Шағир ҡатыны. Тамара Искәндәриә

Шағир ҡатыны (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Шағир ҡатыны


 1.

Ҡайһы берҙә
Шиғыр яҙыр өсөн
Шағир халҡы уйлап сығара
Өсмөйөшлө мөхәббәттәр,
Ләкин
Үҙе һаман атын туғара

Шул һөйкөмһөҙ күргән ҡатынына,
Шул күркһеҙ генә
Йортона…
Уңайлы шул былай –
Яуап тотмай…
Төкөрөгөн генә йотона.

Ә уҡыусы,
Татлы шиғыр уҡып:
О, мөхәббәт! –
Тиеп яр һала.
О, илаһи шағир ҡатыны!
Бит
Һөйөү йәшәй
Һинең арҡала.

Татлы ғазап,
Татлы алдаҡ өсөн
Күпме йәндәр шулай
Арбала…
…Рухиәләр -
Шағир ҡатындары,
Егелгәндәр
Шиғри арбаға!

 2.

Шағир ҡатынына һүҙ әйтмәгеҙ –
Ябай ғына уның көнитмеш.
Күкрәк көсө менән малын таба,
Көнләшмәгеҙ: «әллә кем, имеш…»

Шағир ҡатынына һүҙ әйтмәгеҙ –
Хужалығы, тиеп, самалы.
Илһам бөркөтөнөң тырнағынан
Яҙмыштары уның
Тамғалы.

Ҡармап алған саҡта ошо бөркөт
Тетрәнеүле шағир йөрәген,
Сапсыуына бөркөт тырнағының
Ҡаршы ҡуйған бит ул күкрәген!

Шағирҙың бит
Ижад ғазабынан
Һыҙланыуын бер ул күреүсе,
Шиғри аһәң
Аҡҡа төшкән саҡта,
Ауаздарға
Ҡорған
Үреүсе…

Дөрләп янған саҡта
Шиғри усаҡ,
Йүшкә һымаҡ
Бөткән
Ҡаралып…
Шағир ҡатынына
Һүҙ әйтмәгеҙ,
Ул былай ҙа оло яралы.