Шәфҡәтем. Шәйехзада Бабич

Шәфҡәтем (Йөрәгем бүләге) (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Шәфҡәтем (Йөрәгем бүләге)


Алланың киң рәхмәтенә тиң минең киң шәфҡәтем;
Күрһәтә шул шәфҡәтем ләззәт итеп ер ләғнәтен!

Күкрәгемдең михрабында ултыра шәфҡәт яндырып,
Нурлы шәфәҡәттән яралған бер мәләктәй саф ҡатын.

Эҫе шәфҡәттәр түгә ул бәғеремә, көн-төн илап,
Балҡыта күңелемде шәфҡәттән биҙәкләп, ынйылап.

Һүндерер ләза утын күңелемдә шәфҡәт йәштәре;
Бар зобаниҙар оялғандан торорҙар ҡул биләп.

Кил, йылан, кил, миндә үс юҡ, һис ҡурҡма, кил дә саҡ!
Ажғырып кил, саҡ мине, минән һиңә эҫе ҡосаҡ.

Саҡ мине, кил, теләһәң, дәһшәт, зәһәр, ләғнәт менән,
Ләғнәтеңде илатырмын мин, һөйөп шәфҡәт менән.

Мин сыҙармын - кил, туған, балтаң менән һуҡ, ор, йәнес;
Мин көлөрмөн - төрт оҙон һөнгөңдө, күкрәкте сәнес!

Ул оҙон һөнгөң осон күкрәк үбер, һөйөнөп ҡабыр;
Күҙ йәшем һөнгөңдәге ҡанды ялап, ергә тамыр.

Күҙ йәшемдән ҡанлы һөнгөңдә ҡыҙыл нур ялтырар;
Ҡулдарың киң шәфҡәтем ҡаршында тетрәп ҡалтырар.

Ергә тамған күҙ йәшемдән илгә балҡыр күксәсәк;
Ул сәсәктәр күккә осҡан йәнемә йәм һирпәсәк.

Таш бәғер, кил, минән ал атҡан ташыңды аш итеп,
Выжданыңды нурлар ул - бәғереңдә йөрөт алмас итеп...

Даръя төҫлө киң, тәрән, төпһөҙ, офоҡһоҙ шәфҡәтем;
Ул юйыр барлыҡ залимдың золматын һәм вәхшәтен.