Дәрес башланырға ғына тора ине. Уҡытыусы Шәриф ағай килеп тә инде.
— Балалар, бөгөн контроль эш! Үткән дәрестә бөтәгеҙгә лә яңы дәфтәр алып килергә ҡушҡайным. Онотмағанһығыҙҙыр бит?
Күптәр китап-дәфтәрҙәрен, ручка-ҡәләмдәрен тәнәфестә үк алып ҡуйғайны.
Мөнирә тәнәфестә бүтән класта уҡыған әхирәте Зөлфирә янына барып килде. Коридорҙа әбәкле уйнап алдылар. Шуға күрә ул математика дәресенә дәфтәрҙәрен алдан әҙерләй алманы...
Уҡытыусы таҡтаға «Алтынсы апрель. Контроль эш» тип яҙып ҡуйҙы. Мөнирә шунда ғына портфелен аҡтарырға тотондо. Яңы дәфтәрҙәрен таба алмай йөҙәп бөттө. Парта өҫтөнә бөтә әсбаптарын сығарып теҙҙе. Кисә кисен генә шаҡмаҡлы дәфтәр һалып ҡуйғайны бит ул портфеленә. Хатта икене... Китап араларынан да ҡарап сыҡты. Юҡ инде, юҡ дәфтәр. Әллә ҡайҙа булған? Шулай борғаланып ултыра торғас, китаптары иҙәнгә төшөп китте. Балалар ирекһеҙҙән уға боролоп ҡараны. Мөнирә китаптарын иҙәндән алды ла:
Минең дәфтәрҙәрем юғалған, — тине, иламһырап. Үҙе бергә ултырған күршеһе Әнәстең парта өҫтөндә ятҡан дәфтәрен, һорамай алып, асып ҡараны. Уның яңы дәфтәре икәү ине. Береһен асып һалған да тәүге битенә яҙып ултыра.
— һин минекен алғанһың, — тине Мөнирә Әнәскә, тағы ла иламһырап.
Әнәс Мөнирәгә күҙҙәрен ҙур асып ҡараны:
— Юҡсы, күрмәнемсе...
— Алғанһың... бына бит...
— Кисә әсәйем миңә магазиндан күп итеп дәфтәр алып ҡайтты.
— Бир минекен! — Мөнирә күршеһе яҙышып ултырған дәфтәрҙе тартып алды. Әнәс бирмәҫкә ҡарышты. Тартышыуҙан дәфтәр йыртылып китте.
Шәриф ағай ҙа улар янына килеп етте:
— Ни булды, балалар?
— Мин күрмәгәндә, Әнәс дәфтәремде алған, — тип тиҙерәк ошаҡлаша һалды Мөнирә.
Әнәс аптырауынан ни тип әйтергә лә белмәне.
— Ярай, кемдекен кем алған — уныһын тәнәфестә тикшерербеҙ. Юҡһа, контроль эште эшләп өлгөрмәйбеҙ бит, — тип, уҡытыусы Мөнирәгә үҙенең дәфтәрен бирҙе.
Дәрес бөтөү менән, Мөнирәнең ҡустыһы Рөстәм йүгереп килеп инде:
— Апай, апай, был дәфтәрҙәрҙе һин һалдыңмы минең портфелемә?!
Әле тәнәфескә таралышырға ла өлгөрмәгән Һабаҡташтары Мөнирәгә текләне...