Хәтер күпере. Әлфиә Әсәҙуллина

Хәтер күпере (Поэма)
автор Әлфиә Әсәҙуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2011. Нәшер ителгән: «Ағиҙел», 2012, № 4. Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы



Ҡартатайым Вәлиәхмәт Нурислам улы Әсәҙуллин 1912 йылда Ауырғазы районы Үтәймулла ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ауыл Советы рәйесе булып эшләгән.

Армияға уны аты менән бергә алғандар. Генерал Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 275-се уҡсылар полкы составында яуға ингән. 1942 йылдың 5 декабрендә Сталинград яуында – Дондағы Ростов өсөн барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк булған.

* * *


Тәбиғәттең шау сәскәле мәле,

Күңелдәргә шифа – тормош йәме,

Бал туғылған кеүек татлы һауа,

Зәңгәр күктән нур, йылылыҡ яуа,

Шундай илаһи яҙ.

Әҙәм менән

Тик изгелек йәнәш йөрөгәндәй.

Күңелдәрҙе ялғап, мәрхәмәттән

Яҡты йәйғор күпер түшәлгәндәй.

Ихласлыҡтан,

                    булмыш алсаҡлығы

Күҙ нурҙары булып сәселгәндәй,

Бәлә-ҡаза, хәүеф-хәтәр күрмәй,

Шатлыҡ менән генә йәшәлгәндәй.

Күңел күтәренке, кәйефтәр шәп,

Йөрәк инде осар ҡоштай һымаҡ.

Тирә-йүнгә рәхим-шәфҡәт сәсеп,

Йүгергәндәй сихри шишмә йырлап.

Йәшәп кенә туймаҫ был донъяла

Булһа ожмах – булыр ошо төҫлө.

Күңелдәрҙе имләп, донъя иңләп,

Йөрәктәрҙе яулай йәшәү көсө.

Шундай яғымлы яҙ,

Еңеүле яҙ,

Ҡояш нуры булып йәнгә һеңә.

Еңеүле яҙ бүләк иткән ғүмер –

Киләсәкте –

                  уға,

                         һиңә,

                                  миңә.



Самолет бортына ултыртты

                                  егерме туристы

                                                         һәм осто.

Ҡырым.

Ҡара диңгеҙ

Тартып тора тиңһеҙ.

Күрмәгән ерҙәргә уй тартып,

Күңелдә ашҡыныу уятып.

 

Һуғыш үткән ергә юлым төштө,

Тетрәндергес хистәр кисерәм.

Вәлиәхмәт ҡартатайымды

                                                һәм

Өләсәйемде иҫкә төшөрәм.

Тарих булып ҡалған үткәндәрҙә

Ата-бабам ғүмере –

                           шәжәрәм.

Мин бар булһын,

                мин йәшәһен өсөн

Үҙ ғүмере менән түләгән.

 

Ҡартатай ҡарасман булған,

Шуға ҡушамат алған

Ул “Ҡара Вәли” тигән,

Уңғанлығын ил белгән.

Халҡымды зар илатып

Дошман килгәс ер баҫып.

Ҡартатай ҙа яуға сапҡан

Ат менеп, ҡылыс аҫып.

Сталинград янындағы

Ҡан ҡойошло һуғышта

Ҡартатайым һәләк булған

Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ ике – ҡышта.

 

Сталинград...

                       Севастополь...

Тарихта –

                   Герой-ҡала.

Ҡаялай ҡалҡып, дошманды

Салҡатан иткән ҡала.

Севастополгә юл төштө,

Йөрәккәйем ярһыулы.

Самолет саҡрымдар еңә –

Уйҙарымда –

                        яу ҡыры.



Симферополь –

                        аэропортлы ҡала,

Беҙҙең сәфәр ары йүнәлә.

Автобуста тирә-йүнгә бағам;

Оҡшашлыҡ күп тыуған ерҙәргә.

Тауҙар тынған урман ҡосағында,

 Аҡландар ҙа ҡуя осрап.

Тау ҡыялап елгән юлдарҙа ла

Ҡабыҙылған төҫлө шәмсыраҡ.

Магнолия сәскә атҡан икән,

Мин белмәгән тағы әллә ни;

Хуш еҫтәрҙең ҡатнаш гөлләмәһен

Һулай-һулай башың әйләнер.



Севастополь...

Һаумы!

Тик картанан күреп кенә белгән

                                                    аҡ ҡала.

Тарих уҡып белдем: һине һаҡлап,

Күпме моряк, һалдат баш һалған.

Тәү ҡарашҡа бер ни булмағандай,

Яраларың инде уңалғандай,

Кешеләр ҙә етеш тормош көтөп,

Йәшәп,

             эшләп,

                       иркен һулағандай.

Тиңһеҙ гүзәллектең ҡосағында

Фирүзәләй тулҡын бәүелтеп,

Ҡара диңгеҙ ята, офоҡ биләп,

Ҡарап торам бына иҫ китеп.

Ҡара диңгеҙ,

                   исемкәйең “ҡара”,

Үҙең бер ҙә ҡара түгелһең.

Үтә күренмәле зәңгәр һыуың

Булып китә ҡай саҡ күгелйем.

Тәүге тәьҫораттар, ят мөхиттең

Сағыу күренеше уй биләй.

Диңгеҙ һыйған тәрән сөңгөлдәргә,

Минең кисереште ул белмәй.

 

Һуғыш үткән ергә тәүгә килдем,

Йөрөмәйем эҙләп мәрәкә.

Севастополь...

               Ҡанлы яра

                              әрнеүҙәре йәндә,

Һыҙланыуҙар ҡалды йөрәктә.

Ете ҡалҡыулыҡҡа һибелешеп,

Йорттар үҫкән, урам һуҙылған.

“Ҡара йылға” һыуы гәлсәрҙәй саф.

“Теге саҡта ҡыҙыл ҡан булған, –

                              тип һөйләй гид.–

Һауанан да,

                     диңгеҙ,

                              ҡоро ерҙән –

Һәр тарафтан ҡамай дошмандар.

Сат йәбешеп,

                 совет һалдаттары

Кәүҙә менән ерҙе ҡосҡандар”.

Аһ! Тыңлауы ла ауыр!

Ә һуғышта –

             бомба!

                   Снаряд!

                              Ҡан!

                                   Үлем...

Ер һиллеген һаҡлар,

Быуындарҙы быуындарға ялғар,

                                                      имләр өсөн

Өҙөлгән бит һанһыҙ күп ғүмер.

 

Беҙҙең өсөн йылға ҡандар аҡҡан.

Беҙҙең өсөн миллион йән ҡыйылған.

Ата-баба рухы күҙәткәндәй,

Һынап торғандай ҙа тойола.

Атҡан таңдар алһыулығы өсөн,

Тыныс булһын өсөн ил көн-төнө,

Ҡаты алыштарҙа ялҡын йотоп,

Көлгә ҡалған улар ғүмере.

Йылдар ҡатламында ҡала бара

Һуғыш шаңдауҙары,тарихта.

Булмай уны йыл саңынан әрсеп,

Булмай инде унда барып та.

Тик йөрәктә йәшәй хәтирәләр,

Утлы усаҡ –

                       күңел уй-ғәме.

Юлым төшөп диңгеҙ ярҙарына

Уның яңырыуын белһәмме!?

 

Форсат сығып бында килгәнемә,

Шөкөр итәм күпте белгәнгә.

Тере хәтерҙәрҙә, иҫтәлектә

Йәшәй бары шәһит үлгәндәр.



Һуғыш барған һымаҡ күҙ алдында;

Үлемесле алыш – янымда.

 

Севастополь...

          Һынһыҙ һөлдә кеүек,

Янған,

         емерелгән

                         бина-хараба.

Һуғыш йөҙөн фашлап, туристарға,

Ҡалдырғандар һүтмәй, ҡарарға.

Быялаһыҙ, рамһыҙ тәҙрәләре

Шәһиттәрҙең баш һөйәгендәге

Күҙҙәр соҡоролай өңрәйгән.

Кешелекте ҡурсап һәләкәттән,

                                                 ул киҫәтә,

Өнһөҙ әйтә, гүйә,

Хәтирәләр һөйләй – ни күрһәм.



Сеү!

Ҡара янған диуар эргәһендә

                                      ниндәй ауаз сыға,

Кемдер ярҙам һорай,

                                  бик ауырмы уға?

Радар һымаҡ, ҡолаҡ ауаз аулай.

Зиһен аңлай, барлай...

“Туҡта!

Ниндәй тауыш?!

Үҙе ғәзиз,

                 таныш.

Аңым аңҡы-тиңке,

Ғажизмын бер килке...

Таныш тауыш

Ҡан тамыры буйлап

Булмышымды биләй,

Аң-зиһенде яулай,

Уны рухым аңлай.

Был бит юҡҡа түгел!

Иләҫ-миләҫ күңел,

Йөрәк лебер-лебер,

Күҙҙәр йәшкә мөлдөр...

Туҡта!

Ҡартатайым!

Һинең тауышыңды

Ишетмәһәм дә бер,

Айырам,

                аңлайым”.

Был “алтынсы

                  тойғо” һиҙеүеме,

Йөрәктеңме

                     танып тибеүе?

Ҡартатайым тауышы

                           яңғырамай.

Аңға һеңә бары,

            рухым аңлай.

“Нихәл, ҡыҙым,

Ейәнсәрем минең,

Юлдар үтеп оҙон,

Килереңде һиҙеп,

Белгәйнем.

Мин бит илдә

Тыныс булһын өсөн

Алтмыш туғыҙ йыл элек үлгәйнем.

Дошман башын ҡыйып,

Юлдар ярҙым,

Тик еңеүгә өмөт бағлап барҙым...”