһирән мөслимә итеп алыу ғәҙәте лә бар. Ләкин минең фекеремсә, донъяла бер мөслимәнең артыуына артыҡ әһәмиәт бирерлек эш юҡ ине. Уҡымаған, бер нәмә белмәгән миллиондарса мөслимәләребеҙ бар. Беҙгә шуларҙы ғына ла ысын мөслимә итһәк, етеп торор тип уйлай инем. Һәр кем үҙе иғтиҡад ҡылған динендә торһон, күңеле эстәй икән, башҡа бер динде белеп, уның ғалилегенә төшөнөп, шул дингә керә икән, теләһә ни эшләһен, унда минең ҡатышым-фәләнем юҡ ине. Һәр кешенең үҙ дине үҙенә мөҡәддәс, ата-баба йолаһы, мәғруф ғәҙәттәре (зарарлы булмағанда) ғәзиз булырға тейеш тип беләм. Үҙенең тормошон яҡшы итеү, йәки берәй кешенең күңеле өсөн дин ташлап, икенсе дингә күсеүселәрҙе, дин менән уйнаусылар тип, яратмай инем. Дингә иғтиҡад итмәгәндә, рәсми ҡағыҙҙарҙа булһа ла, үҙенең мәнсүп булған дине менән йөрөүҙе артыҡ күрә инем. Ваҡ-төйәк нәмәләргә алданып, йәки ҡатын-ҡыҙ хәтере өсөн исем алмаштырыусыларҙы түбән кешеләр тип карай инем. Сөнки кешелек исем алыштырыуҙа булмайынса, ғилем һәм мәғрифәттә икәнен һәр кем белергә тейеш. Дин, исем-фәлән алыштырыусы кешеләргә юҡҡа алданыусылар, үҙ файҙаларын уйлаусы хаиндар, тип уйлай инем. Һәр кеше үҙ мәсләген, үҙе тотҡан юлын, әлбиттә, туғры иғтиҡад ҡыла торғандыр, унда һис һүҙем юҡ.

1903 йыл, 19 декабрь.

Беҙҙең халыҡ араһында ҡыҙ алырға тура килһә, аласаҡ ҡыҙҙың әхлағын һәм башҡа йәһәттәрен башҡа кешеләрҙән һорашып ҡына белеп булалыр. ѓыҙҙың әхлағын, буй-һынын һорашҡандан һуң ғына күңел бер ҡарарға килһә, ҡыҙға хат яҙырға, уның менән хәбәрләшергә мөмкин. Был ғәҙәттән мин дә мөстәснә булманым. Алырға уйлаған ҡыҙҙың буй-һынын, ниндәй әхлаҡта икәнен һораша башланым. Был ваҡытҡа ҡәҙәре бер-ике рәт, йыраҡтаныраҡ булһа ла, уның һылыулығын, буй һәм төҫөн күргән инем. Улай йыраҡтан күреү, кешеләр вәситәһе менән генә ҡыҙҙың әхлағын тикшереп, шунан һуң өйләнеү, етерлек ҡәҙәр мәғлүмәт бирә алмаһа ла, башҡа сара юҡ ине. Күп кешеләрҙән һорашып, үҙем дә бер-ике рәт күрергә муафәҡ ҡыҙҙың исеме Ләйлә ине. Мин уны һораштым, кешеләрҙең әйтеүҙәренә ҡарағанда, муафәҡ тә таптым, һылыулығы ла яҡшы тип әйтерлек бар ине. Ләкин ул әле минең күреүемде, кешеләрҙән һорашыуымды, ихтимал, белмәй ҙә торғандыр.

Матур йөҙлө кеше күп ваҡытта әхлаҡлы була. Һәм дә исемдә лә бер хикмәт бар. Ләйлә исемле ҡыҙ күбеһенсә ғалибән матур булыусан икән. Мин был ике нәмә менән тафаил иттем. Былай өҫтән хөкөм итеүем, һаман бер аҙ ҡатын-ҡыҙ ғаләменә ҡатышмай үҫеүҙең зарары булһа кәрәк.

ѓыҙ йәрәшергә йөрөгән ваҡытта, егеттәрҙең күҙҙәрен ҡан баҫып, алданыу ихтималы ла юҡ түгел. Күп егеттәр, ҡыҙ йәрәшеү ҡыҙыҡлығы менән, башҡа йәһәттәргә фекерҙәрен йөрөтә алмай, алданып та ҡуялар. Хосусан, йәш ваҡыттан бирле ҡатын-ҡыҙ ғаләменән айырым үҫкән бер егет булһа, уның ҡыҙ тигәс үк ауыҙ һыуы ҡорой, ҡыҙҙарҙың һәммәһе лә күҙ алдына берәр мәләк булып тәмәссел итә. ѓыҙҙарҙың исемдәрен ишетеү, йыраҡтан кәүҙәләрен күреү менән бөтә донъяһын оноталыр. Шуның өсөн ул аласаҡ ҡыҙҙы артыҡ тикшерә лә алмай, барып ҡабалыр.

25 декабрь.

Мин әле Ләйләне кешеләрҙән һорашып, үҙенә белдермәй генә күреп йөрөй торғас, уны, гүйә, үҙемә ҙур бер мөнәсәбәтле ҡыҙ төҫлө күрә башланым. Ул миңә, ниңәлер, яҡын күренә ине. Күңелемдә Ләйләгә бер мөхәббәт һиҙә инем. Был да шул йәш ваҡытымдан бирле ҡатын-ҡыҙ донъяһынан айырым үҫкәнлегем сәбәпле булһа кәрәк. Нимә булһа ла булыр инде, аллаға тәүәккәл итеп, Ләйләгә бер мәктүб яҙырға уйланым. Мәктүб яҙыу, был ни тигән һүҙ?.. Бер ҙә белеш, таныш булмаған бер ҡыҙға нисек итеп мәктүб яҙырға кәрәк? Уны нисек яҙа башлап: «Мин һине һөйә инем»,— тип мөхәббәт ғарыз итергә кәрәк? Әллә ул минең һорашып йөрөгәнемде ишеткәндер ҙә! Әгәр ҙә бер ҙә белмәгән һәм ишетмәгән булһа, минең яҙған мәктүбемә ҡаршы рәд яуабын бирһә, ни хәл итермен?..

Күп уй һәм фекерҙәрҙән һуң хат арҡыры маҡсудымды яҙмаҡсы булдым. Рәд ҡылһа ҡылыр инде, унда минең эшем юҡ. Ул ваҡытта Ләйлә икенсе берәр кешегә мөхәббәт бағлаған булыр. Улай булған һүрәттә, миңә үпкәләргә лә урын ҡалмай. Мөхәббәт, күңел бер ҡош кеүек бит, теләһә ҡайҙа барып ҡунһа ла, һүҙ әйтеп булмай. Мин фәҡәт маҡсудымды әйтеп ҡалайым тинем. Күреп тә һөйләшмә, мәктүб тә яҙма, был инде мөмкин булмаған бер эш тинем дә, ҡағыҙҙы алдыма йәйеп һалып, ҡулыма ҡәләм тоттом. Үҙем ҙур тип иғтиҡад ҡылған кешеләргә мәктүб яҙғаным бар ине. Ләкин һис ваҡытта былай ҡаушағаным хәтеремә килмәй. ѓәләмде тотоу менән ҡалтырай һәм ҡурҡа башланым. Нимә яҙырға белмәй, ун минут ҡәҙәр тәрән сөкүт эсендә ултырҙым. ѓәләм яҙмаҫҡа теләй, мин уны тәклиф иткән төҫлө була инем. Көс һәм ҡеүәтемде һалып, көслөк менән мәктүбте яҙып бөттөм. Уҡып ҡарағас, мәктүбемде үҙем дә яратманым. Әллә ни рәүешле яҙылған; хатта, Ләйлә урынында мин булһам, был мәктүбте бер ҙә яратмай, йыртҡылап ташлар инем. Был мәктүбте ебәрергә күңелем йәсәрәт итә алмай ине. Икенсе бер ҡағыҙ алып, йүнәтеп, дәхи бер мәктүб яҙҙым. Быныһы аҙ ғына рәткә керерлек булды. Зарафҡа һалып, был мәктүбте ебәрергә ҡарар бирҙем. Үҙем һаман: «Ысын күңелемдән яҙған был мәктүбте Ләйлә башҡа татар егеттәре яҙған мәктүбтәр хисабына керетеп, асыуланып рәд ҡылһа, йәки яуапһыҙ ҡалдырһа, кеше күҙенә ни йөҙ менән күренермен?»— тип уйлай инем. Ни булһа ла булыр, был мәктүбем менән фекеренең, аҡылының дәрәжәһен белермен тинем дә, мәктүбемде ебәрҙем.

27 декабрь.

Ләйләгә был мәктүбте яҙғандан һуң үткән минуттар бик оҙон, бик ауыр күренде. «Ни яуап килер икән?»— тип уйлай инем. Бына бер көн мәктүбемде алып киткән ... килде. Ул үҙенсә бик ҙур эшкә муафәҡ булған әллә нәмәгә ғәләбә һалған рәүешле булып, бер ҡағыҙ килтереп бирҙе. ѓулдарым ҡалтыраған хәлдә алып уҡыным. ѓаршы яҙған яуабы: «...әфәнде, илтифатығыҙҙан мәмнүн булдым. Бер аҙ уйлағандан һуң яуап яҙырмын»,— тигән ике йөмләнән ғибарәт ине. Был ике йөмләнән мин әллә нәмәләр аңлап бөттөм. ѓайта-ҡайта уҡыным. Бер-ике көн эсендә һис бер эш менән мәшғүл булманым. Шул ике йөмлә мине мәшғүл итергә артығы менән кафи ине. Ѓс көндән һуң мәктүбтең яуабы ла килде.

Ләйлә был мәктүбендә минең маҡсудыма муафәҡ әҫәре күрһәткән, бәғзе шарттар өҫтөнә ата-әсәһенең дә риза булыуҙарын шарт иткән ине. Был мәктүбен уҡығас, мин ни ҡәҙәре шатланғанымды үҙем дә белмәймен. Уның был илтифатын күргәс, үҙемдә бер кешелек, юғарылыҡ хис итә башланым.

Икенсе мәктүбемдә үҙемдең тормошомдо, фекеремде бик асыҡ итеп яҙҙым. Ләйлә лә икенсе мәктүбендә үҙенең мәмнүниәтен, ысын күңеле менән риза буласағын тамам белдергән ине. Бынан һуңғы мәктүбтәребеҙ, мөхәббәт һәм истиҡбал мәсьәләләре менән тулы була торған ине. Мин үҙемдең ҡорған пландарым, истиҡбалем хаҡында булған фекеремде энәһенән ебенә ҡәҙәр ҡалдырмай, мөфассал яҙа торған инем.

Ләйлә лә үҙенең тәьҫирәтен, ни турала фекерҙәр йөрөткәнен, хатта был көн ни нәмәләр эшләп көн уҙҙырғанды бер ҙә ҡалдырмай яҙа ине. Бер көн Ләйләне күреп, һөйләшеп ултырырға ла муафәҡ алдым. Беҙ был ваҡытта нәүбәт менән һөйләшә инек. Был ваҡытта икебеҙ ҙә шат һәм мәсғүд инек. Был минуттарымды ғүмеремдең иң мәсғүд сәғәттәренән тип хәтирә дәфтәремә яҙып ҡуйҙым.

1904 йыл, 25 декабрь.

Ләйләне рәтләп күрмәгән ваҡытта, мәктүбтәрен уҡып та, һөйә инем. Үҙен күргәс, һүҙҙәрен ишеткәс, был һөйөүем дәхи башҡаланды — күп дәрәжә артты. Ләйләнең һүҙҙәренә, хәрәкәтенә, фиғылдарына ҡарап, тәбиғәтемә иң муафиҡ бер ҡыҙ икәнен белдем. Беҙ һаман хаттар яҙышып тора инек. Ләйләнән килгән хаттарҙың һәр бер нөктәһенән бер мәғәнә сығара инем. Уның мәктүбе изге бер ҡул менән яҙылған рәүешле күренә ине. Ләйлә менән икәү тамам ризалашып бөткәс, атаһына ҡоҙа ебәрҙем.

13 февраль.

Ләйләнең атаһы мине үҙенә кейәү итергә лайыҡ күргән һәм дә риза ла булған: «Ләйлә риза булһа, ике-өс көндән һуң хәбәр итербеҙ»,— тип ебәргән ине.

Ѓс көндән һуң Ләйләне бирергә риза булғанлыҡтарын хәбәр иттеләр. Мин, был хәбәрҙе ишеткәс, ысын шатланыу менән шатландым. Был сәғәттәге тәьҫирем ғүмеремдә, белмәйем, икенсе рәт булмағандыр. Был көндән һуң Ләйлә минең һөйөклө зәүжәм буласаҡ ине. Ни ҡәҙәр маҡсудиәт был!.. Мин үҙемде ысын мәсғүд, ысын бәхетле тип хисап иттем. Был саҡлы бәхетле булыуыма күңелем ышанмай ине. Шулай шатлыҡ менән, зифаф, туй көнөн көтөп ҡалдым.

15 февраль.

Мин инде Ләйлә менән тора башлаған инем. Мин был ваҡытта хәҡиҡәтән бәхтиәр инем. Уның әхлағын, матурлығын яраттым. Ул артыҡ матур ҙа түгел, фәҡәт яҙбале ине. Ул, баҫынҡы ғына, әйткән һүҙҙәремде тыңлап тора, белмәгән урындары булһа, белергә ижтиһад ҡыла ине. Үҙенең күҙ ҡарауы, тәбәссем менән, мәсғүд икәнен белдерә ине. Ләйлә ҡәлбенә тап төшмәгән, көҙгө төҫлө, саф ҡәлебле бер ҡыҙ ине. Љилеме аҙ, ләкин ғали фекерле, ҡатынлыҡтың иң мөбһәм әсрары менән мөзәйян ине. Хәйәтемдең егерме етенсе сәнәһендә тыныс бер тормошҡа — әхлаҡлы бер ҡыҙға өйләнеүемдән мәмнүн инем. Хәйәтем нисек булһа ла булһын, Ләйләне мәмнүн итеү өсөн һәр бер ауырлыҡҡа ҡаршы торасаҡ инем. Ләйләнең мине яратыуына тамамән ҡаниғ инем. Торған ғына һайын Ләйләгә мөхәббәтем арта барғанға, һөйөүем төрлөсә булғанға күрә, мөхәббәт — төбө булмаған бер диңгеҙ, тип уйлай башланым.

Мин үҙемдең хисиәтемде, әфкәремде һөйләгәндә, Ләйлә көләс йөҙ менән, ирендәрен тибрәтеп, ихлас тыңлап ултыра, бәғзан ҡаршы яуап бирә, күңелендә шик ҡалған кеүек булһа, шул турала сөәл ҡыла торған ине. Уның ул матур тауышы, өҙәләнеп-өҙәләнеп һүҙҙәрен теҙеп, әкрен генә һөйләшеүе, тәғәжжеп урындарында, күҙҙәрен тултырып тура ҡарап, үҙенең тәғәжжебен белдереүе, һәр бер урында етди сөәлдәр биреүе ҡәлбемә тәьҫир итә, күңелемде үҙенә тарта ине. Туғрыһы, мин Ләйләне өмөт иткәндән күп дәрәжә артыҡ таптым. Һис бер ҡеүәт һәм көс уны яратмауымдан маниғ итә алмаҫлыҡ дәрәжәгә килдем.

Ул, үҙенә булған мөхәббәт һәм мәфтүниәтемде бер ҙә белмәгән рәүештә, һаман ғади ғына ҡылана, бер ҙә ифрат китмәй, һәр урында уртан ғына бара ине. Уның бар маҡсуды — мәғлүмәтен арттырыу, файҙалы китаптар осраһа, уҡыу, мәғәнәле һүҙҙәр ишетһә — хәтеренә алып ҡалыу ине. Күңелемдән: әллә был үҙенең матурлығын белмәй, минең мәфтүниәтемде һиҙмәйме икән, тип уйлай инем.

Ул бәғзан ҡыҙ ваҡытында кәрәк ҡәҙәр уҡый алмағанына үкенә, уҡытҡан абыстайына асыуланған кеүек була, татар ҡыҙҙарының был хәлдә ҡалыуҙарына тәьҫир итә ине. Аҙ ғына буш ваҡыты булһа, тиҙ генә берәй китап алып уҡырға керешә, белмәгән, төшөнмәгән һүҙҙәр тура килһә, тиҙ генә һорап ала, ҡыҙ ваҡытында бушҡа үткән ғүмерҙәрен был форсат менән ҡайтармаҡсы була ине. Ләйләгә: «Һин белмәйһең»,— тип һис бер ваҡытта ла әйтмәнем, бәлки ваҡытым булған мөдәттә уҡыттым, тәрбиә ҡылдым. Был ваҡыттарҙа беҙҙең кескенә өйөбөҙ бер дәресхана кеүек ине. Уның уҡымай ҡалғанын күреп хәсрәтләнеү ҡайҙа? Бәлки уның уҡыуға һәүәҫен, ҡәбилиәтен күреп, шатлығым арта ғына ине. Уның тапланмаған ҡәлебе һәр бер нәмәне тиҙ генә төшөнөп ала, тәлҡин ҡылынған бер фекерҙе шул көйөнсә ҡабул итә ине.

Бәғзе ваҡытта уның диндән тип ышанған берәр фекеренә ҡаршы һүҙ әйтелгәндә, ул тәьҫирләнә, ифрат китәһең, тигән фекерен хәрәкәте менән ижтиһад итә, ахырҙа:

— Улай уҡ булырмы икән һуң?..— тип моңло ғына бер сөәл бирә ине. Бының кеүек фекерҙәребеҙ ихтилаф ҡылған мәсьәләләрҙә һүҙемде, фекеремде аҡрынлап ҡына аңлатырға тырыша инем. Ул, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе сүпләп торған рәүештә, текләп ҡарап тора. Һүҙем тамамланған кеүек булғас, үҙе шикләнгән урында дәхи сөәл биреп ҡуя ине. Уның ҡылған сөәлдәре, шикләнгән урындары артыҡ тәрән булмаһа ла, бәғзан бик ҡыҙыҡ ҡына һүҙҙәр ҙә әйтеп ебәрә ине. Мин, уның үҙен һөйләтергә, уның ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тыңларға яратҡанға, нисек тә уға күберәк һүҙ сығарырға урын ҡалдырып һөйләргә тырыша инем.

Матур бер әҫәрҙе уҡығанда ул сабырһыҙлыҡ менән китаптың нәтижәһен көтә, үҙенең вөжүден онотҡан рәүешле булып тыңлай, ҡыҙғаныслы урындар тура килһә, уфлап ҡуя ине. Уның диҡҡәт менән тыңлауын күҙ аҫтынан ғына ҡарап ләззәтләнә инем... Мин уҡыуымда дауам иткәндә, ул бәғзән нәҙек бармаҡтары менән китаптың битен асып ҡуя, быны ғәйри ихтыяри эшләгән кеүек була ине. Китапты уҡып бөткәс, ниһайәтенә еткәнгә үкенгән төҫлө була.

— Уф, бик ҡыҙыҡ ине, бөттө ләме ни?— тип иркенләп һулыш ала ине. Арымай-талмай, янында торған ултырғысты алып ултырһа, гүйә, һүҙенең тәртибе боҙола, ләззәте кәмей тип уйлай ине.

Ләйлә — барына шөкөр, юғына сабыр итә торған бер ҡыҙ ине. Мин бәғзе ваҡытта уны башҡа ҡатындар кеүек матур кейемдәр, ынйылы ҡалпаҡтар кейендереп йөрөтә алмағаным өсөн ояла, «был инде кейенәһе киләлер ҙә, булмағас, аптырағанлыктан йөрөй торғандыр», тип уйлай һәм:

— Ләйлә, мин һине башҡа ҡатындар төҫлө матур кейемдәр кейендереп йөрөтә алмаймын, был турала, бәлки, шайәт күңелең, аҙ ғына булһа ла, төшөнкө булалыр. Нисек итәйем һуң? Донъя беҙгә артыҡ мал бирмәгән, бирһә — беҙ ҙә шулай йөрөр инек.

Ләйләнең был һүҙгә бер ҙә иҫе китмәй:

— ѓоро кейемдә ни файҙа бар һуң? Үҙең мине унан тамам һыуындырып бөтөрҙөң, ә инде кейем һөйләйһең,— ти ине. — — Мин һинең был турала хәтерең ҡалмаймы икән тип, беләһем килә. Һүҙең бик туғры, әлбиттә, ундай нәмәләрҙә һис бер хикмәт юҡ. — — Кейем-фәлән өсөн бер ҙә иҫем китмәй. Йәш ваҡытымдан бирле кейенеүҙән артыҡ ләззәт тапманым. Затән, заһира зиннәттәргә ихлас һәм мөхәббәтем дә юҡ ине. Ошо көнгә тормошобоҙҙан ғәйәт мәмнүнмен. Миңә ошо рәүешле тормош етә... — тип тәсәллә бирә ине.

Беҙҙең тәбиғәт һәм әхлағыбыҙ шул дәрәжә берләште, һис бер ваҡытта беребеҙ теләгән нәмәгә икенсебеҙ ҡаршы төшкән ваҡыт булманы. Бер йыл ҡәҙәре үткән ғүмеребеҙ, шулай рәхәт һәм тыныслыҡ менән үтеп, бер көн саҡлы ла булманы. Бер йыллыҡ хәйәтебеҙҙә булған ваҡиғалар шул өс-дүрт сәхифәгә яҙған тәьҫирәттән ғибарәт ине.

1905 йыл, 1 март.

Донъя бит был, донъя!.. Донъяла һәр нәмә булырға, тормош төрлөсәгә әйләнергә мөмкин. Бәғзан бәхет һәм иҡмал йәшен кеүек ялт итә лә, күҙгә салынып, тиҙ генә юғалып китә. Бөтә тирә-яҡты ҡара болот төҫлө бәхетһеҙлек ҡаплай.

Кәрәк «ҡара бәхет» тип исем бир, кәрәк «фәләк» тип тәҡбир ит, нисек булһа ла, шуларҙың береһе осрап, ҡулдағы рәхәтлекте кире ала. Булыуына ышанмаҫлыҡ ауыр хәсрәттәргә осратып, тамам ғажиз итәлер. Бәхете кире киткән кешегә бындай хәсрәттәр бик йыш осрай. ѓыҙыҡтырып, күҙҙе сағылдырып киткән сәғәҙәттәр, гүйә, үкендерер өсөн күҙ алдына килеп киткән кеүек булалар. Хәйәт хәтеремдең башынан бирле бер генә рәхәткә осраған инем. Ул да — Ләйлә ине. Ләкин был Ләйлә мине үкендерер өсөн генә булған икән.

Минең ҡара бәхетемдең бер мөйөшө Ләйләгә лә етеште. Уның менән бергә хәйәттең бер генә сәнәлек сәхифәһен асҡан инек. Бер ҙә уйламаған ваҡытта Ләйлә ауырый башланы. Уйламаған ерҙән был яу минең бөтә истиҡбалемде емерҙе.

З апрель.

Ләйләнең ауырыуы шиддәт кәсеп итә ине. Ул ғына етмәһә тағы, Ләйләнең ауырыуы сәбәпле, эшемдән туҡтап, килә торған вазифаларымдан мәхрүм ҡалдым. Ысын күңелем менән яратҡан Ләйлә ауырыу булыуы менән фәҡирлек икеһе бер юлы бер ғәзиз башҡа килгәс, мәғишәт итеүҙең ни ҡәҙәр ситен булыуын яҙып торорға ла хәжәт күрмәймен.

Ләйләнең айҙарса дауам иткән ауырыуы уны тамам иҙҙе, хәлһеҙләндерҙе. Ул инде итһеҙ, ҡоро һөйәк булып ҡалған ине. Уның парлаҡ һәм һөйөмлө ике күҙе эскә батып, таный алмаҫлыҡ бер дәрәжәгә килде. ѓараңғы төндәрҙе йүтәл менән кәһем-кәһем тип, күҙен дә йома алмайынса, йүткерә башланы. Ул яуыз ауырыуҙың исемен дә әйтәһем килмәй. Ләйлә «чахотка» тигән ләғнәт менән ауырый ине. Тамағына килеп тығылған кескенә бер нәмәне сығара алмайынса, әллә нисә минуттар буйынса көсәнә, хәле бөтөп, күгәреп йығыла ине. Аһ, яуыз йүтәл!.. Бер ҙә гонаһһыҙ бәндәгә — Ләйләмә, ник бер ҙә генә шәфҡәт ҡылмай? Аҙ ғына булһа ла ҡыҙғанмай?

Был йүтәлде иң ҙур бер дошманым күрә башланым. Әгәр ҙә ул тәжәссем итһә, аҡтыҡ тамсы ҡаныма ҡәҙәр фиҙа итеп, Ләйләне уның ҡулынан ҡотҡарырға риза булыр инем. Ләкин, ул яуыз, Ләйләнең күкрәгенә кереп йәшеренгән, минең күҙемә күренмәй ине. Ләйләгә әллә ниндәй бер көс биреп, шул яуызды сығартыр, күҙемә күренһә — башын иҙеп бөтөрөр инем. Мин бының өсөн нисек хәсрәтләнмәнем! Ни ҡәҙәр күҙ йәштәремде түкмәнем! Бәғзе ваҡыт Ләйләгә тәсәллә өсөн:

— Йәнем, артыҡ ҡайғырма! Инша алла, терелерһең әле, бына әүәлгесә рәхәт көн итә башларбыҙ,— тип үҙем ышанмаган нәмәләр менән йыуатырға теләгән була инем. Ләйлә был һүҙемә ҡаршы көслөк менән тәбәссем итеп, мәьюсәнә һәм өмөтһөҙ бер хәлдә, әкрен генә: — — Белмәймен, йәнем!— тип башын ғына һелкә. Ул был баш һелкеүе менән был донъяла тороуҙан өмөт өҙгәнен белдерергә теләй ине. Ул бәғзе ваҡыт миңә туп-тура ҡарай ҙа, ике күҙенән бөртөк-бөртөк йәшен ағыҙып, мине ҡыҙғанған рәүешле була ине. — Мин:

— Йәнем, ниңә илайһың? Күп илап үҙеңде-үҙең бөтөрмә,— тигәс, ул: — — Йәнем, бер ҙә хәлем юҡ шул, донъяла торормон тип, бер ҙә өмөт итә алмаймын. Һин минең өсөн көнө-төнө мәшәҡәт күрәһең. Һине ҡыҙғанам да, һин донъяла яңғыҙ ҡалырһың тип ҡайғырам,—- тип тағы илай ине. — — Улай уҡ өмөтөңдө өҙмә әле, Ләйлә! Минең мәшәҡәт күрһәтмәҫ өсөн, башымды икенсе яҡҡа әйләндерә. Был ләззәтле бер нәмә. Һинең күңелең рәхәт тапһа, мин ни саҡлы булһа ла мәшәҡәткә риза,— тип күҙемдәге йәште уға күрһәтмәҫ өсөн, башымды икенсе яҡҡа әйләндерәм. Был ваҡытта Ләйлә лә башын һелкә ине. — Бисара Ләйлә! Ул, хәйәтенән өмөтөн өҙгәнгә күрә, башын һелкте. Ул үлемдән бигерәк хәйәтендәге был ауырыуынан мөтәәззи вә мөзтариб ине. Ул аҙ-маҙ бергә тороп тамам эйәләшкән мине уйлай һәм ҡыҙғана ине. Аһ, хәйәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ төрлө төҫтәге буяуҙан ғибарәт булған бер ләүхә рәүешендәге хәйәт!.. Сәғәттәрсә Ләйләнең янында, уның һалҡын ҡулын тотоп, һынған күңелен табыр өсөн, сөкүт вә ғәм эсендә ултыра инем. Ул осоп-осоп ҡанаттары талып йығылған бер ҡош балаһы кеүек, ике күҙен мөлдөрәтеп ята ине. Затән, хәйәт уның ике күҙендә генә ҡалған ине.

Минең ниһайәтһеҙ хәсрәт эсендә, ашамай-эсмәй, йүнле йоҡламай ултырғанымды күреп, ҡыҙғанған була, күҙен һөҙөп ҡарап:

— Аҙ ғына булһа ла ятып хәл йый инде. Былай ултырыу һиңә бик ҡыйын бит!.. Мин үҙем дә ятырмын,— тигән була ине. Уның күңеле булһын өсөн, мендәремде янына яҡын ғына ҡуйып, күҙемде йомоп, һаташа-һаташа ғына бер-ике минут серем итеп ала инем. ѓайҙа ул миңә рәхәт һәм тыныс йоҡо күреү! Мин инде йоҡоһоҙлоҡҡа тамам күнеккән инем.

Ѓйөбөҙҙә күңелһеҙ бер сөкүнәт һәм тынлыҡ бар ине. Бәғзан Ләйлә еңел бер йоҡоға киткән була, күп тә үтмәй, теге йүтәл килеп, уны уята, маҙаһын ала, күп ҡеүәт һәм көс һалғандан һуң, тамағында торған ҡаҡырығын сығарып ташларға муафәҡ булһа, үҙендә бер рәхәтлек һиҙә ине. Бөтмәҫ йүтәлдең шунда уҡ икенсеһе тамағына килеп тығыла, уны сығарып ырғытырға тағы көсәнә башлай ине. Береһе артынан береһе өҙөлмәй килеп торған нәмәләрҙе көс һәм ҡеүәт сарыф ҡылып сығарып ташларға Ләйлә мәхкүм ине.

17 май.

Көндәр үткән һайын Ләйләнең хәл һәм рәүеше башҡара, ҡеүәте кәмей, хәйәттән өмөтө өҙөлә ине. Ул инде мәңгелек истирәхәткә истихҡаҡ кәсеп ҡылған ине. Бәғзан әсәһе килеп, миңә мөкәүүәнәттә була, Ләйләне тәрбиә ҡыла, әсәлек шәфҡәте менән төрлөсә ярҙам итә ине. Шунда ла мин аслан Ләйләнең янынан айырылмай инем.

Бер көн кис ине. Ләйләнең хәл һәм хәрәкәте көндәгенән күп дәрәжә түбәнләште. Уның тын алыуҙары, ҡул тамырының тибеүе һирәкләште. Был ваҡытта ата-әсәһе лә килгәндәр ине. Ләйлә беҙҙең барыбыҙға ла ҡарап өмөтһөҙлөгөн белдерә, беҙҙең үҙе өсөн ҡайғырып ултырғаныбыҙҙы белеп, беҙгә миннәтдар икәнен аңлатырға теләгән төҫлө була ине. Беҙ, инде уның тын алыуҙарын да хисап итеп торған рәүешле, хәйәтенең аҡтыҡ минуттары икәнен белә инек.

Бара торғас, үҙенән ихтыяр китте. ѓулдарын теләгән ваҡытта һелкетә алмай башланы. Уның инде рухы башында ғына ҡалған төҫлө, башын ғына аҙыраҡ әйләндерә ала ине. Әкрен генә тауышы менән өс хәрефле һүҙҙе өскә бүлеп әйтә башланы. Бер ваҡытта ишара менән генә мине ауыҙы янына саҡырҙы. Аңлатыр-аңлатмаҫ:

— Бәхил бул, йәнем!..—- тине.

Уф, мин Ләйләгә: «Бәхил бул, йәнем!»— тип әйтергә телем бармайынса, бер аҙ торҙом. Сөнки күңелем әле лә уның улеүенә ышанмай ине. Мин ихтыярһыҙ ғына:

— Бик бәхилмен, йәнем, үҙең дә бәхил бул! Тиҙҙән тағы бергә ҡауышырбыҙ,— тинем. Белмәйем, ул минең был һүҙҙәремде аңлай алдымы икән? Ата-әсәһе менән бәхилләшкәндә, ирендәрен аҙ ғына тибрәтә ала ине.

Шул ваҡытта тамағына аҡтыҡ бер нәмә килеп тығылды. Ләкин быны сығарырға көсө ҡалмаған, бары аҙ ғына ғырылдай ине. Күп тә тормай, тәрән һәм тыныс бер йоҡоға китте. Ләкин был әбәҙи вә мәңгелек йоҡо ине.

Аһ, үлем!.. Был шундай үлем ки, ул бөтә йәрәхәттәрҙе ҡаплай, күҙ йәштәрен туңдыра, выждани булған ихтираҡтарҙы бөтөрә, хәстәлек, ҡайғы-хәсрәттәрҙе яңғыҙ ул ғына тәшфи итә. Яңғыҙ үлем генә ялған һөйләмәй. Вәғәҙә ҡылған эшен кәмал сәҙәҡәт менән ифа итә. Аһ, әбәди булған тыныслыҡ!.. Инде ҡалғандар өсөн күҙ йәштәре түгеү, аһ-вәнин эсендә ҡараңғы төндәрҙе үткәреү... Нисек һөйгән Ләйләмдең йәнһеҙ кәүҙәһенә ҡарап?

25 май.

Ләйләнән һуңғы хәйәтем ҡыҙыҡһыҙ ине. Сәғәҙәт һәм рәхәтем Ләйлә менән бергә тәрән ҡәбергә, ҡара ер аҫтына күмелде. Һәр көн Ләйләнең ҡәбере янына барып, күҙ йәшемде түгеп ҡайтыу ғәҙәтем ине. Уның ҡәбере янында асы күҙ йәштәремде түгеүҙе иң ләззәтле һәм тәмле нәмәләрҙән хисап итә инем.

ѓеүәтле тулҡындарҙың сүптәрҙе яр ситтәренә сығарып ташлағаны кеүек, донъяның алан вә әҡдәре, ҡайғы һәм хәсрәттәре мине лә үҙенән сығарып ташлауына ышанған инем. Истиҡбалдәге өмөттәрем, берәм-берәм таралып, нәһи улдылар. Башымды ҡулымдың усына ҡуйып, сәғәттәрсә тәфәккер һәм уй менән көндәремде үткәрә башланым. Фекерем һис бер йөрөмәй, ҡулдарым һис бер эшкә батмай ине. Гүйә, донъяның һис бер эшен эшләмәҫкә йәмин иткән бер кеше рәүешендә ҡалдым. Тирә-яғымдағы бөтә нәмәләр мине ҡыҙғаналар, Ләйлә өсөн мине тәғзиә иткән кеүек булалар ине.

Нисә айҙар буйына бер эш тә эшләмәгәнгә күрә, ҡулымда бер тин булһын, аҡса юҡ ине. Башта был аҡсаһыҙлыҡ өсөн ҡайғыра ла белмәй, тик йөрөнөм. Сөнки донъяның барыбер рәхәт күрһәтмәй икәненә тамам ышанған инем.

Љөмүми баҡсаларға барһам, унда йөрөргә вәлийәҡәтем юҡ төҫлө ине. Бөтә кешеләр мине беләләр, миңә ҡырын күҙ менән ҡарайҙар кеүек була ине. Ул боронғо дуҫтарым, янымдан истихфаф ҡылып киткән рәүешле, көлөшөп уҙып китәләр, ысындан да, миңә илтифат ҡылмайҙар ине. Бер йәһәттән, быларға асыуым килә, икенсе йәһәттән, үҙемдең ҡара бәхетемә үпкәләй инем.

Баҡсала бер аҙ ултырып, мәьюсәнә бер һүрәттә фатирыма ҡайтып, тәрән уйға төшә, хәйәтемдең ибтидаәндән был көнгә ҡәҙәр булған ваҡиғаларҙы уйлап, хәтирә дәфтәремдән берәр-берәр ҡағыҙҙарын әйләндереп сыға инем. Иң ахырҙа теге ваҡытта яратҡан көләс һәм шат дуҫтарымдың төҫтәрен берәм-берәм күҙ алдыма килтереп, үҙемдә һәр береһенә ҡаршы тәрән бер асыу һәм нәфрәт һиҙә инем. Уларҙың ул алдаусы йөҙҙәрен күрмәҫ өсөн, күҙҙәремде шырт йомоп уларҙы уйлау менән выжданымда нәфрәт һәм асыуҙар ҡайнаша. Был асыуҙарҙан ҡотоласағымды белһәм һәм был мөмкин булһа, уларға ғаид булған бөтә хәтирәтемде ҡәлбемдән ҡубарып иҙергә теләй вә иҙер инем. Бер ваҡыттарҙа быларҙың ысын дуҫтарым икәнлектәренә иманым камил ине. Быларҙың һәр береһенән бер ҡеүәт көтә, быларҙың тәсәлләләре менән донъяла йәшәмәк, тырышмаҡ өсөн үҙемдә бер йәсәрәт һиҙә инем. Хәйәттең был текә ярҙарында, тәрән соҡорҙарында, ҡырыйһыҙ, төпһөҙ диңгеҙҙәрендә хәлем бөтһә, берәй ярҙамға мохтаж булһам, донъянан еңелеп, ҡеүәтһеҙ, көсһөҙ ҡалһам, улар миңә ҡеүәт, осорға ҡанаттар бирерҙәр, тип өмөт итә инем. Ләкин был хыялдар барыһы ла буш булып сыҡты. Улар мине хәсрәтләндерергә генә сәбәп булдылар. Мине был хәләттә күргәс, мөнәсәбәттәрен киҫтеләр. Улар — берәй ҡаһарман, мин — юҡ бер кеше булып ҡалдым. Улар менән минең арамда бер ҡара һыҙыҡ булып, дуҫлыҡтар һәм мөддәттәр тамам киҫелде.

Быларҙы уйлап йөрәгем яна, нимә эшләргә белмәй торғанда, Ләйләнең һүрәт һәм хыялы күҙ алдыма килә ине. Ул мине мәғнәүи нәмәләр менән йыуата башлай, мине өмөтләндерә: «Бергә ҡушылырбыҙ»,— ти. Уйлай-уйлай был хәсрәттәремде күҙ йәшем менән йыуып ҡуям. Аһ, күҙ; йәше!..

12 июнь.

Минең хәйәтем «мөбәғид» булған бер сәлсәләи мәҡәләт рәүешендә бара ине. Затән, хәйәт вә донъя — мөбәғди булған бер мәҡәләнән ғибарәт түгелме? Минең хәлемдең аҙағы ла, мәбәғди ҙә белемһеҙ вә ҡараңғы бер нөктәгә бара, ҡайҙа хәтем булыуы мәжһүл түгел ине. Тәьҫирле бер мөәссирҙе уҡып, ахыры нисек булырын зәүеҡ ҡыҙыҡһыныу һәм хәсрәт ҡатыш тәғҡид итеп барған бер уҡыусы кеүек, мин дә хәлемдең ахыры нисек булырын һәм ҡайҙа барып бәрелеүен белмәй, ҡайғы һәм хәсрәт менән тәғҡит итә инем.

Сиге булмаған уй һәм хыялдар мине ауырыуға һабыштырҙы. Мин инде Ләйлә төҫлө йүтәл менән һуғыша башлаған инем. Артымда күҙ йәше түгеп ҡалыусы булмағанға күрә, үлемдән ҡурҡмай, бәлки уны көтә генә инем. Бер сәғәт элек үлеп, Ләйлә менән ҡауышыуымды уйлап шатлана, бары рухани ғаләмдең булыуын теләй инем.

Донъяла һис бер дарыу һәм башҡа нәмәләр ҡотҡара алмай торған үлемдең тырнағына мәхкүм бисаралар барҙыр ки, һарғайтып, киптереп бөтөрә торған ауырыуҙар менән оҙаҡ мөжәдәләр һуңында, өмөтһөҙ бер хәлдә, -— үлемде — хәйәттең һуң дәҡиҡәләрен көтәләр. Мин дә шул хәстәләр кеүек, хәйәтемдең аҡтыҡ минуттарын көтә башлаған инем. Был көндәрҙә минең донъя менән алыш-бирешем, туғрыһы, һис бер ғәләкәм ҡалмаған ине. Хәйәтем асы булған хәлдә, ер өҫтөндә бер нисә йылдар йәшәнем. Донъяла һис бер нәмә өсөн үкенес һәм хәсрәтем ҡалманы. Минең донъяла ике генә һөйгән һәм яратҡан нәмәм бар ине: береһе — милләтем, икенсеһе — Ләйләм. Быларҙың береһе мәңге үлмәҫ, һаман донъяла йәшәр. Икенсеһе минән мөҡәддәм үлде. Мин һөйгән милләтемдән айырылһам, һөйгән Ләйләм янына барыуымды уйлап, шатлана инем.

5 сентябрь.

Инде үлемгә мәхкүм улғанымды асыҡ белдем. Дуҫтарымдың төҫтәрен хәтеремә килтереп, вафаһыҙлыҡтарынан, выжданһыҙлыҡтарын бер заубек истиғраб менән тәшрих итәмен. Инде улар белһәләр ине — мин мәсғүд инем. Сөнки миндә һеҙҙеке кеүек боҙоҡ бер ҡәлеб, туймаҫ бер күҙ юҡ. Мин һеҙҙең тормошоғоҙҙан, алдашыуығыҙҙан выждан һатып хәйәт эстәүегеҙҙән кәһкәһә менән көләм. Мин үҙемсә иң мәсғүдмен. Таҙа ҡәлеб, саф күңел менән бер аллаға ҡайтам...

Хәмиттең дәфтәре ошонда тамам булды.

1905 йыл, 7 октябрь.