Йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ, май ҡушылған Картуф бутҡа кеүек иҙгеләнә. Ярты бармаҡ ҡалынлығы итеп, Әсе ҡамыр йәйеп әҙерләнә. Картуф ағып түгелмәһен тиһәң, Ҡамыр ситен бөгөп, семәрләп ҡуй. Алһыуланып, ҡабарып та бешһен, Ябай ризыҡ. Ғаиләң өсөң бер һый. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы тейгән тәғәм Иман менән булыр һуғарылған. Ҡот-бәрәкәт инер ризығыңа Инсафлыҡтан, изге уйҙарыңдан.