Шиғырҙарым

Шиғырҙарым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1978. Йомаш ауылы. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (63-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Шиғырҙарым


Ҡулға ҡәләм алам, шиғыр яҙам,
Шиғыр яҙам – күңел бушатам,
Яҙған һәр бер һүҙҙе, һәр хәрефте
Наҙлы аҡҡоштарға оҡшатам.

Аҡҡоштарым берәм-берәм оса
Күңелемдең яҡты күленән,
Улар осҡан саҡта минең йөрәк
Таңғы еләҫлеккә төрөнә...

Эй, дуҫҡайым, һин дә минең кеүек,
Ҡулға ҡәләмеңде тот әле,
Бәлки, күңелеңдең саф күлендә
Аҡҡоштарың һине көтәлер?!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.