Хәрефтәр килде ҡунаҡҡа/Н

***


Нурсилә нәски бәйләй,
Ә Нур ҡарай нимәгә?
Нисек бәйләйҙәр нәскиҙе? —
Ул ҡыҙығып күҙәтә.