Шәйехзадаға. Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Шәйехзадаға
Автор: Тәнзилә Дәүләтбирҙина


Шәйехзадаға


Бөйөктәр ауыр йәшәгән,
Рәхәтлек эләкмәгән.
Көнсөлдәр уларҙы гел дә
Ошаҡлап, элмәкләгән.

Ыҙа күрмәгән шағирҙар
Яҙалмай ыҙалаған.
Һәләтһеҙ ҡәләме менән
Ҡағыҙҙы ыҙанлаған.

Эй, Шәйхзада,
Һине лә бит
Ҡаҡтылар ҙа, һуҡтылар.
Исемеңде әйтергә лә
Быуат буйы ҡурҡтылар.

Һинән бөйөк булыр өсөн
Хәтерҙәрҙән юйҙылар.
Ете ҡат тураҡланылар,
Етешәр ҡат һуйҙылар.

Һинең яныңда йөрөһәм,
Ҡыл да тейҙермәҫ инем!
Ҡалҡан булып баҫыр инем,
Бығау кейҙермәҫ инем.

Туралһам – туралыр инем,
Халҡыңа һине һаҡлап!
Тик...
Халҡыңдан кем өндәште һуң
Нахаҡтан һине яҡлап?



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр