Хәстәрлекле сәүкә(хикәйә). Салауат Кәрим

Хәстәрлекле сәүкә ( хикәйә )
автор Салауат Кәрим
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Хәстәрлекле сәүкә


 
 Ҡоштарҙың үҙҙәренә аҙыҡ хәстәрләгәндәрен күргәнем юҡ ине. Күптән түгел мин бер сәүкәне күҙәтеп торҙом, һеҙгә лә һөйләйем әле был хаҡта.
Шулай, ишек алдында йөрөй инем. Бер сәүкә баҡса тирәләп осоп әйләнде-әйләнде лә тынып ҡалды. Туҡта әле, күҙәтәйем быны, нимә эшләргә уйлай икән?
Сәүкә минең яҡынайғанымды һиҙҙе булһа кәрәк, үҙенең табышын — икмәк һынығын суҡып алып икенсе урынға күсеп ултырҙы. Бынан асыҡ күренгәнгә, мин уны ҡабат борсоманым. Ризығымды алып ҡуймаһын, тип уйлайҙыр, бәлки.
Ҡошсоҡ башта суҡышы менән соҡор ҡаҙыны. Һуңынан икмәкте шунда һалды. Тик соҡоро бәләкәйерәк булдымы, икмәк һынығы һаман күренеп тора бирә. Суҡышы менән бер-ике тапҡыр төртөп ҡуйҙы. Юҡ, барыбер табышын йәшерә алманы. Сәүкә икмәк һынығын ситкә алып ҡуйҙы ла яңынан соҡой башланы.
Соҡор әҙер булғас, һыныҡты яңынан һалып, күмеп ҡуйҙы. Өҫтөндә бер-ике тапҡыр һикереп тә алды. Үҙе миңә ҡарап-ҡарап ҡуя. Күреп торҙоң, тейәһе булма, йәнәһе. Бәлки, күмгән урынын нығыраҡ хәтерләү өсөн берәй билдә ҡуйғандыр. Кем белә инде. Шунан ғына һауаға күтәрелде.
Унда ла ҡапыл осоп китмәне. Ризығын йәшергән тапҡырҙа түңәрәк әйләнеп елпенде, шунан ғына баҫыу яғына йүнәлде.
Мин эстән генә: «Икмәгеңә теймәм, тик һин йәшергән ереңде онотоп ҡуйма, тиҙерәк кил», — тип ҡалдым.


1988 йыл