Ҡарурманда Шүрәленән
Тыуған Шүрәле-малай;
Малайы малай һынлымы:
Оҙон мөгөҙлө маңлай!
Атаһы ла, әсәһе лә
Өйрәткән уны эшкә:
Кешеләрҙе ҡытыҡларға
Күнеккән малай көскә;
Аҙашһа ҡара урманға
Йомошҡа килгән әҙәм,
Шүрәлеләр ҡытыҡларға
Тотонғандар бик берҙәм!
Оҙон бармаҡ, осло тырнаҡ —
Шүрәленең ҡоралы.
Йонсотҡандар, ти, ҡытыҡлап
Улар һәр бер ҡорбанды.
Атаһы менән әсәһе,
Өйрәнһен тип хәйләгә,
Мәскәйгә һабаҡҡа биргән
Улдарын, һис йәлләмәй.
Убырлы әбей малайҙы
Алып киткән ауылға,
Ингәндәр улар бер өйгә,
Өй тора ауырға.
Көн күрә бер инәй унда,
Оло инде, үтә ҡарт.
Убырлы әбей әйткән, ти,
Уның күҙенә карап:
— һиңә малай алып килдем,
Яңғыҙлыҡ, беләм, ауыр.
Ярҙамсың булыр ҡарт көнөңдә,
Тейҙермәҫ ул ел-ямғыр.
Шүрәленең ҡолағына
Бышылдаған ул, яман:
— Әбейҙең ҡанын һур, малай!
Ә үҙе йәһәт тайған.
Өйрәтмәгән бер нәмә лә,
Әйтмәгән әпсен-төпсөн, —
Убыр әбей ҡайтып киткән
Эшкә хаҡ һорар өсөн.
2
Инәй Шүрәле-малайға
Өйрәткән әпсен-төпсөн:
— Яратам, — тип әйт,
Йылмайып, —
Артасаҡ һинең көсөң.
Күнегерһең, балам, яйлап,
Ауыр-еңел һәр эшкә,
Барып кил әле йүгереп
һыу алырға инешкә.
Ят булған, ти, һыу ташыу ҙа
Шүрәле малайына,
Күнәкте элгән мөгөҙгә,
Мөгөҙө — маңлайында.
Иҙән йыуған, кер ҙә йыуған,
Ашарға ла бешергән,
«Яратам!» тигән һүҙҙе ул
Бик йыш иҫкә төшөргән.
Колорадо ҡуңыҙын да
Сүпләгән ул баҡсала,
Өндәшмәйсә генә түҙгән,
Ҡорһағы бик асһа ла.
Эсе бошҡан, ти, малайҙың:
Бик емерек йорт-ҡура.
Өй һалмаҡсы булған, ти, ул,
Инәйгә бурап бура.
Бер көн урманға ағасҡа
Киткән Шурәле-малай.
АҺ! Аһ! Аһ! Улҡайҙарын
Шүрәлеләр танымай.
Ҡытыҡлашып ҡараһалар —
Ҡытыҡлаша ла белмәй, —
Кеше булырға өйрәткән
Ауылда теге инәй!
З
Шүрәлеләр ҡунаҡҡа тип,
Мәскәйҙе саҡырған,
Әбей килеп инеү менән,
Хужалар эй аҡырған:
— Улыбыҙҙы һин нишләттең?!
Өйләнгән ул кешегә,
Иҫ(е)кәйе лә китмәй бит
Беҙ, шүрәле ишегә?
Яуап биргәнен дә көтмәй,
Ташланғандар ҡарсыҡҡа:
— Ҡытый-ҡытый, ҡытый-ҡытый,
Үлтерәбеҙ, ҡарышма!
Мәскәйҙең хәйлә әҙер:
— Тыйығыҙ ҡулығыҙҙы,
Шүрәлегә әйләндерәм
Киренән улығыҙҙы! —
Тигән дә ҡарсыҡ атланған
һеперткегә ҡабалан,
Күҙҙән дә юғалған үҙе,
Эҙкәйе лә ҡалмаған.
4
Ауылға йәшәргә ҡасҡан
Шүрәленең малайы,
Мөгөҙө лә бөткән-киткән,
Кешесә, ти, маңлайы.
Әпсен-төпсөнөн ҡабатлай,
«Яратам!» — ти көн һайын.
Бөтөн ауыл һөйә хәҙер
Шүрәленең малайын.