Шатлыҡ(шиғыр).Р.Тимершин

Шатлыҡ(шиғыр).Р.Тимершин (Шиғыр )
автор Р.Тимершин
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Шатлыҡ


 Маҡтана тип уйламағыҙ,
 һөйләмәйем маҡтанып:
һөнәрлеләр бик күп беҙҙә,—
Әйтәм быны шатланып.
"Ҡыҙыҡ фокустар күрһәтә —
 Маһирлыҡ бар Ғаянда.
 Гәүһәриә ҡумыҙ сиртә.
 Барый уйнай баянда.
Илдус, Илшат, Илһам, Илдар,
 Зариф, Мәғариф, Урал...
 Кемдән һораһаң да әйтер:
 «һәйбәт ҡурайсы улар!»
«һандуғас» тип йөрөтәбеҙ —
 Сара йырлай бик матур.
 Мандолинала шәп уйнай
 Наил менән Биктаһир.
 Кем оҫта бейей, тиһәгеҙ,—
  Сәлимә менән Дилә!
 Минең дуҫым Ғайса хатта
 "Ҡош булып һайрай белә!
Талип тальян гармун тарта,
 Фәһимә — һүҙ оҫтаһы...
 Концерт әҙерләгән саҡта
 Бер кем тормай ҡыҫтатып.
Әйтмәй ҙә торам: бергәләп
 Концерт ҡуйҙыҡ кисә беҙ.
 Көткәндән дә күңеллерәк
 Килеп сыҡты кисәбеҙ.
— Рәхмәт!— тине ауылдаштар,—
Кисәне бик оҡшаттыҡ!..
 Башҡаларға шатлыҡ биреү
Үҙе бит ул ҙур шатлыҡ!


1996 йыл