Шиғыр түгел шиғыр. Гүзәл Ситдиҡова

* * *


Әй түгелеп илай бер йәш ҡатын
Түңкәрелгән кеүек күл һыуы,
Ир тигәне ауыр һүҙҙәр әйткән,
Баҫа алмай микән ярһыуын.

- Кемгә генә кәрәгең бар,- тигән,-
Миңә, ана, сират торалар...
(Дөрөҫөндә, бындай буш ҡыуыҡты
Аҡыллылар кире боралар).

Кәмһенмә лә, һылыу, бер тигәнһең,
Килгәнһеңсе үҙең бар яҡлап.
Сират торһа торор үҙендәйҙәр,
Ҡыуаларҙар шунан, сиратлап,

Сабыйҙарың, ана, һиңә баҡҡан,
Ҡараштары тулы һөйөүгә.
Шундай һөйөү уға тәтер микән?!.
Һин - балаңа кәрәк. Ул - кемгә?


2015