Шағирҙың алтын приискаһында

Шағирҙың алтын приискаһында
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1930. Сығанаҡ: * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Апрель числоһы инеү менән, мәҙрәсәләге бай шәкерттәр таралып бөттөләр. Тик, беҙҙең кеүек, бай малайҙарына аш бешереп, сәй ҡайнатып көн күргән ярлы уҡыусылар ғына тороп ҡалдылар.

Бай малайҙары таралыу менән, мәҙрәсәлә уҡыуҙар ҙа туҡталғанға күрә, беҙ уҡыуһыҙ ҙа, эшһеҙ ҙә тороп ҡалдыҡ. Хәҙер беҙҙең башҡа: «Ни эшләргә инде, ҡайҙа китергә?»— тигән уй төштө.

Үткән йыл йәй беҙ төрлөбөҙ төрлө ерҙә эшләп йөрөгәйнек. Мин Троицк байҙарынан бер байҙың заемкаһында эшселәргә аш-һыу әҙерләп, «кашевар» булып хеҙмәт иткәйнем.

Быйыл унда бараһы килмәй. Сөнки унда, берҙән, көн һайын ике ҡамыр тәпәне икмәк баҫып, шуны әүәләп, мейескә һалыу, ҙур ҡаҙан менән аш бешереү, көнөнә бер нисә тапҡыр ике күнәк һыйышлы самауыр ҡайнатыу, иртәле-кисле һыйыр һауыу кеүек ваҡ эштәр ялыҡтырған. Икенсенән, жалованиеһы бик аҙ — айға биш кенә һум. Ул аҡсаға кейем алһаң — ашарға ҡалмай, ашарға тотһаң, яланғас йөрөргә тура килә. Быйыл нисек тә күберәк аҡса килтерә торған берәр төрлө файҙалы эш табырға тура килә. Тормош барған һайын ауырлашты. Беҙҙең иптәштәр берәмләп, икешәрләп тарала башланылар: ҡайһы берәүҙәре йөн йыуырға мойкаға, ҡайһы береһе берәр байҙың көтөүен көтөргә киттеләр. Бара торғас, беҙ мәҙрәсәлә өс-дүрт кенә шәкерт тороп ҡалдыҡ. Һәр көн төрлөбөҙ ҡаланың төрлө еренә йөрөп, эш эҙләп тә ҡарайбыҙ, ҡайҙа ниндәй эш барын һорашабыҙ, ләкин һаман рәт сыҡмай: йә бөтә йәй буйына егерме һум ғына бирәләр, йә булмаһа ваҡытлы эштәр генә күр-һәтәләр. Быларҙың һәр икәүһе беҙҙең ҡорған планға тура килеп бөтмәйҙәр.

Беҙгә йәй буйына өҙлөкһөҙ эшләнә торған һәм иң аҙында 30—40 һум хосул килтерә торған эш кәрәк. Бара торғас, беҙҙең тағы берәүебеҙгә эш табылды. Хәмзә тигән иптәш «ишан хәҙрәт»тең ҡуйҙарын көтөргә көтөүсе булып инде. Ул иртән китә лә, көн буйынса көтөү көтөп, кисен беҙҙең янға ҡайта, етмәһә тағы ҡалған бәлештәр, һимеҙ иттәр ашағанын һөйләп беҙҙең йөрәкте яндыра. «Ас булһағыҙ, мә, минең эсемде ялағыҙ»,— тип беҙҙен асыуҙы килтерә торғайны. Беҙ, өс шәкерт, һаман эш эҙләйбеҙ.

Шулай бер көндө иртүк тороп ҡала араһына сығып киткән Зиннәт мәҙрәсәгә кискә ҡарай ғына әйләнеп ҡайтты. Ул үҙе алтын тапҡан кеүек шатланған, ҡайтып инеү менән:

— Мин бөгөн баҙар мәхәлләһендәге мәҙрәсәлә уҡыған яҡташтар эргәһендә булдым. Улар иртәгә алтын ҡаҙый торған ергә китәләр, бынан 160 саҡрым ерҙә «Восьмой» тигән алтын приискыһы бар икән. Уның хужалары мосолмандар икән,— тип приискыны маҡтап китте һәм үткән йыл, приискыға эшкә барған ҡайһылыр бер шәкерттең йәй буйы эшләгәндән һуң, ашауҙан артып 40 һум саф аҡса алып ҡайтҡанын, быйыл да шунда эшкә киткәнен үҙ күҙе менән күреп торған кеүек һөйләне.

Беҙ уның был шатлыҡлы хәбәрҙәрен ҡолаҡтарыбыҙ¬ҙы торғоҙоп тыңланыҡ, хәҙер үк «алтын тауы» тапҡан кешеләрсә шатландыҡ:

— Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шунда китәбеҙ!

— Ул прииск ҡайһы яҡта икән һуң?—тигән һүҙҙәрҙе әйткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Зиннәт уның ҡайһы яҡта икәнен һәм унда ҡайһы юлдан, ниндәй ауылдар аша барырға кәрәклеген бик төпсөп һорашҡан икән. Ул үҙе йөрөп ҡайтҡан кеше кеүек:

— Ул прииск Верх Урал (Верхне-Урал) өйәҙендә икән. Унда көнбайыш яғына ҡарап китергә, иң элек Берлин унан Тарутин тигән ауылға барырға кәрәк икән, — тип ауылдарҙың исемдәрен һанап китте һәм, юл һорарға—тел бар, аҙашмаҫҡа күҙебеҙ бар, нимәгә ҡурҡып торорға, тип өҫтәп ҡуйҙы.

Мин Зиннәткә:

— Булды, китәбеҙ. Ә һуң 160 саҡрымға нисә көндә етербеҙ икән?— тигән һорауҙы бирҙем. — Биш көндә етербеҙ...

— Ну, алты көн китһен, ләкин беҙгә барғас та эш кенә табылһын, барыу бушҡа китмәҫме икән һуң? Зиннәт эш табылыуына бик ныҡ ышанған бер төҫ менән:

— Унда барып ҡына ет! Барып етһәң, эш була инде ул. Разве алтын сыҡҡан ерҙә эш булмай, мин үҙем барам тек барам,.. — тип үҙенең бер ҙә шикләнмәй кнтә-сәген белдерҙе һом баяғы һүҙенә өҫтәп:

— Унда тағы шуныһы бар икән әле, унда шәп ямғырҙар артынан, үткән ҡыш йыйылып өйөлгән балсыҡтар өҫтөнән алтын эҙләргә саҡыралар икән. Шунда ҡайһы бер бәхетле кешеләр бына шул тиклем ҙурлыҡта, — баш бармағын күрһәтеп, — алтын киҫәге табалар икән. Шул уҡ байҙар үҙҙәре лә ул алтындың мыҫҡалын шунда уҡ ике һумдан һатып алалар икән...

Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, беҙҙең ҡолаҡтар үрә торҙо.

— Вәт әй, ҡайҙа икән шәп кәсеп!

— Бәхеткә ҡаршы, берәр киҫәк алтын тапһаҡ, һатырбыҙ ҙа аҡсаһын уртаҡлашырбыҙ, унан беҙ бай малайҙарына самауыр ҡуйып тороуҙан бөтөнләй ҡотолорбоҙ,— тип хәҙер үк самородка тапҡандай шатландыҡ, һәм беҙҙең алдағы көндәр яп-яҡты булып киткәндәй булды. Китеү тураһындағы һүҙ байтаҡҡа һуҙылды. Беҙ Зиннәт менән икәү юллыҡ аҡса рәтләп алыу менән, «Восьмой» приискыһына китергә ҡарар бирҙек.

Ләкин теге бер иптәшебеҙ ниңәлер киреләнде:

— Юҡ, мин бармайым, ниңәлер күңел тартмай. Шул тиклем ергә этләнеп йәйәү барырһың да, эш тапмаһаң ни эшләрһең? — ти. Беҙ уның һүҙенә ҡаршы:

— Һиңә бер ерҙә лә бешереп ҡуймаҫтар инде. Һин эш эшләргә ялҡауланаһың. Шундай ерҙә эш табылмай ҡалыу мөмкинме һуң? Әйҙә барайыҡ, ни булһа ла бергә күрербеҙ, — тип уны ҡыҫтап та ҡараныҡ, булманы.

— Юҡ, булмай, үҙегеҙ барығыҙ, мине ниңә көсләйһегеҙ,— тип, беҙҙең менән барыуҙан бөтөнләй ҡул һелтәне. Беҙ инде Зиннәт менән икәү генә китергә һүҙ беркеттек тә юллыҡ аҡса табыу мәсьәләһен һөйләргә тотондоҡ.

— Берәр һум аҡса ҡайҙан табырға инде?

Иптәш бер аҙ уйлап торғандан һуң:

— Ишан хәҙрәттән көҙгә тиклем үтескә һорап торайыҡ, көҙ ҡайтҡас бирербеҙ,— тигән фекерҙе әйтте. Мин уның был һүҙенә ҡаршы төштөм:

— Юҡ, ул беҙҙең кеүек ярлы шәкерттәргә бирмәй, тик аталары бай булған ышаныслы шәкерттәргә генә үтескә бирә,— тинем.

— Ну, ҡайҙан алырбыҙ һуң?

— Әйҙә, уҡый торған китаптарыбыҙҙы һатабыҙ, Фәхри хәлфә шундай нәмәләрҙе ала бит.

— Ала торған булһа, әйҙә һатабыҙ...

Ике һүҙҙән һуң, ул үҙе уҡый торған «Мохтасар» китабын, мин «Шәрхемулла»ны һатырға булдыҡ. Иртүк тороп, китаптарҙы ҡулға алдыҡ та Фәхри хәлфәнең йортона киттек. Ләкин был барыуҙа:

— Хәлфә ағайығыҙ йоҡлай әле,— тип яуап бирҙеләр. Бер аҙҙан һуң икенсе тапҡыр барҙыҡ:


— Яны ғына сығып китте,— тинеләр. — Инде ни эшләргә һуң?

— Булмаһа, беҙ уның намаҙҙан сыҡҡанын көтөп торайыҡ та шунда осратайыҡ,— тип, уның өйлә намаҙынан сыҡҡан ваҡытын көтөргә булып, мәҙрәсәгә ҡайттыҡ.

Өйлә етте. Ишанға мөрит булырға килгән суфыйҙар, тағы әллә кемдәр өйлә намаҙына ағыла башланылар. Беҙ икәү «Мохтасар» менән «Шәрхемулла»ны ҡосаҡлап, мәсет тирәһендә әйләнгеләп, Фәхри хәлфәнең сыҡҡанын көтәбеҙ. Көтөү бик оҙаҡ булып күренде. Бына намаҙҙан сыға башланылар. Бына Фәхри хәлфә лә сыҡты. Беҙ уның кешеләрҙән бер аҙ алыҫлашҡанын ҡарап торҙоҡ та ҡаршыһына сығып сәләм бирҙек. Ул беҙгә һул күҙе менән ҡарағас та, беҙ икәү берҙән ҡулыбыҙҙағы китаптарыбыҙҙы күтәреп, шул китаптарыбыҙҙы күрһәттек. Ул башта:

— Кәрәкмәй, алмайым,— тип яуап бирҙе. Ләкин беҙ уның эргәһенән китмәй, үҙенең күҙенә тилмереп ҡарап торғанды күргәс, бик һалҡын рәүештә:

— Күпме һорайһығыҙ һуң?—тине.

Беҙ алдан һөйләшеп ҡуйған план буйынса:

— «Мохтасар»ға 50 тин, «Шәрхемулла»ға 60 тин,— тинек. Хәлфә яҡын да килмәне:

— «Мохтасар»ҙың яңыһы 70 тин, «Шәрхемулла»ның 1 һум бит уның, — тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә йортона ҡарап китә башланы. Беҙ аптырашта ҡалдыҡ, арҡан менән тартып алып барған кеүек, уның артынан барып, ялынған рәүештә:

— Үҙең белеп бир инде, хәлфә ағай!..—тип тағы ла уның юлын киҫтек.

Ул аҙ ғына уйлап торҙо ла:

— Икеһенә 50 тин бирәм,— тине.

— Бик осһоҙ була бит, хәлфә ағай.

— Китаптарҙың миңә кәрәге лә юҡ, тик әле һеҙҙе ҡыҙғанып ҡына 50 тин бирәм,— тине лә ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап алға китте. Уның шулай алға китеүен күргәс, беҙҙең приискыға барып эшләп аҡса алыу, ямғыр артынан баш бармаҡ ҙурлығындағы самородкалар табыу пландарыбыҙ бөтөнләй емерелгән кеүек булды.

Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып торҙоҡ та, «икеһенә 60 тин һорап ҡарайыҡ, бирмәй икән, икеһен 50 тингә лә бирербеҙ», тигән уй менән хәлфәнең артынан йүгереп барҙыҡ та уны туҡтаттыҡ.

— Хәлфә ағай, икеһенә 60 тин бир инде.

— Юҡ, булмай.


— Ярай улай булғас, ал инде...

— Мин һеҙгә күптән тейешле хаҡын бирҙем инде, — тип беҙҙең китаптарҙы алып, һул яҡ ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла, уң ҡулы менән сапанының итәген ҡайтарып, портмонетын кеҫәһенән тартып сығарҙы. Аҡсаһының күплегенән, уның портмонеты быуаҙ крыса кеүек бүҫелергә, аҡсалары ҡойолоп төшөргә тора ине. Ул шул аҡсалар араһынан 50 тинлек көмөштө алып беҙгә бирҙе. Беҙ аҡсаны алғас:

— Хуш, хәлфә ағай, — тигәс кенә, ул беҙҙән ҡайҙа китеүебеҙҙе һораған булды. Беҙ үҙебеҙҙең «Восьмой» приискыһына эшкә китеүебеҙҙе әйттек. — Бик яҡшы, Рәмиевтәр приискыһына бараһығыҙ икән... Барығыҙ, бар, унда һеҙгә эш булыр. Байҙарҙың аҡмаһа ла, тама бит ул. Хыянатһыҙ, яҡшы хеҙмәт итегеҙ, байҙарға тура хеҙмәт иткән кеше һис бер ваҡыт хур булмай ул...— тип, беҙгә «нәсихәт» иткән булып, китаптарҙы ҡултығына ҡыҫтырып, йортона инеп китте. Беҙ:

—Ну һаран да һуң, ни бары 50 тин бирҙе! Ул бит көҙ көнө беҙҙән алған китаптарҙың бер-береһен алтмышар, етмешәр тингә һатыр, ә үҙе беҙҙән ике китапты илле тингә алды... Шулай файҙа иткән өсөн дә ике ҡатлы йорт һалған да шул...

—Теге приискының хужалары Рәмиев тигән кешеләр икән. Үҙҙәре алтын ҡаҙыта торған булғас, ну байҙар инде улар... Бындағы Янышевтарҙан да байҙармы икән әллә?..— тип һөйләшә-һөйләшә ҡайтып киттек.

Юлда ашарға кәрәк булыр тип, шундағы кибеткә инеп, бер карауай ҡалас, алты мыҫҡал сәй, бер сирек шәкәр алып, мәҙрәсәгә ҡайтып индек.

Тулған ай кеүек балҡып торған ҙур карауай ҡаластың күҙ алдында тороуы ауыҙҙарыбыҙҙан һыуҙар килтерә, тамаҡтарыбыҙҙың төбөн ҡымырйытып тора ине. Ниһайәт, беҙ сыҙай алманыҡ. «Ҡайҙа булһа ла ашарға алынған ҡалас бит ул...»— тип, сәйнүк менән сәй ҡайнаттыҡ та, алтын приискыһын һөйләй-һөйләй, сәй эсергә тотондоҡ. Үҙебеҙ «Мохтасар» менән «Шәрхемулла» аҡсаһына алған ҡалас тәмле була икән, тип көләбеҙ. Әҙләп кенә ашайбыҙ тип ашай торғас, яртыға ҡала яҙҙы. Тамаҡтар туйғас, алтын приискыһында эшләүҙәрҙе, ямғырҙан һуң самородка табыуҙарҙы һөйләшеүҙәр тағы ла күңеллерәк булып китте. Беҙ шул күңеллелек аҫтында, иртәгә иртүк юлға сығырбыҙ тигән уй менән, ҡояш. байығас та, ятып йоҡланыҡ.

Иртәнге ҡояш күтәрелгәндә, беҙ инде, Троицк ҡалаһын артҡа ҡалдырып, Берлинға ҡарап киткән юлдан алға бара инек. Алтын сыҡҡан ергә китеп барыу былай күңелле булһа ла, күптән түгел яуған ямғырҙан бысранып ҡалған юл менән йәйәү барыуы башта уҡ ауыр төҫлө һиҙелде.

Иҫке ситектәр өҫтөнән кейгән яңы сабаталар ике-өс саҡрым ер киткәс үк шешенеп, аяҡтарҙы ҡыҫа башланылар. Үҙҙәренең табандарына бер иле самаһы балсыҡ йәбеште. Май баштары булыуға ҡарамайынса, һауа яҡшы уҡ һалҡын булып, төн яғынан иҫкән әсе ел, кергузин еләндәрҙән үтеп, тәндәрҙе сымырлата башланы. Шуның өсөн беҙ бик ашығып йүгерә-атлай барырға мәжбүр була инек. Төшкә табан көн бер аҙ йылыта төштө. Шунда беҙ бер күл буйына туҡтап, үҙебеҙ менән алған сәйнүктә сәй ҡайнатып, ҡаласлап тороп сәй эсеп ебәрҙек. Хәҙер беҙгә йән инде. Рух күтәрелде. Беҙ хәлләнеп тағы ла алға киттек.

Берлин тигәндәре ҙур ғына бер урыҫ ауылы икән. Ул да артта ҡалды, беҙ бөгөн Тарутинға етеп, йылы өйҙә ҡунырбыҙ тигән уй менән барһаҡ та, булманы. Юлда осраған кешеләрҙән һорашып, ул ауылдың бынан 20 саҡрымдар самаһында икәнен белдек тә юлдан алыҫ түгел генә һабан һөрөп йөрөгән кешеләр эргәһенә барҙыҡ. Улар шул тирәләге бай бер ҡырғыҙҙың хеҙмәтселәре булып сыҡтылар. Беҙ улар менән амандашҡас, шулар эргәһендә ҡунып китергә ҡарар биреп, арҡаларыбыҙҙағы тоҡтарыбыҙҙы алып ҡуйып, уларҙың сәй ҡайнатырға яҡҡан уттары эргәһенә йылынырға ултырҙыҡ. Ярты сәғәт эсендә улар беҙҙең кемдәр икәнлегебеҙҙе һәм ҡайҙа барыуыбыҙҙы энәһенән ебенә тиклем һорашып бөттөләр. Беҙҙең улай-былай шикле кешеләр түгеллегебеҙҙе белеп алғас, үҙҙәренең яндарына сәйгә ултырттылар. Сәйҙән һуң беҙ сабаталарыбыҙҙы сисеп, ситектәребеҙҙе һалып, утҡа ҡаршы ултырып, сыланған сылғауҙарыбыҙҙы киптереп яңынан кейендек. Беҙҙең аяҡтарҙың ҡайһы бер ерҙәре ситектәрҙең ямаулы ерҙәренә тура килеп ҡабарған, ҡайһы бер урындары сейләнеп киткәйнеләр. Теге хеҙмәтсе ҡырғыҙҙар, беҙҙе ҡыҙғана төшөп, аяҡтарыбыҙға һөртөргә һары май бирҙеләр, һары май ҙа һөртөп, йылы сылғауҙы урағас, рәхәт булып ҡалды.

Беҙҙең ятырға теләүебеҙҙе һиҙеү менән, улар тағы ла беҙҙең хәлгә инделәр. Аҫтарыбыҙға ҡоро бесән, өҫтөбөҙгә ябынып ятырға ҡалын кейеҙ бирҙеләр.

Был өс ялсы ҡырғыҙҙар үҙҙәре ошо хәлдә тороп, бер байҙың ялланған батрактары булыуҙарына ҡарамайынса дәртле, күңелле егеттәр булып сыҡтылар. Уларҙың береһе — араһында иң йәшерәге, шунда торған бәйләүле атҡа һикереп менде лә һабан һөрә торған үгеҙҙәрҙе һуғарырға алып китте һәм, бер аҙ китеү менән, оҙон көйгә һалмаҡ ҡына иттереп үләң (йыр) әйтә башланы. Уның иркен күкрәгенән сыҡҡан тауышы тирә-яҡҡа таралып, моңло һәм яңғырауыҡлы ауазы тын даланы уятып, йәнләндереп ебәрҙе. Ул үҙе беҙҙән алыҫлашып, сикһеҙ киң сахралағы ҡараңғылыҡҡа инеп юғалһа ла, тауышы һаман ишетелә, беҙҙән алыҫлашҡан һайын, тауышының моңо арта бара ине.

Икенсе береһе арбаны йөҙтүбән ҡуйып, өҫтөнә бесән ябылып яһалған ҡыуыш һымаҡ нәмәнең түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйған думбыраһын алып сығып, ут ҡаршыһына килеп, аяҡтарын бөкләп ергә ултырҙы. Думбыраһының ҡылдарын бер аҙ рәтләгәндән һуң, күҙҙәрен юғарыға күтәрә төшөп думбыра сиртә башланы.

Был ваҡытта уның утҡа ҡаршы ялтыраған ҡара күҙҙәрендә ялҡынлы дәрт һәм ниндәйҙер бер моң уйнап торған кеүек була ине. Егеттәрҙең өсөнсөһө — ҡарап тороуға элекке ике егеткә ҡарағанда йәшкә ҙурырағы — көпөһөн арҡаһына яба төшөп ҡырын ятты һәм кеҫәһенән шаҡшаһын алып, теҙенә бәргәндән һуң пробкаһын асып, һул яҡ ҡулының усына бер семтемдән насбай алып, ауыҙын юғары күтәрә төшөп, аҫҡы ирене менән тештәре араһына һалып ебәрҙе лә янған утҡа ҡарап уйға ҡалды. Үгеҙҙәр эсерергә киткән егеттең тауышы бик алыҫтан өҙөк-өҙөк булып ҡына ишетелә, шуның менән бергә ниндәйҙер бер киңлекте, әллә ниндәй бер иркенлекте иҫкә төшөрә ине.

Думбыра уйнаусы егеттең ҡулындағы думбыраның ҡылдары телләнделәр, улар үҙҙәренән-үҙҙәре уйнаусы егеттең дәртен, уның эсен, эсендә булған тойғоларын берәм-берәм һанап бирә торған, йәнле бер нәмәгә әйләнеп торған кеүек тауыштар сығара башланылар. Мин бөтөнләй еңеләйеп киттем. Бөгөн иртәнән кискә тиклем йәйәү йөрөүҙән килгән ауырлыҡтар бөткән кеүек булды. Сыҙай алманым, башымды күтәрә төшөп, уның дәрт менән думбыра сирткәнен, шул ваҡыттағы яғымлы ҡиәфәтен ҡарап ята башланым. Насбай һалған егет урынынан ҡуҙғала төшөп янған утты рәтләне, ситтә ятҡан ағас баштарын уттың өҫтөнә һалды ла баяғыса тағы ҡырын ятты.

Ул телләнеп, арлы-бирле һелкенеп янған уттың ялҡындарына ҡарап нәмәлер уйлай, үҙе бер генә лә һүҙ әйтмәй, иптәшенең думбыра уйнауын тыңлай ине.

Думбырасы егет бер аҙ уйнағандан һуң башын тағы ла күтәрә төштө лә, ҡылдарҙы сиртеүен туҡтатмай айырым бер дәрт менән:

Былбылдар пәрәз итеп ошар гөлдә, Шығарыр хафаларын бар күңел дә. Һәр кемдең үз ҡайғысы үзенә артыҡ: Дуғадаҡ — сүлдә, аҡҡос-ҡаз, өйрәк — күлдә. Асау толпар жөрөгән шаҡта аяндамас, Биртелмәҫ тасҡа тейеү менән алмас, Арысланга тиң килерлек буз балалар Дошманға ошорағанда көч аямаҫ

Егет шундай шиғри һүҙҙәрҙе туҡтауһыҙ теҙеп алып китте. Уның тауышы барған һайын күтәрелеп юғарылана, думбыраның ҡылдарынан теҙелеп сыҡҡан өҙөк-өҙөк ауаздар бергә ялғанып көйгә киләләр ҙә, тағы егеттең тауышына ҡушылып, тыңлаған һайын тыңлаһы килтерә торған бер рәүешкә инеп төрлө яҡҡа таралалар ине.

Думбырасының тауышынан дәрт тә, ярһыныу ҙа аңлана, һүҙҙәренән бер төрлө ҡыҫынҡы тормоштан ялығыу, икенсе бер тормошҡа талпыныу ҙа, үҙенең башҡалар менән тигеҙһеҙлегенән ризаһыҙлыҡ, ләкин күкрәгендә был тигеҙһеҙлектән сығырлыҡ көс барлыҡ та һиҙелә ине. Ул шулай байтаҡ үләң әйтеп думбыраһын сирткәндән һуң туҡтаны. Ул туҡрағас, ҡараңғылыҡ эсенән былай ҡарай юртып килгән ат тояғы тауышы ишетелә башланы һәм, оҙаҡ та үтмәй, теге үгеҙҙәр һуғарырға киткән егет ҡайтып, ат өҫтөндә көйөнсә утҡа ҡаршы туҡтаны. Бындағы егеттәр уның өҫтөнә ҡарап:

— Нәмә бар, үгеҙҙәрҙе һуғарҙыңмы?—тинеләр. Теге егет:

— Атаңа нәләт, анау сайҙың буйындағы челек маңынан ҡасҡырмы, нәмәлер бер ҡарасҡыл жай ғына килеп жатыр. Ҡулымда суйлым булманы ғуй. Үҙенең әкәһен танытыр идем... — тип һөйләнә-һөйләнә атынан төшә башланы.

Думбырасы егет уға ҡаршы һалҡын ҡан менән генә:

— Ҡасҡыр имәс, ҡаңғырып жөрөгән эт шығар, монда ҡасҡыр нә ҡылсын,— тине. Өсөнсө егет:

— Ҡасҡыр булһа ла ғәжәп имәс, мондағы малдарҙы аңып йөрөй торған шығар. Тик ул сурлы үгеҙҙәргә бер нәмә дә ҡылмайды ғуй,— тип ҡурҡыныс юҡлығын белдереп ҡуйҙы.

Теге егет атын шундағы арбаға бәйләп ҡуйҙы ла, ҡамсыһын биленә ҡыҫтырып, ут ҡаршыһына килеп сүгәләне. Уның йөҙөнән ниндәй ҙә булһа теүәлләнмәгән бер эше йәки нәмә лә булһа башҡарырға уйлаған бер теләге барлығы күренә ине. Насбай һалған егет уның шулай ултырыуыпан бер нәмә аңлаған кеүек:

— Нәғеп сөмрәйеп ултырырсаң, атыңның эйәр-туҡымларын ал да уттырырға (ашатырға) ҡуя бир,— тине. Думбырасы егет ҡалжың (мәҙәк) рәүештәрәк:

—Бөгөн дө Иркәжапи жапына барин дип уйлап утыратын шығар,— тине.

Был һүҙҙән һуң теге егеттең йөҙө асылып китте.

— Барып ҡайтайын дип идем, сездәр пи дисез?— тип быларға ҡараны.

Иптәштәре уның теләгенә ҡаршы төшмәнеләр, һәм икәүһе берҙән:

— Үҙеңде аңдып тороусылар булмаҫын, байлар күрә ҡалмасындар, иртән таң сарғайыуға күлек ж игәр миҙгелгә килеп жит...— тигән тәнбиһтәрҙе бирҙеләр.

Егет уларҙың был һүҙҙәрен ишетеүе менән, атына менде лә, тыпырлатып, киң даланың ҡараңғылығы эсенә инеп юғалды. Тик бик алыҫтан уның ай-һай һалып үләң әйтеүе бер аҙға тиклем ишетелеп торҙо.

Мин эсемдән ул егеттең Иркәжан исемендәге һөйгән ҡыҙын күрергә киткәнен уйланым. Думбырасы егет тағы шул уҡ дәрт менән бер аҙ думбыра уйнағандан һуң, иптәше тағы бер тапҡыр насбай һалып алғандан һуң, йоҡларға ятып, ятҡан ерҙәренән үҙҙәренең ялсы булып хеҙмәт иткән байҙары, көндәлек эштәре һәм аралаш-аралаш ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һөйләшергә тотондолар. Мин, бер яҡтан, уларҙың һүҙҙәрен тыңлап, икенсе яҡтан, төрлө уйҙар уйлап ята торғас, йоҡлап киткәнмен.

Иртәнсәк теге ҡыҙ эргәһенә киткән егеттең «айт-һайт» тип үгеҙҙәрҙе һабанға егергә ҡыуып алып китеү тауышына уянып киттек. Был ваҡытта уның иптәштәре лә торған, өҫтәренә кейенеп, һабан һөрөргә китергә әҙерләнеп бөткәндәр ине. Улар теге егеткә:

— Юл булдымы, Иркәжанды күрҙеңме?—тигән һорауҙы бирҙеләр. Быларҙың һорауҙарына ҡаршы:

— Булды! — тигән яуапты бирҙе.

Беҙ ҙә урындарыбыҙҙан тороп кейендек, улар беҙҙән тыныс йоҡлағаныбыҙҙы һораштылар, һәм беҙ кейенеп, арҡаларыбыҙға тоҡтарыбыҙҙы аҫып, үҙҙәре менән рәхмәт әйтеп күрешкәс, беҙгә юл өйрәтеп ебәрҙеләр. Беҙ уларҙан айырылғанда, ҡояш яңы ғына сығып, һабан турғайҙары юғары күтәрелеп, һайрай-һайрай уйнарға керешкәндәр ине.

Бөгөн үткән көнгә ҡарағанда көн йылы һәм тымыҡ, юл һурыҡҡанға күрә, йөрөү еңел булды. Аяҡтарҙың ҡабарған һәм сейләнгән ерҙәре башта ауыртҡан кеүек булһалар ҙа, бара-бара ҡыҙып, ауыртҡандары һиҙелмәй башланы. Бөгөн көндөҙ йылға буйында сәй эсеп хәл йыйҙыҡ та, Тарутин ауылына туҡрамай үтеп, кискә ҡаршы Яманчал тигән бер ҡырғыҙ ауылына етеп, ярлы ғына бер ҡырғыҙ өйөнә ҡунырға индек.

Беҙ ҡырғыҙҙарҙың үҙҙәренә генә махсус булған ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мосафир кешеләрҙең йорт хужаһы менән ни рәүешле мөғәмәлә итеүҙәре тейеш икәнеп рәтләп белмәгәнгә күрә, күңелһеҙ бер хәлдә тартыныбыраҡ торғайныҡ та, өй хужаһы быны һиҙеп, боронғо таныштарса мөғәмәлә итә башланы. Сәй эсереү менән генә ҡалмай, улар беҙгә ит тә ашаттылар. Күптән күрмәгән итте туйғансы ашау беҙҙең өҙөлгән йөрәктәребеҙҙе ялғап ебәргән кеүек булды. Ул беҙҙән күп нәмәләр һорашты һәм был ауылдың Яманчал ауылы тип исемләнеүенә сәбәп, шул ауылдағы ҙур-ҙур йәшел түбәле йорттарҙың хужаһы Исмәғил Яманчалов тигән байҙың булыуынан килеп сыҡҡанын һәм уның сикһеҙ дәрәжәлә ҡомһоҙ, ярлыларҙы йәберләп, ҡурҡытып эшләтеүсе бер кеше икәнен һөйләне. Туйғансы ит ашап, йылы өйҙә юрған ябынып (улар беҙгә ябынып ятырға юрған да биргәйнеләр) ятҡас, беҙ таң атып, ҡояш сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

Беҙ торғас, ул үҙенең беҙ бара торған яҡҡа бер йомош менән барасағын һәм беҙҙе лә ултыртып алып китәсәген әйтеп, беҙҙе тағы шатландырҙы. Китергә ат еккәс, беҙ уның бисәһенә үҙебеҙҙең аҡтыҡ 20 тин аҡсабыҙҙы бирмәксе булғайныҡ та, ул: — Уй-бай, бу нә ҡылған эш? Кеше мосапирлардан аҡса алыусы идебе,— тип беҙҙең аҡсаны алманы. Беҙ ул бисәгә рәхмәт әйтеп аманлашып сыҡтыҡ та арбата ултырып алға киттек.

Шәп кенә атҡа ултырып, төрлө һүҙҙәр һөйләшеп барыу беҙҙең юлды ҡыҫҡартты, 25 саҡрым ер киткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ике юл сатына еткәс, беҙҙе алып килеүсе Аманбай атын туҡтатты ла: — Һеҙ ошо юл менән тура ҡарап, алға жөрә биреңез, анау түбәнең артында бер урыҫ ауылы булыр. Мин ошо юл мән китәмен, — тип беҙҙе арбаһынан төшөрҙө лә, үҙе беҙҙең менән иҫәнләшеп, атына ултырып, һул яҡҡа киткән юл менән алга китте. Беҙ уның артынан ҡарап ҡалдыҡ.

Беҙ барған һайын «Алтын тауы»на яҡынлашабыҙ, «100 саҡрым ер килдек инде» тип шатланабыҙ һәм Троицкиҙан сыҡҡан ваҡытҡа ҡарағанда ла күтәренке рух менән алға барабыҙ.

Шулай бара торғас, ул көндө кис ниндәйҙер бер керәшен ауылында ҡунып сыҡҡандан һуң, иртәгеһен көнө буйы йөрөп, кискә ҡаршы «Восьмой» приискыһына барып еттек. Тоҡтарыбыҙҙы арҡабыҙға аҫҡан көйөнсә, бик оҙон бер казармаға барып инеп, ишек төбөндәрәк бер ергә баҫып, тирә-яҡҡа ҡаранып:

— Инде ни эшләргә, бында тәртип нисек?— тигән уйҙа ҡалдыҡ. Беҙ ингәндә казармала ямау ямап, йәш балаһын имеҙеп, ҡамыр баҫып, кер йыуып, йырлай-йырлай бәләкәй генә ике һандығын аҡтарып ултырған бер нисә ҡатын-ҡыҙҙар һәм төрлө ергә таралып уйнап йөрөгән эреле-ваҡлы бер нисә тиҫтә балалар ғына булып, улар башта беҙҙең кереүебеҙгә иғтибар итмәнеләр.

Беҙ кемгә һүҙ ҡушырға белмәй, бер аҙ аптырап торғандан һуң ғына уларҙың күҙҙәре беҙгә ҡарай ташланды. Беҙҙән алыҫ түгел генә ҡамыр баҫып торған бер ҡатын беҙгә әйләнеп, күҙҙәрен тултырып бер аҙ ҡарап торҙо ла, онло ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә электән таныш кеше кеүек:

— Апайҙарым, һеҙгә кем кәрәк ине?— тигән һорауҙы бирҙе. Беҙ үҙебеҙҙең эш эҙләп килеүебеҙҙе һәм казармаға ҡунырға инеүебеҙҙе әйткәс, ул бисә:

— Ә-ә, улай икән! Әллә һеҙҙең бында таныштарығыҙ бармы?—тип һораны. Балаһын имеҙеп ултырған йәш кенә бисә беҙҙең яуап биргәнде көтөп тә тормай:

— Бында ғаиләле кешеләр генә торалар (ҡулы менән тәҙрә арҡыры икенсе яҡҡа күрһәтеп), һеҙ ана теге буйҙаҡтар тора торған казармаға барығыҙ, унда урын күп, — тип беҙгә икенсе казармаға барырға тейеш икәнен әйтеп бирҙе. Ҡатындар менән беҙҙең арала һүҙ башланғас, теләһә ҡайҙа таралып йөрөгән балалар беҙҙең янға килеп, тирәләй һырып алдылар. Араларынан береһе артыҡ ҡыйыулыҡ күрһәтеп, минең янға уҡ килеп, ҡулымдағы таяҡты тотто. Минең ҡулдағы таяҡ ысынлап та балаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ һәм уларға ат-ат итеп уйнар өсөн бик муафиҡ ине. Ул таяҡты үҙенә ҡарай тарта башлағас, таяҡты уның ҡулына бирергә мәжбүр булдым. Ул малай таяҡты эләктереү менән, казарманың икенсе башына ҡарай шылды. Уның артынан башҡа балалар ҙа йүгерҙеләр. Ҡамыр баҫыусы ҡатын беҙҙең ҡайҙан килеүебеҙҙе, кемдәр икәнебеҙҙе белеүҙе бик кәрәкһенгән рәүештә: — Һеҙ ҡайҙан килдегеҙ, үҙегеҙ кемдәр булаһығыҙ һуң?— тип төпсөп һорашырға тотондо.

— Беҙ Троицкиҙан килдек, ҡыш көнө унда уҡығайныҡ, хәҙер эш эҙләп бында килдек әле,— тигән яуабыбыҙҙы ишеткәс, ул төҫөн үҙгәртә төшөп, шәкерттәрҙең приискыға эшкә килеүҙәренә ғәжәпләнгән һымаҡ:

— Ә-ә, шәкерттәр икәнһегеҙ!— тине. Һуңында үҙендә ниндәйҙер бер етешһеҙлек булғанын һиҙгән кеүек, башындағы яулығын рәтләп, тирә-яғына ҡарап алды.

Бала имеҙеүсе ҡатын урынынан тороп, үҙенең асыҡ күкрәген яба-яба:

— Һеҙ ҡайһы яҡ кешеләре булаһығыҙ һуң?—тине лә, беҙгә туп-тура ҡарап, яуап көтә башланы.

— Мин Өфө яғы, ә был иптәш Златоуст яғынан була.

Ҡамыр баҫыусы ҡатын беҙҙең был һүҙҙәребеҙҙе ишеткәс, тағы ла ҡыҙыҡһына биреп:

— Өфө яғынан икән!.. Улай булғас беҙгә яҡташ булаһығыҙ бит. Һин ҡайһы ауыл һуң? Беҙ үҙебеҙ Өфө яғынан, Бәләбәй өйәҙенән булабыҙ, — тип үҙенең миңә яҡташ икәнеп белдереп ҡуйҙы.

—Мин Стәрле өйәҙе ... ауылыныҡы булам...

Беҙҙең һүҙҙәр ошо ергә еткәндә, йырлай-йырлай һандығын аҡтарып ултырған ҡатын да йырлауынан туҡтап, беҙҙең янға килде, ул үҙенә кәрәкле берәр һүҙ ишетәһе килгән бер рәүештә, беҙҙең һүҙҙәрҙе бик диҡҡәт менән бер аҙ тыңлап торғандан һуң, миңә ҡарап: — Һинең әллә Ҡусҡар приискыһында ла булғаның бармы? Мин һине күргән кеүек булам,— тине.

— Юҡ, унда булманым.


— Алдашма, һин унда торғайның бит... Уның был һүҙенән һуң ниңәлер мин уңайһыҙланып киттем. Уның тоҡтомалға «алдашма» тип әйтеүе миңә ауыр булып тойолдо. Башҡалар ҙа минең турала шиккә төшкән кеүек булып күренделәр. Мин:

— Ниңә алдашайым, унда барған булһам, дөрөҫөн әйтер инем, — тип үҙемдең Ҡусҡар приискыһында булмағанлығымды иҫбат итеп һөйләргә мәжбүр булдым. Иптәшем Зиннәт тә:

— Юҡ, ул унда барғаны юҡ,— тип минең яҡтан төштө.

Шулай ҙа теге ҡатын беҙҙең һүҙгә ышанмаған кеүек, миңә ҡараған шикле ҡарашын үҙгәртмәне һәм:

— Мин һине ҡайҙалыр күргән кеүек булам,—-тип, үҙенең асыҡ ҡалдырған һандығы эргәһенә барып, нәмәләрен рәтләргә тотондо.

— Даң-даң-даң!

Эшселәр эштән туҡтарға ваҡыт икәнен белдереп, колокол ҡағылды. Шунан һуң беҙҙең менән һөйләшеп йәки беҙҙе ҡарап торған ҡатындар ҙа ҡайһыһы мейес эргәһенә, ҡайһы береһе үҙҙәренең урындарына киттеләр. Ҡамыр баҫыусы ҡатын беҙ казарманан сығып киткәндә лә, тағы ла беҙгә әйтәһе һүҙҙәре йәки һорашаһы нәмәләре булған кеүек, беҙҙең артыбыҙҙан ҡарап ҡалды.

Буйҙаҡтар казармаһы был казармаға яҡын ине. Беҙ был казарманан сығып, уға табан ҡарап барғанда, эштәренән туҡтаған эшселәрҙең төрлө яҡтан ошо казармаларға ағылып килеүҙәре күренә ине. Беҙ туп-тура «буйҙаҡтар казармаһы»на барып индек. Был казарма үҙенең оҙонлоғо, тәҙрәләренең һирәк һәм бәләкәйлектәре, мейестәренең һоло кәбәне кеүек йәйелеп һалыныуҙары, шуның менән бергә тәпәшәклеге яғынан ҡарағанда, тап ғаиләле кешеләр торған казарма кеүек булһа ла, эсендәге күренеше яғынан башҡа ине. Уның ерме, таҡтамы икәнлеге беленмәгән иҙәнендә, нисә көндәрҙән бирле йыйылып килгән тәмәке төпсөктәренән башҡа, унда-бында ырғытылған иҫке сабаталар, балсыҡ менән ҡыҙарған аяҡ сылғауы өҙөктәре, ашарға ярамағанлыҡтан ташланған балыҡ (вобла) баштары, тағы әллә ниндәй ҡыйҙар көрәп алырлыҡ булып күбәйгәндәр ине. Казарманың ике яҡ стенаһы буйлап киткән, сысҡан башы ярылырлыҡ яланғас һикеләре, күптән бирле әҙәм ҡулы яҡын бармаған ала-ҡола тәпәшәк мейестәре, тышҡы яҡтағы нәмәләр күренмәҫлек дәрәжәгә килгәнсе саңланып ҡатҡан тәҙрәләре «был казармала күптән бирле кеше тормай торғандыр» тип әйтерлек йәмһеҙ бер күренеште күҙ алдына килтерәләр ине.

Ысынлап та, беҙ ул казармаға барып ингәс, үҙебеҙҙе әллә ниндәй ташландыҡ, ҡурҡыныслы бер хәрабәгә ингән кеүек һиҙҙек, бында яңылыш килеп ингәнбеҙҙер... тигән һымаҡ бер уйҙа ҡалдыҡ. Казарманың ҡайһылыр бер мөйөшөнән ишетелгән «уф, уф, ай-ай!» тигән һыҙланыулы ыңғырашыуҙар һәм уға ҡаршы:

— Йә, нимәгә балалар кеүек сыҙамһыҙланаһың! — тигән һүҙҙәр ишетелмәһә ине, беҙ был казарманан сығып киткән булыр инек. Беҙ шөбһәләнә төшөп, шул тауыштар сыҡҡан яҡҡа ҡарап алға атланыҡ. Хәҙер беҙҙең күҙҙәр казарманың моңһоу ҡараңғылығына эйәләшә төштөләр: стеналарға ҡағылған, арба кендеге йыуанлығындағы ағас сөйҙәргә эленгән тоҡтар, кәштәләге бәләкәй генә ағас һандыҡтар; тыштары бер ҡарыш ҡатып ҡарайғанлыҡтан нәмә икәнлектәре беленмәҫлек бер хәлгә ингән бәләкәй генә күпсек кеүек нәмәләр һәм башҡа иҫке кейем алам-һаламдары күҙгә салына башланылар.

— Унда кем йөрөй?— тигән тауышҡа беҙ һиҫкәнеп киттек һәм тиҙ генә шул тауыштың эйәһе эргәһенә барып еттек. Хәҙер беҙҙең алдыбыҙҙа ҡыҙыл таҡыяһын башына ҡырын һалып кейгән, күптән бирле алдырмаған сәсен һул яҡ сикәһенә ҡаратып ауҙарған, уң ҡулының бармаҡтары араһына махорка ҡыҫтырып, һул ҡулының бармаҡтары менән оҙон ғына мыйыҡтарын борғолаштырып таҙа ғына бер егет ултыра ине.

Ул беҙгә башын күтәреп ҡараны ла ниңәлер бер һүҙ ҙә әйтмәй, беҙҙең һүҙ башлағанды көткән кеүек, үткер күҙҙәрен беҙгә терәне. Шул ваҡытта теге ауырыу тағы ла: «Уф, уф! Быныһы миңә булһын, уф хәлем бөттө бит»,— тип ыңғыраша һәм һаташа башланы. Беҙ икебеҙ ҙә һаташып, ауырып ятҡан кеше яғына ҡарағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Мейес артындағы мөйөштә, яланғас һикегә йәйелгән иҫке бишмәт өҫтөндә аунап ятҡан ауырыуҙың кәүҙәһе хәҙер беҙгә асыҡ күренде. Теге таҙа егет ауырыуға ҡарап:

— Ятҡан ереңдән самородка таптыңмы әллә, быныһы миңә булһын тиһең? Самородка һинең төшөңә генә инә торғандыр, өнөңдә тапһаң да, уны һинең ҡулыңда тотмаҫтар! — тип һөйләнә-һөйләнә урынынан тороп, ауырыуҙың эргәһенә барҙы һәм уның баш аҫтындағы бәләкәй генә һәм ҡарайып, әүәләнеп бөткән күпсеген рәтләп ҡуйҙы ла «һыу эскең киләме?» тип һораны. Ауырыуҙың «килә» тигән яуабын көтмәй, тәҙрә төбөндә ултырған, һыланып ҡатҡан ҡара тимер сәйнүктән ҡалай кружкаға һыу һалып: — Мә, эс! Төшөңдә алтын ҡаҙып, шахтала йөрөп һуҫағанһыңдыр,— тип алдына килтерҙе.

Ауырыу бер аҙ ғына аңына килгән кеүек булды ла, күтәрелеп һыуҙы бер нисә тапҡыр йотҡандан һуң, кире урынына ятты. Таҙа егет кире беҙгә ҡарай боролоп, ауырыуҙың хәлен беҙгә белдерергә теләгән һымаҡ: — Шахтала эшләгәндә ауырыны ла шунан терелә алмайынса ята. «Тир» ауырыуы булһа кәрәк. Шуны ҡарап мин дә эшкә сыға алманым, ул терелһә, был ҡәһәр приискынан китер инем,— тип урынына килеп ултырҙы.

Беренсе күреүҙә беҙгә ҡурҡыныс кеүек булып күренгән был таҙа егет хәҙер арыу ғына күренә башланы. Шунан һуң ғына беҙ унан:

— Был казармала беҙгә лә ҡунырға ярай торғандыр бит?— тип һораныҡ. Ул һаман да йөҙөнә асыҡлыҡ сығармай, кемгәлер асыуы бар кеүек: — Был казармала һеҙгә түгел, эттәргә лә ҡунырға ярай. Күрәһегеҙ бит — эт ояһы кеүек...— тигән яуапты бирҙе һәм һүҙен йомшарта төшөп:

— Әллә һеҙҙең быға тиклем приискыла булғанығыҙ юҡмы?— тигән һорауҙы бирҙе.

— Юҡ.


— Тутә шул! — Һеҙ үҙегеҙ бында күптән эшләйһегеҙме?

Ул һүҙҙе оҙонға ебәрергә теләмәгән рәүештә генә:

— Күптән түгел, мин бөгөн бында, иртәгә унда! Себерҙән башлап Уралға тиклем мин күрмәгән приискылар ҡалмағандыр инде! Таҙа егет менән беҙҙең аралағы һүҙ шул ергә еткәндә, көрәк, кәйләләр күтәргән эшселәр берәмләп, икешәрләп казармаға ҡайтып инә башланылар.

Улар ингәс, казарма йәйләнә төштө. Улар кәйлә, көрәктәрен һике аҫтарына, мейес баштарына ырғытып, күн бейәләйҙәрен унда-бында ҡыҫтырып, ҡайһы береһе сәйгүндәрен аҫып, сәй ҡайнатырға сығып киттеләр, ҡайһы берәүҙәре ваҡ балсыҡ тулған сабаталарын сисеп, уларҙы ҡағып, өҫ-баштарын саңдан әрсергә керештеләр. Уларға беҙҙең барлығыбыҙ-юҡлығыбыҙ барыбер кеүек булып күренгән булһа кәрәк, улар беҙгә ҡарап-ҡарап үтһәләр ҙә бер һүҙ ҙә ҡушманылар. Иртәнән кискә тиклем забойҙа эшләп, хәлдән тайып, шундай йәмһеҙ күренешле, күңелһеҙ бер казармаға ҡайтып ингән кешеләрҙең шулай булыуҙары ғәжәп түгел.

Эшселәр ҡайтып, казармала икенсе бер төрлө хәрәкәт башланғас, беҙ уларҙан буш ҡалған бер урынға ултырып, тоҡтарыбыҙҙы һикегә ҡуйып бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Был ваҡытта иптәшем нимә уйлағандыр, миңә мәғлүм түгел.

Мин үҙем: «Бына тормош! Алтын сыға торған ер шулай була икән... һуң былар ниңә бер ҙә рәтләнә алмағандар? Әллә былар самородка тапмағандарҙыр... Теге таҙа егет әйткәндәй, самородка быларҙың төштәренә генә инә торғандыр, йәки өндәрендә тапҡан булһалар ҙа, быларҙың ҡулдарынан тартып ала торғандарҙыр...»— тип уйлай инем.

Эшселәрҙең ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре сәй ҡайнатып эсергә, ҡайһы берәүҙәре картуф ашарға ултырҙылар. Беҙ әле бындағы тормошҡа өйрәнеп, төшөнөп етә алмағанға күрә, сәй ҡайнатып тормай, һыу менән, Троицкиҙан алып сыҡҡан икмәктең ҡалғанын ашап ятырға уйланыҡ та икмәк һалған тоҡтоң ауыҙын сисергә тотондоҡ. Эшселәр сәй эргәһенә ултырғас, күңелләнә төшөп үҙҙәренең эштәре тураһында һөйләшергә тотондолар. Хәҙер ҡояш байырға яҡынлашып, уның һуңғы яҡтылары казарманың саңлы тәҙрәһе үтә ҡаршы стенаға төшөп, моңло бер күренеш яһайҙар ине.

Шул ваҡытта теге таҙа егет кәштәлә торған гармунын алып, уны һынап ҡараған кеүек, телдәрен тиҙ-тиҙ баҫып төрлө тауыштар сығарғандан һуң, ҡыҫҡа ғына дәртле бер көйгә уйнап ебәрҙе. Шунан алыҫ түгел генә сәй эсеп ултырған икенсе бер егет: — Әйҙә, әйттер! Беҙҙең өсөн гармун моңланһын!..— тип өҫтәп ҡуйҙы.

Беҙ тоҡтан икмәкте алып, инде ашайбыҙ ғына тип торғанда, ҡаршылағы ишектән матур ғына бер ҡарт инеп, ҡулын маңлайына ҡуйып, кемделер эҙләгән кеүек ҡарай ҙа башланы. Эшселәр бабайға ҡарап:

— Сәлим бабай, нимә ҡарайһың, кемде юғалттың? — тип һорағас, бабай үҙенең бик алыҫ таныштарына һүҙ ҡушҡан кеүек:

— Бында яңы ғына килгән ике егет булһа кәрәк, шуларҙы эҙләй инем...— тине.

Теге эшсе ҡулын беҙгә ҡарай һуҙып:

— Улар, ана, тегендә ултыралар!—тип беҙҙе күрһәтте.

Был ваҡытта байтаҡ эшселәрҙең күҙҙәре беҙгә текәлгәйне. Бабай беҙгә ҡарай боролғас, беҙ ҡулдарыбыҙға тотҡан икмәк һыныҡтарын тоҡтарыбыҙ өҫтөнә кире ҡуйып, бабайҙың килгәнен көттөк. Ул беҙҙең эргәгә килеп, беҙҙе бер тапҡыр ҡарап алды ла, иҫәнләшеп, һикегә ултырҙы һәм тиҙ генә арала ҡайҙан килеүебеҙҙе, ҡайһы яҡтан икәнлегебеҙҙе һорашып үтте. Беҙ уға теге казармалағы ҡатынға биргән яуаптарыбыҙҙы бирҙек. Шулай һөйләшкән арала икебеҙҙең уртабыҙҙа ятҡан тоҡҡа һәм уның өҫтөндәге икмәк киҫәктәренә күҙ төшөрөп алды.

— Шулай икән! (Миңә ҡарап) һин беҙгә яҡташ булаһың икән. Мип үҙем дә асылда Бәләбәй өйәҙенеке булам...— тип, үҙенең миңә яҡташ икәнлеген белдергәндән һуң:— Юлда арып килгәнһегеҙҙер бит, ниңә сәй эсмәйһегеҙ?— тигән һорауҙы бирҙе. Мин уға ҡаршы:

— Приискыға килеп етер алдынан яланда күптән түгел генә сәй эскәйнек, хәҙер эскебеҙ килмәй инде,—-тинем.

— Хәйер, йәш саҡта нисек тә ярай инде, талымлап тороп булмай. Шулай ҙа эсеү кәрәк ине. Булмаһа, әйҙәгеҙ беҙҙең казармаға. Унда аҙыраҡ һөйләшеп ултырырбыҙ...— тип беҙҙе үҙенең торған казармаһына саҡырҙы.

Беҙ наҙланып торманыҡ, тоҡ менән икмәк һәм сәйнүкте шунда ҡалдырҙыҡ та бабай менән бергә теге ғаиләле кешеләр тора торған казармаға барып индек.

Хәҙер был казармала бая беҙ инеп сыҡҡан ваҡыттағы тынлыҡ юғалған, ҡырмыҫҡа ояһы кеүек мыжғып бер төрлө тормош башланған. Һәр бер квадрат самаһы ергә бер ғаилә урынлашып, ашар-эсер өсөн әҙерләнгән урындарҙан башҡа, бөтә ерҙәре төрлө йәштәге, төрлө төҫ, төрлө сифаттағы кешеләр менән ҡапланып, былар үҙҙәренең шул казармаға ҡаратылып ҡоролған бәләкәй генә ялҡтырғыс тормоштары эсендә ҡайнашалар, иртәгә иртүк тороп эшкә китергә хәл йыйыр өсөн ашап-эсеп ятырға әҙерләнәләр ине... Бабай беҙҙе үҙе артынан эйәртеп, оҙон казарманың бер башындағы мейес артындағы мөйөшкә алып барҙы. Был мөйөш, ниңәлер, башҡа ерҙәргә ҡарағанда, аҙ ғына иркен, шуның менән бергә арыу ғына йыйыштырылған һәм стена буйына төрлө ҡорамаларҙан тегелгән тар ғына юрған һымаҡ нәмә йәйелгәйне.

Бабайҙың йөҙө тағы ла асыла төштө:

— Әйҙәгеҙ, түрҙән рәхим итегеҙ әле! — тип беҙгә түрҙән урын күрһәтте. Беҙ ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына сабаталарыбыҙҙы сисеп, һике өҫтөнә менеп ултырҙыҡ. Бабай һүҙ башлап:

— Баяғынаҡ һеҙ бында инеп сыҡҡанһығыҙ икән, еңгәгеҙ әйтә: Троицкиҙан, ти, ике шәкерт эшкә килгән, ти, үҙҙәре беҙҙең яҡташтар икән, ти. Шунан һуң туҡта, быларҙы саҡырып һөйләшеп ултырайым әле, тип һеҙҙе алып килдем. Шулай, бына беҙҙең тормош ошо инде. Барына риза булып торған булабыҙ. Йәйен тағы бер хәл, эш тә еңеләйә төшә, тормош та арыулана. Ҡыш көнө ҡыйыныраҡ була. Казарманың самаһын күрһәткән рәүештә ҡулын һуҙып:

— Бына шул казармала ун-ун биш ғаилә тороп ҡара әле!— Бабай һүҙен шул ергә еткергәс:—Йә, һин, сәйеңде әҙерләп ебәр әле!-—тип артына әйләнеп ҡараны.

Уның шул һүҙенән һуң беҙ был казармаға беренсе тапҡыр ингән ваҡытта ҡамыр баҫып торған һәм беҙҙең менән һөйләшеп, артыбыҙҙан ҡарап ҡалған еңгә килде лә, беҙҙең менән тағы ла иҫәнләшеп, сәй урынын әҙерләргә тотондо. Сәй урыны тиҙ әҙерләнде. Ашъяулыҡ өҫтөнә шәкәр, икмәктән башҡа, керәндил менән ярты ҡаҙаҡ самаһы йөҙөм емеше лә ҡуйҙы.

— Бына ошо приискыла ғына ун йыл эшләйем инде,— тип, үҙенең үткән эштәрен һөйләп киткән бабай ҡапыл ғына һүҙен өҙөп: — Йә, егеттәр, рәхим итегеҙ әле! — тип ашарға өндәне һәм еңгәгә ҡарап: — Әйҙә ултырып сәйеңде яһай башла инде. Хәҙисә ҡайҙа, ул да килһен, ситтән килгән ҡунаҡтар менән һөйләшеп ултырайыҡ,— тигән һүҙҙәрҙе өҫтәне. Бабайҙың әйтеүе менән, еңгә самауыр эргәһенә ултырып сәй яһап бирә башланы.

Бабай сыҙаманы, тирә-яғына ҡарап алғандан һуң, беҙҙән алыҫ түгел генә йыйылышып ултырған бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар араһына күҙен төшөрөп:

— Хәҙисә, әйҙә бында кил, нәмә тип килмәйһең тағы?— тине лә беҙҙең барыбыҙға ла ҡарата:— Сәй эсһен тим, көнө буйы алтын йыуып эштән сығып арып ҡайта, иртәгә тағы эшкә барырға кәрәк,— тип ҡуйҙы.

Хәҙисә атаһының һүҙен кире ҡайтарманы, ул бер аҙ ғына ояла төшкән кеүек әсәһенә ҡаршы, самауырҙың икенсе яғына килеп ултырҙы, ул беҙҙең менән иҫәнләшмәгән кеүек, беҙ ҙә уның менән иҫәнләшергә ҡыйманыҡ. Хатта тәүҙә Хәҙисә бында килеп ултырыуына уңайһыҙланған ҡиәфәт күрһәтте, беҙ ҙә үҙебеҙҙә ниндәйҙер күңелле бер уңайһыҙлыҡ һиҙгәндәй булдыҡ. Сәлим бабай беҙҙең уңайһыҙланғаныбыҙҙы һиҙеп, шуны бөтөрөргә теләгән кеүек:

— Беҙҙең бында ҡатын-ҡыҙҙар йәшеренеп-бошороноп тора алмайҙар инде. Урыны ошолай булғас, ни эшләмәк кәрәк. Ҡала ерҙәрендәге, эшләмәй генә торған ҡатын-ҡыҙҙар йәшеренеп йөрөһәләр ҙә, беҙҙең бында ул эш мөмкин түгел. Ирҙәрҙән ҡасып, нәмәхрәм тип йөрөһәң, эш эшләмәй ас ҡалырға кәрәк,— тигән бер нисә һүҙе менән муллаларҙың баштарың ватҡан хижап мәсьәләһен әйтте лә бирҙе. Уның был һүҙҙәре беҙҙе уңайһыҙлап торған пәрҙәне күтәреп ебәргәндәй булды. Хәҙисә күҙҙәрен тултырып беҙгә ҡарай бик тәрән ҡараны ла тағы ла күҙен төшөрҙө.

Беҙ һаман да асылып һөйләшеп китерлек һүҙ таба алмайбыҙ. Сәлим бабай был һүҙһеҙлекте үҙе генә бөтөрөп бара, ул тағы:

— Ерле ерендә, екән күлендә тигән кеүек, һәр ерҙең үҙенә ҡарап торорға тура килә. Шулай бая һеҙ бында инеп сыҡҡанһығыҙ икән, еңгәгеҙ әйтә, Троицкиҙа уҡыусы шәкерттәр эшкә килгәндәр, ти, үҙҙәре беҙҙең яҡташтар икән, кем менән һөйләшергә белмәй аптырап торған кеүек торалар, ти. Шунан, мин әйтәм, улар улай моңайып тормаһындар, үҙҙәрен сәйгә алып киләйем әле, тим. Мин үҙем дә шулай йәштән үк етем ҡалып, кешегә эшләп үҫтем. Шунан эш эҙләп ситкә сығып киттем. Башта шулай һеҙҙең кеүек ҡыйын булды. Кем менән һөйләшергә белмәй аптырам торам, бара-бара өйрәнеп китәһең уны. Йәгеҙ, сәйҙән, ниғмәттән рәхим итегеҙ әле... Туҡтауһыҙ рәүештә ашъяулыҡтың мөйөшөн бер бөтөрөп, бер яҙып ултырған Хәҙисә хәҙер тағы ла иркенәйә төшөп, мәжлескә ҡарай әйләнеңкерәп ултырҙы. Хәҙер уның тулы йөҙө, ҡара ҡаштары аҫтындағы ҙур ғына ҡара күҙҙәре янтыҡтан түгел, бәлки ҡапма-ҡаршы күренәләр ине...

Сәлим бабайҙан һуң еңгә:

— Мин ни бая былар килгәндә ҡамыр баҫып тора инем. Рәтләп һорашып та булманы. Үҙебеҙҙең яҡташтар килеп сыҡһалар, рәхәт булып ҡала. Үҙебеҙҙең яҡты күргән кеүек булып ҡалам...— тип үҙенең тыуған-үҫкән яғын һаман да иҫенән сығара алмағанын белдереп ҡуйҙы. Минең:

— Үҙебеҙҙең Өфө яғын һағынаһыңмы ни, еңгә? — тип һорауыма ҡаршы:

— Һағынмаймы һун? Ураҡ урған, бесән сапҡан ерҙәрем күҙ алдымдан китмәйҙәр. (Сәлим бабайға ишара итеп) бына уның иҫенә лә инеп сыҡмай, өс ятып бер төшөнә лә инмәй, исмаһам!— тине.

Сәлим бабай көлә төшөп:

— Инде ул ерҙәр онотолоп бөткән. Тыуған ерҙән туйған ер яҡшы, тиҙәр, һағынһаң, тағы ҡайҙа бараһың?..

Мин Хәҙисәнең һүҙгә ҡатнашҡанын көтмәй инем, ләкин бер ҙә уйламағанда ул да:

— Беҙҙең атайым инде ул ошо приискыны үлһә лә ташлап китмәҫ, ауылға ҡайтайыҡ инде, тиһәң, бында ла бик яҡшы бит әле, беҙгә унда ла әҙерләп ҡуймағандар, тип кенә ҡуя...— тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә, ниңәлер үҙе лә ҡыҙара төшөп, ашъяулыҡтың мөйөшөнән тотоп, тағы ла бөтөрә башланы.

Уның тауышы яғымлы һәм бик асыҡ ине. Уға ҡаршы Сәлим бабай:

— Балам, беҙгә ҡайҙа ла бер инде. Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаң да артыңдан ҡалмаҫ, тигәндәр. Мин инде һағынмайым, тик һине тағы ла бер аҙ уҡыта алмай ҡалыуға ҡайғырам. Бына бында ҙурыраҡ ҡыҙҙарҙы уҡытырға мәптек тә юҡ бит,— тине. Хәҙисә йылмая төштө лә:

— Мәктәп, тиң, атайым... — тип атаһының һүҙен төҙәтеп ҡуйҙы һәм шул уҡ минутта беҙгә күҙен төшөрөп алды.

— Беҙҙең кеүек наҙан кеше китапса һүҙҙәрҙе дәрес әйтә алмаҫ инде, балам!—тине Сәлим бабай.

Был ваҡытта Сәлим бабайҙарға күрше торған ғаиләләр ҙә бындағы һүҙҙәрҙе тыңлап ултыралар ине. Шунан алыҫ түгел уртаса йәшле берәү:

— Беҙҙе уҡыта торған мәптектәр асылмағандар әле, беҙ үлгәс кенә асылырҙар улар...— тип ҡуйҙы.

Казарманың икенсе яғындағы кешеләр ята башланылар, ул яҡтағы бала-сағаларҙың сыр-сыу килгән тауыштары баҫыла төштө; яңыраҡ ҡына яндырылған өслө, бишле лампалар һүндерелеп, казарманың ул яҡ башы ҡараңғылыҡ эсендә ҡалды. Мин:


— Һеҙҙең ҡыҙығыҙ уҡыған кеүек күренә,— тинем Сәлим бабайға. Бабай тағы асылып китте: — Былай яҡшы ғына уҡыған уҡыуын. Бәләкәй сағында ауылда уҡыған. Мин үҙем ул ваҡытта ситтә йөрөгәйнем. Бында килгәс тә Ғәрифә апаһынан уҡып йөрөнө, тик ул мәрхүм вафат булғас ҡына туҡталды. Бөтә казармаға килгән хаттарҙы Хәҙисә уҡый, бөтә кешегә лә Хәҙисә хат яҙа. Былай үҙенең китаптары ла бар. (Кәштәгә күҙен һалып) ана унда уның китаптары, тип Хәҙисәнең уҡымышлы булыуын белдергәндән һуң:

— Берәр китабыңды алып бир әле. Шәкерттәр уҡып ҡараһындар, — тип Хәҙисәгә китап алып күрһәтергә лә ҡушып өлгөрҙө. Хәҙисә китаптарын күрһәтергә уңайһыҙланған кеүек, урынынан ҡуҙғалмайынсараҡ торғас: — Алып күрһәт, балам, ғилемдең ояты юҡ,— тигән һүҙен ҡабатланы.

Уның шул һүҙенән һуң ғына Хәҙисә урынынан тороп, ҡалын ғына бер китапты алып, мәғәнәле рәүештә генә йылмайып, минең ҡулға бирҙе. Мин ул китапты асып ҡарау менән, уның «Собатөл-ғажизин» китабы икәнен белдем. Китаптың исеме өҫтөндә: «Ошбу китап эйәһе, яңы күлдәк кейәһе Хәҙисә бин Сәлим ҡыҙы» тип үҙенең исемен яҙған, китаптың исеме аҫтына: «Ошбу китаптың хаҡы илле тиндер» тип китаптың хаҡын яҙып ҡуйған ине.

Китап тышындағы үҙенең ҡул яҙмаһын уҡығанда Хәҙисә күҙҙәрен бер түбән төшөрөп, бер миңә, бер атаһына ҡарап, ҡыҙара төшөп ултырҙы. Мин башҡа нимә әйтергә лә белмәй:

— Был китаптарҙы уҡый белгәс, бик ярай инде,— тинем. Шунан һуң Хәҙисә күңелләнеп киткәндәй булды. Хатта китаптар тураһында бер аҙ һөйләшкәс, ул тағы ла асыла төшөп:

— Һеҙ ниндәй китаптар уҡыйһығыҙ һуң? Унда һеҙҙе ҙур уҡыта торғандарҙыр инде?— тигән һүҙҙәрҙе әйтте. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең уҡып үткән һәм хәҙерге көндә уҡып йөрөгән китаптарҙың исемдәрен әйттек. Беҙҙең һүҙҙәрҙән Хәҙисә лә, уның атаһы ла, әсәһе лә ғәжәпләнгән кеүек беҙгә ҡарап торҙолар.

Иң һуңынан иртәгә беҙгә ни эшләргә кәрәк тигән мәсьәләләргә күстек. Сәлим бабай күп уйлап тормай:

— Байҙар улар үҙҙәре Ырымбур ҡалаһында торалар, бында йәй көндәрендә килеп-китеп, ҡыҙыҡ күреп кенә йөрөйҙәр. Уларҙың бында Ислам һәм Харис тигән управляющийҙары тора. Ләкин улар ҙа танауҙарын бик юғары тоталар. Күреп ҡарарһығыҙ, нимә әйтерҙәр. Ләкиннәһү көнлөккә яллай торған Иван Васильевичты күреп һөйләшегеҙ, һеҙҙең өсөн артығыраҡ булыр. Иҫән булһағыҙ, эш табылыр әле,— тип беҙҙең күңелде йыуатты. Шунан һуң беҙ түрҙән төшөп, сабаталарыбыҙҙы кейеп, иҫәнләшеп, «буйҙаҡтар казармаһына» киттек. Саф һауаға сыҡҡас, беҙҙең күңел тағы ла күтәрелеп китте, иптәшем, уйламаған ерҙән бер нәмә тапҡан кеүек, ҡапыл ғына:

— Матур бит, әй?— ти.

— Кем?— тим.

— Хәҙисә.

— Ул матур ҙа бит, беҙҙең эштәрҙең башҡа яҡтары йәмһеҙ бит әле, эш булһа ярар ине, бөтә йәйҙе шунда үткәрер инек,— тим. Беҙ казармаға ингәндә теге ауырыу эргәһендә генә өслө лампа яна, үҙе эргәһендә торған ике кешенең йөҙҙәрен күрһәтә ала. Башҡа ерҙәр бөтөнләй ҡараңғы булып, эшселәрҙең мышнап йоҡлаған тауыштары ғына ишетелә ине. Беҙ тоҡтарыбыҙ эргәһенә килеп аяҡтарыбыҙҙы систек тә, аҫтыбыҙға камзулдарыбыҙҙы, баш аҫтына кәпәстәребеҙҙе һалып, өҫтөбөҙгә еләндәребеҙҙе ябынып йоҡларға яттыҡ.

Ауырыу һаман һыҙланып уфлап, һаташа һәм ҡайһы ваҡытта бер ҙә тауышһыҙ ғына ҡала ине. Шунда уны ҡарап торған кешеләрҙең:

— Был егет бик насарлана бит, малайың әллә шытырға итәме?!

— Хәле насар насарын да, шулай ҙа сыҡмаған йәндә өмөт бар бит,— тигән тауыштар ишетелеп, мине тағы ла күңелһеҙләндерҙе. Был ваҡытта казарманың төрлө ерҙәрендә төнгө сиңерткәләр туҡтауһыҙ ҡысҡыралар, һике аҫтынан крысалар йүгереп үтәләр, кистән арып ятҡан эшселәр мышнап йоҡлайҙар, теге ауырыу һаташып ебәрә — шулар барыһы ла бергә йыйылып күңелһеҙлек һәм һуңғы дәрәжәлә ауыр йәнлелек бирәләр ине.

Шунлыҡтан мин бик оҙаҡ йоҡлай алмай, тәҙрәнән күренгән айға ҡарап ятырға мәжбүр булдым... Казарма таң менән бергә уянды. Күҙҙе асып ҡарау менән, тынсыу һәм яртылаш ҡараңғы казарманың төрлө мөйөштәрендә йоҡолары туймаған торған эшселәрҙең ятҡан урындарынан тороп иҫнәп ултырыуҙары һәм унда-бында ялт-йолт яҡтырып киткән тәмәке уттары күҙгә ташландылар. Мин үҙебеҙҙең ошо мал ҡураһы кеүек казармаға кис килеп, беренсе төн ҡуныуыбыҙҙы, бындағы күңелһеҙ тормошто һәм үткән кис ғаиләле эшселәр тора торған казармалағы күренештәрҙе уйлап алдым. Шул уҡ ваҡытта Хәҙисә лә күҙ алдымдан үтеп киткән кеүек булды. Оҙаҡ үтмәне, казармала хәрәкәт көсәйҙе. Эшселәр урындарынан торон, ҡыштыр-ҡыштыр кейенеп, инеп-сығып йөрөй башланылар. Беҙ ҙә урындарыбыҙҙан тороп, инде ни эшләргә кәрәклек тураһында һөйләшеп, эш һорап кантурға барырға әҙерлек күрә башланыҡ. Беҙҙән алыҫ түгел берәү беҙҙең үҙ-ара һөйләшеүебеҙҙе тыңлап торған, күрәһең, ул беҙгә ҡарап:

— Ну, һеҙ ҡайҙа барырға йыйынаһығыҙ? Тотоғоҙ ҙа кантурға барығыҙ. Унда көнлөкләп эшләргә яллайҙар,— тип беҙгә юл өйрәтергә тотондо.

— Үҙебеҙ ҙә шунда барырға уйлап торабыҙ. Унда эш бирәләрме икән һуң?

— Күп ваҡытта унда эш була торған, түлкә унда һайлаңҡырап ала торғайнылар, һеҙ эшкә эләгә алырһығыҙмы икән?

— Барып ҡарайбыҙ әле, әллә эш булып ҡуйыр...

Ул артыҡ һүҙ әйтмәне. Тартып ултырған трубкаһын бер нисә тапҡыр көсәнеп-көсәнеп һурҙы ла, трубкаһынан төтөн килмәгәнлеген белгәс, ауыҙынан алып һике ҡаҙнаһына ҡағып көлдәрен төшөргәндән һуң, уны тәмәке тоҡсайына урап кеҫәһенә һалды һәм урынынан тороп, мейес башына ташлаған көрәк менән кәйләһен алып, ниңәлер уларҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарай башланы. Беҙ уның «түлкә унда һайлаңҡырап алалар» тигән һүҙенә төшөнмәнек һәм ул һүҙҙең мәғәнәһен һорап та торманыҡ. Эшселәр ун-ун биш минут эсендә кейенеп бөтөп, көрәк, кәйләләрен күтәреп, икешәрләп казарманан сығып эшкә таралдылар. Уларҙы эш көтә. Уларҙың эш ҡоралдары ҡулдарында. Улар эш эҙләп йөрөмәй, тура барып эшләргә тотонасаҡтар. Шуның өсөн улар беҙгә ҡарағанда бәхетлеләр булып күренделәр.

Казарма тағы тын ҡалды. Теге оҙон сәсле таҙа егет ауырыу эшсенән алыҫ түгел йоҡлап ята, ауырыу эшсенең бөгөн ниңәлер тауышы-тыны беленмәй. Күрәһең, ул, төн буйынса һыҙланып, хәҙер генә йоҡоға киткәндер... Беҙ казарманан сығыуға иркен, саф һауа беҙҙе үҙенең ҡосағына алған кеүек булды. Яңы үҫеп килгән үләндәрҙең сөскөлт еҫтәре моронға бәрелде. Әле үҙе сығып өлгөрмәгән ҡояштың юғары һирпелеп торған ҡыҙыл ҡатыш һарғылт нурҙары ҡаршы алды. Казарманан алыҫ түгел өйөм-өйөм булып теҙелеп киткән һары балсыҡ теҙмәләре үҙҙәренең араһында ҙур-ҙур алтын киҫәктәрен йәшереп ятҡан һымаҡ булып күренделәр. Ғаиләле эшселәр тора торған казарманың ишек алдындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тауыштары ҡолаҡ төбөнән үтеп китте. Улар араһында Хәҙисә лә бар ине. Ул да башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, эш кейемен кейеп алтын йыуырға китергә әҙерләнгән, алтын ҡомдарын йыуа-йыуа ялтырап, көмөш кеүек булып бөткән тимер көрәген уң ҡулына тотоп уңға-һулға әйләндерә, үҙенең иптәштәрен көтә ине. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар эргәһенә ҡарай бер генә тапҡыр күҙ ташланыҡ та, Хәҙисәләрҙе күрмәмешкә һалышып, кантурға ҡарай йүнәлдек. Сөнки егет башың менән әле яңы кантур алдына эш эҙләп барыу, шулар кеүек көлө-шә-көлөшә эшкә китмәй тороп, уларҙың күҙҙәренә күренеү ниңәлер уңайһыҙ кеүек булып күренде.

Беҙ кантурға барып еткәндә, кантур алдына күберәге йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙан, ҡалғандары ауыл крәҫтиәндәре кейемендәге ирҙәрҙән булған бер ҙур төркөм халыҡ эш көтөп кантурҙың асылғанын көтәләр ине. Беҙ ҙә шулар ҡатарына барып, сиратҡа торған кеүек, бер ситкә аяҡ баҫтыҡ.

Бында йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫтәрендәге кейемдәре ауыл урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре кеүек булһа ла, үҙҙәренең татарса бик оҫта һөйләшеүҙәре мине бик ҡыҙыҡһындырҙы. Мин башта татарса һөйләшкән «мәрйәләр»ҙе күреп ғәжәпләнһәм дә, һуңынан быларҙың приискынан өс саҡрым ерҙә булған керәшен ауылының ҡатын-ҡыҙҙары икәндәрен белгәс, «татарса белгән мәрйә ҡыҙҙары»ның кемдәр икәнен төшөндөм...

Оҙаҡ көттөрмәй, кантур ишеге асылып, таҙа кәүҙәле, ҙур мыйыҡлы, ялтырауыҡлы күҙле, өҫтөнә күн тужурка, аяғына оҙон ҡуңыслы итек кейгән бер кеше сығып тупһаға баҫты.

Эш эҙләп көнлөккә килеүселәр бер минут эсендә был уҫал ҡиәфәтле кешене әйләндерел алдылар. Беҙ иң артта тороп ҡалдыҡ. Яллаусы көнлөккә килеүселәр өҫтөнән күҙен йөрөтөп алғандан һун, ҡайһы берҙәренең исемдәрен әйтеп, ҡайһы берәүҙәрен бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, төрлөһөн төрлө эшкә ебәрә башланы. Эшкә билдәләнгән кешеләр шунда уҡ үҙҙәренә күрһәтелгән эш урындарына киттеләр.

Байтаҡ кешеләргә, шулар ҡатарынан беҙгә лә, эш етмәй ҡалды. Эшкә яллаусы, артыҡ бер һүҙ ҙә әйтмәй, кантурға инеп китте. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асып уның артынан ҡарап ҡалдыҡ.

Яҙғы ҡояш тау артынан көлөп килеп сыҡты. Уның беренсе нурҙары ҡаршылағы бейек һырт өҫтөнә, ер аҫтынан ҡаҙылып сығарылған ҡыҙыл балсыҡтарға, унан һун кантурҙан алыҫ түгел бик матур һәм иркен итеп һалынған йәшел түбәле йорттарҙың ҙур-ҙур тәҙрәләренә төштөләр. Ҡояш кемгә ҡарап көлә торғандыр, уныһын беҙ белмәнек. Кантурға ҡаршы өйөлгән бүрәнәләр өҫтөнә барып ултырҙыҡ та, үҙебеҙҙең эш эҙләп килеүебеҙҙе әйтеп, хәлдәребеҙҙе һөйләп, бөгөндән берәр эш биреүен һорамаҡсы булып управляющийҙың сыҡҡанын көтөргә тотондоҡ.

Беҙҙән һуң беҙҙең эргәгә арҡаһы сыҡҡан, һул ҡулы зәғифләнгән бер ҡарт килеп ултырҙы. Ул, ғәҙәт буйынса, беҙҙең кемдәр икәнебеҙҙе, ҡайҙан килеүебеҙҙе һорашып алды. Беҙ ҙә уның ҡайһы яҡ кешеһе икәнен һәм ниндәй эштә булыуын һораштыҡ. Шулай һорашыу унын өсөн дә, беҙҙең өсөн дә кәрәкле бер эш кеүек булып тойолдо. Ул үҙе ҡарауылсы икән.

Ҡарауылсы икәнен әйткәндәй һуң, уфлап ҡуйҙы ла асылда үҙенең Ҡазан губернаһынан булыуын, унан сығып китеүенә ҡырҡ йылдан да артыҡ ғүмер үтеүен әйтеп үтте.

— Ҡырҡ йыл!

Был ғүмер беҙҙең кеүек йәш кешеләргә сикһеҙ күп, бер ғүмер булып күренде. Уның ҡырҡ йыл буйынса ситтә йөрөгәнен уйлап алғандан һуң:

— Ҡайтҡаның бармы һуң? — тинек.

— Егерме йылдар элек ҡайтып килгәйнем, шунан һуң ҡайтҡаным юҡ. Унда инде минең ҡәрҙәш-ырыуҙарым да юҡ, унда ҡайтып нимә эшләйһең?— тине лә, үҙенең япа-яңғыҙ бер ҡарт икәнен иҫенә төшөргән кеүек, йыйырсыҡлы йөҙөнә үкенеү һәм ҡайғы билдәләре сығарып ҡуйҙы.

—Ҡырҡ йыл күп ғүмер шул, ул ғүмер эсендә күп ерҙәрҙе күргәнһеңдер инде, бабай?—-тинек. Ул үҙенең эсендә һаҡланған ваҡиғаларҙың ауыр йәрәхәттәрен беҙҙең менән уртаҡлашҡыһы килгән бер төҫтә үҙенең тарихын һөйләп алып китте.

Ул Урал эсендәге заводтарҙың береһендә ун йыл хеҙмәт иткәндән һуң, «Ҡусҡар» приискыһындағы алтын шахталарында егерме биш йылдар забойщик булып эшләүен, унда эшләгәндә забой ишелеп, бер көн тәүлеге ер аҫтында ятҡандан һуң ғына ҡаҙып алыуҙарын, шунан һуң бер ваҡыт таш аҫтында ҡалып һул ҡулының һыныуын, шунан зәғифләнеп, башҡа эшкә яраҡһыҙ булып ҡалғанлыҡтан, бынан биш йыл элек ошо приискыға килеп, ҡарауылсылыҡҡа ялланып, шунан бирле ҡарауылсы булып тамаҡ туйҙырыуын әрнеүле рәүештә һөйләп бирҙе лә:

— «Кеше күрәһен күрмәй, гүргә инмәй» тигәндәре дөрөҫ икән, тағы ниҙәр күрәсәгем бар икән? — тип ҡояш нуры аҫтына күмелгән йәшел түбәле йорттарға ҡараны һәм улар өҫтөндә рәнйеүле күҙҙәрен йөрөтөп алғандан һуң:

—Йәш ваҡыттарҙы һағынам, ҡарт көнөңдә көҙгө, ҡышҡы ямғырлы, буранлы оҙон төндәрҙе шул йорттарҙың әйләнәһендә йөрөп үткәреү миңә йәш сағымдағы һикһән аршын тәрәнлектә булған шахталарҙа таш ватып йөрөүҙәрҙән дә ауыр. Ул ваҡытта мин уйҙың, ҡайғының нимә икәнен дә, арыу-талыуҙы ла белмәй инем. Хәҙер шул йорттар әйләнәһендә йөрөп арыйым. Төндәр буйы үткән ғүмерҙәрҙе уйлап үткәрәм, — тип тағы шул йорттарға ҡарап алды.

Бабайҙың ҡиәфәте беҙгә тағы ла ҡыҙғанысыраҡ булып күренде. Уның һүҙҙәрен тыңлап ултырыу бик-бик ауыр булып бәрелде. Беҙ үҙебеҙҙә уның үткәргән ауыр тормошоноң йөрәгендә ҡалдырған йәрәхәттәрен һыҙлатмаҫлыҡ, уның моңдарын уртаҡлашырлыҡ бер нәмә лә таба алманыҡ. Артыҡ бер нәмә лә әйтергә белмәй:

— Шулай инде, бабай... Ә һуң ул йорттарҙа кемдәр торалар һуң? — тигән һорауҙы бирҙек. Бабай бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡулын йорттарға ҡарай һуҙып:

— Бына ул йорттарҙың иң ҙурыһы йыл буйынса кешеһеҙ тора. Ундағы нәмәләр боҙолмаһын өсөн, ҡыш буйы тиккә генә яғып сығалар. Ул йорт йәй көндәрендә байҙар үҙҙәренең ғаиләләре менән ҡунаҡ булып килгән саҡтарҙа ғына асыла. Улар бында килеп ике-өс аҙна тороп, эштәрен ҡарап, «Балҡан» приискыһындағы имениеларына китәләр... Ҡалған йорттарҙа приискының управляющийҙары, кантурщик-маҙарҙары торалар...

— Байҙар ниндәй кешеләр һуң? — тинек . — Уларҙың ниндәй кешеләр икәнен ҡайҙан беләһең? Былай ситтән ҡарап торорға бик кәттә егеттәр кеүек күренәләр. Кәүҙәләре балауыҙ шәм кеүек тура булып тора. Ғүмер буйҙарына арҡырыны буйға алып һалмаған кешеләрҙең кәүҙәләре шулай булмай нисек булһын? Улар беҙҙең урында берәр генә ай эшләп ҡараһындар ине, көйәнтә кеүек бөгөлөп төшөрҙәр ине. Бабайҙың йөҙөнә асыу билдәләре сыҡты:

— Ҡуй инде уларҙы! — тип үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулын һелкеп ҡуйҙы.

— Үҙҙәре менән һөйләшеп ҡарағаның юҡмы һуң?

Бабай, беҙҙең нимәлер аңлай алмағаныбыҙҙан аптыраған һымаҡ, беҙҙе мыҫҡыл иткән кеүек көлә төштө лә: — Разве байҙар беҙҙең кеүек кешеләрҙе һанһынып, беҙҙең менән һөйләшеп торалар?! Байҙар түгел, уларҙың һәнәктән көрәк булған кантурщиктары лә беҙҙең кеүек кешеләр менән рәтләп һөйләшмәйҙәр. Әле бер көн жалунйәне 15 һум яһағыҙ, тигәйнем: — Бабай, һин байҙарҙың һанауһыҙ малдары бар, тип беләһеңме әллә? Биргәнгә ҡәнәғәт итеп, шул урыныңда тора ғына бир инде. Әле беҙ һине ҡыҙғанып тотабыҙ. Йә булмаһа, ул урынға инеүсенең иҫәбе юҡ...— тип үҙемдән көлдөләр генә. Байҙар улар үҙҙәренең эттәре менән көлә-көлә уйнаһалар ҙа, беҙгә бер һүҙ ҡушырға ла ғәрләнәләр...

— Күпме жалование алаһың һуң, бабай?

— Ун ике һум...

Һүҙ шунда еткәндә, йәшел түбәле өйҙән эске яҡтан этәргән бер ҡул менән тәҙрә ҡапҡастары асылып киттеләр. Тәҙрә асыусы кешенең иң тәүҙә ап-аҡ беләкле ҡулы, уның уртаһында ай кеүек балҡып торған йөҙө күренде. Тәҙрәне асыусы кеше — йәш кенә матур ҡатын ине.

Ул тәҙрәнән башын сығара төшөп, нимәлер эҙләнгән кеүек ишек алдына ҡарап алды. Унан һуң күҙҙәрен беҙ ултырған яҡҡа ташланы ла ҡулы менән өйҙөң ҡояш сығышы яғына ишара итте. Һуңынан ҡоласын айыра төшөп, устарын йәйеп, тағы ла ҡулдарын бергә килтереп ҡушты ла артҡа сигенде.

Беҙ уның был ишараһынан бер нәмә лә аңламаныҡ.

Уның йылы түшәктән яңы ғына торған кәүҙәләрен күргәндән һуң, иртәнге һалҡын менән өшөп ҡыуырыла төшкән тәндәр, әллә ниндәй йылылыҡты иҫкә төшөргән кеүек, сымырлап киттеләр. Ҡарауылсы бабай ул ҡатындың ишараһын шунда уҡ аңланы:

— Ул миңә ҡояш сығышы яғындағы тәҙрәләрҙе ябырға ҡуша. Улар ҡояш яҡтыһынан да ҡасалар, йоҡлай алмайҙар. Бер уянғастын тағы нисек итеп ятаһылары килә икән... — тип һуҡрана-һуҡрана тороп китте лә, ҡулындағы таяғын ҡоймаға һөйәп, тәҙрә ҡапҡастарын ябырға тотондо.

Ғүмергә эшләгән... Төн буйынса ҡарауылда йөрөгән ҡарт!..Ҡояшта йоҡлай алмаған наҙлы ҡатын!.. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған был ике төрлө тормош күңелде болғандырып ебәрҙе. Күрәһең, ҡарттың эше төнгө ҡарауылсылыҡ менән генә сикләнмәй, уға башҡа хеҙмәттәр ҙә ҡушалар. Ҡарт тәҙрәләрҙе япҡандан һуң, тағы беҙҙең эргәгә әйләнеп килде лә:

— Һеҙ, егеттәр, берәр кешене көтәһегеҙме әллә? — тип беҙҙең бында ултырыуыбыҙҙың сәбәбен һораны. — Эйе, управляющийҙы көтә инек.

— Ул бит кисә Балҡан приискыһына китте. Ике-өс көнһөҙ ҡайтмаҫ.

— Улай икән. Беҙ уның үҙен күреп, эш һорамаҡсы инек.

— Һеҙ лутсы Иванды күреп ҡарағыҙ. Ул күпте күргән кеше, һеҙгә эш бирер.

— Уны ҡайҙа күреп була һуң?

— Ул иртүк тороп, яңы асылған шахталарҙы ҡарарға киткәйне, завтракка ҡайтыр.

Беҙ бүрәнәләр өҫтөнән торҙоҡ та, бабай менән иҫәнләшеп, шунан алыҫ түгел, вашгердтар теҙелгән быуаға ҡарап йүнәлдек. Быуа эргәһенә ҡатарҙан теҙелгән вашгердтар эргәһендә алтын йыуыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр мыжғып эшләйҙәр ине. Беҙ ситтәрәк тороп уларҙың эшләүҙәреп ҡарап торҙоҡ. Ҡатарҙан һәр ваҡыт приискыла тороп эшләүсе «семьялылар» казармаһындағы ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә Хәҙисә лә бар ине.

Уларҙың машиналашҡан ҡулдары тимер торбанан ағып төшкән һыуҙарҙы уйнаталар, сығырлап торған таш ҡатнаш балсыҡтарҙы тимер иләктең бер яғынан икенсе яғына йүгертеп, өйрәнмәгән тештәрҙе сағылдыралар ине. Эшһеҙ көйөнсә, эшләгән кешеләргә ҡарап тороу уңайһыҙ булғанға күрә, беҙ күберәге строителдәр тора торған землянкалар араһынан урап, баяғы уңайһыҙ казармаға ҡайтып, уның эсенә инге килмәй, ишеге төбөнә ултырып кәңәшкә тотондоҡ.

— Йә, инде ни эшләргә?— ти иптәш.


— Ни эшләргә, бөгөн эш булмаһа, иртәгә булыр әле.

— Ә бит беҙҙең бер генә ашарлыҡ икмәк бар. Уның менән нәмә эшләй алабыҙ?

Беҙҙең күҙҙәребеҙ бер-береһенә ҡараштылар ҙа, телдәр һөйләүҙән туҡтанылар. Беҙ шулай уйҙа торғанда теге таҙа егет, ике ҡаҙаҡ самаһы керәндил һәм башҡа нәмәләр алып ҡайтып казармаға инәм тигәндә беҙҙе күрҙе лә ҡаршыбыҙға килеп туҡтаны.

— Һеҙгә бөгөн эш булманымы әллә, нәмәгә аптырашып тораһығыҙ?

— Бөгөн булманы, иртәгә буламы-юҡмы, уны ла белеп булмай әле...

— Улай булһа, бына бынан биш саҡрым ерҙә Иванов приискыһы бар. Тотоғоҙ ҙа шунда барығыҙ. Ул — яңы асылған прииск, унда эш күп. Иптәшем ауырымаған булһа, мин дә шунда китер инем. Ауырыу иптәште кем ҡулына ҡалдырып китәһең. Черт возьми, бөгөн дә эшкә сығып булманы.

Етеҙ егет шул һүҙҙәрҙе әйтте лә ашығыс рәүештә казармаға инеп китте. — Ну, ни эшләйбеҙ? — ти иптәш, — тоторға ла шул егет әйткән приискыға китергә кәрәк. Баҙар мәхәлләһенән киткән беҙҙең яҡташтар ҙа, моғайын, шундалыр.

— Иң элек сәй эсеп алайыҡ әле. Унан ҡарарбыҙ.

— Мин үҙем шунда китеү яғында, бында эш буламы-юҡмы тип көтөп торғансы, унда барып эшләргә тотонорбоҙ.

— Мин китмәү яғында, унда ла беҙҙең барыуыбыҙға эш әҙерләп ҡуймағандарҙыр... Беҙ шулай икебеҙ ике фекерҙә булып, сәй ҡайнатырға тотондоҡ.

Ул арала завтрак ваҡыты еткәнен белдереп, ҡыңғырау һуғылып, звонок булды. Сәй эргәһендә иптәш Зиннәт Иванов приискыһына китергә, унда эш булһа, миңә хәбәр итергә, булмаһа — кире ҡайтырға, ә мин хәҙергә бында торорға ҡарар бирҙек.

Мәсьәлә тиҙ өҙөлдө: СӘЙ эсеп бөткәс тә, ул үҙенең буш тоғо менән сәйнүкте арҡаһына аҫып, Иванов приискыһына китте, мин казарма эргәһендә ҡалдым...

Эшһеҙ ҙә, яңғыҙ ҙа тороу ауыр. Шуға күрә казарма эргәһендә әйләнгеләү тиҙ ялҡытты. «Ниңә һуң былай йәнһеҙ торорға, эҙләнергә кәрәк», — тинем дә туранан-тура прииск кантурына киттем. Мин кантурға барып ингәндә ҡарауылсы ҡарт тәбәнәгерәк, уйсан ғына бер урыҫ менән һүҙен бөтөрҙө лә, миңә ҡарап:

— Мин әйткән кеше ошо була инде, үҙенә әйттегеҙме әле? — тине.

— Юҡ.


— Иптәшең ҡайҙа һуң? — Ул, эш булмаҫмы икән тип, Иванов приискыһына китте әле.

— Юҡҡа унда киткән, бында ла эш булыр ине.

Ул һүҙҙе артыҡҡа һуҙманы: теге урыҫҡа ҡарап минең эш эҙләп килгән бер уҡыусы икәнемде әйтеп тә бирҙе. Ҡарттың был һүҙҙәренән һун теге урыҫ миңә баштан-аяҡ ҡарап алды ла:

— Элек эшләгәнең бармы? — тип, минең эшкә яраҡлы булыу-булмауымды асыҡ белергә теләгән һымаҡ булып һорауын бирҙе. Мин үҙемдең элек төрлө ерҙә эшләүҙәремде, заводтарҙа балсыҡ ташыу, кирбес һуғыу кеүек эштәрҙә йөрөүемде әйтеп бөткәс, ул минең эшкә яраҡлы булыуыма ышанған бер төҫ алды, ләкин үҙе һаман асыҡ яуап бирмәй ине әле. Ҡарауылсы ҡарт сыҙай алманы:

— Ул күпте күргән егет. йәш булһа ла, рудниктарҙа эшләгән ул, — тип минең һүҙҙәремде дөрөҫләп ҡуйҙы. — Шахтала эшләгәнең бармы?

— Уныһы юҡ.

— Унда эшләй алырһыңмы?

— Ниндәй эш?

— Ҡаҙылған алтын ҡомдарын шахта ауыҙына ташыу эше.

— Ниңә эшләй алмаҫҡа? Эшләйем.

Эш эҙләү мәсьәләһе шуның менән сиселде. Ул миңә иртәгә иртүк эшкә килергә ҡушты. Мин эшкә килергә вәғәҙә биреп кантурҙан сыҡтым. Шахта! Мин уның ни рәүешле икәнен күҙ алдына килтерә алмайым. Ҡоҙоҡ кеүек тәрән бер ергә төшөп китәһең, уны беләм. Аръяғы ҡараңғы...

Башҡалар эшләгәнде мин ниңә эшләмәҫкә тигән уйға килдем дә казармаға ҡайттым. Хәҙер мин үҙемде эш кешеһе, башҡа эшселәр менән казармала торорға хаҡлы бер кеше итеп һиҙә инем.

Хәҙер мин, үҙемдең эш табыу шатлығымды уртаҡлашыр өсөн, иптәшемдең ҡайтыуын көтә инем. Кис булды, ҡояш батыр ваҡыт яҡынлашты. Эшселәр эштән туҡтанылар, ләкин ул һаман ҡайтманы. Мин уның ҡайтыуынан өмөт өҙөп, яңғыҙ көн күреүем, бөгөн нимә менән тамаҡ туйҙырыуым тураһында уйланырға тотондом. Минең яңғыҙлыҡтан эсемдең бошҡанын һәм кешеләр ашаған ваҡытта ашамай тороуымдан тоғомдоң буш икәнен эшселәр ҙә һиҙҙеләр, буғай, улар берәм-берәм минең хәлде һораша башланылар.

Мин уларға ашамлыҡ нәмәм юҡ икәнен әйтмәһәм дә, улар шуны һиҙенеп, мине сәй эсергә ҡыҫтарға тотондолар. Мин дә артыҡ наҙланып тормай, улар эргәһенә ултырып сәй эстем дә, иртәгә эшкә барасағымды уйлап, тап кисәге күренештәге казармала йоҡларға яттым.

Иртән иртә торолдо. Мин кантурға барғанда, теге урыҫ ҡарт эшселәр менән һөйләшеп тора ине. Ул мине шул эшселәрҙең береһенә тапшырҙы. Оҙаҡ та тормай был эшсе менән шахтаға киттек. Шахтаға барып еткәс, теге кеше миңә ҡыҫҡа һаплы көрәк бирҙе һәм, сығырға уралған оҙон арҡандың башына беркетелгән ҙур бадьянға ултырып, сығырҙы әйләндереп түбән төшөрә башланы. Мин бадьянға ултырып, арҡанға тотоноп, ҡараңғы ер аҫтына төшөп киттем.

Шахтаға түбән төшкән һайын ҡараңғылыҡ арта. Йөрәк ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән тибә, үҙеңде кире сыға алмаҫлыҡ тәрән бер упҡынға төшөп юғала барған кеүек һиҙәһең. Күҙҙәр ихтыярһыҙ юғары күтәрелеп, ерҙең өҫтөнә ҡарайҙар. Ҡояштың ер өҫтөнә һыймай торған мул һәм көслө яҡтылығы бында бер генә тамсы нурын да туранан-тура бирә алмай. Юғарылағы яҡтылыҡ, бәләкәй генә йондоҙ кеүек йылмайып, ялтырап ҡына күренә.

Бадьян ергә барып бәрелгәс, бер яҡҡа ауышып китте, беҙҙән элек төшөп, төрлө яҡҡа таралған тар һәм тәбәнәк кенә штүлпәләр буйлап, үҙҙәренең эшләй торған урындарына китергә әҙерләнеп бәләкәй генә лампаларын тоҡандырған эшселәр ҡурҡыныс бер ҡиәфәттә күренделәр. Ер аҫты донъяһын үҙҙәренең көндөҙ тора торған икенсе казармалары кеүек күреп, унда йөрөргә, эшләргә өйрәнеп бөткән эшселәр минең ни эшләргә белмәй, ҡурҡыуҙа тороуымды һиҙеп:

— Ну, егет, тешәүен төштөң дә, нисек сығырһың икән? — тип минән көләләр һәм шул һүҙҙәренә өҫтәп: — Ҡараңғыла эшләһәң, яҡты донъяның ҡәҙерен яҡшыраҡ беләһең уны! — тинеләр.

Улар был һүҙҙәрен уйнап әйтһәләр ҙә, уларҙың был һүҙҙәре ысынлаптыр, мин бынан тиҙ генә сыға алмамдыр кеүек булып күренде.