Шыршы(әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Шыршы ( әкиәт)
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Шыршы


 Кескәй шыршыны балалар һаҡлыҡ менән ике тау араһына ышыҡҡа йомшаҡ итеп ер ҡаҙып ултыртҡас, яҡындағы инештән ташып һыу һиптеләр. Иркәләнеп, наҙланып үҫте ул.
— Башыңа эҫе тейеп ҡуймаһын,— тип, томра көндәрҙә саған киң япраҡтары менән ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан ышыҡланы кескәй ағасты. Ҡыш, бүҫелеп-бүҫелеп ҡар яуғанда, ҡарт имән ауыр йөктө үҙенең көслө иңенә күтәрҙе, шығыр-шығыр ыңғырашып, ләкин ботаҡтарындағы ҡарҙың бөртөгөн дә бала шыршыға төшөрмәне. Өшөп туңмаһын тип, көҙ көнөндә тирә-яҡтағы ағастар япраҡтары менән яптылар.
Бына шыршыҡай үҫеп буй етте. Ҡырпаҡ ҡар яуғас та йондоҙ-йондоҙ бөртөктәрҙе керпек энәләрендә емелдәтеп һоҡланды. Ҡыш аҡ мамыҡ шәлде иңенә һалғас, үҙенә килешә микән тип, үрелеп-үрелеп көҙгө булып туңған күләүеккә ҡараны.
Бәхетле ине шыршы: эргәһендә генә уны кескәй саҡтан иркәләгән, ел-буран тейҙермәгән имән менән саған, уны эҫелә һуғарған йәншишмә, йыш-йыш үҙҙәренең ҡайғы-шатлыҡтары менән бүлешеүсе хайуандар.
Яңы йыл алдынан шау-шыу күтәрелде.
— Һаҡлағыҙ, һаҡлағыҙ һылыуҡайҙы,— тип шөбһәләнеп шыҡырланы һайыҫҡан, әле имәнгә, әле сағанға ҡунып.
Бына алпамыштай ике ир килеп сығып шыршыға табан юл һала башланылар. Ел услап- услап уларҙың битенә ҡар һирпте, инеш, боҙон шартлатып һындырып, быймаларын еүешләне. Имән менән саған тырпайған бармаҡ-ботаҡтарына кейем салғыйҙарын эләктереп өҙгөләнеләр. Ләкин кешеләр туҡтаманы, тырышып-тырмашып йәш һылыу янына үттеләр.
— Бик шәп, ә? Бына ниндәй шыршы Яңы йылда өйгә йәм биреп торорға тейеш!
Бер нисә минуттан төбөнән үк бысылған шыршы олпат имәнгә хәлһеҙләнеп һыйынды, шунан, айырыла алмағандай, сағандың ҡосағына башын һалды...
Кисен ыҫпай шыршы, тағы ла сибәрләнеп, өй уртаһында йөҙҙәрсә уттар менән гөлтләп янды, ялтыр-ялтыр уйынсыҡтар, тәтәйҙәр, муйынсалар менән мул биҙәлде. Күңел асҡан әҙәм балаларын күреп, иләҫләнеп шатланды ул.
Икенсе көн байрам кейемдәре сиселде, шыршы, урамға сығарылып, сүп-сар тейәлгән машинаға ырғытылды һәм ҡала ситенә килтерелеп ауҙарылды.
Ә ҡояш бар донъяға нур өләшкәндә, ялҡынлы ҡыҙыу ут телдәре ялмай ине һаман һылыулығын юғалтмаған йәшел шыршыны. Ул, ҡара төтөн аша осҡондарын сәсә-сәсә, дуҫтарым күренмәҫме, тип тауҙар яғына ҡарап, сайыр йәштәрен ағыҙып илай-илай янды.
Йәшел һылыу шыршыны йәлләүсе лә, ҡурсалаусы ла булманы.


1996 йыл