Бер көн шулай, сүпкә ҡалмаһын, тип
Йыйыштырҙым пластик буш шешә:
Беҙгә, һыйыр һауған кешеләргә,
Һөт ҡойорға ифрат килешә!
Килгән-киткәнем күп, һәр беренә
Һөт-ҡатығын бирәм мул итеп.
Көтмәгәйнем бары шешә өсөн
Яҡын кешем минән көлөр тип.
“Шул да булғанмы мал, ана миндә
Ярты гараж ята өйөлөп…”-
Миндә – ятмай. Минән буш шешәләр
Китеп тора тулып, теҙелеп.
Нисек итеп аңлатайым инде
Шешә үҙе байлыҡ түгел, тип?
Уның үҙенең дә алғаны бар
Күстәнәскә һөттө мул итеп.
Уйлап торам: үпкәләргә микән?
Эй, ҡуй сәле, кәйеф төшөрөп!
…Ул һөт тейәп минән ҡайтып китте,
Күңел генә ҡалды өшөнөп.