Инеш
editТаң тыуыр алдынан, төндө тулғаҡ тотҡан мәлдә, офоҡ артынан ялбыр яллы ат сабып килеп сыға ла көмөш батмусҡа баҡыр борсаҡ һипкән кеүек кешнәүе менән донъяны сәләмләй. Күп кенә кеше күреп ҡала уны, күрмәүсе-ишетмәүселәр ҙә байтаҡ. Беҙҙең ҡәләмдәштәр араһында ла етерлек ундайҙар, бына улар әлеге ат тураһында яҙғанды уҡыр ҙа минән: "Ҡайһы архивтан таптың был документты?" - тип һорар. Роман йә повесты ни менәндер бутаусы бәндәләргә ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн дә инде ошо яҙмаларҙың жанрын "тарихи фараз" тип билдәләүем.
Ярай, быныһын асыҡланыҡ, хәҙер иғтибарҙы йәнә офоҡтағы атҡа йүнәлтәйек. Күрәһегеҙме? Ишетәһегеҙме? Хужаһын эҙләп саба булыр был "документһыҙ" ат, тәүәккәлдәрҙе батырлыҡҡа саҡырып кешнәй ул, баҙнатһыҙҙарҙы ҡыйыулыҡҡа өндәй. Бәғзеләргә уның кешнәүе аҡса сыңлауы булып ишетелә, икенселәре өсөн бығау сыңы менән бергә ҡушыла... Ә бына Петербурҙа Ҡышҡы һарайҙа шул кешнәүҙе, ғәҙәттә, императрица уянып ҡулына аласаҡ көмөш ҡыңғырау тауышы менән бутайҙар.
Башҡорттар әбей батша тип атаған Екатерина II ғалиә йәнәптәре түшәктән тормаған әле. Күҙҙәре асыҡ, әммә донъя дилбегәһен ҡулда ныҡ тоторға көн-төн тырышыу, татлы мөхәббәт ғазаптары ҡартайтҡан тән йылы йомшаҡ мендәрҙәрҙән айырылырға һис теләмәй. Зыян юҡ, уның шулай бер аҙ наҙланып ятыуынан империя емерелмәҫ. Ул-был була ҡалһа ла, күрше бүлмәләрҙә ана күпме тоғро хеҙмәтселәре бар - һорашырҙар, асыҡларҙар, яҙып ҡуйырҙар, сара күрерҙәр.
Секретарь үҙ урынында инде, ҡаурый ҡәләмдәре осланған, аҡ ҡағыҙ битенә тәүге һүҙҙәр төшөп ятҡан: 1790 йылдың 6 марты, һәр көндө шулай теркәп бара ул, Ҡышҡы һарайҙың йылъяҙмасыһы.
Бөгөн офоҡта күренеп ҡалған аттың Балтик диңгеҙе яғына сабып китеүенә ҡарағанда, әбей батшаның иғтибарына лайыҡлы ваҡиға шунда буласаҡ. Бер нисә яҡташыбыҙҙың Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелеүен иҫкә төшөрһәк: "Иҫәндәрме икән?" - тигән һорау беҙҙе лә шунда ашыҡтырасаҡ. Ә кәрәкле урынды һаҡсыларҙың бер-береһенә "Слушай!" тип ҡысҡырыуы буйынса еңел эҙләп табырбыҙ. Уларға иғтибар итеп тормай, анау тәпәш таш баструкҡа туп-тура барып инәйек әле.
Хәйер, үткәрмәҫтәр. Тревога иғлан ителер, ата башларҙар. Тимер менән ҡоршаулы анау ауыр ишекте лә ҡарауыл башлығынан башҡа аса алмабыҙ - асҡыстар уның ҡулында. Былай ҙа күренеп тора: яҡташтар иҫән, юҡһа ошо тирәне шул тиклем ныҡ һаҡларҙар инеме ни? Тағы бер иҫкә төшөрәйек: 1790 йылдың 6 марты.
1
editБаструкта оҙаҡ ятҡан башҡа тотҡондар кеүек үк, Юлай ҡарт та күптән инде көн иҫәбен дә, йыл иҫәбен дә юғалтҡан. Уны хәҙер миҙгелдәр алмашыныуы ғына ҡыҙыҡһындыра: ҡыш еттеме, яралары һыҙлауына, "ҡуян тубығы" ҡатырған быуындары ауыртыуына сыҙай алмай тиҙерәк йәй килеүен теләй башлай, көҙ яҡынлаштымы, Аллаһы тәғәләнән һалҡын томандарҙы, епшек ҡар бурандарын оҙағыраҡ ебәрмәй тороуын ялбара. Һай, үҙебеҙҙең ҡышҡа етәме ни, илдә минең был сырхауҙар ҡул менән һыпырып ташлағандай булыр ине лә бит, тип тә әйткәне бар, аптырағас. Йүрүҙән буйының йондоҙҙарҙы шаҡырайтырлыҡ аяҙ һыуыҡтары, сәнскеле ҡоро ҡар менән ҡойондороусы бурандары үҙҙәре үк шифа һымаҡ тойола башлай уға.
Атаһын Салауат үҙенсә аңлай. Янғантауға үҙеңде күтәреп кенә апарыр инем, эйәргә лә, арбаға ла ултыртмай, тип хыялға бирелә лә китә. Ярай, быныһы йәшлегенә баралыр, ә Ҡәнзәфәр аҡһаҡал ҡорона ингән башы менән унан да уҙҙырып ебәрмәксе. Иншалла, тыуған тупраҡҡа ҡайтып аяҡ баҫырға күп ҡалмағандыр, ана шун да Янғантауығыҙға өсәүләп юлланырбыҙ, унда минең дә бер туйғансы йылынғым килә, тип элеп алырға ғына тора. Салауат тың күңеле киң: Иванды ла саҡырырбыҙ, Янғантау йылыһы уға ла етер. Ҡәнзәфәр, мәрәкәләп, ҡуй, ул кафыр бит, тип ҡаршы төшә. Ишетеп ҡалһа, Иваны ла ҡушылып китә: нимә һеҙ унда, басурмандар, кафыр ҙа кафыр? Ул өсәүҙең күңелле әрепләшеүен тыңлағанда, Юлайҙың һыҙланыуҙары бер аҙ баҫылып торғандай. Йылы көҫәүҙән шулар барыһы ла. Йәшерәктәргә нисектер, әммә Юлай ҡартҡа усаҡ йылыһы ғына аҙ хәҙер. Дөрөҫ, үҙеңә кәрәк саҡта ут яғып, уның эргәһендә иркенләп ултырырға ла тура килмәне Балтик буйында үткән оҙон ғүмерҙә, ләкин ҡарауылсылар янындамы, аш бешкән ерҙәме ҡулдарыңды ҡөҙрәтле ялҡын телдәренә тейҙерә-тейҙерә бер аҙға сүгәләп китергә мөмкин әле. Бешерә, ләкин йылытмай. Күңел нығыраҡ өшөгәнлектән килә инде быныһы, өмөт уты һүрелә барғанлыҡтан. Уларҙың хәлендә кеше булып ҡала алыу үҙе бер мөғжизәлер әле. Донъя сите бит, ажғырып ҡайнап ятыусы диңгеҙ ошонан башлана. Унан күрмәксе, бында барыһы ла ажғыра, хатта әле генә тыуған көн дә баструкҡа "Тороғоҙ, сусҡалар!" тип аҡырып килеп керә. Ә төн, унан да уҙҙырырға теләгәндәй, ишек күгәндәрен асыулы шығырлата, ат башындай йоҙаҡтарҙы шатыр-шотор элеп ҡуя. Бына шуларҙы тыңлай-тыңлай, өшөп ҡалтыранғанда тирә-яҡтағы таш-ҡаялар, ҡом тауҙары артынан, һөрәнләп, уҡ ямғыры яуҙырып меңәрләгән һыбайлы ҡалҡып сығырын күҙ алдына килтереп ҡара инде! Ә Ҡәнзәфәр көтә. Салауат унан да нығыраҡ көтә, тик ул да хәҙер: "Ҡайҙа йөрөй был Кинйә абыз?" - ти башланы. Бер-береһен баҫтырып һуғышыусы айғырҙарҙы хәтерләткән тулҡындарға яр башынан ҡарап йырлап тороуҙары йышайҙы. Хәйер, элегерәк уның ишене рөхсәт тә итмәй торғайнылар шул, әммә бығаулы килеш ҡасып китеү мөмкин түгеллеген, тотҡондарҙың ҡасырға ынтылып та тормағанын бындағы аждаһалар ҙа аңланы хәҙер.
Кинйәнең ныҡ ҡартайғанлығын, бәлки, яҡты донъянан да китеү ихтималын иҫтә тота Салауат. Уның исемен телгә алыуында: "Минең улдарым үҫеп етте бит инде, беҙҙең турала уйламайҙармы икән ни?" - тигән һорауҙы ишетергә, диңгеҙгә ҡарап тороуында ярҙамды ҡайһы яҡтан самалауын күрергә кәрәк. Эйе, эйе, егет ҡоронда инде Юлайҙың ейәндәре!.. Илдә ҡалған үҙ балаларының иҫәнлегенә ышанмай: биләмәләрҙе бирмәҫкә була тартышһалар, имен ҡалдырмаҫтар. Дошмандар күп. Ә ейәндәрҙең эше башҡа. Шулай кеүек. Ошо турала уйлаһа, ҡарт тамам бутала. Беренсенән, ул уғландарҙың бер янарал менән бер палкауникка ҡоллоҡҡа бирелеүе, ҡыҙҙарының шулай уҡ таратып алыныуы Өфө бастругында ятҡанда уҡ мәғлүм булды. Сабыйҙарҙы суҡындырып, кафыр исемдәре биреп, үҙ телдәрен оноттороп, урыҫ итеп үҫтергәндәрҙер. Тамырын юғалтҡан, атай-олатайҙың кемлеген, ҡайҙалығын белмәгән, ят дин тотҡан кешеләргә өмөтләнеү - аҡылһыҙлыҡ. Салауаттың Ҡаратауҙа һунарсы ҡартҡа тоттороп киткән улы ла бар барлығын. Теге кеше исемен һорағас, Етембай булһын, тип әйттем, ти үҙе. Аллаһы тәғәләнең шәфҡәте тейеп, ул да үҫкәндер, тик кемлеген әйтеүсе булғанмы уға, башҡорттоң азатлыҡ һәм яугирлек рухын күңеленә һеңдереүсе? Ана шул, шул! Икенсенән, ярай, Етембай ҙа, Иван йә Мишка тигәнгә "әү" тиеүсе егеттәр ҙә кемлектәрен нисектер белеп ҡалып, беләктәре һәм теләктәре яусыллыҡтан ташып та тора, ти. Хатта атай-олатайының ҡайҙа интегеүен дә ишеткән, тип фараз ҡылайыҡ. Әлеге лә баяғы: бында килергә теләрҙәрме? Улан атайҙы ҡотҡарырға таяҡ тотоп та айыуға ташлана, әммә бында бер шарт зарур - атайҙан һөйөлөп, уның ҡуйын йылыһын, аҡылын, оҫталығын һеңдереп үҫеү. Салауатҡа, һирәк булһа ла, Юлай яуҙан йә бүтән йөрөмдәрҙән ҡайтҡан араларҙа атай ҡуйыны, атай һабаҡтары эләкте әле. Ә уның үҙ улдарына тамсыһы ла тәтемәне шуларҙың. Азатлыҡ һәм яу ораны бик иртә саҡырҙы шул аталарын, әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ юлға саҡырҙы, һай, шуларҙы уйламау мөмкинме. Юлай шикелле, ғүмер юлын йомғаҡлап, әхирәткә әҙерләнеүсе кешегә! Өсөнсөһө - иң хәтәрелер. Юлай ҡай саҡ караттар ҡулына эләкмәгән Кинйәнең илгә йәшерен генә ҡайтҡанын күҙ алдына килтерә. Ниңә, ана Ҡараһаҡал ҡайтҡан бит, хатта Ур тамағына Урус кенәздең башҡорттарҙы язалағанын ҡарарға барып, яуҙаштарын ныҡлыҡҡа өндәп йөрөгән, тиҙәр. Кинйә лә ҡайтҡандыр, батырҙар йыйырға ниәтләнгәндер, ә ил туҙҙырылған, ауылдар урынында көл бурандары уйнай, халыҡ аҫылып-киҫелеп, ҡоллоҡҡа һатылып йә ҡурҡышынан ҡасып бөткән. Башҡорт биләмәләренә ылау-ылау күскенселәр ағыла - урыҫы ла, татары ла, сыуашы ла... Шулай булһа, ике-өс бөртөк тотҡондо эҙләү ҡайғыһымы ни иҫән ҡалғандарҙа? Салауат менән икеһен ауыл һайын сыбыртҡылап йөрөткәндә, күрҙеләр бит инде караттарҙың утты ла, арҡанды ла, ҡурғашты ла йәлләмәгәнен. Ҡәнзәфәргә улай туҡмалып, халыҡтың ҡыйралышын күреүҙән һыҙланып йөрөү эләкмәгән, шуға ла ул, ил һынлы ил ҡапыл ғына юҡҡа сыҡмаҫ, тип үҙенекен ҡайыра. Салауаттың ҡаштары йыйырыла, йоҙроҡтары төйнәлә, өндәшмәй, шулай ҙа Ҡәнзәфәр яғын тотоуы күренеп тора. И-и, Раббым, уларҙы хаҡлы ит! Улар түгел, мин яңылышайым... Шуны шыбырлай Юлай ҡарттың ирендәре, битен бер ҡулы менән генә һыпыра, икенсе ҡулы таш стенаға ҡуша бығаулы. Һәр яңы көн уҫал ҡарауыл башлығы ҡиәфәтендә "Тороғоҙ, сусҡалар!" тип ажғырып килеп инер алдынан була был, ғәҙәттә. Шунан ҡул бушатылып, аяҡтар бығаулана - ҡул арбаһына ҡуша. Марш, марш карьерға - таш ватырға! Ҡайҙандыр аҙашып шат лыҡ килеп сыҡҡан һүрәттә лә ҡурҡып кире ҡасыр.
1790 йылдың 6 марты тип теркәлгән көндә Юлай ҡарт айырыуса иртә уянды. Дөрөҫөрәге, кемдер күкрәгенә ҡағылғандай һәм бышылдап ҡына: "Тор әле, тор!" - тип өндәшкәндәй булды. Ҡарт ашығып күҙҙәрен асты: бөтәһе лә ғыр-ғыр йоҡлай. Һөргөн ашы һәм таш менән айҡашыу йонсоуҙың сигенә еткергән өлкән йәштәге кешеләр бүтәнсә нисек йоҡлаһын инде! Баструк тәҙрәһеҙ, әммә таң яҡтыһы һарҡып инергә барыбер ектәр таба - түшәмдән дә, ишек башынан да, тағы әллә ҡайҙарҙан. Яҡтылыҡҡа юлды ел күрһәтеп бирәлер, ул инде бында ысын хужа һымаҡ ҡылана. Айырыуса ҡояш сығышынан иҫкәндә. Әле лә ҡартты ул уятҡан булыр. Ҡараңғылыҡ имшей генә башлаған әле. Һалҡынайтҡан. Юлай тубыҡтарын түш тәңгәленә тиерлек еткереп йомарланды ла ябынған арестант көпөһөн башына уҡ бөркәнде. Тыны менән йылынып серемгә талдым ғына тигәндә, ҡапыл торҙо ла ултырҙы.
Ел тынғыһыҙлай уны. Таныш ел. Уралдан уҡ осоп килгәндер. Ниҙер әйтергә теләй, күрәһең, шуға ла йоҡламаҫҡа ҡуша. Бына һин әле! Ел телен аңлау өсөн тышта иркендә һөйләшергә кәрәк тә бит, таш стеналар ҡыҫыуында түгел. Тик сығырға ваҡыт етмәгән. Эсең шартлар хәлгә еткәндә лә, үҙҙәре килеп "Тороғоҙ, сусҡалар"ҙы ҡысҡырғансы бөршәйеп ята бир. Ишекте барып дөбөрләтер инең - сылбыр ебәрмәй.
Юлай бер ятты, бер тороп ултырҙы. Уның тынғыһыҙланыуы һикенең икенсе ҡатында ятыусы Салауатты уятты, һәм ул аҫҡа эйелеп бышылдап:
- Атай, ни булды? Ауырыйһыңмы әллә? - тип белеште.
- Ана ел!.. - Ҡарт шуны ғына әйтә алды, ғөмүмән, ул бышылдауҙы яратмай.
- Ел тиһенме?.. Өшөнөңмө ни?
- Беҙҙең яҡ еле. Ҡымыҙ тәмәйтә.
- Һағыныуың еткән. Шул ғына...
Атай менән ул тымып ҡалды. Көтмәгәндә ҡаршы яҡ һикенән Ҡәнзәфәр тауыш бирҙе:
- Ҡымыҙҙың тәмен онотманыңмы ни әле? Дә-ә, берәр туҫтаҡ һемергәндә! Сырхауҙар ҙа, анау тачкалар ҙа... Һыу урынына эсеп йөрөгәндә генә белмәгәнбеҙ уның ҡөҙрәтен.
Ҡәнзәфәр тартынып-нитеп тормай, юрый ҡысҡырып һөйләй. Казактарға үс итеп, уларҙан ҡурҡмағанлығын белдереп. Казактар элекке түгел түгеллеген - ҡартайҙылар, бик аҙ ҡалдылар, шулай ҙа әтәсләнергә генә торалар. Үҙҙәрен һаман өҫтөн ҡуйырға маташа элекке яуҙаштар һәм бөгөнгө ултырҙаштар! Башҡорт улар барҙа өнөн-тынын ҡыҫып ҡына, уларҙың йомошон үтәһен, ғөмүмән, "гололобый" икәнлеген онотмаһын. Юлай менән Салауатты килтергәнсе, Ҡәнзәфәрҙе тамам бөтөрә яҙғайнылар бит. Былар өсәүләшкәс, шыма төшөргә тейеш кеүек инеләр, ә улар киреһенсә, оторо уҫаллашып киттеләр. Йәш инеләр, күмәк инеләр, еңелеү өсөн, Петр батшаға эйәреп яңылышҡандары өсөн кемгәлер асыуҙарын сығарырға кәрәк ине уларға. Бүреләр хәле бөткән хайуанға ташлана, әҙәм аҡтыҡтары ғәрип-ғөрәбәне, етемдәрҙе зар илата. Юлайҙың да, Салауаттың да сыбыртҡылауҙан сей иткә әйләнгән арҡаларының ҡутырлап-ҡанһырап торған мәле, яу яралары ла асылған, бығауҙа атлауҙан шешенгән аяҡтары кәүҙәне тотмай... Саҡ килеп йығылған, юл ғазаптарынан ҡотолдоҡ, тип һөйөнгән шул икәүҙе нисек ҡаршы алдылар! "Ә-ә, гаспадин бригадир! Палкауник атаһын да эйәртеп, үҙе килгән!" "Рәхим ит, гаспадин бригадир, беҙҙең ҡыуышҡа! Амператорыбыҙҙан сәләм әпкилергә онотманыңмы, ҡаҙалып киткерҙән?!.." Уныһын түрәләр, һаҡсы алдында ҡыланыуҙары тип аңларға мөмкин ине әле. Әммә Ҡәнзәфәр, форсат табып, тегеләрҙең хәҙер кемгә әүерелеүҙәрен төшөндөрҙө. Мыҫҡыллау, ашыңа төкөрөү, намаҙ уҡығанда теге ереңә бармаҡ менән төртөү, иҙәнгә ярау итеп, шуны таҙартырға ҡушып туҡмау... Мосолмандар өсәү булғас та, шуны эшләп маташтылар, йәмһеҙерәк нәмәләр уйлап таптылар. Ҡартайған улар хәҙер, тәүге мәлдәгеләй күп тә түгелдәр. Иманһыҙҙарҙы Хоҙай яҡты донъяла оҙаҡ тота буламы? Әммә иҫәндәре һаман да, онотолоп шикелле, үҙҙәренсә шаулашып алғылай. Бына әлдә лә...
- Гололобыйҙар унда тағы ниндәй баҙар ҡорған, йоҡо бүлдереп?
- Эй, өнөгөҙҙө тығығыҙ!
- Ҡуйығыҙ әле, братва, юҡҡа янъял ҡуптармағыҙ!
- Тик кенә ят, батша писары, юҡһа һинекен дә ҡырҡтыҡ ташланыҡ, тегеләрҙеке шикелле.
Яҡлашып һүҙ әйтеүсе - Иван Почиталин, Петр батшаның барса манифестарын яҙыусы. Урыҫтарға тәғәйенләнгәндәрен. Мосолмандарға өндәмәләрҙе Кинйә абыз яҙған. Салауатҡа ла шөғөлләнергә тура килде ундай эш менән. Иван унан аҙ ғына өлкән. Юлай уны ошонда беренсе тапҡыр күргәндә, малай ҡиәфәтен дә ташламағайны. Ул саҡта уҡ бәйелһеҙҙәрҙе тыйып маташты, шуға ла яратманылар үҙен. Ана бит әле лә Иванға ҡаршы әйләнде лә киттеләр. Ҡәнзәфәр, тегеләрҙе һөсләткәндәй, көлөп ебәрҙе. Шау-шыу көсәйеп китергә тейеш ине, әммә Салауат юл ҡуйманы.
- Ҡәнзәфәр ағай, туҡта әле! - тип торҙо ла төптәгеләргә өндәште. - Эй, ҡайһығыҙ унда тиреһенә һыймай? Уйылдан, һинме? Ҡара, был юлы йәлләп тормам!
Казак Ульянов христиан йәнен аямаусылар хаҡында нимәлер мығырҙаны ла шым булды. Салауат Горшков тигәненә мөрәжәғәт итте.
- Ә һинең, Горшок, башыңды һыйпап ҡарағаның юҡмы ни? Кем сәсһеҙ, йәғни гололобый - һинме, минме?
- Вот, нехристь, нимәгә бәйләнә!
- Бөттө, Салауат, бөттө!
Килгән мәлдә Юлай менән Салауат татыулыҡты нисек тә һаҡларға, казактарҙың мыҫҡыл-йәберенә иғтибар итмәҫкә, ҡапыл ғәййәрләнеп киткән Ҡәнзәфәрҙе тыйып тоторға ныҡ тырыштылар. Аңлау ҡыйын ине был хәлде: яңыраҡ ҡына иңгә-иңде терәп һуғышып йөрө лә каторгала бер-береңә ярҙамлашып йәшәү урынына ошолай йәмһеҙләш!.. Юҡ, шайтан оялап өлгөргәйне инде казактарҙың эсенә: һеҙ - христиан ҡанын эсеүселәр, Пугачты ла, беҙҙе лә һеҙ һаттығыҙ!.. Ә Петр батшаны һуңғы көнгә тиклем Кинйә егеттәре һаҡлап йөрөгәнен, абызды алдап ҡына государҙы әбей батшаға тотоп биргәндәрен, шуны нәҡ казак атамандары эшләгәнен, айырыуса атаман Твороговтың тырышлыҡ күрһәткәнен Юлай менән Салауат ишетеп килгәйне бит инде.
Аңғартып бирергә тура килде, һай, оҡшатманылар! Тымып ҡалдылар. Шым ғына этләшә башланылар. Бының өсөн иң йәпле урын - карьерҙан портҡа тачкалар һалған тар һуҡмаҡ. Шунда үҙеңде төртөп йығып, алып барған ташыңды ярҙан түңкәреп китһәләр, кире боролмай сараң юҡ. Молға буш арба менән барып булмай, оҙаҡ йөрөгән өсөн дә - яза. Мылтыҡ төйҙәһе менән һыйлаһындармы, ас ҡалдырһындармы... Мосолмандарҙы яфалауҙан тегеләре лә, былары ла ләззәт таба.
Бер мәл Юлай менән Салауат тачкаларын этәреп килгән ерҙән алдан киткән Ҡәнзәфәрҙе күмәкләп туҡмағандарын күреп алдылар. Аяҡтарын арбаға ҡуша бығауланған килеш шулай йүгерергә ҡайҙан көс тапҡандарҙыр. Тегеләр ҙә күрҙеләр. Икеһе быларға ҡаршы боролоп баҫа һалды, әммә ярһыған Салауат өсөн был ғына ҡаршылыҡмы ни - икеһе ике яҡҡа йәлп итеп кенә ҡалды. Торорға иткәйнеләр - ҡалҡынған береһен Юлай типкеләп ятҡырҙы, ҡырҡ етеһе лә тулмаған сағы ине бит уның да. Салауат Ҡәнзәфәргә менеп атланған Уйылданды елкәһенән матҡып күтәрҙе, ҡайҙа ырғытырға белмәгәндәй һауала һелкетеп торҙо, көтмәгәндә арбаһына шапылдатып ултыртты ла яр аҫтына тәгәрләтте. Шунан теге икәүгә боролдо.
- Йә әле, төшөп алығыҙ иптәшегеҙҙе! Һаҡланып йөрөгөҙ бынан ары, юҡһа имгәнеп бөтөрһөгөҙ. Эштән шулай ҡасырға маташҡан өсөн баштан һыйпамайҙар.
- Үлтерәм мин уларҙы! - Аяғына баҫҡан Ҡәнзәфәр эйелеп таш алды.
- Ташла, Ҡәнзәфәр ағай, яуҙаштарың да инде, танымайһыңмы ни? Үпкәләтеп ҡуйырһың.
Ошонан һуң үҙ-ара ыҙғыш тамам баҫылмаһа ла - һирәгәйҙе. Салауаттың яңғыҙ сағын һағалап маташтылар, тик йығырһың уны былай ғына! Көс-ҡеүәте лә, һиҙгерлеге лә, зирәклеге лә әллә нисәүгә етерлек. Улына ҡарап туя алмай Юлай, ләкин имгәтелгән танауын, маңлайына көйҙөрөп баҫылған хурлыҡ хәрефтәрен күрә лә, илап ебәрмәҫ өсөн, яңғыратып тамаҡ ҡыра.
1790 йылдың 6 марты башлана ғына әле. Яңыраҡ булып алған әйтеш ул килтерәсәк ваҡиғаларҙың иң-иң вағылыр. Каторжандар үҙҙәре ул турала онотҡан да һымаҡ инде. Ана улар, көндәгесә, тамаҡ туйҙырып алған да эшкә йыйына. Ете генә бөртөк ҡалған бында улар, пугачевсылар. Ҡарар күҙгә етеһе лә бер туған шикелле: бәке, ҡайсы юҡлыҡтан бөтәһен дә берҙәй һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, сәстәре арҡаларына төшөп тора. Горшковтың башы ла ал яҡтан ғына ялтыр. Йәш айырмаһын да яҡындан диҡҡәт менән ҡарап йә кемдең нисек аяҡ ҡуҙғатыуынан ғына самаларға мөмкин. Команда тауыштары, ҡул арбаларын тәнгә тоташтырған тимер сыңлауы, күршелә диңгеҙҙең өҙлөкһөҙ ауыр һулауы - барыһы ла көндәгесә. Ә ел ысынлап ҡояш ҡалҡҡан яҡтан, ул шул тарафтан йыш иҫә, бер бөгөн түгел... Әммә уның Юлай ҡартты ошолай тынғыһыҙлағаны юҡ ине шикелле.
- Нимә, ағай, елдән һаман ҡымыҙ тәмәйтәме? - тип мәрәкәләне уны Ҡәнзәфәр, карьерға барышлай.
- Эйе. Бөгөн, Ҡәнзәфәр, ниҙер буласаҡ. Мин әйтте, тиерһең. Алдан барыусы Салауат быларға боролоп ҡараны ла, йылмайып, баш сайҡаны.
2
editЭстондар иле был, Эстляндия атала. Бейек тауҙары, әллә ни ҡалын урмандары юҡ, шуға елдәр үтәнән-үтәгә һуға уны. Быныһы ғына нимә, елдәрҙән күрмәкселәй, ғәскәр тапай рәхәтләнеп был ерҙе - әле герман ябырыла, әле ляхтар, әле свейҙар, әле урыҫтар. Көслө, яусыл-даусыл, көнсөл батшалыҡтар араһында ята шул, диңгеҙгә һыйынып - шунда уның беренсе бәхетһеҙлеге. Эстондар - кәүҙәле, сабыр, сибәр халыҡ, ләкин аҙ һанлы. Ҡатындарына түшәк етеңкерәмәгәнгәме, ирҙәренең ваҡыты тарыраҡ булғанмы, бәлки, башҡорттар һымаҡ уҡ, яу артынса яуҙа ҡырылып торғандарҙыр, шул ғына асыҡ: үҙҙәренең айырым батшалығын һаҡларға хәлдәре етмәгән. Икенсе бәхетһеҙлектәре ошолор. Эйе, яҙмыштар оҡшаш: тегендә башҡорт биләмәләренә баҫҡынсыларҙы ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы хазиналар тартып килтерһә, бында - диңгеҙ, караптарға ышыҡ бирерҙәй урындар... Диңгеҙҙә кемдең караптары йөҙә, донъя уныҡы. Был ярҙар башҡорттарға ла күптән таныш. Аҡ батша Иван Грозный ваҡытында уҡ әле улар ошонда урыҫ яугирҙәре рәтендә свейға ҡаршы һуғышып йөрөгән. Еңелеп, ҡыуылып ҡайтҡандар ул саҡта. Шунан һуң йөҙ илле йыл самаһы үткәс, урыҫ әрмеһе йәнә ошо тарафҡа эркелә. Петр I әйҙәләгән уны, ул да башҡорт егеттәрен ярҙамға саҡырған. Был юлы свей еңелә, айырыуса Полтава янында ҡаты туҡмалғас, ошо тирәне ташлап китә. Тәбиғи, урыҫ хөкүмәте яр буйын хәрби яҡтан нығытырға, яңы крепостар һәм порттар төҙөргә тотона. 1718 йылда Рогервик крепосына нигеҙ һалына. Уны төҙөү Петр I үлгәнсе, йәғни 1725 йылға тиклем, ҡыҙыу бара, артабан әле һүлпәнәйә, әле ҡабат дөрләп китә. 1762 йылдан Балтик порты тип атала башлай, әммә халыҡ телендә Рогервик булып ҡала бирә.
Батырша яуынан һуң күп кенә башҡорттоң ошонда һөргөнгә ебәрелеүе билдәле. 1773-1775 йылдарҙа империяны дер һелкеткән Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғас, ҡулға алынған күренекле пугачевсыларҙы ла Балтик портына каторгаға оҙата башлайҙар. 1775 йылдың ноябрь айында Юлай менән Салауат та ошо ярға аяҡ баҫты. Улар өсөн "ике арба яллап, ат башына саҡрым һайын 1 тин түләргә" аҡса бүленһә лә, оҙон юлды, башлыса, йәйәү уҙҙылар, шуға ла, яралары асылып, йонсоуҙың сигенә еткән хәлдә инеләр. Кеше түҙгәс түҙә бит, әй! Донъя яратылғандан бирле бик һирәктәргә эләккәндер улар күргән-кисергән хәтле тән һәм йән ғазабы, бик һирәктәр сыҙағандыр ундайға, ә аталы-уллы был икәү, тыуған яҡҡа барыбер ҡайтыу теләге менән яңынан һын турайтып, йәшәп алды ла киттеләр. Ун дүрт йылдан ашыу инде уларҙы яҡты донъяның иң ситендә өмөт йөрөтә, бығауҙары: "Кинйә, Ҡаранайҙар ни уйлай икән? Уландар үҫеп еткәндер инде!" - тип сыңлай.
Ваҡыт уҙа тора. Диңгеҙгә улар берәмтекләп тигәндәй ташыған таштар өйөмө үҫә, ярҙан тегеләй һуҙыла бара. Зыяратта ла ҡәберҙәр ишәйә. Пугачевсылар айырым күмелә. Уларҙы ерҙең өҫтөндә лә, аҫтында ла бүтәндәр менән, хатта башҡа каторжандар менән ҡатнаштырмайҙар. Ете бөртөк кенә ҡалғас та. Шул етәү берҙәм булһа, әле бер хәл. Юҡ бит. Ана карьер юлында өс мосолман алдан атлай, христиандар - үҙҙәренә бер төркөм. Анауында Салауат Уйылданды ярҙан тәгәрләткәйне. Күп бында шундай иҫтәлекле урындар. Йә, кемгә кәрәк инде шул йәмһеҙләшеүҙәр? Түрәләргә генә файҙа, үҙ-ара ойпалашыусы кешеләр власҡа ҡурҡыныс түгел. Моғайын, сер ҙә шундалыр.
Юлай урталыҡта атлай һәм зәңге менән "ҡуян тубығы" ыҙалатҡан яралы аяҡтарында ҡартлыҡҡа ят еңеллек һәм етеҙлек барлығына ҡыуанып бөтә алмай. Төнгө өшөүенән тиҙ ҡотолдо. Бөгөнгө көн ҡымыҙ еҫен, Уралдағы үлән еҫтәрен алып килеп һәм тағы нимәлер вәғәҙәләп шулай итә. Уйҙарындағы асыҡлыҡ та - шунан. Ҡыҙыҡ, таушалған иҫке тәндә - элекке Юлай. Әллә кешенең тышҡы көпләүе туҙғанда ла, асылы үҙгәрмәйме? Ана Ҡәнзәфәр. Петр Өсөнсө хәҙрәттәре яғына баштан уҡ сыҡҡайны, башҡорт-мишәрҙән ҙур алай туплап, күп кенә алыштарҙа еңеүсе булды. Бер мәл уңышһыҙлыҡҡа тарып, әбей батша кешеләренә эләккән, нисек тә иреккә сығырға ынтылып, ғәфү үтенергә, тыуған ауылы Боҙаяҙға ҡайтырға күнгән. Мишәрҙәрҙең баш боласыһын тотоп ант иттереү тураһында рапорт оло түрәләргә барып етергә лә өлгөрмәй, Ҡәнзәфәр Петр III үҙ күргән кешеләрҙән яңы алай йыйырға тотона. Ҡалғаны асыҡ инде: ана ул арба этеп, бығауын сылтыратып, Юлайҙың артынан килә. Уның ауылдаштары бер туған Әбделсәләмовтар, нәҫелдәре ҡороғор Мөҡсин менән Йәмғор шулай уҡ үҙ асылына тоғро. Заманында Батыршаны тотоп Петербурға алып барғандар, был юлы Салауатты эләктереүҙәре менән маҡтана алалар. Ниңә - алалар ғына? Күптән маҡтаналарҙыр, фәләнсә һум көмөш, фәләнсә йыртыш атлас алдыҡ бүләккә, тип түш һуғаларҙыр.
Мөҡсин менән Йәмғорҙо онота алмай Салауат, уларҙан нисек алданғанын хәтеренә төшөрһә, әллә нишләй ҙә китә. Ҡәнзәфәргә асыуы килгән сағында: "Һеҙ боҙаяҙҙарҙан игелек көтмә!" - тип тә ыскындырғаны бар. Ҡәнзәфәр, былай, һүҙ күтәрә торған кеше, әммә үҙен теге мөртәттәргә йәнәш ҡуйыуҙы ҡабул итмәй, ҡыҙып китә. Тиҙ һыуына үҙҙәре. Ошолай "төрткөләшеп" алыу ҙа кәрәктер был донъяла - сөсөлөк һаҙлығына батмаҫ өсөн, хәтерҙе яңыртып, ер йөҙөндә кемдәр һәм кемдәр барлығын онотмаҫ өсөн кәрәк. Бына улар ошо тар һуҡмаҡтан теҙелешеп китеп бара. Ә мөҡсиндәр, ҡолой балтастар өйҙәрендә бик эре ҡиәфәттә йомшаҡ мендәрҙәрҙә ултыралыр. Һуҡмаҡ та, йомшаҡ мендәр ҙә кешенең теге донъяға нисек китеп барғанын белдереүсе тышҡы билдә генә. Тик был да ваҡ нәмә түгел - һинән нимә ҡалыуы: һуҡмаҡмы, мендәрме, улдармы, ҡолдармы...
Юлайҙың уйҙары, ташҡа төртөлгән арбалай, бар зиһенен зыңҡылдатып алды, һәм ҡарт донъяның үҙе уйлағандан да ҡатмарлыраҡ икәнен тойҙо. Салауаттың халыҡ хәтерендә ҡол булып ҡалыу мөмкинлеге килде башына, ул саҡта Юлайҙан да ул урынына ҡол үҫтереүсе яманаты ҡаласаҡ. Ҡырҡылған танау, маңлайҙағы хурлыҡ хәрефтәре, ергә һөйрәлеп килгән ауыр бығау... Берәйһе ситтән күреп кенә ҡалһын - үсәп һөйләрме ул, йәлләпме, тик илгә барыбер яман хәбәр ҡайтасаҡ. Кеше бит һинең асылыңа кереп тормай, тәүге фекерҙе тышҡы көпләүеңә ҡарап төйнәй. Улай икән, кемдеңдер ҡотҡара килеүен көтөү - үҙҙәренә олораҡ зыян саҡырыу ғына.
- Эй Алла!
- Ни булды, ағай? Баш әйләнеп киттеме?
- Эйе. Яңынан ҡыҙған тимер баҫҡандай.
- Ике ҡат баҫҡас - етер. Салауат!
Салауат туҡтаны. Улар икәүләп Юлайҙы аҙ ғына ултырып хәл йыйырға өгөтләнеләр, тик ҡарт ризалашманы. Хәҙер пугачевсыларҙы конвой йөрөтмәй, иллә күҙ ҙә яҙҙырмайҙар, һаҡсылар көн дә яңы урынға ҡуйьша: ҡайсаҡ өймәкләшеп һуғышҡанды ла күрмәйҙәр, ҡайсаҡ туҡтап торғанға ла килеп етәләр. Бәләнән башаяҡ! Һелкенәйек яйлап.
Юлай, үҙен тертләткән уйҙарға ҡабат юлыҡмаҫ өсөн, һорау алған, яза бирелгән көндәрҙе хәтерләргә тотондо. Эй йөрөттөләр ҙә инде уларҙы тотош империя буйлатып! Юлайҙы Силәбенән Ҡаҙанға алып килгәндә, Салауатты Өфөнән уңда килтергәйнеләр иңде, Ҡаҙандан - Мәскәүгә, унан Ырымбурға. Хөкөм ҡарарын Өфөлә уҡынылар. Ҡабат арбаларға тейәнеләр ҙә - ауылдан ауылға, завуттан завутка. Кем ҡайҙа хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғышҡан, шунда уны барса халыҡ алдында сыбыртҡы менән туҡмарға тип әйтелгәйне хөкөм ҡарарында. Туҡмау провинция кәнсәләренең штаттағы палачы Мартын Сусловҡа ҡушылды. Ысын ҡатил ине ул: беләк иттәре ташып-уйнап тора, сей ҡайыштан ишелгән оҙон сыбыртҡыһы тәнеңде ҡылыс урынына телә. Һәр хәлдә, бер һуҡҡанда атты йә үгеҙҙе үлтерә, тиҙәр. Булғас була икән кеше: юлда китеп барғанда йыраҡтан күҙ ҡыҫһынмы, яныңа килеп йәшереп кенә ҡуйыныңа икмәк һынығы тығып китһенме, ә халыҡ йыйылған майҙанда, күҙҙәрен ҡан баҫып, ысын йыртҡысҡа әүерелә. Бына нисәмә йылдан һуң да төштәргә инеп ҡотто осора...
Тәүге һуҡтырыу Эҫем завутында булды. Шайтан-көҙәйҙәр еренә көслөк менән килтереп ултыртылды ер ҡыртышын кимереүсе шул ғифрит, уны Юлай Өфөгә, Ырымбурға, Петербурға яҙған хаттар менән дә, чиновниктарға төртөлгән бәйләм-бәйләм аҡса менән дә еңә алманы. Бөтәһе лә завут хужаһын яҡланы. Ә бына Петр III, юғалған ерҙән ҡабат табылыу менән, Юлай ишеләр яғына баҫты, башҡорт иленән китер алдынан "Барлыҡ завуттар яндырылһын" тип фарман таратты. Юлай менән Салауат башта Эҫемдән халыҡты сығарҙылар, Көңгөр яғына китергә ҡуштылар, шунан завуттың үҙен яндырҙылар. Хөкөм ителгәс, уларҙы иң тәүҙә шунда алып барҙылар ҙа инде, көл-күмер өйөмдәре уртаһында һерәйеп ҡалған таш сиркәү эргәһендә тәүҙә Салауатҡа егерме биш сыбыртҡы төштө, ә Юлайға - ҡырҡ биш. Салауат иҫен юғалтманы, ә улы өсөн йәне алҡымына килгән Юлай биш-алты һуғыуҙан аңын юйҙы. Ҡатаутамаҡта, Ҡатауҙа, Орловкала Юлайҙы ғына һуҡтырҙылар, йөҙ ҙә һикһән тапҡыр төштө сыбыртҡы уның арҡаһына йәмғеһе. Салауатының күҙ алдында. Шул уҡ Орловкала танауын ҡырҡып, маңлайына һәм сикәләренә көйҙөрөп, "злодей, бунтовщик, изменник" тигәнде аңлатыусы хурлыҡ тамғаларын баҫҡанда, Юлай ярым үлек ине. Ҡатаутамаҡ бастругында күҙҙәрен асып, иҫ йыя башланы. Был ваҡытта Салауатты, туҡмай-туҡмай, үҙе һуғышҡан урындарҙа йөрөтәләр ине. Нөркә ауылында танауын ҡырҡып, теге хәрефтәрҙе төшөргәндәр. Язалау шулай тамамланды һымаҡ ине.
Әммә Өфөлә ҡабат ғауға ҡупты: Суслов үҙенең эшен насар атҡарған, танауҙарын еңелсә генә ҡырҡҡан, Юлайҙың маңлай-сикә тамғалары асыҡ түгел, был килеш уларҙы нисек оялмай каторгаға ебәрмәк кәрәк?.. Танауҙар өр-яңынан ҡырҡылды, хәрефтәр киренән баҫылды. Шунан һуң Сусловтың үҙен майҙанға алып сығып, теге сыбыртҡыһы менән аяуһыҙ ярғандар. Ҡайҙандыр Өфөгә һөргөнгә ебәрелгән бәндә генә икән дә шул Мартын тигәндәре. Ана шундайҙар ҡурҡыныс, ана шундайҙарҙан һаҡлан!
Көнсығыштан иҫеүсе яҙғы ел һағындырған таныш еҫтәр менән күңелде елкендерә, ҡырҡ ямаулы көпөнө төрлө яҡҡа тартҡылай, ниҙелер ныҡлап аңғартырға теләй. Хәтерләүҙәр алып килеүенең маҡсаты нимәлә? Ниндәйҙер осрашыуға әҙер булырға ҡушмайҙыр инде? Әллә, кем инегеҙ - кем булдығыҙ, тип кәзекләшәме? Уныһы асыҡ инде: элекке ғорур, ирекле кешеләрҙең ҡалдыҡтарына әүерелеп бараларҙыр барыуын, әммә ҡол да, ҡурҡаҡ та түгелдәр. Таш ваттырып ташыталар икән - нишләйһең, тәҡдирен шул. Тик ошонда ла хәлеңде еңеләйтергә мөмкинлеҡ бар - тере кеше ҡыбырларға тейеш, тип даими уйларға ғына кәрәк.
Карьерҙа ватып әҙерләнгән таш бар ине, шуны тейәп кире юлға сыҡтылар. Ҡарауыл башлығы бергә йөрөргә бойороп, етеһен дә шәхсән үҙе теҙеп ебәрҙе. Ғазраил тигән исемен аҡлап, ул да ни ҙә булһа эшләргә тейеш бит, етмәһә, бер теҙмәгә ҡуйылған тотҡондар алдында үҙен ысын сардар итеп тоялыр. Ать-два! Шулай ҡысҡыра-ҡысҡыра эргәләренән бер аҙ атлап барҙы, карьерҙан сығыр ерҙә ниңәлер йоҙроҡ күрһәтеп ҡалды. Ҡыҙыҡ бит әле, шул иҫкәртеүҙе етди ҡабул иткәндәй, былар ҙа молға тиклем шым ғына атларға тырыштылар, ә ысынында иһә таш тейәлгән аумалаҡ арба тар һуҡмаҡта ирәүән ҡыланыуҙы яратмай. Бына уны инде тыңламай ҡара!
Ике юлланылар. Өсөнсө тапҡыр урап килгәндә, яҙғы ҡояш дилбегә оҙонлоғо күтәрелгәйне инде. Эҫе булып китте. Таш һыуығынан көн-төн ыҙаланыусы кешеләр өсөн ошонан да ҙур рәхәтлек бармы?
Әммә каторжандарға был көндө ҡояш йылыһында туйғансы ҡойонорға тура килмәне. Молға етеп кенә килгәндә, ҡаршыларына мылтыҡтарын әҙер хәлдә тотоп тап-топ йүгереүсе һалдаттарҙы күрҙеләр ҙә туҡтанылар. Бигерәк әллә ниндәй ине шул ҡаршы йүгереүселәрҙең төҫ-ҡиәфәттәре! Бирелгән бойороҡ тағы ла сәйерерәк ине:
- Тачкаларҙы түңкәрергә! Марш - казематҡа!
Тотҡондар, бер ни аңламай, хәрәкәтһеҙ баҫып тора бирҙе. Этләнеп килтерелгән ташты, урынына - бына ғына торған молға илтеп һалмайынса, ошонда ташлап китеү баштарына һыймай ине уларҙың.
- Ниңә аңшайҙығыҙ? Тиҙерәк, сусҡалар!
Түңкәрттеләр. Ҡамауға алып, екерә-төрткөсләй, баструкка йүгертеп тигәндәй алып киттеләр, һуңғы ваҡытта бындай ҡатылыҡ күрһәтелгәне юҡ ине. Юлай ҡарт тиҙ бышлыҡты. Уның ауыр тын алыуын ишетеп, Салауат туҡтаны һәм атаһын ҡултыҡлап алды. Үҙе Ҡәнзәфәр ҙә ишетерлек итеп:
- Диңгеҙгә ҡарағыҙ, диңгеҙгә! - тип бышылданы.
Һай, үтҡер күҙ! Ҡултыҡтағы караптарға тағы икәү өҫтәлгәнен шәйләп өлгөргән. Яңы караптар ҙурыраҡ булыуҙары, төҙөлөштәре, елкәндәренең ҡуйьшышы менән ныҡ айырылып тора. Ана береһенең ҡабырғаһын ут көлтәһе бүҫеп сыҡты, туп гөрһөлдәүе, яр бөгөлдәренән кәклегә-кәклегә, әллә ҡайҙарға йөҙөп китте. Шунда уҡ икенсе карап ялҡын бөрктө.
- Бына минең ейәндәр ҙә килеп етте! - тип ғыжылданы Юлай ҡарт.
- Нимә, нимә?
- Ниндәй ейәндәр?
- Малч-а-ать!
Тауыштары ҡалтырана ине инде екереүселәрҙең. Тотҡондарҙы арбалары менән бергә индереп бикләнеләр ҙә йәнә лап-лоп ҡайҙалыр йүгерҙеләр. Был ваҡытта тиҫтәләгән туп бер-бер артлы гөпөлдәй, әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ят караптар Рогервик крепосын утҡа тота ине.
- Был көн дә килде, шөкөр! - тип һөйләнде Юлай ҡарт.
Уға "сеү, сеү!" тип, тыңларға ҡамасаулайһың, тип асыулы бышылданылар. Донъялағы иң шәп музыкаға торошло ине туп тауыштары бикле тормошта интегеүсе яу кешеләре өсөн.
3
editАҡмал ҡарт урманға йыйына. Кейенеп бөткәненә байтаҡ инде, пеләш башын йөнтәҫ малахайы менән ҡаплап, еңел тунының ҡаптырмаларын эләктерергә генә ҡалған. Ҡорал-ярағы кистән ҡарап ҡуйылған, быҙау тиреһе менән көпләнгән яҫы саңғылары ишек алдында ҡарға ҡаҙаулы тора. Ҡарт әле өйөндә һике ситендә ултыра, күҙҙәре йомоҡ - әллә йоҡомһорай, әллә тәрән уйға талыуы. Шул уҡ һикелә усаҡ алдында йөн иләп ултырыусы әбейе уға ғәжәпләнеп ҡарап-ҡарап ала: нишләүе был, әллә ошо юлға аяғы тартмаймы? Айыуға улай теләр-теләмәҫ кенә барһаң!.. Көткән кешеләре өйгә тейеп китәсәкме әллә? Эй, ошо йомоҡто, бер нәмәне еткереп аңғартмаҫ.
Әбей, орсоғонан айырылып, яңыраҡ ҡына йыйыштырған өйөнә бөхтәлек өҫтәргә уйланы. Әммә ул-был итергә өлгөрмәне, Аҡмалдың ҡәнәғәтһеҙ тауышы туҡтатты.
- Көсәнмә. Улар бында кереп тормаҫ.
- Кем һуң улар?
- Оло түрәләр, ти. Өфөнәнме, Силәбенәнме...
- Кафырҙармы ни? Әстәғәфирулла тәүбә!
- Ярар, тотоп ашамаҫтар.
Ҡара, ысынлап аяғы тартмай икән. Иләҫ-миләҫ көйө айыуға баралармы, йә! Эй Алла! Ә Етембай? Атаһы бит уны урман ыҙмаһын йылыта торорға, айыуҙың өңөндәме икәнлеген белергә ебәрҙе. Ситтә шым ғына баҫып тора беләме - һәр нәмәгә ҡыҫылыр, бәхәсләшә башлар. Оло урыҫ түрәләр арҡыры һүҙлене ярата буламы. Төпсөнөргә тотонорҙар, урмандан табылғанын ишетеп ҡалһалар - шундуҡ сырамытырҙар. Әһә, бына кемде йәшереп аҫырайһың икән, тип - икеһен дә баструкка! Хоҙай һаҡлаһын!
- Атаһы, тим, атаһы!
- Йә, һөйлә.
- Һин тегендә Етембайҙы - берәй яры... Күрһәләр, шәйләп алмағайҙары!
- Ни тинең? Сеү, ҡарҡылдама!
Ошо хәлгә тарыуына Аҡмал үҙе сәбәпсе. Ҡыш башында йортауай ауылына оло ҡыҙҙарына ҡунаҡҡа барғайнылар. Ана шунда ҡәҙер-хөрмәт уртаһында йөҙөүҙән һәм һары балдан ҡупырайып киткән ҡарт, үҙенең оҫта һунарсы икәнлеген тәҡрарларға теләп, Ҡаратауҙа ҡайһы ағас төбөнә нисә айыу ҡышларға ятыуына тиклем белеүен әйтеп ташланы. Маҡтанды ла онотто. Әммә тиҙҙән йортауайҙың ҡәтғи һүҙен еткерҙеләр: бер өндө теймәй минең өсөн һаҡлаһын!.. Ах-ох итте Аҡмал, тик ни ҡылһын, китте урманға Етембайҙы эйәртеп. Бәхеттәренән, айыулы бер өң табып, билдәләп ҡайта һалдылар. Ҡыш дауамында бимазалаусы булмағас, ҡотолдом, шөкөр, тип шатланырға ла өлгөргәйне. Бына кисә иртәнсәк, көтмәгәндә килеп төшөп, әҙерләнергә ҡушып киттеләр. Атсабарҙарҙың һөйләүенән Эҫем завутында эре түрәләр ҡунаҡ булып ятыуын, уларҙың айыу һунары ойошторорға теләк белдергәнен ишеткәйне. Уйлауынса, моғайын, шуны йортауай үҙе тәҡдим иткәндер, ярамһаҡланырға тиһәң, уға ғына ҡуш. Мәжлескә уны ла саҡырыуҙары бик мөмкин, йә үҙе, берәй хәйлә табып, барып ингәндер. Завут һалырға Шайтан-көҙәй ерен ул һатты бит. Юлай менән Салауат шуның өсөн дә инде уны... Тәүбә, тәүбә! Ул исемдәрҙе телгә алмаҫҡа, оноторға ҡушылған.
Аҡмал шунда телен тышаулап тоторға эстән генә Аллаһы тәғәлә алдында тағы бер мәртәбә ант итте. Шуны яҙып ҡуйыусы фәрештә, туҡран тәүбәһе, тип көлгәндер әле. Ҡыш башында ғына бит әле, теге айыуҙар тураһында фәстергәндән һуң, антын шулай яңыртҡайны. Иң ныҡ ант иткәне - бынан ун биш йыл самаһы элек... Ҡар ятҡан ғына мәл. Аҡмалдың ҡышҡылыҡҡа солоҡтарын тикшереп-барлап, ваҡ йәнлеккә тәпе, тоҙаҡ ҡороп ҡайтырға тип китеп барыуы. Ер аҫтынан ҡалҡып сыҡтымы ни... эйе, исеме тыйылған батыр. "Ағай, бөтә ышанысым һиндә, - ал, аҫыра, үҫтер. Юҡһа икебеҙҙе лә бергә харап итерҙәр! " - тип ашыҡ-бошоҡ ҡына төрөүле сабыйҙы ҡуйынынан алып тоттора һалды. Ундай саҡта барыһы ла тиҙ эшләнә, икеләнеп йә ниҙер төпсөнөп тораһы юҡ - Аҡмал тере төргәкте үҙенең ҡуйынына йәшерҙе. "Бар, батыр, яуыздар ҡулына эләкмә. Әйләнеп ҡайтыуыңа, уғлан иҫән булыр, иншалла. Исемен дә әйтһәң!.." - тине ҡабаланып. "Етембай булып торһон әлегә. Ярар, хуш ағай!" - Батыр, боролоп, шырлыҡҡа инеп китте, саңғылары шыжлауы тиҙ алыҫлашты. Аҡмал да, һунар кәрәк-яраҡтарын йәшереп, саңғыларын ауылға борҙо.
Гел ҡыҙҙар сырҡылдашҡан өйгә көтмәгәндә ир бала килеп инеүен нисек аңлатыу тураһында оҙаҡ баш ватманылар, урмандан табылды, тип ярым дөрөҫөн әйттеләр. Туған-тыумасаны йыйып, бәпес туйы үткәрҙеләр. Муллаға барып, хәйерен биреп, Етембайҙың донъяла барлығын китапҡа теркәттеләр. Ҡыйралыш заманы, ғаиләләр туҙҙырылған, балалар ата-әсәһенән көслөк менән айырылған саҡ, шул арҡала Аҡмалдың ҡапыл уллы булыуына ауылдың артыҡ иҫе китмәне. Сабыйҙың кем нәҫеле икәнен әбейенә генә әйтте Аҡмал, матур ҡараһын өсөн шулай кәрәк ине. Дөрөҫ булды был: әбейе тәүҙә батырҙың яуап таптырырын уйлап тырышһа, һуңынан эҫенде лә китте. Ана бит бөгөн нисек йән атып тора. Сырамытыу мөмкинлеге, шундай ҡурҡыныс барлығы башына килмәгәйне әле үҙенең. Быны иҫтә тоторға, ниҙер ҡылырға кәрәк булыр.
Урамда тояҡтар дөпөлдәгәне, аттар бышҡырғаны ишетелде. Аҡмал ауырлыҡ менән урынынан күтәрелде.
- Ярар, мин киттем!
Соланда һыҙмаһын яурынына аҫып, һөңгөһөн ҡулына алды. Саңғыларын эләктерҙе лә ашыҡмай ғына ҡапҡаға йүнәлде. Унда уны, аттарын бейетеп-өйөрөлтөп, өс һыбайлы көтә. Сабышып килгәндәре күренеп тора. Береһе - йортауайҙың атсабары, икәүһе - урыҫ егеттәре. Аҡмалды диҡҡәт менән күҙҙән уҙғарып, ниҙер самалап алдылар ҙа бер-бер артлы атсабарға өндәштеләр:
- Ошо ҡарасҡымы беҙгә юл күрһәтеүсе?
- Ниңә ат менмәгән? Саңғысы артынан ығышып барабыҙмы инде? Аҡмал, туҡтап, йәш әтәстәрҙе үҙ нәүбәтендә баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. Мәртәбәләре түрә балаһы ғына бит әле, ә тәкәбберлектәре әллә күпме башҡорт түрәһенә етерлек. Береһе һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле, икенсеһе ҡуңырыраҡ, күҙ-ҡаштары, яңаҡ һөйәктәре тамырҙарында мангул йә төрки ҡаны барлығын тоҫмаллатырлыҡ. Дөрөҫ, урыҫтың ниндәйе генә юҡ, тик бына... Көлмәй-нитмәй, туп-тура тишерҙәй ҡарап ултырыуы айырыуса оҡшаманы Аҡмалға: был меҫкен ҡартты ысын кешегә һанап буламы, тип мыҫҡыллы күҙ ҡарашы менән һәр ағзаңды һәрмәй кеүек. Һеләүһен ағас башынан ошолай күҙәтә яҡынлашып килеүсе ҡорбанын.
- Айыу бер ҡабып һоғонорлоҡ ҡына икән шул иң оҫта һунарсы тигәндәре, ә, Вася? - тип шарҡылдап көлдө һеләүһен.
- Юҡ, Роман, айыу баш тартыр, ҡоро һөйәк бит.
- Уныһын инде, йәш түрәләр, тегендә ҡарап ҡарарбыҙ! - тине Аҡмал тегеләргә урыҫса, шунан бер ситтә ихахайлаусы атсабарға башҡортса өндәште: - Анау моронға йәһәтләгеҙ, көн уҙып бара. Шунда көтөрбөҙ.
- Туҡта, ағай, әле саналар килеп етмәгән! - Атсабар шундуҡ етдиләнде. - Юлды нисек табырбыҙ?
- Һин бигерәк - бынау егеттәрҙәй! Шунда ла юл тапмаҫҡа! Яңыраҡ ҡына ағас ташынылар. - Китә бирҙе лә яурын аша ғына иҫкәртте: - Мыштырлар булһағыҙ, барып та йөрөмәгеҙ. Айыу һунары һабантуй түгел! - Шыҡыйып сығып китте. Уның ҡураныс кәүҙәһе менән һарҡыуға йүгереү нимә генә инде. Тауҙы ауылдан айырып торған ағаслы уйпат өйө ҡаршыһынан уҡ башлана. Кемдең нисек ығышҡанын был урыҫтар күреп ҡалһын әйҙә! Ҡара, сәмләндерһәләр, әле мин йәштәрҙән кәм түгел, тип эстән генә маҡтанып та алды. Тыны ярты саҡрым самаһына етте, бәхетенән, артабан ҡыуаҡтар ҡуйыра, теләһәң-теләмәһәң дә атлап барырға кәрәк. Ҡайһы бер нәмәләрҙе ашыҡмай ғына уйлап алырға ла ваҡыт.
Аҡмалды иң тәүҙә санала кемдәр килеү ихтималы ҡыҙыҡһындырҙы. Завут хужаһы Петербурҙан үҙе ҡайттымы икән ни? Һары сәсле егет уға оҡшаш түгел. Роман - һеләүһен дә атаһы менәнме, уныһы тағы кем? Завут хужаһымы, управляющийымы килһә, йортауай ҙа тағылмай ҡалмаҫ. Йәғни ҙә Салауат менән Юлайҙы... сеү, теге батыр менән атайын танып белеүселәрҙең бергә йыйылыу ҡурҡынысы бар. Тегеләрҙе Эҫемгә килтереп сыбыртҡылағанда, ҡара халыҡтан бер ситтә йортауай менән йәнәш баҫып торҙо бит завут хужаһы. Ярай, йортауай әле Аҡмал менән бер динде тота, бында урыҫ хаҡында һүҙ. Етембайға бер ҡарап алдымы!.. Ҡайтарып ебәрергә кәрәк уғланды ауылға, тегеләр күргәнсе. Иң аҡыллыһы шул булыр.
Һунарсы яңынан аҙымдарын шәбәйтте, уйҙары Етембай тирәһендә уралыуын дауам итте. Ҡайҙа йөрөйҙөр атаһы менән олатаһының ғәзиз башҡайҙары? Иҫән булһалар әле! Салауат йәш әле, донъяла барҙыр. Юлайҙың донъя ҡуйыуы ла бар - ыҙаһын күтәрһә лә, ҡартлығы түҙҙермәҫ. Ҡайҙалыр алыҫта һөргөндә булып, ҡасып ҡайтҡандар, имеш, тип тә ишетелеп ҡала. Аҡмал ышанып бөтмәй ундай хәбәргә. Ҡайтһа, улын күрергә килә һалыр ине бит. Шунан, ул тиклем туҡмалыуҙан һуң имгәнмәй ҡалыу мөмкинме? Эҫемдә икеһенең дә арҡаһы сей иткә әйләнгәйне - бер Эҫемдә генә туҡмаманылар бит. Арҡа төҙәлеүен төҙәлә, эске ағзалар зыян күрә шул, улар сыҙатмай.
Аҡмал үҙе яуҙа ҡатнашманы. Бүрәнә күтәргәндә билен биртендереп ҡуҙғала алмай ятҡан сағы ине. Саҡ тороп йөрөй башлағайны, Етембайҙы теге батыр тоттороп киткәндә. Дөрөҫ уйлаған ул, яулашып-даулашып йөрөмәгән кешегә теймәҫтәрен дә, шик менән ҡарамаҫтарын да самалаған. Эҫемдә сыбыртҡылауҙы ҡарарға иң ышаныслы кешеләрҙе йыйҙылар, шулар иҫәбенә Аҡмал да эләкте. Эй-й-е!
Уйҙар менән уҙышып атлаһаң, аҙым ырамлы. Һунарсы ҡалын урман ауыҙына килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды, шунда туҡталып, ауыл яғына ҡарай-ҡарай хәл йыйҙы. Әһә, ана килә тегеләр, һыбайлылар хәҙер дүртәү булған, арттарынан - көймәле ике сана. Киләләр тәкейем! Айыуҙы ҡотҡарып булмаҫ, ә Етембайҙы олаҡтырырға кәрәк был тирәнән. Берәй йомош табырға ла. Тик ауылға ебәрһәң, тегеләргә барып төртөләсәк. Солоҡҡа ярарлыҡ ағастар ҡара, тип төпкөлгәрәк индереп ебәрмәгәндә? Тик тыңламаҫ, атаһына оҡшап арҡыры бит. Ниңә йәшенергә кәрәклеген әйтергә лә бирергәме әллә?
Ыҙмаға барып еткәс, тун ябынып үҙен ҡаршыларға сыҡҡан Етембайҙың иғтибарлы ҡарашына һөрлөктө лә барса уйлап килгәндәрен онотто. Ҡарасы, бына кемгә оҡшаған теге Роман - һеләүһен! Бына ниңә яратмаған уны Аҡмал, бер күҙ һирпеү менән! Тормошондағы сергә бәләкәй генә ишараны ла ҡыуып ебәрергә, ситкә борорға, юҡ итергә ынтыла Аҡмал урынындағы һәр кеше. Бында ишара ғынамы?
- Бөтәһен дә эшләнеңме, улым?
-Эйе.
Уныһын һорап тормаҫҡа ла мөмкин ине, тип эстән генә битәрләп алды ҡарт үҙ-үҙен, әйткәнде үтәмәй ҡалғаны бармы ни? Ә Роман-һеләүһенгә егерме тирәһе барҙыр, Етембайҙан өс-дүрт йәшкә өлкәнерәк. Етембай имсәк ташлаған ғына бала ине, шунан һуң ун биш йыл самаһы уҙҙы. Ҡарәле, ниңә мин уларҙы һаман йәнәш ҡуйып маташам әле, тип ҡарт йәнә ғәжәпләнде. Шунан, ниндәй хәтәр яҡынлашҡанын онотоп ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, ашығып, бында кемдәр киләсәген, Етембайҙың уларға күренергә тейеш түгеллеген аңғартырға тотондо. Етембай бер һорауы менән уны тамам иҫәнгерәтте.
- Салауаттың улы икәнемде белеп ҡалырҙар, тиһеңме?
- Сеү! Һөйләп торма юҡты!
- Мин уныһын беләм инде, атай. Әсәйем менән быш-быш ҡына һөйләшһәгеҙ ҙә - ишеткеләнем. Башҡалар ҙа бышылдаша, ә мин ишетәм. Яңыраҡ бер бабай, Салауат батырҙың улы икәнеңде онотма, ул да, олатайың да тере, тип әйтеп китте.
- Туҡта, туҡта! Ниндәй бабай? Ҡайҙа күрҙең?
- Ауылда, һине күреп китергә һуғылдым, ти ине. Исеме лә иҫтә әле. Абыз тип өндәшә ине янындағы кешеләр.
- Кинйә абыз тигәндәрҙер. Юк, юҡ, ул исемде һин белергә тейеш түгел. Салауат менән Юлайҙы ла онот. Бәләнән баш-аяҡ!
- Уныһын ғына беләм, атай! - Етембайҙың тауышы көтмәгәндә нәҙегәйеп китте. - Бына айыу йәл. Инә булһа, балалары барҙыр.
- Ни хәл итеп ҡарайыҡ һуң? Киләләр бит.
- Борайыҡ та ҡайтарайыҡ. Айыу уянып сыҡҡан, өң буш, тиәйек тә...
- Эйе шул, ышанырҙар!.. Мине алдаҡсы иткең киләме? - Аҡмал ҡыҙып алды, һөңгөһө менән һыҙмаһын улына тотторҙо. - Ҡайнатҡан сәйең юҡмы? - тип һораны, шундуҡ һыуынып.
- Баҡырса ҡуҙҙа ултыра.
- Яҡшы! - ҡарт ыҙма ишегенә ыңғайланы ла, туҡтап, маңлайын тызып алды. - Яңағыңды бәйләп ҡарайбыҙмы әллә, тешең һыҙлай тип?
- Бер күҙҙе бәйләйеҡ. Бысый күҙ өркөтөр уларҙы. - Етембай уныһын да алдан уйлап ҡуйған, кеҫәһенән нәҙек ҡайыш тағылған тире ярпыһы алып, башына тейешенсә бәйләп тә ҡуйҙы. - Тирене тишкәнмен, шуның аша бар нәмәне күрә алам, - тип маҡтанды. Әле генә ирҙәрсә һөйләшә ине, әле - яңынан бала.
- Юлбаҫарға оҡшаның! - Аҡмал, ҡаштарын йыйырып, бер аҙ уйланып торҙо. - Барыбер тегелерҙән ситтә йөрөргә тырыш, - тип өҫтәне лә ыҙмаға инеп китте. Унда тәүҙә ҡунаҡтарҙы ҡайҙа ултыртыу мөмкинлеген самалап торҙо, һикегә һыймаҫтар, иҙәнгә ултырмаҫтар - һалҡын да, өйрәнмәгәндәр ҙә. Ҡарашы ятҡырып өйөлгән дадан умарталарына төштө - ана уларҙы бүкән итергә була. Дүрт һыбайлыға - дүрт эйәр. Ҡулдарына ҡарағат, еләк япраҡтарынан, мәтрүшкәнән бешерелгән ҡайнар сәй. Ағас сеүәтәгә һалып кәрәҙле бал ҡуйыр.
Баҡырсанан сәй ҡойоп, бисмиллалап, ағас касаны ирененә тейҙерҙе лә тертләп китте. Ауыҙ бешеүе мейеһенә үтеп бер уй яралтты. Кинйә абыз. Ул килгәйнеме, ысынлап, Етембайҙы күрергә? Ниңә Аҡмал менән күрешергә теләмәгән? Ҡабаланғанмы? Һанға һуҡмауымы? Әбей-һәбейҙән ишеткән бер хәбәр иҫенә төштө: имештер, башҡорт иле буйлап Хызыр Ильяс йөрөп ята, ҡатындарға ғына күренеп, түлһеҙҙәрҙе түлле итә, сырхау балаларҙы һауыҡтыра, илдәге һәр сәңгелдәкте өшкөрөп, ен-шайтанды ҡыуып ебәрә, ти. Кинйәне шулай һөйләмәйҙәрҙер инде? Нисәмә йыл уҙҙы, донъя һаман тыныслана алмай. Юлай менән Салауат ҡайтһа, ниҙәр ҡубыр?! Ҡарт әлеге исемдәрҙе оноторға ҡушҡан фарман барлығын тағы иҫләп, был юлы уҫал көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Оноторһоң, аҙым һайын күңелеңә килеп торғас! Касаһын ашығып бушатты ла йылдам ғына ыҙманан сыҡты. Уйҙарын һуңынан ослап ҡуйыр, әлеге һунар кәрәк-ярағын барларға кәрәк. Юҡһа һунарсы һаналып оятҡа ҡалмағайың. Айырыуса теге йәш әтәстәр алдында. Ә Етембай бында ла өлгөрлөк күрһәткән. Ике бәйләм арҡан ҡыйыҡ аҫтынан төшөрөлгән, остары ике сатлы оҙон ҡолғалар ҡырҡып килтерелгән - шуларҙы ботаҡтарҙан таҙартып, йәпләп маташа.
- Иҫкеләре муртайған һымаҡ, - тип аңлатты был эшен.
- Яҡшы! - тине Аҡмал ҡоро ғына, шуның артынса "Был уланды юғалтһам, нишләрмен?" тигән һорау йөрәген телде. Кәйефе боҙолғанын һиҙҙермәҫ өсөн арҡан бәйләмдәрен ҡарарға эйелгән булып ҡыланды.
Аҡланға һыбайлылар сабышып килеп керҙе. Иң алдан аҡҡош муйынлы бүртәлә Роман-һеләүһен елә. Ыҙма тәңгәленә еткәс, атының башын артҡа ныҡ шаҡарып шып туҡтатты һәм эйәрҙән шул ыңғай һикереп тә төштө. Теҙгенен Етембайға һуҙып: "Эй-й!"- тип башлаған һүҙен ҡырт өҙҙө һәм, артабан ни эшләргә тейешлеген онотҡандай, әле күҙе бәйле үҫмергә, әле ҡартҡа ҡараны. Тәкәбберлеге юғалыуҙан, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫыуынан егеттең ҡапыл нимәгәлер аптырап ҡалыуын күреү ҡыйын түгел ине.
- Һин нимә, Роман, бағана кеүек ҡаттың? Сихырланылармы әллә? - тип ҡысҡырҙы артынса килеп еткән Вася.
Роман-һеләүһен яуап бирмәне, бүртәһен етәкләп өндәшмәй генә ситкә китте.
Алыҫ Балтик портында Юлай ҡартты ҡымыҙ тәмәйтеүсе ел уятҡан мәл ине был.
4
editТуптар гөрһөлдәүе таш баструкта асыҡ һауалағынан тоноҡ ишетелә, шулай ҙа караптарҙың утты көсәйтә барғанын бынан да асыҡ билдәләргә мөмкин. Ҡаланың үҙәгенә, бынан өс йыл элек төҙөлөп бөткән Георгий сиркәүе тирәһенә аталар. Башҡа тарафтарҙы ла онотмайҙар: бер нисә йәҙрә, һыҙғырып килеп, яҡында ғына ярылды. Тотҡондар, тындарын ҡыҫып, үҙҙәренә тәғәйенле йәҙрәләрҙең стенаны бүҫеп инеүен көттөләр, ҡурҡып көттөләр, һағынып көттөләр, хатта бығау сылтыратмай ултырыу түҙеп торғоһоҙ була башланы, кемдер ҡысҡырып ебәрҙе:
- Ребятушки, ярҙағы артиллерия ошо ваҡытҡаса бер тапҡыр ҙа атманы!
- Эйе шул. Башта уҡ ҡыйраттылармы икән ни?
- Тупсылар ҡасып бөткәндер.
- Ниҙер булған иңде. Юҡһа ҡырҡ туптың һис юғы бер-икеһе атыр ине.
- Ә һин, Горшок, ҡырҡ туп барлығын ҡайҙан беләһең?
- Ана Ульян менән бергә һананыҡ. Саҙаҡа һорарға ғына сыға тиһеңме ни беҙҙе изге байрамдарҙа.
- Развед-к-а! Аңлашыла!
Һуңғы ваҡытта христиандарҙы дин байрамдарында, ябай йәкшәмбе көндәрендә лә сиркәүгә барырға, хәйер йыйып ҡайтырға ысынлап сығара башланылар. Һаҡ аҫтында, бығаулы килеш. Әммә мосолмандарға уныһы ла эләкмәй. Рөхсәт итһәләр ҙә, йөрөмәҫтәр ине: мәсет юҡ, теләнселәү - ин хурлыҡлы эш улар өсөн. Порттың нисек нығытылғанын, нисек һаҡларға йыйынғандарын улар ҙа ҡарай-күрә йөрөй, ә тегеләр нисә туп барлығына тиклем белә. Кәрәк булыр, тигәндәрҙер. Казак ошонда ла үҙ ғәҙәтен ҡыуа.
- Кем караптары икән?
- Моғайын, свейҙарҙыр. Датчандар булыуы ла бик мөмкин. Расея-матушканың дошмандары етерлек.
- Амператорыбыҙ Петр Федоровичтың хәләл ефете Катьканың дошмандары, тип әйт.
- Һаман тереме икән ни ул һайыҫҡан?
- Дөмөкһә, амнистия сығыр ине, исмаһам!
Юлай ҡарт һике ситенә оса терәгән килеш өҙлөкһөҙ уҡына, тымып тора ла тәҡбир әйтеүгә күсә, онотолопмо, тауышына баш булмай китә. Эргәһендә ултырыусы улы ундай саҡта, ныҡ тауышланмаҫҡа ҡушып, яурынына ҡағылып ала. Үҙе лә ныҡ тулҡынланған. Урыҫ иптәштәренең свейҙар һәм датчаңдар тураһында әйткәндәренә ышанғыһы килмәй, тик өндәшмәй, түҙә. Ҡәнзәфәр: "Юлай ағай, әллә һин әйткән дөрөҫкә сыға инде?" - тип мәрәкәләргә иткәс, түҙ, күрерһең, тип бүлдерҙе. "Ике һуғыш карабы һатып алырлыҡ аҡсаны башҡорт ҡайҙан тапһын?" - тип шик белдерҙе Ҡәнзәфәр. "Башҡорт мишәр түгел, кәрәк икән, бер нимәһен йәлләмәй!" - тип ысҡындырҙы Салауат. Үпкәләткәнен аңлап, яндырайланған өсөн үҙ-үҙен битәрләргә тотондо.
Ҡара, хыялланғаныңды көтөп түҙемһеҙләнеү нимә эшләтә! Бер туған ағаһылай күргән кешеһенә барыһын да тыныс ҡына аңғартып бирә ала ине бит. Ошоғаса сер сисеүҙең һис кәрәге юҡ ине, бөгөн мөмкин. Үҙе лә Өфө бастругынан яҙған хаттарының тәғәйен ҡулдарға барып юлыҡҡанына ышанмай башлағайны бит инде, бына әле өмөт яңынан ҡуҙланды. Балтик портына килтерелер йылдың майында, һорау алыу барған көндәрҙә, ул көтмәгәндә һаҡта тороусы һалдаттар менән дуҫлашып китте. Камерала яңғыҙын тоттолар, ана шунда Салауат, төн оҙоно йоҡлай алмай ыҙаланып, балаларына, ҡатындарына, тоғро дуҫтарына төбәп ҡобайыр йә йыр сығарыр ҙа шуларҙы шым ғына көйләп ултырыр булды. Тауышы үҙенән ситкә китмәй ҙә һымаҡ ине - барыбер ишеткәндәр. Бер мәл шулай моңайып ултырғанда, ишекте ипле генә ҡаҡтылар, берәү башҡортса-урыҫсалап: "Эй егет! Бигерәк ҡыҙғаныс йырлайһың. Әйт, ниндәй йомошоң бар?" - тип өндәште. Салауат, тертләп, тәүҙә ни әйтергә лә белмәне. "Ҡурҡма, мин провокатор түгел. Икмәк килтерәйемме?" - тип дауам итте теге тауыш. "Ҡара, ҡағыҙ, ҡәләм бирһәң икән, һәр намаҙҙа хоҙайҙан бәхет ялуарыр инем үҙеңә!" - Салауат үҙе лә һиҙмәҫтән шулай тине. "Ярамай! Жалобаң бариндар ҡулына эләгә, ә улар иң тәүҙә ҡайҙан ҡағыҙ-ҡара алғаныңды... Мине лә һинең янға!.." "Ә мин жалоба яҙмайым. Ошонда сығарған йырҙарымды яҡындарыма яҙып тапшырырға ғына ине. Буш итмәҫтәр!.." Һаҡсы ишек артында бер аҙ тапанып торҙо ла коридор буйлап китеп барҙы, һалһа һала бит Аллаһы тәғәлә кеше күңеленә миһырбанлыҡты! Күп тә уҙманы, ишек асылды: "Бына һорағаның. Тиҙ бул!" Май шәм дә килтергәйне. Төрмә магистрат йортонда булғанлыҡтан, барыһын да тиҙ тапҡандыр. Иртәгеһен иртүк Салауат үҙенең хаты нисек һыбайлы башҡортҡа бирелгәнен тәҙрәнән күреп торҙо, һыбайлыны таныны, һалдаттың йөҙөн йүнәтләп күрергә өлгөрмәне. Бына шул тәүге хатында ул ырыу хазинаһының ҡайҙа-ҡайҙарҙа һаҡланғанын, уны нимәгә тотоноу кәрәклеген әйткәйне, һуңынан Нөркә ауылында Мартын Суслов аҙаҡҡы тапҡыр сыбыртҡылағас: "Кем яуызға үҙ ҡулы менән өҫтәргә теләй?" - тип ҡысҡырҙылар ҙа, берәү килеп йәбеште бит Салауаттың үңәсенә. "Үлтерәм!" - тип аҡыра, ә үҙе: "Хәбәреңде алдыҡ. Ҡайҙа ебәрерҙәрен беләбеҙ", - тип бышылдарға өлгөрҙө, һөйрәкләп алып киттеләр тегене ситкә, ысынлап та үлтерер тип ҡурҡҡандарҙыр. Мартын, арып, арбала ултыра ине. Көлә-көлә нимә тип ҡысҡырҙы ҡәбәхәт: "Күр, Салаватка, дуҫың кем дә дошманың кем! Ә беҙ айырылышабыҙ. Хәҙер указ тамғаларын баҫам да - айырылышабыҙ".Тереме икән әле ул, ҡатил Мартын Суслов?
Карап тупсылары баструк ихатаһына бер нисә йәҙрә сәпәне. Бер йәҙрә стенаға уҡ килеп бәрелде, әммә, кәклегеп, ситтә ярылды. Әсе дары төтөнө бәреп керҙе.
- Тырыша минең ейәндәр, афарин! - Юлай ҡарттың тантаналы тауышы ишетелде. Ҡәнзәфәр аңлайышһыҙ ғына кеткелдәп ҡуйҙы. Казактар түҙемһеҙләнә башланы:
- Ултырабыҙмы инде ошолай ни булырын көтөп?
- Эйе шул, кем ҡулынан үлереңде лә күрмәгәс! - Ҡайҙа олаҡты беҙҙең "көтөүселәр"?
- Э-эх, элекке ғәйрәт ҡайҙа? Бынау сылбырҙы өҙөп ырғытырға!..
Салауат ҡул арбаһын аяҡтарына беркеткән бығауға тотонор итте лә ниәтенән баш тартты: һаҡсылар алыҫ китмәгән, моғайын, һиҙеп ҡалһалар - бунт, ҡасырға маташыу! Аттылар, үлтерҙеләр! Ниңә үҙеңде бушҡа ҡорбан итергә, айырыуса азатлыҡ ошолай тауыш биргәндә? Алланың ҡөҙрәте киң, илдә башлы ирҙәр ҡалғандыр әле: ниңә башҡортҡа ла диңгеҙ айғырын эйәрләп ҡарамаҫҡа?.. Салауат үҫеп еткән улдарын күҙ алдына килтерергә тырышты һәм яңынан Өфө бастругын хәтергә төшөрҙө.
Ул үҙенә ҡәләм, ҡағыҙ биргән тәүге һалдаттың исемен белә алманы, икенсеһенекен тәфтишселәр ауыҙынан ишетте - Яков Чудинов. Уға тотторған хатында ҡатындарының һәм балаларының оло урыҫ түрәләргә өләшеп бирелеүен, уларҙың яҙмышы өсөн борсолоуын белдереп яҙғайны. Ағайымдың бындалығын күреп ҡалдым, кейем, аҡса килтереүен һораным, тип ышандырҙы ул һалдатты. Был юлы әллә күҙәткәндәр, әллә Яков һаҡһыҙ ҡыланған - эләктерҙеләр. Тәфтишселәр зыҡ ҡупты. Салауатҡа иркен донъя менән аралашыу юлдары ябылды. Чудиновты тәүҙә ҡамсылағандар, шунан ҡайҙалыр оҙатҡандар, һөргөнгәлер, билдәле.
Ярай, хат барып та етмәне, ти. Ләкин башҡорттар, айырата шайтан-көҙәйҙәр уның әүләденең артабанғы тормошон күҙәтеп торғандарҙыр бит, эстәрендә йәндәре булһа. Балаларҙан күҙ яҙҙырмай, уларҙың кемлеген ваҡытында әйтә белгәндәрҙер. Петербурға йә Мәскәүгә алып китһәләр, урлап алып ҡайтырға ла мөмкин. Салауат шулай итер ине, ә башҡаларҙың тамырында бер үк ҡан аҡмаймы ни?
Салауатты һәр саҡ улдарының яҙмышы башҡа һорауҙарҙан нығыраҡ уйландырҙы. Нәҫелен дауам итергә тейеш кешеләр бит. Бына бит, юрый эшләһәң дә улай булмаҫ: мәрйә ҡатынынан тыуғаны, Салауат Етембай тип атағаны, башҡорт ҡулына эләкте, башҡорт ҡатындарынан тыуғандарын урыҫтар алған. Салауат Етембайҙы иҫкә төшөрә лә өлкәндәренә күсә һала. Уларҙы ҡол йә хеҙмәтсе итеп үҫтерергә тейеш түгелдәр, сөнки ҡолдоң хәтерен томалау ҡыйын. Кеше, мин минме һуң әле, тип уйланмаһын өсөн уға башҡалар өҫтөнән аҙ ғына түрәлек итеү мөмкинлеге биреү шарт. Быны урыҫ түрәләр яҡшы белә. Суҡындыралар, исемен алмаштыралар, ҡайҙалыр уҡыталар. Яусыллыҡтарын иҫтә тотоптор иңде, башҡорт һәм ҡалмыҡ үҫмерҙәрен әфисәрлеккә өйрәтәләр имеш, тигәндәрен дә ишеткәне бар Салауаттың. Әллә ни бейеклеккә үрләтмәйҙәрҙер, тик шулай ҙа!.. Салауаттың улдары урыҫ әрмеһенең һуғыш серҙәренә эйә булған, ти, илгә ҡайтып, ата-бабаның васыяттарынан, азатлыҡ рухынан дөрләп тоҡанған, ти, шуға һуңғы яу мәлендәге сабыйҙарҙың бөгөн эйәрҙә ултырыуын өҫтә, йәшереп һаҡланған ырыу алтынын өҫтә... Анау туптарҙан улар атыуына нисек ышанмаҫһың!
- Туҡтанылар кеүек.
- Арығандарҙыр, туптары ҡыҙғандыр.
- Юҡ, хәҙер иң ҡыҙығы башлана. Десант төшөрәсәктәр.
- Германмы, свеймы?
Юлай ҡапыл һелкенеп-һелкенеп ҡуйҙы. "Свей түгел - ейәндәрем!" - тип ҡысҡырырға әҙер ине шикелле. Салауат, уны тынысландырып, йәнә яурынына ҡағылды. Үҙе тыштағы тауыштар буйынса портта нимәләр эшләнгәнен тоҫмалларға тырышты. Туптар гөпөлдәй, әммә һирәк, ә туҡрандың ағас суҡыуына оҡшаған туҡырлау - мылтыҡ тауыштары. Караптар алып килгән десант ысынлап ярға төшә булыр. Крепость туптарын алдан ҡулға төшөргәндәрҙер, юҡһа ул десант ярға яҡын да килә алмаҫ ине. Эштәре хөрт комендант де Робертиҙың! Палкауник шикелле мәртәбәһе. Атайым менән бер тиң. Тик шуныһы: палкауник Юлай Аҙналы улай еңел бирмәҫ ине артиллерияны. Улар аталыуллы ҡала-ҡәлғәләрҙе аҙ алманы, Салауат унан яу серҙәрен байтаҡ отто. Һәр хәлдә, атаһының нимәгә һәләтле икәнен яҡшы белә. Туҡта, быныһы нимә? Тап та топ былай йүгерәләр. Хәҙер ишектәге йоҙаҡтарҙы ватырға тотонорҙар. Йә, Хоҙай, бына-бына бәреп инерҙәр ҙә: "Атай, олатай, һеҙ бындамы? Беҙ килдек!" - тип ҡысҡырырҙар. Түҙерме йөрәк шул шатлыҡҡа? Ана бышлығып килеп өйөлөштөләр ишек ҡаршыһына, йоҙаҡтарҙы ватмайҙар, асҡыс менән асалар. Салауат һикенән ырғып торҙо, башҡалар ҙа ҡабаланып аяҡҡа баҫтылар. Тыштан бөркөлгән ҡояшлы көн яҡтыһы күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы ла кемдәр килеп ингәнен шунда ук күрергә ҡамасауланы.
- Эй, сусҡалар! Үлеп бөтмәнегеҙме ҡурҡышығыҙҙан? Әллә шатланып бөтә алмайһығыҙмы свей килгәнгә?
Ҡап урталарына йәҙрә төшөп ярылыуҙан да яманыраҡ булды өс мосолманға ошо таныш тупаҫ тауышты ишетеү. Казактар ҙа ҡарауыл башлығына, уның менән килгән ике һалдатҡа ҡараны ла ҡаттылар. Нимә тип яуап бирәһең инде шул ата ҡаҙҙың мәғәнәһеҙ һорауына? Әммә ата ҡаҙ был юлы ҡапыл ғына йыуаш өйрәккә әүерелде лә ҡуйҙы.
- Белмәйһегеҙҙер әле, свей алды ҡаланы. Был - иң ышаныслы ышыҡ, шуға беҙ ҙә әлегә ошонда һеҙҙең янда... - Һуңғы һүҙҙәре менән үҙен тамам фаш итте: - Бөтәбеҙгә лә урын етер, шулай бит?
Һалдаттар арттараҡ тапанып тора бирҙе. Тотҡондарҙың өндәшмәүе оҙаҡҡа киткәс, улар ҙа телгә килде.
- Ребятушки, беҙ бит үҙ кешеләр.
- Тегендә хәлдәр, әй!..
Ҡораллы булыуҙарын, ғөмүмән, кем икәндәрен һәм ни эшләргә тейешлектәрен онотҡан был бәндәләрҙең ҡурҡыуын нисек файҙаланыу кәрәклеген иң тәүҙә Ҡәнзәфәр тотоп алды шикелле, һәр хәлдә, тегеләргә беренсе шартты ул ҡуйҙы.
- Һин, кенәз, башта беҙҙе тачкаларҙан ыскындырырға ҡуш. Арбаларҙы юлдан алһаҡ, түргә үк уҙырһығыҙ. Дөрөҫ һөйләйемме? - тип хуплау эҙләп иптәштәренә мөрәжәғәт итә һалды ул. Әммә ҡарауыл башлығы бүтәндәргә һүҙ әйтергә бирмәне:
- Булмаҫты һорамағыҙ. Инструкция ҡушмай. Һин нимә, бунтҡа ҡотортаһыңмы? - тип Ҡәнзәфәргә табан ынтылды ла, иҫенә килгәндәй, туҡтап ҡалды. - Ярай, көнө ул түгел, юҡһа!.. Асҡыс бында юҡ, - тине, араны ҡырҡыулаштырырға теләмәүен белдереп. Ғазраилдың шулай баҙнатһыҙлыҡ күрһәтеүе, алдашыуы тотҡондарҙы ҡуҙғатты ла ебәрҙе. .
- Һин, кенәз, кеҫәләреңде яҡшылап ҡара!
- Ошондай саҡта беҙҙе бығауҙа тотоуҙан ниндәй файҙа?
- Тоттоҡ бирҙек үҙегеҙҙе свейҙарға.
- Малч-а-ть!
Хыял-өмөттәренең селпәрәмә килеүенән шаңғып ҡалған Салауат тәрән йоҡонан уянғандай булды. Ғазраилдың шашка һабына тотонғанын, Ҡәнзәфәрҙең тегенең ҡулына йәбешкәнен күрҙе лә бер үк ваҡытта тиерлек һалдаттарҙың яурындарынан мылтыҡтарын ала башлағанын абайланы. Хәҙер артҡа сигенә бирерҙәр ҙә штыктарын алға һуҙырҙар... Салауат бер ынтылыуҙа тегеләрҙе елкәләренән эләктерҙе, маңлайҙарын сәкәштерәм тип көсәнгәндә үҙ арбаһына һөрлөктө. Иҙәнгә өсәүләп ҡоланылар. Ярҙамға казактар килеп өлгөрмәһә, был көрмәкләшеүҙең ни менән барып бөтөрөн Алла үҙе генә белгәндер. Ҡоралһыҙландырҙылар. Өсәү теге өсәүҙең өҫтөнә менеп ултырҙы. Ҡәнзәфәр Ғазраилдың кеҫәләрен тентеп сыҡты, тик асҡыстарын таба алманы.
- Бил ҡайышындалыр, эстән, - тип тоҫмалланы Иван.
Бығауҙарҙан арынғас, тиҙ генә кәңәшләшеп алдылар ҙа, ҡарауылсыларҙың өҫкө кейемдәрен һалдырып, үҙҙәрен ҡулдарынан стена сылбырҙарына беркеттеләр. Тегеләр ҡаршылашты, һуғышты, ә былар, беҙ ғүмер буйы ошолай йәшәйбеҙ, һеҙ ҙә түҙерһегеҙ, ятығыҙ, ял итегеҙ, тип йыуатты. Ә һеҙ ҡайҙа бармаҡсыһығыҙ, тип белеште Ғазраил үлергә ятҡан кеше тауышы менән. Тотҡондар ғорур ҡайҡайҙылар, Ульянов, үҫмерҙәргә нотоҡ уҡығандай һуҙып-һуҙып, бөтәһе өсөн дә яуап бирҙе:
- Расеяны һаҡларға кәрәк бит кемгәлер, һеҙ ошонда боҫоп ятҡас, ул бурыс беҙгә төшә. Сығып күрәйек әле шул свей тигәндәрен.
- Барығыҙ, бар! Һеҙҙе күреү менән тороп ҡасыр. Тик йыраҡ китмәгеҙ! - тип мәтриләне Ғазраил.
- Ашарға-эсергә килтерергә онотмағыҙ, - тип һораны һалдаттарҙың береһе.
Юлай ҡарт алға-артҡа һелкенеп һаман һикелә ултыра ине - тирә-яғында ниҙәр эшләнгәнен күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә һымаҡ. Салауат уны һүҙһеҙ генә күтәреп алды ла тышҡа, ҡояш яҡтыһына, алып сыҡты.
5
editАҡмал үҙе үлемгә хөкөм иткән айыуҙы иң һуңғы мәлдә үҙе үк ҡотҡарырға ныҡ тырышып ҡараны. Саналарҙың береһендә йәш ҡыҙ менән өлкәнерәк йәштәге ҡыҙмы-ҡатынмы килгәйне, ана шуларға мөрәжәғәт итте лә инде ҡарт һунарсы урыҫса-башҡортсалап: "Медведь, моғайын, баба. Мамка, мамка, дай сосать! Ух, как жалко!" "Как, как, медведь-баба? Как это - жалко сосать?" - тип аптырашты тегеләр. Уның өндә бәләкәй генә айыу балалары булыу мөмкинлеген әйтеүе хаҡында йортауай аңлатып бирҙе. Ҡыҙ, киреһенсә, шатланды ла, ҡулдарын сәбәкәйләп ҡуйҙы: йәнәһе, ул айыуҙың тиреһе менән бергә балаларын да алып ҡайтырға һис ҡаршы түгел. Был хатта бик шәп! Шулай бит, Рома? Шулай бит, пап? Роман-һеләүһен дә, завут управляющийы ла уның һәр һүҙен йөпләргә ашыҡты. Аҡмал һунарға завут хужаһының үҙе түгел, управляющийы килгәнен күреп ирәүәнләберәк киткәйне. Быныһы артыҡ яһил булмаҫҡа тейеш, тип уйлап алды ул, Етембайға янаусы ҡурҡыныс кәмей төшә. Ә был бикәс управляющийҙың ҡыҙы икән. Ә теге ҡатын уның кеме? Тағы бер ир килде, бигерәк янаралға оҡшаған, Роман-һеләүһенгә үтә иғтибарлы, ә төҫ-ҡиәфәтенә ҡарағанда, немец затынан һымаҡ... Хәйер, Аҡмалдың уларҙа ни эше бар, уға ана айыуҙы ҡотҡарырға, дөрөҫөрәге, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы тиҙерәк кире оҙатырға кәрәк.
- Был саҡтағы айыу тиреһе - ни йөнө, ни төҫө. Ҡыш башында инде самый раҫ! - тине ул, бер ҡыҙға, бер йортауайға ҡарап.- Ите лә яшыҡланған, бер нигә ярамай, тип аңғарт шуларға.
- Һин ҡасандан бирле миңә бойора башланың әле? - Йортауай ҡапыл өжөрәйҙе. - Кәрәк ине, ти, уларға айыу ите! Күңел асырға кәрәк уларға, ана теге йәш әтәскә кәләше алдында үҙен күрһәтергә кәрәк. Ярай, күп һатыулашма, алып бар тиҙерәк! - Шулай тине лә урыҫтар янына китте һәм уларға, көлә-көлә, ниҙер һөйләргә тотондо. Аҡмал Етембайға ҡысҡырып ҡорал-ярағын килтерергә ҡушты. Һыҙмаһын кире индертеп, йәйәһе менән уҡ ҡорманын сығарттырҙы. Билғауына арҡан бәйләмен аҫып, саңғыларын кейҙе һәм һөңгөһөнә таянды. Шунан һуң ғына бүтән һунарсыларҙың әҙерлегенә иғтибар итте. Кемдер мылтығын тикшерә, кемдер биленә дарылы мөгөҙ таға, кемдер бысағын ҡындан һурып ҡарай... Шыпырт һаран ғына һөйләшеү ишетелә - етдиләнгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ ғына элеккесә сырҡылдаша бирә, шул ғына ошо мәлдә ҡолаҡҡа ятмай. Аҡмал маңлайын сирып ҡуйҙы ла яҡындараҡ эйәр айылдары менән булашыусы атсабарға өндәште:
- Бисәләрен дә апарырға йыйыналармы әллә?
- Улар ҡалмай инде, ҡайҙа ул! Ҡарап торабыҙ, тиҙәр бит. Бигерәк тә йәше. Өлкәне уның мөғәллимәһе икән, эйәреп кенә йөрөй...
- Эште ҡырабыҙ, әләйһә! Ярай, үҙҙәре беләлер. - Аҡмал айыу өңөнә тиклем аттар үтә алмаясағын әйтергә уйланы ла бөтөнләй икенсене әйтте:
- Аңғарт үҙҙәренә, анау ҡолғаларҙы алһындар.
- Етембайыңа ни булған?
- Ул былай ҙа беше ирҙәр йөгөн артмаҡлаған. - Һунарсы ҡарт ишек алдында көтөп торған Етембайҙы үҙ янына саҡырып алды һәм уның нисек ҡоралланғанын ҡараны. - Саңғыларыңды яҡшылап ашаттыңмы? - тип шаяртып торҙо ла: - Ярай, Аллаға тапшырҙыҡ! - тип ҡуҙғалырға команда бирҙе. Етембайҙы алға үткәреп, үҙе арттан төшөп алды. Ыҙма янында ығы-зығы ҡупты - уныһы инде күп кеше йыйылып бер-береһен тотҡарлаған һәр ерҙә була торған хәл. Оҙаҡламай улар ҙа ҡуҙғалды. Ҡолаҡҡа сос ҡарт, боролоп ҡарамаһа ла, һыбайлыларҙың икешәрләп килеүен, ә егеүле аттарҙың әле үк, ҡар йоҡа һөҙәккә үк, ауыр тартҡанын белеп барҙы. Йәйәүләргә тура килгәс нишләрһегеҙ икән, тип битараф ҡына уйлап ҡуйҙы ул. Аттағыларҙың ҡамасаулыҡ ҡына ҡыласағын, айыуҙы Етембай менән үҙе аласағын баштан уҡ яҡшы белә, шулай икән... Хәҙер һунарсы уй-тойғоларын тайыш табан менән буласаҡ осрашыуға тупларға тырышты. Йоланы тотоп, айыу менән алыҫтан уҡ һөйләшә башланы. "Ғәфү ит беҙҙе, урман хужаһы! - тип мөрәжәғәт итте уға ҡарт, ирендәрен ҡыбырлатмай ғына. - Ана күктән фәрештәләр күреп-ишетеп тора, әруахтарыбыҙ шаһит, беҙ үҙ иркебеҙ менән түгел, сараһыҙҙың көнөнән... Ҡарғамай-зарланмай ғына, риза булып ҡына йылы толобоңдо биреп тор, күп бәләләрҙән ҡотҡарырһың беҙҙе!.."
Был боронғо ырым доғаһын Аҡмал тулыһынса белмәй. Атаһы ла белмәй ине, әммә улын: "Белгән хәтлеһен ике-өс тапҡыр ҡабатлаһаң, шул етә. Ихлас күңелдән уҡырға ғына кәрәк", - тип өйрәтте. Аҡмал шуны хәҙер Етембайға еткереп, һеңдереп китергә бурыслы. Донъя шулай алға бара.
Арттан килеүселәр Аҡмал менән Етембайҙың ҡапыл ҡуҙғалып китеүен, боролоп та ҡарамай һаман алыҫлаша барыуын асыҡтан-асыҡ ихтирам итмәү тиеберәк баһаланы, һәм был төркөмдә әлдә лә ошо турала һүҙ тынмай. "Нишләп әле был йолҡош ысын барин шикелле ҡылана?" - тип һорағайны управляющий башта уҡ һәм һаман шул фекерендә тора. "Ҡабаландырыуы. Кискә ҡалыуҙан ҡурҡа", - тип яҡлашҡан йортауайҙың фекере хәҙер үҙгәрә төшкән. "Холҡо шундайыраҡ шул ҡарттың, тик үҙенсә булһын". "Волость старшинаһы ҡамсыһын йәлләйҙер!" - "Ҡай ерен ҡайыҙларға уның - тире лә һөйәк... " Ә Елизавета бикәстең үҙ ҡайғыһы: "Медведь-бабаның балаларын тапмай ғына ҡараһындар. Ҡарға һалып ҡамсыларбыҙ, шулай бит, пап? "
Башҡа һыбайлыларҙан айырылып, хәҙер иң арттан барыусы йортауай завут управляющийы янында өндәшмәй генә ултырыусы олпат иргә ҡарап-ҡарап ала һәм уны элек ҡайҙа күргәнлеген иҫкә төшөрөргә тырыша. Таныштырғанда исем-дәрәжәһен дә атағандай инеләр - тулҡынланыуынан йүнәтләп ишетмәне. Артабанғы һөйләшеүҙәренән уның Оло Иҙел буйында ҙур биләмәһе булыуын, шунда таш һарай һалдырып йәшәүен белде. Улы Роман Питерҙа Вася менән бергә уҡыған, әле лә бергә хеҙмәт итәләр икән. Вася дуҫын үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Ә был Янаралды - йортауай ҙа уны шулай исемләне - Эҫемгә ниндәй йомош тартҡан? Йәштәргә эйәреп кенә йөрөрҙәй кеше түгел. Романға кәләш әйттерергә килгән булыуы бик мөмкин. Ҡыланыштарына ҡарағанда, тиҙҙән туй бит. Тик Янаралды ҡайҙа осратҡаны бар әүәл - Өфөләме, Ырымбурҙамы? Һуңғы бола баҫтырылған саҡта түгелдер инде?
Янарал уның үҙенә иғтибар иткәнен тегендә, ауылда уҡ, һиҙҙе. Ауылда уларҙы управляющийҙың кешеләре - бер өйөр эт менән һунарсылар, бешекселәр, музыканттар ҡыуып етергә тейеш ине. Аҙаштылармы, бүтән нәмә килеп сыҡтымы - ваҡытында килеп өлгөрмәнеләр. Шуны һылтау итеп, Янарал барыһын да тиерлек ҡайтып китергә күндергәйне инде. Эште иркә, үҙ һүҙле Елизавета боҙҙо: "Как это, ошонда килеп ет тә буш ҡул ҡайт! Ю-у-ҡ, Роман миңә айыу тиреһе вәғәҙә итте, үҙ ҡулы менән үлтерелгән айыу тиреһен аяҡ аҫтыма һалырға..." Романға ни, кәләш ҡуйынына инергә ашҡынған егеткә, шул етә ҡалды, "Һеҙ теләһәгеҙ нишләгеҙ, мин айыу алмай ҡайтмайым. Пап, һин улыңдың хурлыҡҡа ҡалыуын теләмәйһеңдер, моғайын?" - тип әйтеүе булды, Васяһы һикереп торҙо: йәнәһе, Елизавета менән ул да ҡала, ә ҡарттар хеҙмәтселәрһеҙ булдыра алмай икән, әйҙә ҡайтһындар! Управляющий Янаралға ҡараны, ә ул волость старшинаһынан өңдө белеүсе һунарсының ышаныслы кешеме икәнлеген тағы бер белеште. Йортауай әллә ни йәйелеп китеп маҡтаманы, алған айыуҙарының йөҙҙән артыҡ булыуын әйтте лә, барыһы ла ҡул сапты.
Янарал һунарсы ҡартты тәүге күреүҙән үк оҡшатманы. Бәләкәй генә кәүҙәле, әммә ялбыр ҡаштары аҫтынан яндырып ҡараусы күҙҙәрендә һис ҡурҡыу юҡ. Саңғыла шыҡыйып сығып китеүен дә яратманы Янарал. Ошо тоҡомдо юҡ итергә, һис юғы, күңелдәренә мәңгелек ҡурҡыу һалып ергә һылаштырырға күпме көс, ҡан, тир түгелде, ә ул һаман нисек өтөп ҡарай ҙа нисек боландай сабып йөрөй! Тәртипһеҙлек был - ундай ҡарттарҙа ҡан ҡайнауы! Ундайҙарҙан йәштәргә осҡон сәсрәй, ә күп осҡондан оло янғын сыға.
Төптән уйлағанда ошо сәйәхәт баштан уҡ хата булған. Роман ҡайҙа ҡунаҡҡа саҡырылғанын хат аша хәбәр иткәс тә, ҡәтғи тыйырға, буласаҡ киленде туғандары менән үҙҙәренә килтерергә кәрәк ине. Килерҙәр ине, ҡартайып барған Елизаветаның иргә сығыуын теләһәләр. Юҡ, тыйманы, киреһенсә, үҙенең дә барасағын белдерҙе, ҡасандыр, императрицаға биргән тоғролоҡ антын үтәп, бола баҫтырып йөрөгән урындарҙы тағы күреп, хәтирәләр яңыртып ҡайтырға дәртләнде лә китте. Ошо яҡтарҙа тәхеткә ҙур хеҙмәт күрһәтеүе арҡаһында балаһыҙ Янарал көтмәгәндә уллы булды: тотош башҡорт илен аяҡҡа баҫтырған төп яуыздың ғаиләһен төрлө кешегә таратып бирҙеләр ҙә, бер малайҙы һайлап ул үҙенә алды. Өс-дүрт йәшлек әсир тәүҙә уның өсөн дә, ҡатыны өсөн дә эт-бесәйҙәре рәтендә генә йөрөнө. Әсәһен таптырып илар, тип ҡурҡҡайнылар - берәй тапҡыр тауышын ишеттерһәсе өнөндә! Янына инеүсегә йылт итеп кенә ҡарап алыр ҙа бер нөктәгә текәлеп тик ултырыр ине, ҡайғыһына күмелеп. Бағыусы ҡатын әйтеүенсә, төшөндә генә үҙенсә һөйләнеп, шыңшып ҡуйғылаған. Мәскәүҙә яуыз Пугачевтың башын сапҡандарын ҡарап, Санкт-Петербургта мәрхәмәтле государыня-матушка ҡулынан орден, башҡа бүләктәр алып, мәртәбәһе үҫтерелеп ҡайтыуына, шартлатып урыҫса һөйләшеп йөрөй ине инде: матушка ла матушка! Зирәклеге, теремеклеге менән үҙ яғына ауҙарҙы, яраттырҙы. Шунан һуң төп яуыздың нәҫел сылбырын өҙөү өсөн юғарынан билдәләнгән саралар үтәлде: суҡындырҙылар, Роман тигән исем бирҙеләр, телен, халҡын оноттороу ғына түгел, шул телдән, шул халыҡтан ерәнеү тойғоһо тәрбиәләү буйынса ла күп нәмә эшләнде. Ошо йәһәттән маҡсатҡа тулыһынса өлгәшеп булды һымаҡ ине, тик бөгөн килеп Янаралдың күңеленә шик төштө. Ярай, Эҫемгә килделәр ҙә, ти, ләкин ниңә инде, ундағы һый-хөрмәтте, уйын-көлкөнө ҡалдырып, әллә ҡайҙа башҡорт араһына инеп китергә? Романдың тамырҙарында башҡорт ҡаны аға, ә ҡан тартыуы - хәтәр көс. Уны йыр-моң да, ҡапыл иҫкә төшкән һүҙ ҙә, онотолған таныш еҫтәрҙе тәмләтеп тертләткән ел дә уята ала. Романдың иртәнгеләй дыуамалланып алыуҙарын кәләштең йәнәшәлеге менән дә, тыуған яҡтың серле тәьҫире менән дә аңлатырға мөмкин. Иң ҡурҡынысы - берәйһенең төҫмөрләп ҡалыуы. Әлегә өндәшмәҫтәр, һин - Салауаттың улы, тип. Эйе, һаҡ ҡыланырҙар, күҙәтә башларҙар һәм уңайлы бер мәлдә... Урлап алып китеүҙәре лә бар, ышан уларға! Ана теге ҡарт шайтан саңғыла һыбайлыларҙы ла еткермәй елдерә. Ә быныһы, волость старшинаһы, танырға тырышып, эй һыйына! Бола ваҡытында үҙенекеләргә ҡаршы һуғышты, үҙенекеләрҙе тотоп бирҙе - барыбер разбойник. Янаралды таныһа, Романдың кем икәнен тоҫмаллар. Беләлер ҡайһы бер серҙәрҙе, ишеткәндер.
- Братец, артҡараҡ ҡал. Атыңданмы, үҙеңдәнме ауыр еҫ килә, - тине Янарал, танауын баҫып. Управляющий, киреһенсә, алға сабырға ҡушып ҡул һелтәне - унда һыбайлылар ни сәбәптәндер туҡтап ҡалғайны. Ҡайһыһылыр һуҙып-һуҙып ҡысҡыра, әллә теге ҡарт һунарсыға көтөп торорға ҡуша, әллә ярҙамға саҡыра.
- Бына килеп сумды хәсрәт һунарсылар! - тине Аҡмал Етембайға, тәүге тапҡыр артына боролоп. - Беҙгә ҡысҡыралар. Көткән кеше булып, беҙ ҙә хәл йыяйыҡ.
- Ҡайтып китһәләр, эй, шәп булыр ине! - тине Етембай, ағасҡа һөйәлеп.
- Килерҙәр! - Ҡарт йәнә атлылар өймәлешкән аҡланға ҡарап алды. - Йәштәре килмәй ҡалмаҫ. Айырата тегеһе, һеләүһенгә оҡшағаны, тәүәккәл генә күренә.
- Башҡорттор ул.
- Әллә инде. Атаһы ла урыҫҡа оҡшамаған, германға тартҡан, быныһы - башҡортҡа. Ярай, уныһында эшебеҙ юҡ.
- Мәрйәләре беҙҙең арттан тауға нисек менер икән? - тип борсолдо Етембай.
- Аҡылдары булһа, уларын санала кире оҙатырҙар. Ҡарттарын да шунда! Салғыйҙан ғына тотасаҡтар. - Аҡмал ҡояшҡа ҡарап алды. - Ә ваҡыт уҙа.
- Яндарына төшөп тиҙләтәйемме әллә?
- Ярамай! Әле улар асыулы, туҡмап ташларҙар. Шунан, ниңә ерле юҡҡа улар алдында былтайырға? - Аҡмал бер аҙ өндәшмәй торҙо ла серле генә әйтеп ҡуйҙы: - Һин теге Роман тигәндәренә ныҡлы ҡарап ҡал.
- Хәжәте бер тин!
- Улай тимә! Кәрәге тейеүе бар, улым. Донъя бит. - Шунан күңелен өйкәп торған һорауҙы бирҙе: - Теге кеше, абыз ти инең бит, тағы нимәләр һөйләне?
- Ә-ә, ул бабаймы? Атайың менән олатайың иҫәнлегенә, тип доға ҡылды ла китеп барҙы.
- Хызыр Ильяс үҙе килгән яныңа. Үҙе фатиха биргән, - тип ҡарт һөңгөһөн ҡултығына ҡыҫтырып, бейәләйҙәрен сисеп, "әғүзе"не әйтеп һаҡал осон һыпырҙы.
6
editТормош әләменә "Көслөнөкө донъя!" - тип яҙылған икән, унда бөтә нәмә шик-шөбһәнән, хәүеф-хафанан, күршенең нимә эшләгәнен ҡойма тишегенән күрергә тырышыуҙарҙан, алдаҡмәкерҙән туҡылған булыр. Ошоно ғәйәт ҙур үрмәксе ауы рәүешендә күҙ алдына килтерһәҡ, ептәренең батша һарайҙарына һәм ябай ыҙмаларға, кеше булған һәр урынға һуҙылғанын да шәйләргә мөмкин. Дошманлыҡ барлығы, һаҡланыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә ул ептәр.
Урыҫтарҙы Балтик диңгеҙенә үткәрмәҫ өсөн быуаттар дауамында һуғышҡан свей батшалығы тынғыһыҙ күршенән бер мәлгә лә күҙ яҙҙырмай, һәр уңайлы ваҡытта аяҡ сала, төрлө этлек ҡыла. Айырыуса Полтава ҡыйралышынан һуң диңгеҙҙең көньяҡ яр буйын ташлап китергә мәжбүр булғас, Россия империяһының яңы баш ҡалаһы Санкт-Петербург һәм бүтән ҡала-ҡәлғәләрҙең йылдам төҙөлөүенән һәм нығыныуынан свейҙар яйлап нәфрәт һәм көс туплай, ҡон ҡайтарырға әҙерләнә. Ҡәлғәләр ышығында урыҫ флоты өсөн яңынан-яңы караптар эшләнеүе бигерәк тә тынғы бирмәй уларға. Ул заманда иң көслөләрҙән һаналған свей флоты бер нисә тапҡыр Питерға һөжүм итә, десант төшөрөп, йәш ҡаланы баҫып алырға, һис юғы, үртәргә тырышып ҡарай. Әммә ҙур зыян килтерә алмай, үҙе ныҡ ҡына ойпаланып, ҡыуып ебәрелә. Ошонан һуң да йыш ҡына офоҡта свей елкәндәре күренеп ҡалғылай. Уныһы инде, бөгөнгө телгә әйләндергәндә, психологик баҫым яһау, кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтеп китеү генә була. Дөрөҫ, асыҡ диңгеҙҙә свейҙар Нева тамағына йүнәлеүсе сауҙа караптарын талау, яндырыу кеүек яуызлыҡтар менән иркен шөғөлләнә әлегә.
1790 йылдың 6 мартында иртәнге сәғәттәрҙә уларҙың "Улла Ферзен" һәм "Яррамас" тигән фрегаттары туп-тура Балтик портына йүнәлә - ошонда урыҫтар яңы хәрби караптар оҫталауҙы яйға һалған, тигән шомло хәбәр алып килә уларҙы. Бойороҡ ҡәтғи була: утҡа тоторға, туҙҙырырға, юҡ итергә! Хәбәрҙең төптө ялған икәнен, диңгеҙ ҡултығында бер нисә ваҡ сауҙа карабы һәм балыҡсы кәмәләре генә барлығын алыҫтан уҡ күҙәтеү торбаһы аша асыҡларға мөмкин булһа ла, фрегаттар яр ситенә үк килеп якорь ташлай һәм порт ҡоролмаларын, йорттарҙы йәҙрәгә ҡойондора башлай. Крепость пушкалары атмаясағын капитандар алдан уҡ белмәнеме икән, тип тә уйларға мөмкин: хәрби башлыҡтар, уларҙың артынса һалдаттар йәшенер урын эҙләп йүгерешә, ҡайҙа эләкте, шунда инеп боҫа. Полковник де Роберти, кемгә хеҙмәт иткәнен иҫкә төшөрөп һәм ҡурҡыуын еңеп, гарнизонды күтәрергә, һөжүмде кире ҡағырға тырышып ҡарай, ләкин һуң була. Свейҙарҙың һис ҡаршылыҡһыҙ ярға сыҡҡан десант отряды комендантты үҙе йәшәгән йортҡа һаҡ аҫтына ултыртып ҡуя. Бүтән офицерҙарҙы һәм һалдаттарҙы эҙәрләү, ҡорал ташлатыу, ҡаҙна мөлкәтен талау башлана. Складтарҙа һаҡланған дарылы мискәләрҙе, он һалынған тоҡтарҙы, башҡа аҙыҡ-түлекте, ҡурғаш һәм баҡыр запастарын урыҫ һалдаттарынан, пугачевсыларҙан айырым тотолған арестанттарҙан ташыталар. Десанттың бер өлөшө крепость артиллерияһын баҫып ала, хәрби ҡоролмаларҙы емерергә тотона. Бер нисә урында янғын сыға. Георгий сиркәүенең ҡыңғырауҙары өҙлөкһөҙ сыңлай-геүләй, христиандарҙы әллә ҡоралға саҡыра, әллә ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршыларға өндәй. Балтик портына ошо һөжүм Россия империяһы яҙмышына йоғонто яһай алмау ғына түгел, тарих китаптарына ла эләкмәй, бары архив ҡағыҙҙарында ятып ҡалыуына ҡарамаҫтан, серлелеге менән оло ваҡиғалар рәтендә өйрәнеүгә лайыҡлы. Мәҫәлән, свейҙарҙың десант төркөмө илле-алтмыш кешенән артмаған, ә урыҫ гарнизоны кәмендә ун мәртәбә ҙурыраҡ булған. Шунса мылтыҡтың һәм ҡырҡ пушканың атмауын бер нисек тә аңлатырлыҡ түгел. Ярай, комендант - сит ил кешеһе, ят мәнфәғәттәр өсөн ғүмерен әрәм итергә теләмәгәндер, бынан ҡыуылһа, теләһә ниндәй батшалыҡҡа яллана алыуын уйлағандыр. Тик гарнизонда урыҫ офицерҙарының күпселек тәшкил иткәнен онотмайыҡ, бына улар де Робертиҙың ауыҙына ғына ҡарап торҙомо икән ни? Ил өҫтөнә яу килгәндә, йөрәгендә Ватан тойғоһо йөрөткән ябай һуғышсы йә крәҫтиән дә тыуған ерҙе, намыҫты һаҡлау өсөн әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙе ойоштора башлай. Ә бында тотош - тәхет хаҡына, императрица хаҡына үҙҙәрен аямаҫҡа ант итеүселәр. Әллә оҙаҡ йылдар ғәмһеҙ генә көн итеү һөҙөмтәһендә онотҡайнылармы икән барыһын да - антты ла, туптан атып яттарҙы өркөтөү мөмкинлеген дә?.. Пугачевсылар, һаҡсыларҙы баструкка бикләп, ишекте шартлатып йоҙаҡлап алғас, ҡайҙалыр барып ниҙер эшләргә ашыҡманылар. Салауат атаһын ишек алды майҙансығының бер мөйөшөндә ятҡан йәлпәк ташҡа ултыртып, үҙе уның эргәһенә баҫып тирә-яҡты күҙәтә ине. Ҡалғандар ҙа шунда тартылды. Ун биш йыл буйы бығау һөйрәгәндән һуң иркен еңел атлау ҡурҡыта ине уларҙы, көтмәгәндә сылбырҙан ҡотолоу баштарын әйләндергәйне. Ҡолас йәйеп ҡаршы килеүсе йәш ҡыҙ алдында ҡаушап ҡалған хәлһеҙ ҡарт һымаҡ ине улар ҡапыл күктәнме төшкән, диңгеҙ аръяғынанмы ҡалҡып сыҡҡан азатлыҡ алдында. Йә, артабан ни ҡылабыҙ, тигән һорау яҙылғайны һәр береһенең ҡарашында, әммә шуға яуап бирергә, йәғни яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға, береһе лә әҙер түгел ине әлегә. Ульянов Расеяны һаҡлау тураһында баяғы һүҙҙәрен ҡабатларға теләмәне, сөнки килеп тыуған мөмкинлекте икенсе маҡсатта файҙаланыу уйы уны ла, бүтәндәрҙе лә тетрәткәйне. Ирекле кешеләр донъяһына ҡапҡа асылып торһон да, ҡайһы каторжан уның эргәһенән йүгереп уҙып китһен! Әйләнә-тирәгә күҙ һалып, уйланып алыу һәм уртаҡ фекер төйнәү өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк ине уларға. Тик күҙҙәр ҙә, мейе лә кеше менән бергә ҡартая шул, һәм ошо хәл казактарҙы ла үҙҙәре өнәп бөтмәгән Салауатҡа ылыҡтырҙы. Көсһөҙ көслөгә һыйына, бының бер ояты ла юҡ.
- Йә, Салаватка, ниҙәр күреп өлгөрҙөң?
- Ана - яндыралар.
- Десант ҙурмы икән?
- Бынан ни күрәһең! Ҡалҡыуға менергә кәрәк.
- Әйҙәгеҙ.
- Аҙ ғына сабыр итәйек, һаҡлыҡ, тәртип кәрәклеген онотоп, ошо килеш һерәйеп йөрөй башлаһаҡ!..
- Йә, йә, әйтеп бөтөр, писарь.
- Башта кемдәргәлер һаҡсы булып кейенергә кәрәк, ҡалғандарыбыҙ - арестант. Юҡһа, ҡасҡандар, тип... үҙегеҙ беләһегеҙ! Почиталин тотош төркөмдө күҙҙән үткәрҙе. - Салауат, һин ҡарауыл башлығы булырһың. Салауат, риза түгеллеген белдереп, баш сайҡаны. - Юҡ, танауы ҡырҡылған кешегә арестант булыу нығыраҡ килешә. Башлыҡ - һин үҙең. - Мин ниндәй атаман инде! Ана Ульянов кейенһен, Караваев менән Горшков - һалдаттар. - Почиталин үҙ тәҡдименә ошондай төҙәтмә индерә һалды ла тегеләрҙе ашыҡтырырға тотондо. Ошоғаса өндәшмәй тороусы Ҡәнзәфәр Усаев: - Мишәр менән башҡорт, бахыр, шул арестантлыҡтан уҙа алманы инде! - тип барыһын да көлдөрҙө. Мәрәкә лә кәрәк ине ҡоршау кеүек ҡыҫҡан көсөргәнеште йомшарта төшөргә, хатта битараф төҫтә ултырыусы Юлай ҡарттың ирененә йылмайыу ҡунды. Мишәрҙең һүҙҙәрендә дөрөҫлөк булһа ла, уларҙы шаяртыуға борорға кәрәк ине - татыулыҡ хаҡына, уртаҡ маҡсат хаҡына. Ғәҙәттәге тәртиптә теҙелешеп яҡындағы ҡалҡыуға күтәрелделәр: алдан - Салауат, шунан Юлай менән Ҡәнзәфәр, ике төркөм уртаһында Иван Почиталин атлай. "Конвой" үҙенә тейешле урында килә. Һис шикләнерлек йә бәйләнерлек түгел. Туҡтап, ҡарана-ҡарана, һөйләшеп алалар икән, бөгөнгө хәлдә шулай итмәүҙәре ғәжәберәк тойолор ине. Тик бына бөтәһенең дә, хатта һаҡсыларҙың да бәһлеүән яурынлы арестантты уратып, ауыҙына инеп китерҙәй булып ҡыланыуҙары ғына!.. - Свейҙар ни ҡыра унда? - Пристандә халыҡ күп - свейҙар ҙа, арестанттар ҙа. Кәмәләргә мискәләр, тоҡтар ташыталар. - Складтарҙы таҙарталар! Салауат, ҡарашын бер урындан икенсеһенә күсереп, уңда ниҙәр күргәнен әйтә барҙы, ҡалғандар уның күҙәтеүҙәренә үҙҙәренекен өҫтәп, аңлатмалар биреп, тоҫмалдар ҡороп шым ғына шаулашты. Оҙаҡламай уларҙың иғтибары крепость батареялары ҡуйылған бейеклеккә тупланды: унда атышҡа әҙерләнгәндәге һымаҡ йәнлелек күҙәтелә ине, әммә туптар араһында мәж килеүселәрҙең ят кейемдә икәнен дә абайланы Салауат. Беҙҙекеләр шулай кейенеп алған, тине Иван һөйөнөс менән. Улайһа, хәҙер тегеләрҙе дөмбәҫләй башларҙар, тип элеп алды Ҡәнзәфәр. Анау ғына торған караптарға тәүге йәҙрәне үк сәпәр инем, тип маҡтанды Караваев, бер һылтауҙан коменданттың өйөн туҙҙырыр инем, тик батареяларҙа хәл беҙ уйлағанса уҡ шәптән түгел һымаҡ. Салауат, уға боролоп, раҫлап баш ҡаҡты. - Нимә һуң унда? - тип ҡыҙыҡһынды Почиталин, асыуланыңҡырап. Ҡыҫҡа яуап үҙенең асылығы менән шаңғытты.
- Пушкаларға шына ҡағалар.
Бүтәндәр шым булды, ҡапыл Юлай ҡарт телгә килде.
- Һай, йәшәһен минең ейәндәр! Алды, артты ҡарап эшләйҙәр. Салауат атаһын тиҙ һыуындырҙы.
- Ейәндәрең килмәгән шул. Үҙебеҙгә ҡыймылдарға кәрәк. - Юлайҙың әйткәнен тәржемә иткәнде көткән иптәштәренә былай ғына тине: - Тик тормаҫҡа ҡуша. Мөмкинлекте ыскындырабыҙ, ти.
- Йә, нишләп ҡарайбыҙ һуң?
Ошо мәңгелек һорау былай ҙа бәләкәй төркөмдө икегә - христиандарға һәм мосолмандарға бүлде. Салауат пристань тирәһенә юл тоторға, унда берәй сауҙа карабының хужаһы менән һөйләшеп ҡарарға тәҡдим итте. Көйгә килмәһә, боғаҙынан алырға: берәй аулаҡ урынға илтеп төшөрһөн әйҙә, артабан күҙ күрер. Ҙурыраҡ кәмә лә ярай. Уның ниәтен Ҡәнзәфәр оҡшатты. Юҡ, тине Ульянов, билендәге шпага һабына эре генә таянып, беҙ айырым китәбеҙ, үҙебеҙҙең юл менән. Ул саҡта биғәйбә, беҙ киттек, тип Салауат үҙенекеләргә баш һелкте. Туҡтағыҙ, бөтөнләй буш ҡулһығыҙ бит, тип өтәләнде Почиталин, бәлки, бергә-бергә, ә? Ҡоралы ла, башҡаһы ла табылыр, уңышлы сәфәр үҙегеҙгә!.. Шул һүҙҙәр менән Салауат мосолмандар төркөмөнә юл башланы. Айырылырға икән - айырылырға, йә күңел йомшарып китер ҙә... һунынан тағы талаш сығыр, шуға ваҡыт әрәм иткәнсе!.. Етәүләп һөйрәлеүгә ҡарағанда өсәү булыу яҡшыраҡтыр ҙа әле, тип нығытты Салауат үҙенең ҡарарын, яҡшыраҡ, әлбиттә, тип икеләнеүен тамам еңде.
Артына боролоп ҡарарға теләп-теләп ҡуйһа ла, үҙ-үҙен тыйҙы. Атаһы менән Ҡәнзәфәрҙең күп йылғы тәртип менән бер тотам да ҡалмай атлағанын былай ҙа белә, ә казактар баштары һуҡҡан яҡҡа китә бирһен. Әле булмаһа, һуңынан хәл иткес мәлдәрҙә юлдар айырылыр ине барыбер. Уларға бит казак ене килә лә ҡағыла, килә лә ҡағыла.
Салауат атаһының ауыҙ эсенән генә тәҡбир әйтеп килгәнен ишетеп ҡалды, һәм ҡартты йәлләүҙән йөрәге алҡымына килеп тығылды. Ейәндәреңде мин дә көттөм, көтәсәкмен, тип күңеленән уға өндәште ул, әммә шайтан батшалар, янаралдар рәүешендә керә лә әҙәм балаларының юлына төрлө кәртәләр ҡора. Тик өмөтөндә өҙмә, яныңда улың бар бит әле, көс-ғәйрәтен юғалтмаған бит әле ул, ҡара һөлөктәр һурыуына ҡарамаҫтан. Күкрәгендә уның йыр үлмәгән. Ә йыр башта һинең үҙеңде, шунан һуң ғына ғәскәреңде күтәрә. Ҡыйғы янында шулай булды. Елдәк янында ла, бүтән алыштарҙа ла... Арыҫланға әүерелә ине, атай, улыңдың йыр аша бирелгән әмерен тыңлағандан һуң йәш егеттәр ҙә, яу ҡат-ҡат тамғалаған бешә һуғышсылар ҙа. И-и, ул ҡанатлы мәлдәр! Күктә Тәңре барлығын шундай саҡтарҙа тояһың да инде, бәндәләрҙе дөрөҫ юлдан тик ул йөрөткәнгә шунда инанаһың. Шунһыҙ нисек сапмаҡ кәрәк әле генә сығынсылаған атта әле генә сығынсылаған йөрәк менән үлем бөркөүсе туптар өҫтөнә, ажғырып килеүсе мең башлы аждаһаға ҡаршы! Салауат, бар тәнендә күптән онотолған ҡомарҙың тыпырсынғанын ишетеп, ирекле булыу ләззәтен һәр күҙәнәге менән татып, аҙымдарын шәбәйтә барҙы. Ҡаршыһында әйләнеп-тулғанған диңгеҙ Йүрүҙән буйындағы текә тауҙарға, осло ҡаяларға әүерелде, тоноҡ ҡына урман геүләүе ишетелеп торҙо ла ҡапыл ҡош һайрауы баштан-аяҡ ҡойондорҙо. Эйе, улар өсөн азатлыҡ Уралдан башҡа мөмкин түгел, уларҙан ҡомда ҡалған эҙҙәр Уралға тиклем һуҙылырға тейеш. Империя свейҙар менән уларҙан башҡа ла эш итә белер. Ә башҡорт иле уларһыҙ!.. Уйының осона сығырға өлгөрмәне. Уң яҡтағы өйкөм ҡыуаҡлыҡта кемдер барлығын һиҙеп туҡтаны. Улынан бер аҙым да ҡалмаҫҡа бар көсөнә тырышҡан Юлай ҡарт уны башы менән ныҡ ҡына төкөнө. - Ни булды? - тип ғәжәпләнде ул. - Боҫ! Ятығыҙ ергә! - Салауат, һикерергә әҙерләнгәндәй, ҡапыл сүгәләне, ҡыуаҡ артынан күтәрелгән кешенең мылтыҡ тоҫҡап аҙапланғанын, мылтыҡ көбәгенең бер тегеләй, бер былай кәйелеүен сәйерһенеп күҙәтте. Ҡурҡыта ғынамы әллә, тип уйларға өлгөрмәне, теге кеше йығылды, мылтығы ергә бәрелгәс атылды. Аптырап торор ваҡыт түгел ине: Салауат алға уҡталды, ҡыуаҡлыҡҡа шатыр-шотор барып инеп, ҡулдарына таянып торорға маташҡан һалдаттың өҫтөнә менеп ултырҙы. Ҡулдарын арҡаһына шаҡарып, башын ҡомға тыҡты. - Ҡара һин уны, дошманға атыу урынына - үҙенекеләргә! Ҡана гәпләшеп алайыҡ әле үҙе менән, ебәр ҡулдарын! - Арттан килеп еткән Ҡәнзәфәр Салауатты торғоҙҙо һәм һалдатты салҡан әйләндерҙе. - Бәй, бәй, яраланған бит был мәхлүк! - тип тегенең күкрәк тәңгәлендәге ҡыҙылға буялған кейеменә күрһәтте. - Әйтәм, салбар еүешләнгән. Үҙ пуляһы үҙенә теймәгәндер инде?! - тип аптыраны Салауат. - Свейҙар атып киткәндер, - тип фараз ҡылды Юлай ҡарт. - Иҫәнгерәгән килеш ни эшләгәнен белмәй ҡыланған инде. И-и Алла, күҙҙәре һүнеп үк бара бит! - тип, ярҙам һорағандай, әле Ҡәнзәфәргә, әле Салауатҡа ҡараны.
- Ҡулдары һыуынған да инде.
- Бына һин әле!
Ситкәрәк китеп ҡомға аяҡ сәнсеп ултырҙылар. Христианға мосолман ясины килешмәй, шулай ҙа йән бирергә ятҡан әҙәм балаһын бер үҙен ҡалдырып китергә намыҫтары ҡушманы. Крепостың, тәүҙә уйлағанса, былай ғына бирелмәгәнлеге, ҡайҙалыр атыш та булғанлығы асыҡ ине хәҙер уларға. Кем белә, бәлки, был һалдат ҡорал ташларға теләмәүе арҡаһында ошо хәлгә тарығандыр. Ошо хаҡта шым ғына һөйләшеп алдылар ҙа үҙҙәренең артабан ни эшләп ҡарарға тейешлектәрен тикшереүгә күстеләр. Салауат, япраҡһыҙ ботаҡтарға ышыҡланырға тырышып, диңгеҙ өҫтөн, яр буйын байҡаны. Уларға кәрәк караптар - бына ғына, өс-дүрт уҡ атымынан артмаҫ. Кәмәләр күҙгә салынмай, бәлки, бынан күренмәй генәләрҙер. Көллөһөн дә свейҙар тегендә, мәгәзейҙәр янына, ҡыуып алып китмәһә! Ана бит караптарына бындағы мөлкәтте һаман ташыйҙар, һаман ташыйҙар. Талайҙар рәхәтләнеп. Былары уғрылыҡ менән мәшғүл, тегеләре боҫоп ята йә уғрыларға ярҙамлаша - иң уңайлы мәл ысҡынырға тыуған яҡты эҙләп.
Ҡомда ҡул менән һай ғына соҡор ҡаҙып, мәйетте шунда күмделәр. Ҡабаланһалар ҙа, Салауат оло таш киҫәге килтереп ҡәбер өҫтөнә һалды. Ҡәнзәфәр һалдат булып кейенде, ҡоралланды. Каторга һаман да үҙ тәртиптәрен көсләп таға ине уларға. Йәнә киттеләр заманса теҙелеп: алдан - тотҡондар, арттан - мылтыҡлы һаҡсы. Ать-два! Бығау сыңы ғына етмәй ине был төркөмгә, шунда ғына ине айырма. Әммә Ҡәнзәфәр ысын һаҡсыға оҡшатып ҡабатлаған "ать-два!" иреккә ҡабаландыра ине, шунда ине һөйөнөс.
7
editҠалын ҡарлы һөҙәк аҡланда туҡтап ҡалған ҡунаҡтарҙың шау-шыулы кәңәшмәһе артыҡ оҙаҡҡа китте. Артабан кем ни эшләргә тейешлеген асыҡлай алмайҙар ине, күрәһең. Бумала баштары тызанлайҙыр, һунар ҡарарға килгәндәр бит, һыҡыралар, тип көлөмһөрәне Аҡмал, шундай оло түрәләрҙең ҡарға кереп сумыуы уға ни сәбәплелер оҡшай ине. Ә Етембайҙың күңелендә берсә айыуҙы иҫән ҡалдырыуға ышаныс мөлдөрәне, берсә ниндәйҙер ҡыҙыҡты күрмәй, бик кәрәкле нәмәне белмәй ҡалыуҙан ҡурҡыу яралды. Атаһының башҡортҡа оҡшаш теге йәш урыҫҡа ныҡлап ҡарап ҡалырға ҡушыуы ла тынғы бирмәй. Хәҙер ул һәр яңылыҡты тигәндәй үҙенә асылған иң оло сергә - Салауаттың улы булыуына килтерә лә бәйләй. Тик әле тегеләй ҙә, былай ҙа самалап ҡарай һәм күңеленән ҡул һелтәгәндәй итә: оло түрәнең улы, үҙе оло түрә буласаҡ кеше бер нисек тә һыймай Етембайҙың серенә. Онотоп торғандай була ла тағы уйларға тотона: әллә улар Етембайҙың ысын атаһы менән олатаһы тотҡонлоҡта йәшәгән яҡтан килгәнме лә был атаһы шул турала белеп ҡалғанмы? Роман-һеләүһен менән дуҫлашып китһә, тегеләр янына барып ҡайта алыр ине, тип уйлауы ла мөмкин шул. Етембай, ауыл кешеләренән урыҡ-һурыҡ ишетеп, Салауат менән Юлайҙың кемдәр икәнен күҙ алдына килтерә бер аҙ. Батырҙар! Башҡортто яҡлап, ер-һыуҙы һаҡлап әбей батша һалдаттарына ҡаршы һуғышҡандар, иҫ киткес батырлыҡтар ҡылғандар... Бер мәл ирҙәр ауыл өҫтөндә өйөрөлөүсе бөркөткә уҡ атып ярыштылар, тейҙерә алманылар. Шунда кемдер: "Салауат алмай ҡалмаҫ ине!" - тип ҡуйҙы. "Күҙенә эләктерер ине", - тип өҫтәне икенсеһе. Шунан тағы нимә? Салауат менән Юлайҙың ниндәйҙер ҙур батша менән дуҫ булғандарын бер нисә ҡат ишетте Етембай, Салауат сығарған йыр был, тип йырлағандарын да тыңлағаны бар. Эйе, Бүгәсәү тиҙәр ине теге батшаның исемен. Шуларҙың бөтәһен дә һөйләтергә ине лә бит кемдәндер, тик һораша башлаһаң, әрләп ташлайҙар.
- Етембай, ҡысҡыр әле шуларға!
-Айыу булып аҡырайыммы?
- Ҡуй, былай ғына! Ҡыймылдаһындар.
Етембайҙың "оһо-һо!" тип һөрәнләп ҡул болғауына аҫтан нимәлер ҡысҡырҙьлар. Шунда ук тиерлек ундағы төркөмдән ике кеше айырылып сыҡты һәм текәгә үрмәләй башланы. Уларына икешәр-икешәр тағы дүртәү эйәрҙе. Эй, юҡ, ана бер ир кире боролдо, моғайын, йортауайҙың атсабарын да ҡалдырырға булғандарҙыр. Ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсаларға тура килһә, тигәндәрҙер, күсерҙәргә генә ышаныу ҡыйын... Былары килә. Бата-сума атлайҙар. Иң алдан теге Роман-һеләүһен, әлбиттә. Артынан - Вася тигәндәре. Уларға ҡыш аҙағында айыу тиреһе кәрәк булған! Бар икән дә баһа шундай эшем эйәләре, донъя рәтен белмәүсе әҙәм аҡтыҡтары! Туйып һикереүселәр!.. Шулай әрләп алыу Етембайҙың күңелен бер аҙ еңеләйткәндәй булғайны, әммә баяғы һорау әллә ҡайҙан һикереп килде лә сыҡты: мин ни өсөн шул урыҫ башҡортона ҡарап ҡалырға тейешмен әле? Баҙнатланып, атаһынан һорағайны, теге үҙе үк биргән кәңәште уҫаллыҡ балтаһы менән тураҡланы ла ташланы: - Яратмаһаң, ҡарама! Яҡын да барма! Онот!.. Йәлп итеп урынынан ҡуҙғалды. - Мин китә торам, һин тегеләргә күренә-күренә бар. Айыу өңөнә яҡынлашҡанда, тынлыҡ та, күңел тыныслығы ла һаҡланырға тейеш, былар шул ҡағиҙәне боҙҙо. Быныһы әле бер хәл, яҙғы һунарға тәүәккәлләнеләр - шуныһы бигерәк яман. Ата-баба васыят иткәнсә, кешеләрҙе ас үлемдән ҡотҡарыу хаҡына ғына, Аллаһы тәғәләнән фатиха һорағас ҡына, яҙғы кейеккә ҡорал күтәрергә мөмкин. Бөгөн ундай мохтажлыҡ бармы? Шөкөр, ауылда ла, күрше-тирәлә лә асығыусылар юҡ. Күрәләтә гонаһ ҡылына, гонаһ! Барыһына ла Аҡмалдың телен тыя белмәүе сәбәпсе. Өҫтәүенә, юҡты һөйләп, анау баланың күңелен ҡуҙғатты. Оло башы менән, йә! Үҙе күҙ терәп торған уғланды хәтәр юлға этәрҙе асылда. Хәйер, ана Кинйә, ысын атаһының кемлеген әйтеп, теҙгенен ҡайыра тартып киткән инде Етембайҙың тип асынды Аҡмал. Был тормош тигәнең һунарсы күҙенә эләккән йәнлек һуҡмағы менән бер - боролош һайын тоҙаҡ йө ҡапҡан. Бынау Роман-һеләүһендең әллә ҡайҙан килеп сығыуын әйт әле. Салауат улы икәнен өлкәңдәрҙән һуҡыр ғына күрмәҫ - һуйған да ҡаплаған. Бына кем һатып алып, урыҫ итеп үҫтергән икән, тип Аҡмал завут управляющийы менән бер санаға ултырып килеүсене иҫенә төшөрҙө һәм Салауат әүләденең яҙмышы тураһында ишеткәндәрен барлап сыҡты. Өлкән улы ҡайҙа кем ҡулыңда икән? Эй, был донъя!.. Улар төбәп килгән айыу өңө яҫтыҡ рәүешле олоғара таш ышығында ине. Ташҡа һыйынып үҫкән тарбаҡай ҡарағай ҡартлығынанмы, ҡаты дауылға эләгепме тау түбәненә ныҡ янтайған, тамырҙары умырылыуҙан барлыҡҡа килгән соҡорҙо тайыш табан үҙенә өй иткән. Йоҡлай әле ул, өң ауыҙын ҡаплаған ҡар япма аша боҫ сыға. Әммә уяныр ваҡыт етеп килгәнен тоя торғандыр, ҡыбырлап ҡуйғылайҙыр, кеше тауышын ишетеп йә еҫен һиҙеп ҡалһа, һә тигәнсе тышҡа атылып сығыр, күҙенә салынған һаҡһыҙ бәндәне ҡосағына алмай уҙмаҫ. Аҡмал бармағын төкөрөкләп юғары күтәрҙе лә һиҙелер-һиҙелмәҫ иҫкән елдең йүнәлешен билдәләне, шунан кемде ҡайҙа ҡуйыу кәрәклеген самаларға кереште. Үҙе эстән генә ҡабатлай бирҙе: "Ғәфү ит беҙҙе, урман хужаһы!" ошо доғаһына һис көтмәгәндә: "Һин, зинһар, Салауат батырыбыҙҙың улдарына тейә күрмә!" - тигән һүҙҙәр килеп өҫтәлгәс, үҙе лә аптыраны. Ярай, Етембай тыңлаусан, артығын ҡыланмаҫ, иллә Роман-һеләүһен ҡыҙыу ҡанлы, үҙ һүҙле күренә, ана унан күҙ яҙҙырмаҫҡа кәрәк, тип фекер төйнәп ҡуйҙы.
Дөрөҫ ине уның ошо тойомлауы. Роман бөгөн иртә таңдан еңел тоҡанып китеү хәлендә булды. Волость старшинаһының ауылына улар кистән килеп ҡундылар. Ҡыҫынҡы тонсоу өйҙәрҙә бөжәктәр ябырылыу мөмкинлегенән шикләнә-шикләнә төн үткәреү барыһын да йонсотто. Бөтәһе лә, ошо яфаға беҙҙе һин генә дусар иттең, тип ҡараған һымаҡ тойолдо уға, хатта Елизаветаның ошо сәйәхәт айҡанлы һоҡланыу белдереп сырылдауы ҡыялатып үпкәләү шикелле ишетелә башланы. Ошоларға завуттан көтөлгән кешеләрҙең килеп етмәүе арҡаһында дөйөм кәйеф ҡырылыу өҫтәлде, һунар өйөнә тиклем шаярышып-сабышып килеү генә күңелен күтәргәндәй иткәйне - ғөмүмән, эйәрҙә булыу Романды тиҙ тынысландыра - тик бер күҙле башҡорт үҫмерен күреү тағы әллә нишләтте лә ҡуйҙы. Ҡыҙғаныуға оҡшаш тойғо булды шикелле уныһы, ниндәйҙер сәйер яҡынлыҡтың тауыш биреүе. Үҫмерҙең зәғифлеге лә, тыңлаусан ҡиәфәте лә, фәҡир кейеме лә тәьҫир иткәндер.
Әммә әле Романдың күңелеңдә уҫаллыҡтан башҡа бер нәмә юҡ. Уны, урыҫ офицерын, көлкөгә ҡалдырҙылар! Йәлләтеп торҙолар ҙа, бер ни аңлатмай-нитмәй, борҡотоп сыҡтылар ҙа киттеләр. Үҙҙәре саңғы кейгәс, бүтәндәр ҙә аттан төшөргә кәрәклекте белергә тейеш, тигән булдылармы икән, йүнһеҙҙәр? Аттар көрткә кереп сумғас, ҡысҡырып көлгәндәрҙер әле. Елизаветаға тиклем: "Йә, һунарға ошолай баралармы? Ана тегеләрҙән үрнәк алырға көрәк!" - тип мыҫҡылларға тотондо. Дөрөҫ, ул йортауайға төбәп әйтте быны, шунан атаһына төбәп, ләкин асылда кемде ғәйепләгәне аңлашылып тора ине. Атаһы кереште: кире боролайыҡ, тип әйттем бит, көтәбеҙ инде хәҙер ошонда ултырып теге ҡарттың улы менән айыуҙы һөйрәп килтереп биргәнен. Вася менән Романды юрый кәзекләүе лә шунда бергә ине шикелле.
Роман, үҙенән-үҙе аңлашыла, гөлтләп тоҡанды: урыҫ офицеры, данлы генералдың улы айыуҙы килтереп биргәндәрен көтөп ултыра буламы? Үҙе атып йығырға ниәтләгән айыуҙы! Ундай хурлыҡтан үлеү артығыраҡ. Вася менән улар үҙ аяҡтарында ла бик яҡшы атлай белә. "Браво, браво!" - тип ҡул сапты ҡатын-ҡыҙ. "Беҙҙе һин улай еңел генә сафтан сығарып ташларға ашыҡма!" - тип Папа толобон санаға ырғытты. Бик тәүәккәл ир ул, ярым немец булыуына ҡарамаҫтан. Елизавета менән Мамзель дә йыйына башлағайнылар, боролоп бер ҡарауы менән генә туҡтатты.
Роман шунда уҡ мылтығын эләктерҙе лә һунарсылар артынан ташланды. Вася унан ҡалманы. Ҡалын ҡар, тау итәгенең текәләнә барыуы хәлдәрен тиҙ алды, тик был, йәшлеккә хас булғанса, егеттәрҙең сәмен генә арттырҙы. Роман хәҙер үҙенең төп маҡсатын алда күренә-күренә барған бер күҙле үҫмерҙе ҡыуып етеү менән сикләй башланы, сөнки үҙе уйлап тапҡан барлыҡ кәмһенеүҙәре өсөн башҡорттарҙы ғәйепләр булып китте лә бөтә нәфрәтен һунарсы менән улына йүнәлтте. Рәхим итегеҙ, гаспадин, ғәфү итегеҙ, тәҡсир, тип кенә тороу урынына ниндәй ҙә эре тотоп маташалар үҙҙәрен. Йәнәһе лә, беҙ һеҙҙән башҡа ла барыһын эшләй алабыҙ, ә бына һеҙ беҙҙән башҡа ниҙер ҡырып ҡарағыҙ... Папа бер бола ваҡытында шул ҡырағайҙарҙы рәхәтләнеп ҡамсылағанын көлә-көлә һөйләп алғылай. Йә йәлләберәк туҡмағандар, йә былар ҡайыш тиреле - оноторға өлгөргәндәр. Үҫмерҙе ҡыуып еткәс, Роман ҡулын бысратып тормаҫ, әммә уның эттән тыуғанлығын әйтәсәк. Асыуын бер аҙ бушатһа, шул еткән әлегә.
Әммә осрашыу Роман уйлағанса килеп сыҡманы. Текә үр ҡабат һөҙәкләнде лә алда асыҡ урын күренде. Шунда уларҙы Етембай көтөп тора ине. Тау тағы текәләнгән ергә ҡулы менән күрһәтеп, бармағын ирененә ҡуйҙы, шунан уларҙың арығанлыҡтарына, ауыр тын алыуҙарына ишаралап баш сайҡаны, көтмәгәндә саңғыларын сисеп Романға һуҙҙы. Бойороп та, йәлләп тә маташа, тип ҡабул итте быны Роман һәм үҫмерҙе төртөп ебәрҙе. Етембай, бер ни аңламай, ҡатты ла ҡалды. Роман яурынынан мылтығын ала башлағас, ҡото осоп, бер терһәге менән битен ҡаплап маташты, шунан "Атай, атай!" тип ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡасып ҡотолорға булды. Әммә ҡояш йомшартҡан сумма ҡарҙан йүгерерлек түгел ине - батты, йығылды, мүкәйләп китте... Роман мылтығын ике ҡуллап тотҡан килеш шарҡылдап көлдө.
- Һин нимә, әллә ысынлап та?.. - тип һораны Вася, һабаҡташының алдына сығып. - Юҡсы, үҙебеҙгә атларлыҡ юл ярырға ғына ҡуштым! - Роман көлөүенән тиҙ генә туҡтай алманы. - Шәп уйлап таптыммы? Вася башҡорттарҙы үлеп яратмай, әммә дуҫының ошондай ҡыланыштарын хуплай алманы, киреһенсә, Етембай ташлап киткән ике сатлы ҡолға менән саңғыларға күрһәтеп: - Ул юл яра, ә һин ошоларҙы күтәреп бараһың! - тип аяҡ аҫтына ласлатып төкөрҙө. - Ниңә мин? Һин нимә?! - Һунар буламы уларһыҙ?! Беҙ былай ҙа еңелсә генә... Ярар, ярар, үҙем. Рәхәтләнеп барам саңғы кейеп. Тик үпкәләштән булмаһын! - тип Вася саңғыларҙы итектәренә эләктерергә эйелде. - Быныһы миңә! - Роман ҡолғаға үрелде. - Таянып атларға дан. - Әйҙә кинән!.. Шулай тине лә алдан төшөп алды Романдың "айт" тигәненә "тайт" тип тороусы Васяһы. Ҡара, барыһы ла миңә асыулана, Васяның теге йолҡошто өҫтөн күреүе ғәжәп, тип борсолдо Роман. Күңелендә тағы ҡойон ярала башланы. Хәҙер инде бер күҙле үҫмер менән атаһы, мәңге уның эргәһендә йәшәгән кеүек, үҙҙәрен йәлләтеп, ниҙелер хәтерләтеп, уны гел генә көлкөлө хәлгә ҡуйған һымаҡ тойолдо ла китте. Роман йыш ҡына сәйер төштәр күрә: йәнәһе лә, бик бәләкәй сағында ниндәйҙер ят өйҙә кем менәндер уйнап йөрөй, ҡулдарында - йәйә менән уҡ, ҡапыл яндарына мыйыҡлы уҫал кешеләр килеп инәләр, сарылдатып баҫтыралар, урамға алып сығып, арбаға ырғыталар. Аттарҙың дөп-дөп сапҡаны, арбаның ҡаты һикерткәне, өҙлөкһөҙ сыбыртҡы шартлағаны - бөтәһе лә өндә булғандай. Ошондай саҡтарҙа яман ҡысҡырып уяна, күҙҙәренән субырлап йәш аға. Ишетеп-күреп ҡалмаһындар тип ҡурҡ та йәшә инде. Әле уйлауынса, мыйыҡлы уҫал ирҙәрҙән түгел, арба артынан сыр-сыулап йүгереүсе кешеләрҙән ҡурҡып ҡысҡыра ул төшөндә. Ә улар әлеге башҡорттарға бик тә оҡшаған. Ниңә шундай йәмһеҙ нәмәләр төшкә кереп яфалай икән? Романдың шул турала Папанан да, Маманан да һорарға ынтылып ҡуйғаны булды элегерәк, бәләкәй сағында уҡ әле, тик күҙгә күренмәгән кемдер ҡәтғи тыйып килде. Дөрөҫ тыйған. Ваҡыты еткәс, бына Христос үҙе, ни эшләү кәрәклегенә ишара ҡылып, ошо тарафҡа юлды йүнәлтте. Тимәк, ул ямаҡ төштәрҙән Роман ошонда арынырға тейеш. Шуны нисек эшләү сараһын да Алла ярҙамында табыр. Аҡмал ҡарт егеттәрҙе өндәшмәй генә ҡаршы алды, ултырып торорға ағас төпһәләре барлығын ишаралап аңғартты, килгән яҡҡа эйәк ҡағып, ҡалғандарҙы көтәсәген белдерҙе. Йөҙөнә ҡарап, юлдағы "мәрәкә" өсөн асыуланыу-асыуланмауын белеү ҡыйын ине. Оҙон ҡолға менән саңғыларҙы һүҙһеҙ генә эйелеп алды һәм ағас араһынан йылт итеп килеп сыҡҡан улына тотторҙо. Етембай билғауына оҙон бысаҡ аҫҡан, ҡулында - балта. Атаһы менән шым ғына ниҙер аңлашҡас, саңғыларын кейеп, ҡолғаны һөйрәп ҡайҙалыр китеп барҙы. Роман менән Вася шулай уҡ тауышланмаҫҡа тырышты, өңдөң яҡынлығын үтә сәйер юл менән - арҡа буйының сымырлауы аша тойҙо улар. Был күршелек артабан бик ҡыҙыҡ тәьҫир итә икән: әйтерһең, айыу һинең эсеңә инеп ятҡан да, әй, әйләнә, әй, тулғана. Ә бына һунарсы менән улы шуға иғтибар итмәйме, әллә ул тойғо уларға ятмы - һин дә мин йөрөп яталар: бая теге бер күҙле ерле юҡтан да ҡурҡып ҡасты, тимәк, ул айыуҙы яҡыныраҡ күрә, үҙ итә.
Роман, эсендә ҡыбырлаусы йыртҡысты оноторға теләп, Елизавета менән ирле-ҡатынлы булыу шатлыҡтарын күҙ алдына килтерергә тырышып ҡараны, тик ләззәтле күренештәр менән мауығып китә алманы. Төрөпкәһен сығарып ауыҙына ҡапты, әммә тәмәке һәм саҡма һалынған йәшник эйәр ҡуржынында ҡалғайны. Уныһы асыуын еңелсә ҡуҙғатһа, Аҡмалдың бармаҡ янауы ғәрлегенә ныҡ тейҙе. "Как он смеет?!" - тип ыҫылданы ул, өндәшә алмай ултырғас. "Тәмәке еҫен хайуандар тиҙ һиҙә". Һунарсының хаҡлы икәнен Вася шулай ғына аңлатты. "Барыбер! Миңә, урыҫ офицерына, шулай янарға!.. - Һабаҡташының йөҙө сирылғанын күреп, ҡалғанын теш араһынан ғына мығырлап ҡуйҙы. - Ярай, тәүҙә айыулы булайыҡ, шунан ни эшләргә икәнен үҙем белермен".
Аҡмал мылтыҡлы кешеләрҙе үҙе билдәләгән урындарға ҡуйып сыҡты, ни өсөндөр ҡоралһыҙ килгән йортауайға ике сатлы ҡолғаны тоттороп, Янарал янына баҫырға ҡушты. Үҙе янтау ҡарағай ышығынан урын алды, унан уҡ атырға ла, һөңгө сөйөргә лә уңайлы, ә айыу ташланған тәҡдирҙә лә ҡуйы ботаҡтар аша йырып сыҡҡыһыҙ ине. Йәйә менән уҡ ҡорманын йәтешләп алдына һалғас, һөңгөһөн тотоп, иғтибарлы булырға һәм шаулаша башларға ҡушып әсе һыҙғырҙы. Яҫтыҡ-таш артынан күтәрелгән Етембай аяҡтарын шыуып китмәҫлек итеп йәтешләп баҫты ла ҡолға менән өндөң ауыҙын гөргөргә тотондо. Аҡмал тағы һыҙғырҙы, һәм ҡысҡырыш күтәрелде, өң өҫтөнә дөп тә дөп таштар осто.
Айыу уянды, һикереп тороп, "өйө"нөң ҡыйығын ныҡ ҡына һелкетте, шунан ҡабат шым булды: өҫтә ниндәй ғәрәсәт ҡупҡанын үҙенсә асыҡларға, ажғырып барып сығыр өсөн уңайлы ваҡыт һайларға кәрәк ине уға. Балалы инә булһа, ғөмүмән, боҫоп ҡалырға ниәт тоторға тейеш. Тәжрибәле һунарсылар быны белә һәм түҙемле генә көтә. Көтә белмәҫтәйҙәрҙе яҡын да ебәрмәйҙәр өңгә. Аҡмал Роман-һеләүһендең нәҡ шундайҙарҙан икәнен, бәлә тыуҙырыу мөмкинлеген тоҫмаллап, унан күҙ яҙҙырмаҫҡа үҙенә һүҙ ҙә биргәйне. Әммә әле йыртҡыстың ҡар ярып, атылып сығыр мәлен аңдығанлыҡтан, шул турала онотто һәм егеттең үҙ урынын ташлап киткәнен, яҫтыҡ-ташҡа барып менгәнен күрмәй ҡалды.
Янаралдың кемгәлер ярһып ҡысҡыра-ҡысҡыра йоҙроҡ төйгәнен абайлағас ҡына, Етембай яғына күтәрелеп ҡараны, һәм бөтә тәнен ҡатыу бөрҙө. Роман-һеләүһен, тун итектәре тайып китеү сәбәпле, ахырыһы, ҡапыл таштан түбәнгә шыуҙы, арҡаһын һыҙыра-һыҙыра түбәнгә гөпөлдәп барып төштө һәм Етембай ҡулындағы ҡолғаға сат йәбеште. Бәлки, баш түбән ҡоламаҫ өсөн шулай иткәндер, ләкин көтөлмәгән хәлдән тертләгән Етембай ҡолғаны үҙенә шаҡарҙы һәм шулай уҡ, аяҡ терәген юғалтып, сайҡалып китте. Ағалы-ҡустылы икәүләп инде остолар тигәндә генә, Роман-һеләүһен Етембайҙы этеп ебәрҙе, шуның менән үҙенең осоуын тотҡарланы һәм ни аралалыр йөҙ түбән боролоп ергә һылашып ятты. Етембай түбәнгә тәкмәсләне - уны һә тигәнсе ҡар йотто. Ҡысҡырырға ла өлгөрмәне шикелле, өлгөрһә лә, тауышы айыу аҡырыуына күмелеп ҡалғандыр.
Ә бына Аҡмал ҡарттың ҡысҡырғанын, ниндәй һүҙҙәр әйткәнен бөтәһе лә тиерлек ишетте. Кешеләрҙең дә, айыуҙың да аптырауҙан аҙға ғына өнһөҙ ҡалған мәле ине шул.
8
editСауҙа караптары якорҙа торған тәңгәлдә яр буйы буш ине, матростар, йөк тейәүселәр генә түгел, шунда һәр саҡ ҡыҙырып йөрөүсе ас эттәр ҙә күренмәй, һуғыш һәм үлем яҡынлығы барса йән эйәһен ышығыраҡ урынға ҡыуғайны шикелле. Ваҡ кәмәләр ҙә юҡ - ысынлап та свей ҡулындалыр. Алдан барыусы Салауат аҙымдарын аҡрынайтты, бер аҙҙан бөтөнләй туҡтаны.
- Йә, ҡайһылай итәбеҙ, аҡһаҡалдар?
- Ошолай һерәйеп тормайыҡ әле. Ус төбөндә кеүекбеҙҙер, - тип хафаланды Юлай, уңға-һулға ҡаранып.
- Эйе, эйе. Анауында боҫайыҡ. - Ҡәнзәфәр бер нисә ҡыуаҡ тырпайып ултырған убаға күрһәтте. - Берәй нимә уйлашырбыҙ. Бәлки, кемдер килеп сығыр.
- Әйҙәгеҙ! - Салауат шул тарафҡа ҡырт боролдо. Уны ошо тирәлә сауҙа кешеләренең келәттәре булырға тейешлеге, карап хужаларының, матростарҙың шунда йәшенеп ултырыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Убаға күтәрелә биреп, бер ҡыуаҡ төбөнә өсәүләп һуҙылып ятҡас та, тәнен ойота башлаған ял ләззәтен еңеп, өҫкәрәк үрмәләне. Тәүҙә ҡала яғына күҙ һалды: унда элеккесә ҙур йәнлелек, ҡысҡырыш ишетелеп ҡала, янғын көсәйә төшкән һымаҡ. Ел ҡара төтөн бағаналарын бергә ҡушып диңгеҙ өҫтөнә ҡыуа, шул сәбәпле яр буйы зәңгәрһыу-ҡара монар эсендә йөҙә. Свей караптары шул монар арҡыры ике башлы ысын тау һымаҡ күренә. Туп өндәре - ярҙан ҡорбан аңдыусы ғифрит күҙҙәреме ни! Яр менән караптар араһында кәләп һалыусы кәмәләр һирәгәйә төшкәндәй, бәлки, ошо урындан ғына шулай тойолалыр. Шунан Салауат ҡарашы менән үҙе эҙләгән нәмәләрҙе - оҙонса лапаҫтарҙы, ергә яртылаш батырып эшләнгән таш келәттәрҙе тапты. Яҡында ғына ине улар, ул ятҡан убаның икенсе яғында. Бер лапаҫ алдында кибергә эленеп, йыйып алырға онотолған балыҡсы йәтмәһе тора. Кеше барлығы һиҙелмәй. Бәй, ошондай мәлдә, беҙ бына ҡайҙа, тип өймәкләшеп торһондармы ни, тип көлөмһөрәне Салауат, һеҙҙе күптән көтәбеҙ, тигәндәрен дә ишеткең киләлер, бәлки? Танауыңды йөҙ тарт, ти торғайныҡ түгелме әле бала саҡта? Юҡ инде, һине бөгөн бер ерҙә генә көтөүҙәре ихтимал - Уралда, ә унда ҡайтып етеү өсөн үҙең, тик үҙең хәрәкәт ҡыл.
Барып килергә кәрәк лапаҫтар тирәһенә, тип ҡарар итте Салауат, Ҡәнзәфәр ағайҙы сисендереп, һалдат булып кейенәйем, мылтыҡ тотоп алайым. Шулай иткәндә, ҡурҡмаҫтар, боҫҡан ерҙәренән сығырҙар. Һорашырмын, һөйләшербеҙ... Ошо уй менән үҙенекеләр янына ашыҡты. Әммә уға ауыҙ асырға ла форсат итмәнеләр, бармаҡтарын ирендәренә ҡуйып шауламаҫҡа ҡуштылар. Ҡәнзәфәр үҙенең аҫтына тиерлек төртөп күрһәтте лә:
- Һөйләшәләр! - тип бышылданы.
Ер аҫтынан ысынлап та күп кеше һөйләшеүгә оҡшаған тоноҡ тауыштар ишетелеп ҡала ине. Бәҫ, ошонда йәшерен торлаҡ йә келәт бар, хатта хәмерхана булыуы мөмкин. Ишеге ҡайҙа ла әле кемдәр лабырлаша унда? Һине аңларҙай, ипкә килерлек әҙәмдәрме? Башта ана шуларҙы асыҡларға кәрәк ине, шунан иңде... Ишеген йә тәҙрәһен табыу кәрәк, һөйләшәләр. Ҡатын-ҡыҙ, баласаға тауыштары ла бар һымаҡ. Салауат, үҙенең бер ни уйлап таба алмауына йәне көйөп, ҡапыл тороп ултырҙы, әммә Ҡәнзәфәр, еңенән тартып, ҡабат ятҡырҙы.
- Ана күрмәйһеңме ни?
Салауат, башын бороп, диңгеҙ яғынан ҡаса-боҫа яҡынлашып килеүсе кешене күрҙе. Нимәлер йөкмәгән, алан-йолан ҡарана. Уны ер аҫтына төшөп юғалмаҫ борон тотоп алырға кәрәк ине. Салауат, атаһына урынында ятып торорға ҡушып, Ҡәнзәфәргә баш ҡаҡты ла теге кешегә ҡаршы шыуышып китте. Ситтәге ҡыуаҡҡа еткәс, асыҡ ергә сығырға ҡыймай: "Эй, дуҫ кеше, кил бында!" - тип саҡырырға, ҡул болғарға тотондо.
Балыҡсы ине улар туҡтатҡан ир - ҡайышланып бөткән бишмәте менән салбарына, оҙон ҡуңыслы итектәренә балыҡ тәңкәләре йәбешкән. Башта, тертләп, ҡасырға ынтылып та ҡуйҙы, ләкин Ҡәнзәфәр ҡулында мылтыҡ барлығын абайлап тыйылды һәм теләр-теләмәҫ кенә быларҙың ҡаршыһына килеп баҫты. Ҡолаҡсынһыҙ оҙонса йөнтәҫ бүрегенән уның урыҫ затынан икәнен билдәләүе ҡыйын түгел ине. Ҡарашында ҡурҡыуға ҡарағанда ғәжәпләнеү ҡатыш ҡыҙыҡһыныу күберәк.
- Бындараҡ кил, ултыр, һиңә лә, беҙгә лә күренмәү хәйерле. - Шулай өгөтләп ирҙе ултыртҡас, Ҡәнзәфәр тәүҙә уның исемен һораны.
- Мин - Иван! - Балыҡсы ни өсөндөр кет-кет көлөп алды. - Ә һеҙҙең кемлекте әйтмәһәгеҙ ҙә беләм. Пугачевсылар, тегенән, - тип баструк яғына эйәк ҡаҡты.
- Ҡайҙан нисек белдең?
- Батша мисәттәре әйтеп тора. Ишеткән дә бар. Шунан тағы... бүтәндәр пристандә йөк тейәй.
Салауат менән Ҡәнзәфәр тиҙ генә ҡарашып алдылар. Салауат ятып түҙмәне, йәһәт кенә тороп ултырҙы.
- Һин хаҡлы, Иван, беҙ - император Петр III тоғро ярандары. Уның ғали йәнәптәре исеменән һиңә шуны бойорам...
- Пугачевты Мәскәүҙә дүрткә тураҡланылар, - тип Иван төҙәтмә индерә һалды.
- Пугачты язалағандарын беләм, ләкин императорыбыҙ Петр III, Аллаға шөкөр, иҫән-һау! - тине Салауат тыныс, хатта бер аҙ тантаналы тауыш менән. - Мәкерле Кәткәне ҡыуып, законлы тәхетенә ултырыр көнө йыраҡ түгел, иншалла! Бына беҙгә уның ҡашына барып етә һалырға кәрәк, һин беҙгә ярҙамлашырға тейешһең, Иван!
Йөрәкле кеше булып сыҡты был балыҡсы, донъя күреп йышылған. Салауаттың һүҙҙәренә көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы ла бик аңлайышлы итеп баш сайҡаны.
- Һин нимә?! - Ҡәнзәфәр ҡыҙа башланы. - Кем ярҙамлашмай, беҙ уны!..
- Туҡта әле, дуҫ кеше, һин бит үҙең дә!.. - Салауат Ивандың ҡулдарындағы бығау эҙҙәрен күреп алғайны. - Әбей батша беләҙектәрен һалыуыңа күптәнме?! Ҡасандан бирле бында йәшенеп ятаһың?
Өҫтөнә баҫты. Ивандың йөҙөндәге йылмайыу елдәге шәмдәй һүнде:
- Вот што, братушки, әйҙәгеҙ минең землянкаға. Асыҡҡанһығыҙҙыр, моғайын. Ана шунда...
- Ә унда беҙҙе киҫтән йә бысаҡ меңән! Кәрәкмәй беҙгә ундай һый! - тип Ҡәнзәфәр ҡаты торҙо.
- Землянкала - ҡатын да балалар.
- Юҡ, юҡ, бында һөйләшеп бөтөрәйек, һин ниңә беҙгә ярҙамлашырға теләмәйһең? Кәмәң йәлме?
- Кәмә бар. Тик тегеләр. - Иван фрегаттар яғына ымланы, - берәүҙе лә бер ҡайҙа үткәрмәй. Күреп ҡалһалар - пушканан!.. Диңгеҙҙә боҙ ҙа күп әле, уныһы ла ҡурҡыныс.
- Нишләргә һун?
- Көтөргә. Төнгө ҡараңғыны, тиер инем - айҙың тулған сағы. Бәлки, свейҙар бынан олағыр... Киттек землянкаға! - Иван яңынан ошо ерҙең, ошо мәлдең хужаһына әүерелде.
Саҡырыуҙан баш тартыу аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Юлай ҡартты алып төштөләр. Уны күргәс, Иван, их, һеҙ, император ярандары, тигәнде аңлатып йәнә көлөмһөрәп баш сайҡап ҡуйҙы, шунан быларҙы торлағына алып китте. Алыҫ барманылар. Балыҡсы бер ҡыуаҡ янында туҡтап, уны артыҡ көсөргәнмәй генә бер ситкә шыуҙырҙы, һәм унда ҡалын ағас ишек күренде. Ул эстән бикле ине. Иван ҡаты дөбөрләтеп, исемен ҡат-ҡат әйткәс кенә, сылбырҙар, келәләр сылтыр-сылтыр килде һәм ишек, күгәндәре яҡшы майланғанлығын белдереп, шым ғына асылды. Тупһала ялбыр һары сәсле, итләс ҡатын баҫып тора ине. Еңһеҙ сарафан кейгән, яурындарына сәскәле шәл һалған.
- Былар кемдәр?
- Минең иҫке дуҫтар.
- Күренеп тора! - Ҡатын быларҙың баштары аша ынтылып ҡайҙалыр ҡараны. - Теге йүгерек тә һинең дуҫмы?
Барыһы артҡа боролдо: ысынлап та, кемдер, иғтибар һорап ҡулдарын болғай-болғай, былай табан ашыға ине.
- Әллә беҙҙекеләрҙән берәйһе иңде? - тип тоҫмалланы Ҡәнзәфәр.
- Иван бит, Иван Почиталин! - Салауат килеүсене таныны һәм Иван-балыҡсыға аңлатырға кәрәк тапты. - Государь-батюшканың иң ҙур писары. Дума дьягы. Бик уҡымышлы кеше...
- Аңлашы-л-а! - тип, һуҙҙы ҡатын һәм, ауыр көрһөнөп, эскә инеп китте. Ирҙәр бышлығып бөткән Иван-писарҙы көтөп алдылар, һорашып, һөйләшеп алырға форсат теймәне - нәҡ шул мәлдә ике фрегат та ҡапыл көслө ут асты. Ҡайҙа атҡандарын билдәләү ҡыйын, тик бәләнән баш-аяҡ! Иван-балыҡсы пугачевсыларҙы тартҡылап-төрткөләп тигәндәй землянкаға индерҙе лә ишекте япты, шунан келәләрҙе элде.
- Ә маскировка, теге ҡыуаҡ? - тип Салауат әллә һораны, әллә хужаның хәтеренә төшөрөргә теләне.
- Ана шундараҡ аяҡ аҫтында арҡан булыр, шуны тарт әле! - Хужа ул эште уның үҙенә ҡушты. - Хәҙер, господа пугачевсылар, бына ошо һикегә ултырып тороғоҙ, ә мин ашарға хәстәрләйем. Төптә барыбыҙға ла ҡыҫынҡы булыр, - тип дөп-дөп барып тағы бер ишекте асты. Унан аш-һыу еҫтәре, йылы һауа бөркөлдө, яҡтылыҡ сайпылды.
- Беҙҙең кем икәнде ҡайҙан белә? Үҙе кем? - тип һорай һалды Иван Почиталин.
- Беҙҙең тоҡомдан шикелле. Асыҡлап бөтмәнек әлегә, һин нишләп тегелерҙән айырылдың?
Күҙ өйрәнгәс, бында - соланда ла дөм ҡараңғы түгел ине. Баш осонда түңәрәк тишек ҡалдырылған, ана шунан көн яҡтыһы һарҡый. Бер яҡ стена буйлап һуҙылған оҙон ағас һикегә теҙелешеп ултырҙылар ҙа "дума дьягы"ның хикәйәтен ғәжәпләнеп тыңланылар. Көлөрлөк тә, иларлыҡ та ине шул. Китеп бара икән былар - ҡаршыларына свей патруле. Офицер урыҫса шөйлә оҫта һупалай икән: ни өсөн өсәүләп бер арестантты һаҡлап йөрөйһөгөҙ, елғыуарҙар, тип асыуланған, шунан Иванға ирек биреүен әйтеп, ҡайҙа теләй, шунда китергә ҡушып ҡул һелтәгән. Тегеләрҙе ҡоралһыҙландырғандар һәм үҙҙәре менән алып киткәндәр.
- Беҙҙе нисек эҙләп таптың?
- Самаланым инде. Яр буйына төштөм дә ошолай ыңғайланым. Таптым бит Алла ярҙамы менән! - Иван шатлығын йәшерә алманы. - Йә, һеҙ ниндәй ҡарарға килдегеҙ?
- Ошолай форсат сығып торғанда, ысҡынырға инде, брат, ысҡынырға! Тик бына... - тип Ҡәнзәфәр үҙҙәре күргәнде һәм Иван-балыҡсынан ишеткәнде һөйләргә тотондо. Юлай ҡарт һүҙгә ҡушылды. Салауат свейҙарҙың, ысынлап та, тирә-яҡты һиҙгер күҙәтеүе, тупсыларҙың әҙер тороуы, һәр шикле урынға йәҙрә осороуы хаҡында әйтергә йыйынды, тик шул мәлдә улар эргәһенә... Бүгәс-батша, йәғни император Петр III ғали йәнәптәре үҙе килеп керҙе. Өҫтөндә - таныш уҡалы кафтаны, бер яурыны аша - зәңгәр таҫма, икенсе яурыны аша ҡайыш менән ҡылыс аҫыулы, билғауына ике пистолет ҡыҫтырылған, ә бүреген ғәҙәтенсә бер сикәһенә ҡыйшайтып кейгән. "Беҙҙең государь-батюшка һис үҙгәрмәй, Бердала ла ошо ҡиәфәттә ине. Ҡыйғыла ла", - Салауаттың шулай уйлауы булды, Бүгәс-батша ялғап алып китте:
- Эйе, Ырымбур янында ла, Әй буйында ла насар һуғышманыҡ, Салауат батыр. Малайка ғына инең әле, мин һине ҡанатым аҫтына алғанда. Хәҙер инде олпат ирһең. Ҡыйғы янында мин биргән бригадир мәртәбәң бар. Нисек шул башың менән ошолай һуйлайып ятаһың?
- Ярлыҡағыҙ мине, ғали йәнәптәре, мин бит һеҙ ингәнде күрмәй ҡалдым! - Салауат батша алдына аяҡ өҫтө торорға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
- Мин уныһын әйтмәйем - тәүәккәллек күрһәтмәүеңде. Иреккә сығыуыңа хәҙер күпме, ә һин һаман!.. Оноттоңмо әллә бригадир икәнеңде? Ниңә талатаһың дәүләтте яттарҙан?
- Минең ғәскәрем Башҡортостанда, ғали йәнәптәре!
- Дөрөҫ түгел, гаспадин бригадир! Һин ҡайҙа, армияң шунда. Күтәр халыҡты! Свейҙарҙы ҡыуып ебәрһәң, Уралыңа ла юл асылыр... Һөйләшеү ошо рәүешле барҙы, шунан ҡырт өҙөлдө - Салауатты ашарға уяттылар. Ҡапыл йоҡлап китеүенә, айырыуса төшөнөң өн кеүек асыҡ, ышандырырлыҡ булыуына аптырап, һеңгәҙегән кешеләй бер аҙ хәрәкәтһеҙ ултырҙы. Тағы бер өндәшкәс кенә, тамам уянып, һикенән төштө һәм башҡалар артынан эске бүлмәгә үтте. Унда өҫтәл артына ултырып, кәпәсен һалып, оҙон сәсен артҡа һыпырғайны, ҡапыл бала-саға сар-сор ҡысҡырып ебәрҙе. Бер ҡыҙыҡай, ике малай, илай-илай, әсәләренә барып һарылдылар. Ҡатыңдың: "Ҡурҡмағыҙ, ен түгел ул, яҡшы ағай, балаларға теймәй", - тип өгөтләүенә ҡарағанда, Салауаттың төҫ-ҡиәфәте ҡоттарын алған. Ҡара һин әле! Императорыңдан әле генә шундай һүҙҙәр ишет тә ҡапыл ғына балалар өркөтөүсе бул инде!.. Башҡалар Салауатҡа ла, балаларын тынысландырырға тырышыусы ҡатынға ла иғтибар итмәй ҡыландылар, ә Иван-балыҡсы тыныс ҡына:
- Марфа, алып кит уларҙы теге бүлмәгә! - тип өндәште, шунан, суҡынып, алдына һалынған ағас ҡалаҡҡа үрелде. - Әйҙәгеҙ, Алла биргән тәғәм менән ризыҡланып алайыҡ. Хәрби кәңәшмә лә ошо булыр.
Күпмелер ваҡытҡа һүҙһеҙ ҡалдылар. Ҡомағайланмаҫҡа ныҡ тырышһалар ҙа, эҫе бәрәңге менән ҡалын итле балыҡ үҙҙәре үк яңаҡтарҙы тиҙерәк эшләтергә, ҡулдарҙы йылдамыраҡ йөрөтөргә дәртләндерә ине. Бәрәңгене тәүге ауыҙ итеүе ине Урал кешеләренең, маҡтай-маҡтай ашанылар, был тәмле йоморсаҡтарҙың ер аҫтында үҫкәнен белгәс, иҫтәре китте.
- Йә, господа фельдмаршалдар, кәңәшмәне башлайыҡ! - тип иғлан итте Иван-балыҡсы, һаҡалына йәбешкән валсыҡтарҙы ҡаҡҡылап. - Һеҙҙе минең кемлегем ҡыҙыҡһындыралыр. Миңә Урал завуттары яҡшы таныш. Яҡташтарбыҙ. Ҡалғанын әлегә һорамағыҙ. Ярҙамлашырға әҙермен. Тик нисек итеп - шуны уйлашайыҡ.
- Яҡташтар? Ҡыҙ-ы-ҡ! - тине Иван-писарь.
- Ул Пугачты язалағандарын да күргән, - тине Ҡәнзәфәр.
- Китсәле! - тип ғәжәпләнде Юлай.
- Государь-батюшка мине яттарҙан дәүләтте талатҡан өсөн шелтәләп китте. Халыҡты күтәреп, свейҙарҙы ҡыуып ебәрергә ҡушты, - тип белдерҙе Салауат.
- Нисек, нисек?
- Ҡасан, ҡайҙа күрҙең уны?
- Ә-ә, бая йоҡлап киткәйне бит, шунда осрашҡандар.
- Өндәме, төштәме - император бойороғонда ҙур мәғәнә бар! - Иван-балыҡсы әңгәмә дилбегәһен үҙ ҡулынан ыскындырырға теләмәне. - Тик халыҡ тигәнен нисек аңларға? Каторжандарҙымы? Уларҙың да иреккә сыҡҡыһы киләлер ҙә бит, хатта ниәтләнә лә торғандарҙыр. Үҙ атамандары барҙыр уларҙың. Нисек табырға ул атамандарҙы?
- Үткәрмәҫтәр, ныҡ һаҡлайҙар - күреп килдем, - тип баш сайҡаны Иван-писарь. - Арестанттарҙы надзирателдәр ҡарай, уларына свейҙар күҙ-ҡолаҡ, һәр кәмәне ике-өс ҡораллы матрос һаҡлап йөрөтә.
- Свей караптарын шартлатырға булһаҡ, күп кеше ҡамасау ғына, - тине көтмәгәндә яҡшы аштан һәм әҙәмсә һөйләшеүҙән теремекләнеп киткән Юлай ҡарт. Был тәҡдим барыһына ла оҡшаны.
- Эйе шул. Шартлауҙы ишеткәс, тегендәгеләр гөлт итеп ҡаласаҡ. - Салауат һаман тотош крепосты ҡуҙғатыу уйы менән мәшғүл ине.
- Дарыны ҡайҙан алабыҙ? - тип һорай һалды Ҡәнзәфәр.
- Дары тейәйҙәр ҙә инде унда, крепость дарыһын! - Почиталин шуны әйтте лә яурындарын һикертте. - Тик бына ул мискәләргә нисек ут төртөргә? - Иптәштәренә берәм-берәм ҡарап сыҡҡас, ҡапыл һорап ҡуйҙы.
- Шау-шыуһыҙ ғына ҡасып булмаймы ни, ә? Свейҙарҙы ана комендант ҡыуыр.
- Бая әйттек бит инде: улар диңгеҙгә берәүҙе лә үткәрмәй. Уларҙың үҙ ихтыяры менән китеүен көтһәк, үҙебеҙҙең эттәр эҙләп табасаҡ. Государь-батюшканың әмерен дә онотмайыҡ! - тип Салауат барыһын да утлы ҡараш менән яндырып алды.
Тағы бер аҙ шулай шаулаштылар, тегеләй ҙә, былай ҙа самалап ҡаранылар. Иван-балыҡсы бөтәһен дә иғтибар менән тыңлап ултырҙы, ниҙер әйтергә тимтәлһә лә, тыйылды. Бына, ниһайәт, ул да үҙ фекерен әйтергә булды.
- Аңлауымса, беҙгә фрегаттарҙың берәйһенә мотлаҡ һөжүм ҡылырға кәрәк. Шартлата алмаһаҡ та, моғайын, өркөтөрбөҙ. Юлбаҫар юлбаҫар бит инде, порт складтарын, крепость казематтарын таҙартҡас, ҡала халҡын таларға тотонасаҡ. Уныһына шигем юҡ, һис юғы, шуныһын булдырмаҫҡа ине. Ул саҡта һеҙҙе оҙатып ебәреү ҙә... ну, еңелерәк булыр. Ә хәҙер һеҙ, бая әйткәнемсә, ял итегеҙ, мин үҙемдекеләргә барып киләм.
- Кемдәр улар? - Ҡәнзәфәр ҡалҡынып ҡуйҙы.
- Диңгеҙҙән ризыҡланыусылар, минең ишеләр. Шикләнмәгеҙ, - тип көлдө Иван-балыҡсы, - һеҙҙең ҡулда төп байлығым - ҡатыным менән балаларым ҡала.
- Эй кешеләр! Хатта һүҙҙә генә лә балалар яҙмышы менән уйнамағыҙ! - тип асыуланды Юлай ҡарт.
9
edit- Ни эшләнең, яуыз! Бер туғандар бит һеҙ! Китсе, ҡара йөрәк! Салауат батыр улы ла шулай булыр икән! - Үҙе лә һиҙмәҫтән ана шул һүҙҙәрҙе ҡысҡырҙы Аҡмал ҡарт ҡурҡыуҙан һәм асыуҙан тағы ла нәҙегәйә төшкән тауыш менән. Уларҙың тулы мәғәнәһен йортауайҙан башҡа берәү ҙә аңламағандыр, әммә Салауат исеме һәммәһенең дә ҡолағына эленеп ҡалды. Быны шунда ук тейешенсә баһаларға айыу ҡамасауланы: бер-ике ырғыуҙа өҫкә килеп сыҡты ла, һары тештәрен ыржайтып бар урманға екергәндән һуң, ҡарап тормай тиерлек, Роман-һеләүһен асыҡ ҡалдырған тарафҡа ташланды. Текә урында тәкмәс ата яҙған ерҙән артына ултырып байтаҡ шыуып барҙы, шунан бар көсөнә саба башланы. Ҡар ҡалын ине, ишелеп тора ине, шуға ла айыуҙың сабыуы туңҡанлап йөҙөүгә нығыраҡ оҡшағайны. Тәрән тетрәнеү кисергән кешеләр ҡабат һунар ҡомарына бирелеп бер-береһенә: "Атығыҙ! Атығыҙ!" - тип ҡысҡырышҡан арала тайыш табан байтаҡ ер китергә лә өлгөрҙө. Ниһайәт, завут управляющийы беренсе булып тәтегә баҫты, уның артынса Янарал менән Вася атты. Айыу, үҙ ҡойроғо менән уйнаусы бесәй балаһы һымаҡ, бер урында өйөрөлөп алды. "Тейҙе! Тейҙе!" - тип ҡысҡырышты атыусылар һәм тау түбәненә йүгерештеләр. Янарал, туҡтап, йортауайға ниҙер әйтте, һәм уныһы ҡабат яҫтыҡташҡа менергә маташыусы Роман-һеләүһенгә ярҙамға ҡабаланды.
Аҡмал ҡарт был ваҡытта өң ауыҙына ҡарап ҡатҡан хәлдә тора бирә ине әле. Мөғжизә көтә, Етембайҙың сығыуын көтә. Ә йортауайҙың үҙ мәшәҡәте, үҙ хәстәре:
- Эй, ниңә ҡатып ҡалдың? Йүгер арттарынан!
- Китегеҙ! Күҙемдән юғалығыҙ! Икегеҙ ҙә! - тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡарт.
- Нимә, ни тинең? - Йортауай туҙып китте. - Ауыҙыңды йыя белмәһәң, мин һине!.. Бая әйткәндәрең генә лә башыңды Себерҙә серетерлек! Түрәләргә ул-был була ҡалһамы!..
- Кит! Алла хаҡына кит! Теге мөртәтте лә әпкит, юҡһа!.. - Аҡмал һөңгөһөн йәтешләберәк тотто. Ҡурҡыуынан айнып килеүсе Роман-һеләүһен әйтештең үҙенә ҡағылғанын тотоп алғайны инде, шунда күҙе ташҡа һөйәүле мылтығына төштө. Биленән ҡосаҡлап торған йортауайҙы бар көсөнә этеп ебәрҙе лә мылтыҡты эләктереп, һунарсыға тоҫҡаны. - Малч-а-ть! Айыуҙы сығарып ҡасырған өсөн мин һине! һуҡыр улың менән икегеҙҙе!.. Ҡайҙа йәшерҙең әле һин уны? - Атай менән олатайың күрһен ине ошо ҡыланыштарыңды, бабһыҙ! Ҡустыңды харап иткәнең етмәгәнме? - Аҡмал шулай тине лә, һөңгөһө менән ҡарҙы тишкеләп ҡарап, аяҡ баҫыр ерен тығыҙлап нығыта-нығыта, өңгә төшә башланы. Йортауайҙың: "Теленде тый, эт!" - тип ажғырыуына: "Үҙең дөмөк!" - тип яуап бирҙе. Ауыл яғынан ишетелгән күмәк эт өрөүе ҡотҡарҙы уны, өҫтә ҡалғандарҙың шатлыҡлы тауыштарына ҡарағанда, управляющийҙың аҙашып йөрөгән кешеләре килеп еткәйне, "Һеҙ ҙә йүгерегеҙ тотолмаған айыуҙың тиреһен бүлергә!" - тип ҡысҡырҙы Аҡмал, шунан бер-ике аҙым түбәнерәк төшөп, бар өмөтөн бергә туплап: - Етембай! - тип өндәште. Яуап булманы. Тик ҡарт һунарсы алҡымына килеп тығылған ҡурҡыу төйөнөн көсәнеп йотто. Айыуҙың Етембайҙы талағаны, ырылдағаны ишетелмәне, тип ҡабатланы ул үҙ-үҙенә, өҫтөнә яңылыш баҫһа-нитһә генә инде... Ауыҙ-моронона ҡар тулып, тонсоғоу ихтималы ҙурыраҡ. - Етембай! Был юлы көсһөҙ генә ыңғырашыуға оҡшаған тауыш ишетелгәндәй булды. Тимәк, яраланып ҡар аҫтында ята, тимәк, ҡаҙып алырға кәрәк. Көрәк юҡ, саңғы менән бөксәңләргә тура килә. Өҫкә күтәрелһә, ни күрһен: ике пар саңғыны ла тегеләр кейеп киткән. Үҙҙәрен генә уйлап, башҡаларҙы кешегә лә һанамаған бәндәләрҙән тағы нимә көтәһең! Ана улар шырлыҡта ҡысҡырыша, эттәр абалап өрә. Ҡамағандармы, ҡамайҙар ғынамы? Эй, унда ни эшем бар, тип Аҡмал төкөрөп ҡуйҙы ла ҡарағай олоно аҫтынан балтаһын барып алды. Әммә кәрәкле ағас табып, көрәк ишараты әтмәләштергәнсе, ҡояш байыр. Берҙән-бер сара ҡала - ҡолға буйлап өңгә төшөргә, ҡул менән булһа ла ҡаҙып алырға. Тире бейәләйҙәре ныҡ әле, шөкөр. Ҡолғаны алыр өсөн ҡарағай тамырын икенсе яҡтан урап сығырға кәрәк ине. Аҡмал бер-ике аҙым атларға өлгөрмәне, артында ниндәйҙер ҡыштырлау ишетелде лә боролоп ҡарарға мәжбүр итте. Ҡара һин уны, өндән тағы бер айыу башы һерәйгән. Ҡарт күтәргән балтаһын кире төшөрҙө - бала ғына бит, уҙа барһа бер йәшлек. Аҡмал үҙенең баяғы "баҫҡыс"ынан төшөп, уны елкәһенән эләктерҙе лә тартып алды. Айыу балаһы уҫаллашып маташты, әммә йәһәт кенә менеп китте. - Етембай, һин тереме? - Атай, атай, был һинме?
Улының тауышын ишетеү шатлығынан һунарсы үҙе түбәнгә ҡолай яҙҙы, шыуыуын лыпа ултырып, ҡарға ҡулдары менән тотоноп ҡына туҡтатты.
- Мин, мин. Имгәнгән-ниткән ерең юҡмы?
- Айыу башты тырнаны. Һикергән сағында артҡы тәпәйе менән эләктерҙе шикелле. Иҫһеҙ ятҡанмын.
- Эй Алла! Ныҡ һыҙырғандыр, әләйһә. Тиҙерәк ҡарап бәйләргә кәрәк. Нисек сығырһың икән?
- Арҡан төшөрһәң... Тегеләр ҡайҙа?
- Айыу баҫтыралар.
- Һис күргем килмәй шул һөмһөҙҙәрҙе!
- Минең күрге килеп торамы ни?.. Уйлашырбыҙ. Тәүҙә яраңды бәйләйек. Эйе, һиңә уларҙан йәшенеп ҡалыу хәйерлерәк. Ҡар баҫҡан, тип илаулармын. - Шундай ҡарарға килде Аҡмал, бая Роман-һеләүһенгә, шунан йортауайға әйткәндәренең ҡиммәтҡә төшәсәген уйлап, һис юғы, Етембайҙы ҡотҡарырға кәрәк көткән бәләләрҙән. Арҡанды тағатып, бер осон ҡарағай ботағына бәйләп, икенсе осона атланып ултырырлыҡ таяҡ таҡҡан арала әбейен иҫкә төшөрөп әрләп алды. Ҡарҡылданы бит, танырҙар ҙа танырҙар, тип, шулай итеп бәлә саҡырған. Ярай әле, шөкөр!.. Артабан нығыраҡ һаҡланырға кәрәк.
Айыу балаһы ҡайҙалыр киткән кеүек ине - юҡ икән: килде лә һунарсының аяғына һырылды. Ҡарт, тертләп, этеп ебәргәйне - шыңшый, үпкәләп. Шунда уҡ өндән дә шыңшыу ишетелде. Етембай ыңғыраша һымаҡ тойолдо Аҡмалға.
- Ни булды унда тағы?
- Атай, бында бәләкәстәре бар тағы ла. - Йә Хоҙай! - Алып сығайыммы? - Ҡуй, өшөрҙәр. Быныһын да төшөрөргә тура килер. Тегеләр күреп ҡалмаһын. Айыу тырнаҡтары Етембайҙың соңҡа тәңгәленә эләккән, тиреһен өс иле тирәһе аҡтарып сығарған. Етмәһә, йыртҡыс эсендә йыйылған шыйыҡса менән үҫмерҙе тотош ҡойондорған. Улын тартып сығарғанда, яраһын бәйләгәндә Аҡмал да буялып бөттө, һуңынан ҡарағай ылыҫы менән кейемдәрен аҙыраҡ таҙартҡандай иттеләр. Ул арала эттәр лауылдашыуы былай табан яҡынлаша башланы, бер ситтә дерелдәп ултырған айыу балаһы йәнә шыңшып аяҡ аҫтына килеп керҙе. - Һиңә, улым, ошонда йәшенеп ҡалыу ғына түгел, ҡунырға ла тура килер. Күберәк лапы ырғытайыҡ та. Саҡмаң юғалмағанмы? -Юҡ. - Ныҡ өшөһәң, ут яғырһың. Бына ашау яғы ғына инде... - Ҡуржында ҡорот бар. - Яҡшы. Мин таң менән килеп етермен. Шулай һөйләнә-һөйләнә, Аҡмал балта менән ҡарағай ботаҡтарын ҡырҡып түбәнгә ташлай торҙо. Тәүҙә өңгә улын, уның ҡорал яраҡтарын төшөрҙө, ә айыу балаһы үҙен тотоп бәйләү ниәтен һис оҡшатманы, ҡарттың ҡулын тешләп алды - уны типкеләп төшөрөргә тура килде. Ҡабаланырға, айыу баҫтырыусыларға ҡаршы барып был тирәгә яҡын юлатмаҫҡа кәрәк ине. Уныһына өлгөрҙө, тегеләрҙе өндән шөйлә алыҫта ағас төпһәһенә ултырып ҡаршыланы. Ҡарттың төҫ-ҡиәфәте шундай ҡыҙғаныс ине, ағас араһынан иң алдан килеп сыҡҡан Роман-һеләүһен менән Вася, уға яҡын килергә баҙнат итмәй, туҡтап ҡалдылар. Ә йортауайҙың уны күреп ҡалыуы булды, ажғырып ебәреүе булды: - Ҡара һин уны, ултыра суҡайып! Улың ҡайҙа? - Уның ҡайҙалығын үҙең дә беләһең, - тине Аҡмал тоноҡ тауыш менән. - Ниңә, сыҡманымы ни һаман? - Ҡар баҫҡан. Нимә менән ҡаҙаһың?! Саңғыларҙы ла әпкиткәнһең. - Аҡмал ғәйепте тотош йортауайға ауҙарырға тырышты, был асылда дөрөҫ ине. - Үлгәндер ҙә инде! - тип өҫтәне.
- Бына һин әле! - Йортауай саңғыларҙы аяҡтарынан ысҡындырып, һунарсы янына килтереп ҡуя һалды. - Тегендә айыу... кем апҡайтыр?
- Йыҡтылармы ни? - Аҡмал йәнләнеп киткәндәй булғайны, тик шунда уҡ һүнде. - Һеҙ күмәк бит, үҙегеҙ һөйрәгеҙ.
Янарал менән управляющий килеп еттеләр, ҡараштары ҡартҡа төртөлгәс, шулай уҡ алыҫтараҡ туҡтауҙы хуп күрҙеләр. Йортауайҙы саҡырып алып, ниҙер һорашып торҙолар, нимәлер ҡушып, артабан атланылар. Бәхеттән, ҡайтыуға табан. Эт өйөрө лә ҡышлауға ыңғайлай ине. Йортауай тағы һунарсы эргәһенә килде, бер аҙ тапанып торҙо.
- Аҡмалетдин! Түрәләр һиңә теге ни... тиреһен тунап апҡайтырға ҡушты бит әле. Үҙҙәре тунай белмәй. Көрәккә ҡайтаһың бит инде барыбер, шулай булғас... Һунарсының иң теләгәне шул ине лә инде, тик ризалыҡ бирергә ашыҡманы.
- Үҙеңдең файҙаға! Теге һүҙҙәреңдән һуң, беләһең, түрәләрҙе асыуландырыу ҡурҡыныс. Етембайыңды ни... нишләйһең, яҙмыштан уҙмыш юҡ.
- Ярар, бар, ҡунаҡтарыңдан ҡалма, - тине Аҡмал, урынынан тороп. Йортауай айыуҙың ҡайҙа ятҡанын аңлата башлағайны, үҙем дә табырмын, тип кенә туҡтатты. Бына бит ниндәй бәндәләр, Етембайың ниндәй хәлдә, тип берәйһе бер ауыҙ асһасы! Ҡаҙып ала алманым, үлгәндер, тим, ә улар үҙҙәренекен таңҡылдай, айыу, тире, тунап апҡайт. Кеше, айырыуса башҡорт сүп урынына ла түгел уларға. Ә теге Роман-һеләүһенде ниндәй йыртҡыс итеп үҫтергәндәр! Атаһы-олатаһының күрмәүе хәйерле ошо хәлендә. Меҫкен Юлай тоҡомо!.. Шулай әсенде Аҡмал ҡарт, айыуҙы эҙләгәндә. Барып тапҡас, ырым йолаһын тотоп, унан ғәфү үтеңде: "Гонаһым юҡ һинең алдыңда, урман хужаһы, мин һиңә тырнаҡ та тейҙермәнем. Туныңды һалып бир инде, ул һиңә хәҙер кәрәкмәй. Мин тегеләрҙең күңелен күргәс, бәлки, улымды ла, һинең балаларыңды ла ҡотҡарырмын..."
Айыуҙы тунап, эсен таҙартып, артҡы ботонан ҙур ғына киҫәк ит ҡырҡып алды - Етембайға ҡурҙаҡлыҡ, үҙенә лә кәрәге тейеүе мөмкин. Ҡалған түшкәне тураҡлап, бейек ағас ботағына аҫты. Имен торһа, иртәгә Етембай менән апҡайтырҙар, яртыһын күрше-күләнгә хәйер итеп таратырҙар, яртыһы - үҙҙәренә. Тирен ҡатырып, хәл йыйып ултырҙы ла тирене матурлап төрҙө. Самалап ҡараны - ауыр ғына. Ярай, бындай ғына йөктәрҙе ташығаны юҡмы ни! Нисек кенә әйтмә, үҙебеҙҙең килен бит әле, ошо бүләктә беҙҙең дә өлөш булһын, тип кет-кет көлөп тә алды.
Етембай эргәһенә урап килгәндә, ҡояш тауҙың бер үркәсенә йәшенгәйне инде, әммә тигеҙерәк урындарҙы яҡтырта ине әле. Етембай атаһын ҡайтып йөрөмәҫкә өгөтләп ҡараны, әллә ни эшләтеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡты. Йортауайҙың нимәләр әйткәнен ҡарттан ишетеп белә ине ул. Уларҙан ҡасып ҡотолоп буламы ни, тип көрһөндө Аҡмал, ҡайтмаһаң, арттан кеше ебәрерҙәр, ул саҡ икебеҙҙе лә... Ярай, теге сабыйҙарҙың инәһен харап иттерҙек, үҙҙәрен һаҡлайыҡ... Етембай айыу балаларының үҙенә һыйынып килгәнен, әле ҡосаҡлашып йоҡлағандарын мауығып һөйләүгә күсте лә китте. Үҙе лә сабыйлыҡтан яңы сыҡҡан шул.
- Иртәгә бәләкәстәргә һөт эсерербеҙ, бөгөнгә түҙәләр инде, тине лә Аҡмал саңғыларын кейҙе. - Ҡоралыңды ҡул аҫтында тот. Ут яҡ.
- Уныһын онотмам, - тине Етембай, өңгә төшөргә ыңғайлап.
Беләм, онотмаҫһың, ҡурҡмаҫһың, тип уйланы Аҡмал, ҡайтыу яғына ҡуҙғалып, ысын атайыңа тартҡанһың, ә ул һинән йәшерәк сағында уҡ айыу алып дан ҡаҙанғайны. Ҡапыл ғына тағы Кинйә абыз иҫенә төштө. Ул килгәйнеме Етембайҙы эҙләп? Бүтәндер, тиер инен әйтеп киткән һүҙҙәре... файҙағамы,, зыянғамы атаһы менән олатаһының кемлеген асыу, уларҙың тере икәнен әйтеп өмөтләндереү? Ҡайһы яҡ ауыр тартҡанын күрһәтеп бирерлек тылсымлы бизмәнде ҡайҙан табырға?
Ана тегендә һине көтөп тороусылар күптән тапҡандыр инде, бына хәҙер күрһәтерҙәр, тип асыуланды Аҡмал үҙ-үҙенә һәм аҙымдарын шәбәйтте. Ҡайҙа ниңә ашыҡҡанын кеше үҙе белеп тә бөтөрмәй шул йыш ҡына.
10
editИван-балыҡсы эйәртеп алып ҡайтҡан өс ир уның үҙе кеүек үк бик тәүәккәл кешеләргә оҡшағайны. Исемдәрен әйтергә ашыҡманылар, әммә үҙҙәренең ниндәй шарт ҡуйыуын һөйләшеү башында ук аңғарттылар: һеҙ беҙгә свейҙарҙы ҡыуып ебәреп, ҡаланы ҡотҡарырға ярҙамлашаһығыҙ, шунан беҙ һеҙҙе берәй аулаҡ ергә илтеп ҡуябыҙ. Хатта ниндәй урындың ышаныслыраҡ буласағы тураһында бәхәсләшеп алдылар. Әйтеүҙәренсә, свейҙар портты шартлатырға, яр буйыңда ниндәй карап йә ҙурыраҡ кәмә бар бөтәһен дә юҡ итергә йыйына. Өҫтәүенә, ҡала халҡына бик ҙур түләү-контрибуция һалғандар, ул билдәләнгән ваҡытта һәм күләмдә түләнмәһә, барса өйҙәр һәм ҡоролмалар тупҡа тотоласаҡ.
- Хатта ки түләнһә лә, барыбер яндырасаҡтар, емерәсәктәр, - тип аныҡлай төштө Иван-балыҡсы. - Әле улар ҡаҙна складтарынан айырыла алмай. Таң атыу менән, беҙгә тотонорҙар.
- Беҙ уларҙан элек өлгөрөргә тейеш.
- Ин ҡыйыны - дары табыу.
- Быларҙың, - тип пугачевсыларға эйәк ҡаҡты береһе, - тегендә свейға бил бөккән браттарынан үтескә алып торабыҙ инде, һөйләшкәнсә.
- Аҙбыҙ. Бына ҡартты ла ҡалдырһаҡ...
- Еткән. Күп кеше бер-береһенә ҡамасаулай.
- Туҡтағыҙ әле, беҙҙән дә һорағыҙ ҡайһы бер нәмәләрҙе! - тип урынынан күтәрелде Салауат, ярһый башлағанын һиҙҙереп, ауыр күтәрелде. - Мин, мәҫәлән, ҡартты... атайымды ярҙа ҡалдырмаясаҡмын. - Ә-ә, атайыңмы ни? - Мин ишеткәйнем Пугач янында аталы-уллы ике башҡорт булып, һунынан бында һөрөлгәнен, һеҙ икән. - Беҙ һеҙ һөйләгән ниндәйҙер Пугачҡа түгел, ә Русияның законлы императоры Петр III ант иткәнбеҙ. Әлдә лә уның хеҙмәтендәбеҙ! - тип өҙөп-өҙөп әйтте Салауат, үҙҙәре хаҡында теләһә ни һөйләргә рөхсәт итмәйәсәген белдереп. Балыҡсыларҙың йөҙөнә сыҡҡан йылмайыу шунда уҡ һүнде. - Яҡшы, яҡшы! - Беҙ ҡартты йәлләп кенә, йонсотоп йөрөтмәҫ өсөн. Барыбер һеҙҙе бөгөн оҙатып ҡуйыу икеле. - Хаҡ һөйләйҙәр, Салауат! - тине Ҡәнзәфәр. Иван-писарь ҙа шул фекерҙә икәнен белдерҙе. Салауат баш ҡына сайҡаны һәм төнгө һөжүмгә нисек әҙерләнеү кәрәклеген һөйләүгә күсте. Уның уйлауынса, кемдәндер һорап йә тартып алынасаҡ дарыға ғына өмөт тоторға ярамай, хәҙер үк гөлтләп тоҡанырлыҡ сыраҡтар эшләп ҡуйырға кәрәк. Ҡайын туҙы булһын ине лә бит! Уны нимә менән алмаштырырға мөмкин? Бына уйлашығыҙ. Дары караптарҙың икеһендә лә бар, һәр пушка эргәһендә картуздар өйөлөп торалыр. Ниәт барып сыҡһын тиһәк, карапҡа шым ғына күтәрелергә тура килер. Ҡул аҫтында ырғаҡлы арҡан булыуы шарт, арҡан баҫҡыс табылһа, бигерәк яҡшы. Тағы шуныһы: мылтыҡ берәү генә. Табылмаҫмы тағы? Карапҡа менәсәк кешеләргә пистолет, ҡылыс йә оҙон бысаҡ кәрәк... Иван-балыҡсы үҙенең иптәштәренә ҡарап-ҡарап алғыланы йәнәһе, йә, ни әйтерһегеҙ минең ҡунаҡ тураһында? Тегеләрҙе хуплап баш ҡаҡҡандарын күргәс, йөҙө яҡтырып китте. - Һәр ҡайһыбыҙҙа ни ҙә булһа табылыр, - тип яуап бирҙе Салауатҡа. - Яков, һин бер саҡ көкөрт менән эш итә инең түгелме? - тип һораны ул күршеһенән. - Әҙерәк ҡалған шикелле. - Сүсең дә барҙыр. Факелдар әҙерлә. Мөмкин тиклем күберәк. Бар, ҡабалан. Ваҡыт ҡыҫа. - Яковты сығарып ебәргәс, бүтәндәрҙең дә ни эшләргә тейешлеген билдәләне: һин ырғаҡлы арҡан тап, һин ишкәк күгәндәрен майлап ҡуй, беҙ ҙә бында эшһеҙ ултырмабыҙ... Ҡайҙа ҡасан осрашырға һүҙ ҡуйышҡас, землянкала йәнә бишәү ҡалдылар. Марфа ла, балалар ҙа күренмәне. Мейес артындағы бүлмәнән тышҡа тағы бер ишек бар ине, ахырыһы. Иван-балыҡсы эште ҡыҙыу тотто. Эш ҡоралдары, иҫке бысаҡтар килтереп быларҙың алдына һалды, шунан соланға сығып эҙләнергә тотондо. Юлай ҡарт бысаҡтарҙы берәм-берәм ҡарап ултырҙы ла һаптарын йүнәтергә кереште, Почиталин менән Усаев ҡайраҡ менән эш итеүҙе өҫтөн күрҙе. Салауат һыныҡ ишкәктән һәм тимер киҫәгенән үҙенә суҡмар оҫталаны, бысаҡтарҙың иң һәлмәген дә биленә тағып ҡуйҙы.
Хужа йыя барған тимер-томор, ҡорал һыныҡтарының иҫәбеһаны юҡ һымаҡ ине. Бына ул мейес аҫтынан күн тоҡсай һөйрәп сығарҙы, унан өр-яңы пистолет алды.
- Урал иҫтәлеге. Һөйөклө императрицабыҙ һәнәктән көрәк иткән ниндәйҙер графҡа бүләккә эшләргә ҡушҡайнылар ҙа, үҙемә булды, - тип Салауатҡа күҙ ҡыҫты.
- Демидовтамы ни?
- Онотҡанмын инде. Эҙҙәремде ҡарға суҡыған, сәпсек сүпләгән! - Иван-балыҡсы көлөп кенә ҡуйҙы һәм пистолетын ҡарарға тотондо.
Йыйын, ҙурмы ул йә бәләкәйме, йәшеренме йә түгелме, өндәшмәй генә ултырыуҙы яратмай. Юлай Польша походында күргәндәрен һөйләп алды. Почиталин үҙенең нисек батша дьягы булып киткәнен, тәүге батша манифесын нисек яҙғандарын иҫкә төшөрөп көлдөрҙө. Ҡыҫҡаһы, һәр кемдең башҡалар менән уртаҡлашырға ишеткән-күргәңдәре етерлек, бөтәһе лә - донъяның әсеһен-сөсөһөн ғарҡ булғансы татыған кешеләр. Ошо йәштә уларға йәш-елкенсәк араһында ултырырға, үҙҙәре туплаған тормош тәжрибәһен йәш үрсемгә биреп ҡалдырырға кәрәк ине лә бит! Шул кескәй генә бәхеткә ирешер өсөн дә ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер сират күпере аша үтергә кәрәк. Күперҙең бер башына килеп баҫтылар инде, ә уның урталыҡта өҙөк булыуы ла мөмкин... Салауат атаһының тыуған яҡта тирмә түрендә ейән-бүләрҙәре уртаһында ултырғанын күҙ алдына килтерҙе һәм ҡарттың ниндәй мөһабәт һында була алыуын уйлап һоҡланды. Салауат үҙе ишек төбөндә бәләкәстәрҙән кемгәлер ҡайыштан ҡамсы үрә ине шикелле. Юлай үҙҙәренең мәңгелек каторганан нисек ысҡынып ҡайтыуҙарын һөйләй, бите имгәтелмәгән, юҡһа бала-саға шул тиклем һырығыр инеме ни уға?.. Шуны уйланы ла, кәйефе ныҡ ҡырылды. Күҙҙәрен йомоп бер аҙ ултырғас, Иван-балыҡсыға сәйер һорау менән мөрәжәғәт итте:
- Ыслушай, кенәз, һиндә яҙыу кәрәк-ярағы табылмаҫмы?
- Ҡәләм-ҡағыҙмы ни? Бының ише батша һарайында ундай нәмәләрҙе һанға һуҡмайҙар. Нимә сыймаҡларға иткәйнең?
- Илгә - улдарыма хат
- Ҡайтҡас, телдән генә әйтерһең.
- Ҡайта алһаҡ!.. Ысҡынып булмаһа, һин берәй нисек оҙатыр инең. Иреккә сығыуҙан шул хәтле лә файҙаланып ҡалмаһаҡ!..
- Был да аҡыл! - тип хупланы Иван-балыҡсы. - Грифель таҡтаһы бар барлығын. Балаларҙы грамотаға өйрәтергә иҫәп. Тик бәләкәйҙәр әле... Юҡ, ярамай. Грифелгә яҙған тиҙ юйыла.
Уларҙың һөйләшеүен эштәрен онотоп тыңлаусы өсәү һүҙгә ҡушыла һалды.
- Берәй нисек һаҡларға мөмкиндер ул.
- Нимәгәлер төрәһең дә. Ана тире ярпыһына.
- Тире ярпыһының үҙенә яҙырға мөмкин! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Иван-писарь. - Нимә менән, тиһәгеҙ - әйтәм. Ҡурғаш менән, ҡурғаш пуля менән.
Хужа, өндәшмәй генә урынынан тороп, соландан тире киҫәге индереп Салауаттың алдына һалды. Ҡәнзәфәр пуля сығарып бирҙе. Салауат тирене тигеҙләп яҙырға әҙерләнгән арала Иванбалыҡсы тотҡондарҙы шатлыҡҡа ҡойондорған бер ваҡиғаны һөйләй башланы.
- Дүрт-биш йыл элек шикелле, ошо тирәлә бер төркөм һыбайлы ҡыҙырып йөрөнө. Әле тегендә, әле бында күренәләр ҙә юғалалар, күренәләр ҙә юғалалар. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан разбойниктар, тинеләр. Уларҙы тоторға байтаҡ һалдат ебәрелде. Ике ялан пушкаһы менән. Уныһына үҙем шаһит. Ҡырып һалдылармы, ҡыуып ҡына ебәрҙеләрме - әйтә алмайым, әммә бер-ике атты етәктә алып ҡайттылар. Хәҙер иҫләүемсә, башҡорттар булған булырға тейеш...
- Минең ейәндәр! - тип көлөп ебәрҙе Юлай ҡарт.
- Ҡуйсы, ағай, улай тимә. Ейәндәрең һиңә тере килеш кәрәктер бит! - тип ҡаршы төштө Ҡәнзәфәр.
- Башҡорттарҙан булыр ул! - тип маҡтаны Иван-писарь, тағы ниҙер әйтергә теләге бар ине, тик тыйылды, бары Салауатты: - Һин унда минең дә донъяла барлыҡты белдерергә онотма! - тип киҫәтте.
- Һәммәбеҙҙән дә сәләм күндер, - тип өҫтәне Ҡәнзәфәр.
- Ну, братва! - тип бот сапты Иван-балыҡсы. - Әйтерһең, ул һыбайлылар әйләнеп килә лә, мин улар менән еңел генә күрешә алам. Нисек оҙатайым мин ул хатты ошо йәһәннәм тишегенән? Караптар йөрөһә икән!..
Пугачевсылар уның шулай әйтеүенә хатта үпкәләгәндәй иттеләр.
- Юҡ инде, брат, баш тартма!
- һин дә берәй юлын тапмағас!
- Яҡташһың, етмәһә!
Салауат тире киҫәген тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ултырҙы ла өҫтәлгә йәтешләп һалды, уға пуля осон тоҫҡаған килеш хәрәкәтһеҙ ҡалды. Ҡаушаны. Маңлайына тир бәреп сыҡты. Күптән яҙыу менән шөғөлләнмәгән бармаҡтары тыңламаҫ һымаҡ тойолдо ла китте уға, хатты нисек башлау һәм нимәләр хәбәр итеү хаҡында ла уйлап алырға кәрәк ине. Артыҡ сурытып булмай, сөнки урын тар. Ҡалғандар тын да алмай тиерлек уны күҙәтте, ни эшләрен көттө. "Башҡорттар, ошбу мәктүбте ауылдан ауылға таратығыҙ, - тигән һүҙҙәрҙе теҙеп ҡуйҙы Салауат башта, ҡулы артабан ышаныслыраҡ йөрөп китте. - Һеҙҙең батырҙарығыҙ Юлай вә Салауат Балтик порты тип аталған урында тотҡонлоҡта яфа сигә. Улар илә баш мишәр палкаунигы Ҡәнзәфәр Усаев вә казактар Почиталин вә Ульянов вә Горшков вә Караваев бар. Беҙ ныҡ торабыҙ. Һеҙ ҙә Хоҙай ярҙамы илә ныҡ тороғоҙ. Имза ҡуйҙым - бригадир Салауат Юлаев".
Башын күтәрҙе, еңе менән маңлайынан тирен һөрттө, шунан тирене төрөп землянка хужаһына тапшырҙы, шунан түҙемһеҙләнеп йәһәт кенә тороп баҫты.
- Йәгеҙ, әҙерһегеҙме инде?
- Бәй, беҙгә хатыңды уҡымайһыңмы ни? - тип ғәжәпләнде Ҡәнзәфәр.
- Нимә уны уҡып торорға? Кемдәр иҫән икәнлеген хәбәр иттем. Халҡыбыҙға фарман яҙҙым.
- Ни хаҡында ул фарман? - Юлай ҡарт һағайып китте.
- Ныҡ торорға бойорҙом.
- Ә-ә!..
Фарманды төрлө яҡлап, тикшерергә керештеләр, ләкин Салауат уларҙың нимә һөйләгәндәрен ишетмәне. Ҡолағына алыҫтан ат кешнәүе килеп салынды ла, ул үҙенә табан ялдарын ялбырлатып килеүсе арғымағын ап-асыҡ күрҙе. Эйәр ҡашына бер яҡтан суҡмар, икенсе яҡтан уҡ-һаҙағы элеүле, әйтерһең, Салауат аҙға ғына йәйәүләнгән дә, шунда ҡапыл айырылышҡандар. Артынан бер кем күренмәй, тимәк, ғәскәр бойороҡ көтөп тегендәрәк тора. Рогервикты уратҡан ҡом тауҙары ышығында, тип уйлап алды батыр. Арғымаҡ дөбөр-шатыр килеп етте, үрә һикерҙе һәм юҡҡа сыҡты... Юҡ, юҡ, бына Салауаттың күкрәк түрендә кешнәп ҡуйҙы, тыпырсынғаны ишетелде.
- Әҙерһегеҙме? - тип ҡабатланы Салауат. - Мин әҙер!
...Диңгеҙгә ике кәмәгә ултырып сыҡтылар. Эңер төшкән мәл ине. Ярға һыйышып, алды-артты ҡарай-ҡарай, портҡа барып еткәндә, күҙ бәйләнергә өлгөрҙө. Урал тауҙарын нурға ҡойондороусы ай бында ҡалҡмағайны әле. Туҡтап, ни ҙә булһа күрергә йә ишетергә тырышып бер аҙ торҙолар. Яр ҙа, диңгеҙ өҫтө лә буп-буш. Алдағы кәмә ярға барып морон төрттө лә, унан кемдер ҡороға һикереп төштө.
- Яков разведкаға китте, - тип шыбырланы Иван-балыҡсы. Тәбиғи, ул үҙе ишкәксе урынында, бая землянкаға килеүселәрҙең береһе руль ишкәген тотҡан, диңгеҙҙә тәүге тапҡыр йөҙөүсе Юлай менән Салауат буш эскәмйәгә йәнәш ултырып алған. - Беҙ ҙә яҡыныраҡ барайыҡ.
Свей фрегаттарында фонарҙар емелдәй. Ҡалала бер нисә бейек йорт тартынмай-нитмәй тәҙрәләренән яҡтылык бөркә. Талғын ел шул яҡтан музыка тауышын алып кила. Ошо хәлгә хайран ҡалып ултырҙылар ҙа ҡапыл геүләп алдылар.- Типтерәләр, ә!
- Дошман хөрмәтенә мәжлес ҡорғандар, илде һаҡлаусылар.
- Илде һатыусылар, тип әйт.
- Улай уҡ ҡаты бәрелмәгеҙ, гаспадалар көн буйы эшләп арыған.
Яков алып ҡайтҡан мәғлүмәттәр быларҙың тоҫмалын ғына раҫланы: гарнизон офицерҙары свейҙар менән байрам итә. Арестанттарҙы илтеп бикләгәс, әсир ителгән һалдаттарҙы казармаға ҡайтарғандар, әммә һаҡ аҫтында тоталар. Десанттың бер өлөшө урамдарҙа патруллек итә. Ярҙа бер ниндәй йөк, мискә-фәлән күренмәй.
- Бик насар! - тигән һығымта яһаны Салауат. - Свейҙарҙың ярҙа ҡалыуы насар. Шау-шыу сығып, был яҡтан да килеп етһәләр... Ике ут уртаһы!..
- Караптар үҙҙәренекеләрҙе ташлап китмәйәсәк. Беҙҙең һөжүм бушҡа булмағаны, - тине Ҡәнзәфәр.
- Ни эшләп ҡарарға һуң?
- Яндырырға, шартлатырға!
- Дарыһыҙ ни!..
- Караптарҙағы дары ла шартлай. Киттек.
- Аҙ ғына сабыр итегеҙ. Тегендә буласаҡ эште бүлешмәгәнбеҙ, йәғни кем арҡанды ырғағы менән бортҡа эләктерә, кемдәр өҫкә менә, кем филтә тоҡандыра. Тегендә баҙар ҡора башлаһаҡ!..
- Карапҡа мин менәм, ана балыҡсы Иван менән бергә, - тине Салауат. Барыһы ла был тәҡдимде хупланы.
Вазифаларҙы, ҡоралдарҙы бүлештеләр ҙә тағы йөҙөп киттеләр. Күкрәгендә йүгәнле-эйәрле арғымаҡ түҙемһеҙләнгән Салауатҡа кәмәләр бер урында тора һымаҡ тойолдо, ә ҡаршыларында ҡапыл фрегат борты ҡара ҡая ташылай ҡалҡып сыҡҡас, тертләп китте. Ай-һай, бейек ине хәрби карап! Уның ышығына барып туҡтанылар, кәмәләр яңылыш бәрелеп тауыш сығармаҫҡа тырышып, өҫтә ниндәй тауыштар ишетелерен аңдып тын ҡалдылар. Кәмәләргә лә, карапҡа ла тулҡындар шап та шоп һуғыла, ә палубала итек туҡылдағаны ишетелеп ҡалғандай - шулай булһа, һаҡсылар йөрөп ята. Ҡайҙалыр күмәк кеше көңгөр-ҡаңғыр килә һәм бына уларҙың әңгәмәһе бергәләп йырлауға әүерелде. Бында еңеү туйлайҙар!
Арҡан осондағы ырғаҡ көйһөҙ булып сыҡты: тәүге ырғытҡанда, барып етмәне, икенсеһендә эләгер урын тапмай кире ҡайтты, өсөнсө юлы ғына ҡаҙалырға йомшаҡ ағасмы, таҡта егенме тапты. Шым ғына эшләргә тырышһалар ҙа, тимер ағасҡа бәрелеп тә туҡылдамай ҡалырмы? Ни булғанын ҡарарға йүгереп килерҙәр ҙә, шау-шыу ҡубыр, атыш башланыр тип көтөүҙән йөрәк күкрәк ситлеген ватыр сиккә еткән мәл. Ул арала Юлай ҡарт саҡма сағып, көйрәй башлаған филтәне тимер көпшәһенә тыҡты һәм улына бирҙе. Билендәге бауға бысаҡ, суҡмар һәм ике сыраҡ ҡыҫтырған Салауат ике аршын самаһы һайын махсус төйөнләнгән арҡан буйлап юғарыға үрмәләне. Пистолетлы Иван-балыҡсы, тағы ла бер филтә тоҡандырып, тағы ике сыраҡ алып уның артынан күтәрелергә тейеш. Мылтығын ҡороп ҡуйған Ҡәнзәфәр һәм башҡалар аҫтан ярҙамлашасаҡ. Ярҙам итә алһалар, әлбиттә.
Имен менеп етте, борт ситенә түше менән ятып хәл йыйҙы ла, аяҡтарын эскә ташлап, палубаға шыуып төштө. Аяҡтары ҡатыға тейер-теймәҫтән яҡында торпоша ябылған ниндәйҙер өйөмдө абайлап, шуның артына боҫто. Мачтаға эленгән фонарь бынан алыҫ ҡына, әммә уның яҡтыһында күҙҙәрен ыуа-ыуа йоҡо менән тырышып көрәшеүсе һаҡсыны һәм һөйәүле мылтығын шәйләргә мөмкин. Уны кисекмәҫтән "йоҡлатырға" кәрәк, шул ук ваҡытта сыраҡтарҙы ла оноторға ярамай, сөнки филтәнең һүнеүе бар. Бысағы менән суҡмарын эргәһенә һалып тубыҡланды ла филтәле көпшәне ҡулына алды, уны өлтләтергә өрөп аҙапланғанда һаҡсының был яҡҡа аңшайғанын тотош тәне менән тойҙо. Сыраҡ гөлтләп тоҡаныуға һаҡсы кемгәлер ниҙер ҡысҡырҙы, мылтығын эләктереп, былай табан килә башланы. Салауат сырағы менән филтәһен торпоша өҫтөнә ташланы ла, һәрмәп табып, бысағын күтәрҙе, һикереп торған ыңғайға яурын быуыны ауыртҡансы киҙәнеп бәрергә өлгөрҙө. Свей артҡа саңҡайып туҡтай бирҙе лә, алға бөгөлөп, йөҙ түбән ҡоланы. Салауат бәргән бысаҡ, ғәҙәттә, үңәскә эләгә, һабына тиклем кереп ултыра. Хәҙер хужаһыҙ ҡалған мылтыҡты эләктерергә кәрәк.
Һаҡсы ҡолаған ергә шыуышып барҙы, шыуышып кире ҡайтты. Бында арҡанды һаҡларға, Иван-балыҡсыны ҡаршыларға тейеш. Торпошаға ут ҡапҡан да инде - әйҙә яна бирһен, барыбер үртәргә! Икенсе сыраҡты тоҡандырып, осҡон сәсрәтеп янған тәүгеһен торпоша аҫтына тыҡты, ә унда мискәләр теҙеп ҡуйылған, моғайын, ярҙан ташылған мискәләр. Дары һалынғанмы уларға, сусҡа майымы - янһын ғына!
- Мә, быларын да шунда тыҡ! - Палубаға менеп еткән Иван-балыҡсы үҙенең сыраҡтарын да Салауатҡа ырғытты. - Төрлө яҡлап тыҡ.
- Ә пушкалар?
- Өлгөрмәбеҙ. Ана йүгерешәләр.
Ҡалғанын Салауат урыҡ-һурыҡ ҡына хәтерләй. Даң-доң саң ҡаҡтылар. Ҡысҡырыш. Тап-топ йүгерешеү. Борт янында алыш. Свейҙар күп ине, эт өйөрөләй килеп ураттылар. Иван-балыҡсы пистолеттан атып кемделер йыҡты, үҙенең яурынына шпага осо эләкте. Салауаттың башына ни менәндер тондорҙолар, ул да мылтыҡ төйҙәһе менән бер-ике кешене тәкмәстерҙе. Уларҙы борттан айырып, торпошаға ҡыҫырыҡланылар. Салауат мылтығын иптәшенә тотторҙо ла, бер мискәне эләктереп, баш осона күтәрҙе.
- Шартлатам!
Япма асылыуға гөлтләп күтәрелгән ялҡын уның ҡысҡырыуына елле тәржемә булды шикелле - дәррәү сигенделәр, боролоп ҡасырға тотондолар. Салауат мискәне уларҙың өҫтөнә ырғытты, уныһы, ҡасыусыларҙы бәреп йыға-йыға, палуба буйлап тәгәрләп китте. Был икәүгә лә кәмәгә төшә һалып, ярға табан ысҡынырға бик тә ваҡыт ине.
11
editАҡмалдың урман ыҙмаһы алдындағы кескәй аҡлан ен-шайтан типтергән урынға әүерелгәйне. Өс ерҙә ут яҡҡандар - ярып өйөлгән утынды ғына файҙаланып ҡалмағандар, дадан эшләргә тип ташылған ҡыуыш ағастарҙы ла һөйрәп килтереп утҡа һалғандар. Көйгән ит еҫе, тағы ла әллә ниндәй еҫтәр алыҫҡа таралған. Түрәләр ике усаҡ уртаһында - ҡайһылары ыҙманан сығарылған дадандарҙа, ҡайһылары эйәрҙәрҙә ултыра. Оҙон мөгөҙ ҡулдан ҡулға күсә - уны быяла шешәләрҙән тултырып торалар. Өсөнсө усаҡ эргәһенә күсерҙәр, эт ҡараусылар һәм бүтән хеҙмәтселәр өйөлөшкән. Бында ла ит ҡурыла, бында ла хәмер эсәләр. Көлөшәләр, шаулашалар - урман кейеген был тирәнән бер нисә йылға биҙҙерерлек.
Һунарсы ҡарт шым ғына боролоп китергә лә уйлағайны, әммә сос танау эттәр уны һиҙеп, лау итеп ҡалды. Хәҙер уларҙан еңел ҡотола алмаҫһың, иҫерек баштарҙың һөсләтеүе булыр - ҡыуып етерҙәр өҙгөләп ташларҙар. Хужамы мин ошонда, түгелме, тип Аҡмал үҙ-үҙенә асыуланды һәм, ҡапыл ауырайған аяҡтарын көскә ҡуҙғатып, саҡырылмаған ҡунаҡтары янына атланы.
Уның ағас араһынан килеп сығыуы табынға яңы йәнлелек, яңы шау-шыу өҫтәне. Тәүге усаҡ эргәһендәге ҡара һөйәк, һунарсыны күреп белмәгәнлектән, айырата хужалар алдында уяулыҡ күрһәтеү теләге менән, уны туҡтатырға, үткәрмәҫкә тырышты. Әммә түрәләр яғынан кемдеңдер ҡырҡа бойороғо ишетелгәс, шым булдылар, хатта, ғәфү үтенгәндәй, арҡаһынан ҡағып маташтылар. Быларҙан айырылыуға, ҡаршыһына Роман-һеләүһен килеп баҫты.
- Вот даешь, дед! Күпме көтөргә мөмкин! Ну, бир тиҙерәк минең шкураны, невеста көтә.
Тирене ҡосаҡлап, парад аҙымы менән атларға тырышып, кәләше ултырған санаға йүнәлде. Бар иғтибарҙың шул тарафҡа күсеүенән файҙаланып, Аҡмал һиҙҙермәй генә ситкә сыҡты һәм ыҙмаһына ыңғайланы. Ишек тотҡаһына һуҙылғанда, тире өҫтөнә Роман-һеләүһен күтәреп баҫтырған кәләштең тиҙерәк хәмер биреүҙәрен талап итеп сәрелдәгәнен ишетте, аяҡ аҫтына ласлатып төкөрҙө һәм инеп китте.
Сыраҡ өлтләтеп, ҡыҫтырғысҡа ҡуйҙы. Тегелерҙән ҡалған утынды сыуалға һалып, уны ла тоҡандырҙы. Эргәлә генә туңмай аҡҡан шишмәнән һыу килтереп, баҡырсаһын утҡа ултыртты, һәр кемдең үҙ донъяһы, һеҙгә хәмер кәрәк, миңә ҡайнар сәй, тип күңеленән тыштағылар менән һөйләшергә тотондо ул, был тирәнән йәһәтерәк шылһағыҙ ине лә бит!.. Утҡа һалынған ҡыуыш ағастарҙы ҡапыл иҫенә төшөрҙө лә ҡыҙып уҡ китте. Туң баштар! Уйларға тейеш инегеҙ бит ундай ағастарҙы эҙләп табыуға, ауҙарып алып ҡайтыуға күпме ваҡыт, көс-тир түгергә кәрәк икәнен! Күпме умарта, күнәк оҫталап булыр ине һеҙ яндырған ағастарҙан!
Үҙ уйҙарына үҙе хужа булып оҙаҡ ултырырға тура килмәне Аҡмал ҡартҡа, ҡайнар сәй менән һыйланырға ла өлгөрә алманы. Йортауай килеп инде лә, ниңәлер ауыр һулап:
- Әйҙәле, түрәләр саҡыра! - тип өндәште.
- Ниңә икән тағы?
- Әйтерҙәр.
Ни эшләйһең, сыҡмай, хәлең юҡ. Ә унда иң тәүҙә күҙгә ташланғаны мөгөҙ тотҡан кәләштең ҡарға йәйелгән айыу тиреһе өҫтөндә бейеп йөрөүе булды. Уға таҡмаҡлап ҡул сабалар, һыҙғырып та ебәрәләр. Кәләш һунарсыны күреп алды ла, ҡапыл туҡтап, сәрелдәргә тотондо:
- Кил әле бында яҡыныраҡ, старый плут! Ҡайҙа "мамка, мамка, дай сосать"? Ҡайҙа йәшерҙең маленькийҙарҙы?
Аҡмал көтөлмәгән һорауҙан өнһөҙ ҡалды, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе, тик әйтерлек һүҙ тапманы.
- Балалары ысынлап юҡ инеме? - тип һораны йортауай.
- Һин дә... һүҙ юҡта һүҙ, тигәндәй. Унда улым ҡар аҫтында ята, ә һеҙ! Әпкит һин уларҙы бынан, юҡһа донъямды ла бөтөрөрҙәр, улымды ғына түгел. Хәҙер мин көрәк алам да тегендә китәм! - Аҡмал шуларҙы ҡысҡырҙы ла, боролоп, ыҙмаһына табан атлай башланы. Әммә Янарал уны екереп туҡтатты һәм йортауайға:
- Килтер әле бында шул ҡарасҡыны! - тип бойорҙо. Тегеләр ҡаршыһына барып баҫҡас, тартып ултырған төрөпкәһен һунарсыға тоҫҡап былай тине: - Әйт әле, разбойник, Салауат кем ул?
Аҡмалдың йәне үксәһенә төштө лә китте: башлана! Ләкин ул ошондай осраҡта нимә һөйләү кәрәклеген уйлап, барыһын да инҡар итергә ҡарар иткәйне.
- Белмәйем, түрә!
- Һуң бая исемен ҡысҡырҙың бит.
- Ә-ә, доға һүҙе ул, гаспадин тәҡсир. Мин доға уҡыным.
- Доға? - Янарал йортауайға ҡараны, тегеһе раҫлап баш ҡаҡҡас, төрөпкәһен ауыҙына ҡабып, төтөн быҫҡыта-быҫҡыта, ниҙер уйлап алды. - Яҡшы, уныһы шулай ҙа, ти. Барыбер мордаң разбойниктыҡы. Хәҙер әйт инде, һуңғы болала ҡайҙарҙа һуғыштың? Нисә христиан йәнен ҡыйҙың? Нисек язанан ҡасып ҡотолдоң?
- Бындағы һуңғы яу ваҡытында мин билһеҙ яттым.
Аҡмалдың ҡыҫҡа ҡоро яуабы Янаралды ҡәнәғәтләндермәне, ул йәнә йортауайға ҡараны. Тегеһе хәрбиҙәрсә яуап бирергә маташты:
- Так точно, ваше превосходительство, ауырып ятты ул. Яу сабыу түгел, ярауына ла сыға алманы. Государыня алдында ғәйепһеҙ, юҡһа!..
- Ул саҡта мылтыҡты ҡайҙан алдың, ана хибаркаңда эленеп торған мылтыҡты? - тип ҡысҡырҙы Янарал, һунарсыны законлы ғәйепләү өсөн ныҡлы дәлил таба алмағанға асыуланғандай.
- Атайымдың һыҙмаһы ул, миңә унан ҡалды.
Янарал баш сайҡап ҡуйҙы, ашыҡмай ғына төрөпкәһен һурҙы, шунан балаларын өйрәтеүсе атайҙай йыуаш тауыш менән һөйләп алып китте:
- Башҡорттарға мылтыҡ тоторға ярамағанлығын ишеткәнең юҡмы ни һинең? Шул турала махсус указ барлығын, ә? Сәңгелдәктән яңы төшкән балаға бритва тотторһаң, бүлмәләге нәмәләрҙе ҡырҡып бөтәсәк, шунан, үҙен берәй төрлө яралаясаҡ. Шулай бит? Бына һин государыня-матушкаға тоғро булыуың тураһында әйттең, - тип Аҡмалға йәнә төрөпкәһен тоҫҡаны, асыҡтан-асыҡ алдашыуға күсеп. - Ана шуны, давай, эш менән күрһәт. Беҙҙең күҙ алдында мылтығыңды сығарып утҡа ырғыт, тоғролоғоңа беҙҙе ышандыр.
Аҡмал, һүҙҙең ҡайһы яҡҡа ауышҡанын тойһа ла, ошондай тәҡдимдән ни әйтергә, ни эшләргә белмәй ҡатты ла ҡалды. Йортауай уны терһәкләп ҡараны: "Яуап бир. Так точно, тип әйт!" Янарал көлөмһөрәне.
- Мин һине аңлайым. Ошо йәшеңдә тегене-быны күтәреп йөрөү ҡыйын һиңә. - Усын усҡа шапылдатты. - Эй, ҡайһығыҙ ярҙамлаша был ҡартҡа? Теге тимер таяғын сығарып бирегеҙ.
Уның бойороғон үтәргә ике-өс кеше ташланды. Тимер таяҡ тигәнде үҙҙәренсә аңлап, һыҙмаһы менән бергә һөңгөһөн дә алып сыҡтылар һәм, һунарсы янына барып та тормай, утҡа быраҡтырҙылар. Аҡмал эт шыңшыуына оҡшаған тауыш сығарҙы ла, боролоп, китә башланы. Тик Янаралдың мауҡыһы ҡанмаған икән әле.
- Тороп тор, кем, һаҡал! - Бәлки, "аҡһаҡал" тип әйтергә уйлағандыр, ләкин нәҡ шулай тине. - Хәҙер государыня-матушка һаулығына берҙе күтәр, шунан ана йәштәр хөрмәтенә. Шунһыҙ антың ныҡлы булмаҫ. Эй, тултырығыҙ иң ҙур мөгөҙҙө!
- Нимә, нимә тине? - Аҡмал үҙ ҡолағына үҙе ышанманы. - Араҡы эсергә ҡушамы? Әстәғәфирулла!
- Эсергә тура килер. Уларҙың әбей батшаға иҫәнлек-һаулыҡ теләү йолаһы шулай. Йә, йә, бәлтерәмә ул тиклем! - Йортауай ҡапыл ғына екереп ҡуйҙы. - Шуның менән генә ҡотола алһаң әле!..
- Юҡ, юҡ, мосолман башым менән урыҫ ҡулынан!.. Үлгәнем артыҡ!..
- Эсерегеҙ! - тип ҡысҡырҙы Янарал.
Уныһына оҫта инде ул оло түрәләр эргәһендә тамаҡ туйҙырыусы бәндәләр! Ҡартты, көлөшә-көлөшә, һә тигәнсе салҡан йығып һалдылар. Тештәрен ҡыҫып ҡараны - бысаҡ осо менән ҡайырып астылар. Йотмаҫҡа тырышты - үңәсен бер ҡыҫып, бер ебәреп йотторҙолар. Яғаһынан һөйрәп аяғына баҫтырҙылар ҙа арт яғына типтеләр: хәҙер бар кит, дүрт яғың ҡибла! Китте Аҡмал, ғәрлегенән ҡайҙа баҫҡанын да белмәй. Бер ҡайынға барып бәрелде лә, уны ҡосаҡлап, уҡшып торҙо. Бер аҙҙан аҡланға боролоп килде, хәҙер инде ҡаты иҫерек ине. Үҙенән һындары ҡатып көлөшкән кешеләргә ҡулдарын һелтәй-һелтәй ниҙер ҡысҡырҙы ла, усаҡ эргәһенә барып, сисенергә маташты. Уға ысынлап эҫе ине. Тун ҡаптырмаларын һәрмәп, тарткылап, ниҙер мөңгөрҙәп торҙо, шунан сайҡалып китте лә көлөп ебәрҙе.
- Мамка, мамка, дай сосать! - Шулай тип ҡысҡырҙы ул, көлә-көлә. Шып туҡтаны, битен устары менән ҡаплап, үкһеп иларға тотондо. - Нализался как свинья! Боҙҙо байрамды! - Янарал ашыҡмай ғына урынынан торҙо ла управляющийға өндәште. - Йыйынырға ҡушмайһығыҙмы? Бында ҡыҙығы ҡалманы, буғай.
- Эйе, эйе. Хәҙер!..
Аттарҙы егеү, саналарға әйберҙәр тейәү башланды. Эттәр лауылдашты. Кемдер йүгереп үтеп барышлай юрыймы, яңылышмы Аҡмалға бәрелде, һәм ҡарт сайҡалып торған еренән усаҡ өҫтөнә ҡоланы, шунан шыңшый-шыңшый имгәкләп ситкә китте.
- Ана ҡара, хайуан - хайуан инде! - тип Янарал Романһеләүһендең яурынына ҡулын һалды, шунан ҡысҡырып йортауайҙы битәрләргә кереште. - Насар ҡарайһығыҙ, гаспадин старшина, ҡул аҫтығыҙҙағы халыҡты, тәрбиәләмәйһегеҙ. Оят бит ошондай хайуанлыҡты күреү!..
- Так точно, ваше превосходительство!
- Ә теге мальчишка үлеме, тереме - үҙең тикшер. Тере булһа, аяҡ-ҡулын бәйләп - Өфөгә, канцелярияға. Кем көсөгө икәнлеге хәҙер миңә билдәле. һуңғы һүҙҙәрен шыбырлап ҡына әйтте. Ә йортауай тырышасағын тамаҡ ярып белдерҙе:
- Так точно!..
Улар китеп, күп тә үтмәне, бында янғын сыҡты. Тулған ай байыуға яҡынлашҡанда, Аҡмалдың ыҙмаһы баҙлап ятҡан ҡуҙ өйөмөнә әүерелгәйне инде. Һунарсының үҙен генә түгел, һөйәктәрен дә таба алманылар. Төрлөһөн һөйләнелер һуңынан был хаҡта, ләкин бер фекер енде: Аҡмалды Алланың ҡаты кәһәре һуҡты, сөнки ул ата-бабаның яҙ башында балалы йәнлектәргә теймәҫкә ҡушҡан ҡанунын боҙҙо. Ғибрәт алығыҙ, кешеләр!
Ошо ваҡиғалар булып уҙған көндөң иртәгеһенә иртүк бәхетһеҙ айыуҙың туҙҙырылған донъяһына бер ҡатын килде. Өҫтөнә иҫке тун, аяҡтарына төпләнгән быйма кейгәйне ул, биҙәктәре ныҡ уңған шәл ябынғайны. Ҡулындағы таяғына ауыр таянып атлауына ҡарағанда, юлда оҙаҡ булырға тура килгәйне уға, арҡаһындағы тоҡсайы үҙ ризығы менән туҡланып сәйәхәт ҡылыуы, ауылдарға инеп күренеүҙән тартыныуы хаҡында әйтеп тора кеүек ине. Ҡатын ауыш ҡарағай аҫтында туҡтап, тиҙ генә суҡынып алды, шунан өң ситенә яҡыныраҡ килде һәм, тулҡынланыуын еңеп:
- Сынок! - тип өндәште.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Етембай ят телдә әйтелгән шул саҡырыуҙан тулҡынланып китте, ни эшләгәнен дә белмәй, юғарыға үрмәләне. Өңдән сыға биргәс, яҡ-яғына тиҙ генә күҙ һирпеп алыуы өндәшеүсенән шикләнеүгә ҡарағанда яҡында яуыз уйлы бәндәләр бармы-юҡмылығын тикшереүгә оҡшағайны. Өҫкә күтәрелгәс, ят ҡатынды диҡҡәт менән баштан-аяҡ ҡарап сыҡты, тертләп, артҡа сигенде, шунан бер-ике аҙым алға атланы ла тағы туҡтаны. Ҡатын таяғын атып бәреп, ҡулдарын һуҙып, илай-илай, үҫмергә ынтылды, әммә һөрлөгөп йығылды. Етембай йүгереп барып уның эргәһенә тубыҡланды, башын һаҡ ҡына күтәреп үҙенең алдына һалды ла, башҡаларҙан ишетеп ҡалғылаған наҙлы һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай, битенән һыйпап яратырға тотондо.
- Таныны, таныны! Бәләкәс Салауатым минең! - тип шатлығынан ыңғырашты ҡатын.
Бер аҙҙан улар юлға ҡуҙғалды. Етембай бәләкәй айыу балаларын тоҡҡа һалып күтәргәйне, ә уларҙың бер йәшлек ағаһы тыуған төйәген ташларға теләмәй тороп ҡалғайны, яңғыҙына бик ҡыйын буласағын һиҙгәндер, күрәһең, - ҡыуып етте лә күндәм генә эйәреп бара башланы. Ошо хәл дә бер-береһен тапҡан әсә менән улдың бәхетенә яңы нур өҫтәгәндәй булды. Әсә кеше, илай-көлә, өҙлөкһөҙ ни ҙә булһа һөйләне, ни ҙә булһа һорашты, ә Етембай ирҙәрсә тотанаҡлыҡ менән баш ҡағып йә бер-ике һүҙ әйтеп яуап бирә килде, ҡай саҡ үҙе лә тегеһен-быныһын һөйләп алғыланы. Икеһе ике телдә һөйләшһә лә, яҡшы аңлай ине улар бер-береһен. Бындай осраҡта Аллаһы тәғәлә үҙе тылмаслыҡ итә, моғайын.
Тәүҙә улар төнгө янғын урынына һуғылырҙар, унда Етембай көл-күмер өйөмөнән үҙен аҫырап үҫтергән атаһының ҡорал ҡалдыҡтарын - һыҙма көбәген, һөңгө осон табып алыр. Шунан был икәү һәм уларға эйәргән айыу балаһы урман шырлығына инеп юғалыр. Бер нисә көндән яҙғы ҡояш ҡарҙа ярылып ҡалған эҙҙәрен юйып ташлар. Мәңгелеккә инде, мәңгелеккә.
12
editБарыһы ла былар уйлағанса килеп сыҡҡан кеүек ине лә бит. Әммә бына свейҙар арҡанды сабып өҙҙө, Иван-балыҡсы артынан төшөп килеүсе Салауат апарыу бейектән ҡолап кәмә ситенә ун бото менән бәрелде, хатта ыңғырашмай түҙә алманы. Өҫтә шатланышып ҡысҡырыштылар. Әйҙә һөйөнә бирһендәр! Иң мөһиме - караптан баштарын имен-аман алып төштөләр һәм ығы-зығыһыҙ тиҙ генә ҡуҙғалып китә алдылар. Фрегатта янғын көсәйә барҙы, палуба халыҡ менән тулды. Хәҙер һүндерәләр, тырышлыҡ бушҡа китә, тигән уй Салауатты һыҙланыуын оноторға мәжбүр итте, һәм ул эргәһендә ятҡан мылтыҡты ҡулына алды, тоҫҡап та тормай тиерлек атып ебәрҙе - кемделер үлтереүгә ҡарағанда тегеләрҙе ҡаушатыу, ышыҡ эҙләп йүгертеү ҡиммәтерәк ине ошо мәлдә. Күрше кәмәнән дә атыу яңғыраны - Ҡәнзәфәрҙең эше ине был. Карапта ҡырҡыу команда ишетелде, һәм свейҙар бер юлы тиҫтәләгән көбәктән яуап бирҙе. Бейек күтәрелгән ай ҙа, янғын да арыу яҡтырта ине кәмәләрҙе.
- Хәҙер беҙҙе пушканан... картечь менән! - тип ҡысҡырҙы Иван-балыҡсы, әллә мылтыҡҡа тотонған өсөн битәрләп, әллә иҫкәртеп кенә. Яраланыуына ҡарамаҫтан, ишкәккә ул йәнә үҙе ултырғайны. Фрегатта ысынлап та, көслө гөрһөлдәү яңғыраны, әммә пушка тауышы түгел ине был, дары мискәһе шартланы. Ялҡын ҡатыш ҡара төтөн ҡойоно үҙе менән бергә палубалағы бөтә нәмәне һауаға алып һирпте, хатта фрегаттың бер өлөшөн тетеп ырғытты һымаҡ күренде. Диңгеҙгә, ялпылдап, таҡта һыныҡтары яуҙы, ауырыраҡ нәмәләр гөпөлдәп, һыу сәсрәтеп барып төштө. Кәмәләгеләр, йоҙроҡ төйә-төйә, "ура!" ҡысҡырҙылар.
- Быныһы башы ғына әле! - тип маҡтанды Иван-балыҡсы һәм икенсе шартлауҙың көслөрәк буласағы хаҡында иҫкәртте. Быны бүтәндәрҙең дә белгәнен һәм көткәнен белә ул, тик әйтмәй түҙә алманы. Былары ла, оло еңеү хәбәре ишеткәндәй, тағы ла йоҙроҡтарын болғап ҡысҡырышты. Ошонан һуң уларҙың яу шатлығы яйлап һүрелә башланы ла инде. Тәүге шартлау башҡа мискәләрҙе ситкә быраҡтырып уттан ҡотҡарҙы ла еле менән янғындың ҡомарын кәметте генә шикелле. Палубала ҡуҙҙар баҙлай ине әле, улар өҫтөндә ялпылдап ялҡын да бейеп ала, шул яҡтыла палубаның ҡабат кешеләр менән тулғанын күрергә мөмкин ине. Икенсе фрегат та үҙенең барлығын белдерҙе, тупсылар төнгө диңгеҙҙән кемделер эҙләп торманы, йәҙрәләр менән яр буйын дөмбәҫләргә кереште. Юлай карт шыбырлап уҡына башланы. Кәмә һиҙелеп аҡрынайҙы, ахыр сиктә, Иван-балыҡсы:
- Ҡул тыңламай. Алмаштырығыҙ мине! - тип әйтергә мәжбүр булды.
- Әй, һин яраландың бит әле. Онотҡанмын! - Салауат урынынан торорға ынтылды, ләкин ыңғырашып кире ултырҙы.
- Ни булды, улым? - Юлай, доғаһын онотоп, Салауатты ҡосаҡланы.
- Бая аяҡты бәргәйнем.
- Ә-ә, улай булғас, һиңә ишергә тура килә! - тип өндәште Иван-балыҡсы үҙенең иптәшенә. Улар урындарын алмашыуға, арттағы кәмә ҡыуып етте. Ундағыларҙың кәйефе көрөрәк ине: ни булғанын һорашып белештеләр ҙә, ә беҙ һеҙҙе коменданттың йортон туҙҙырырға саҡыра, килһәк, тип көлөштөләр. Шуның артынса артабан ысынлап ҡайҙа барыу, ни эшләү тураһында һүҙ булып алды. Берәү ҙә барыһының да күңеленә хуш килерлек тәҡдим әйтә алманы. Уныһын ярға сыҡҡас уйлашырға булдылар. Ә яр буйы, айырыуса пристань тирәһе, кемдер таяҡ тыҡҡан ҡырмыҫҡа иләүенә әүерелгәйне инде. Ҡырҡыу команда ишетелә, сыраҡ уттары ялпылдай. Тыңлап торҙолар: урыҫса ҡысҡырышалар.
- Бына комендант үҙе килеп еткән.
- Ғәрләнеп киткәндер. Кемдер дошман карабын шартлата, ә ул шунса һалдаты, шунса пушкаһы менән!..
- Киреһенсә булмаһа - свейҙар беҙҙе ауларға ебәрмәһә!..
- Китә һалайыҡ был тирәнән!
- Боролоғоҙ ҡайтыу яғына!
Һуңғы һүҙҙәрҙе икенсе кәмәнән Яков әйтте, бойороҡ биргәнгә оҡшатып әйтте - барыһы ла быны бәхәсһеҙ ҡабул итте. Ошондай мәлдә кемдер берәү етәкселекте үҙенә алырға тейеш. Яковтың кәмәһе алға сыҡты, гөжләп торған пристандән һулға ҡайырылып, килгән тарафҡа йүнәлде. Икенсе кәмә уға тағылғандай эйәрҙе. Ә Салауат иғтибар менән фрегатты күҙәтте: унда әлдә лә ялҡын телдәре күренеп ҡала, утлы киҫәктәр һыуға оса - янған таҡталарҙы аҡтарып, караптан ырғыталар. Фрегатҡа ошолай һөжүм ҡылыу файҙаға булдымы, әллә зыянғамы? Нисек беләһең шуны, кем менән бергә самалап ҡарайһын?! Иван-балыҡсы яралы яурынын усы менән баҫҡан да алға-артҡа бәүелә, күҙҙәре йомоҡ. Бына һин әле, тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне Салауат, ул яраланғас, беҙҙе бынан кем алып китер? Йәйәү китеп ҡарамағанда? һуң икәнме инде?.. Ул ботон һыйпап ҡараны һәм бөтөнләй ҡурҡып китте: аяғы шешеп бүрәнә дәүмәлле булғайны.
- Иван!
- Нимә?
- Беҙ һинең кәмәлә бөгөн үк китһәк?..
- Юҡ, ярамай. Беренсенән, диңгеҙҙе белмәйһегеҙ, өҫтәүенә - боҙҙар... Икенсенән, һеҙ кәмәһеҙ итһәгеҙ, мин нисек тамаҡ туйҙырырмын?
- Их, бына аяҡты имгәтмәһәм!..
- Һин ҡайғырмай тор әле, берәй юлын табырбыҙ, моғайын.
Ләкин шунан һуңғы хәл-ваҡиғалар тәүге тапҡыр йүгән кейҙерелеп, баш бирмәй үрәпсеүсе тай-тулаҡҡа оҡшаны ла китте. Алтмыш-етмеш сажень үтеүгә, ҡаршы яҡтан уттар теҙмәһе ҡалҡып сыҡты һәм йылдам яҡынлаша башланы, һыбайлылар ине былар, юл яҡтыртыр өсөнмө, ҡурҡытыу маҡсатындамы сыраҡтар менән ҡоралланғайнылар. Ярай әле, ярҙың бейек текә урыны ине - Яков кәмәләрҙе ышыҡҡа борҙо. Былар ярға һыйыныуға, өҫтән тегеләр килеп етте. Бында тулҡын гөрһөлдәп тороуына ҡарамаҫтан, аттарҙың бер урында тупырлап өйөрөлөүе, уларҙы тынысландырырға тейешле "тпру"ҙар, үҙ-ара ҡысҡырышҡан тауыштар асыҡ ишетелде.
- Упҡын бит. Бер ни күрерлек түгел.
- Йәшеренергә иң шәп урын!
- Саҡырып ҡарайбыҙмы әллә?
- Шунда уҡ "әү!" тиерҙәр, көт!
- Кәмәләрҙе ана башҡалар эҙләһен! Беҙгә ҡоро ерҙәгеләрен ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Ары саптылар. Был ватан һаҡсыларын фрегаттағы шартлау уятҡаны, кемдәрҙеңдер ҡасып йөрөүе, быларҙың уларҙы тоторға тейешлеге аңлашылып тора ине. Үҙебеҙгә юлды үҙебеҙ бикләнек түгелме, тип тертләне Салауат, ваҡытты ыскындырҙыҡ, һағыҙаҡ ояһын ҡуҙғаттыҡ... Ирендәрен ҡыбырлатып һаман уҡыныусы атаһына ҡараны ла йәлләп ҡуйҙы: Уралыңды ҡайтып күрә алмау ғына түгел, бығауһыҙ йөрөүендең һуңғы сәғәте булмағаны!.. Әллә ат эләктереп ҡарарғамы икән? Теге һыбайлыларҙы берәй ерҙә аңдып ятырға ла... Тәңре ошолай форсат биреп торһон да, һин шуны файҙаланмай ҡал, имеш! Ғүмерлек үкенес шул булыр, уның алдында хатта яуҙа еңелеү бәләкәсәйеп ҡалыр. Бөгөн үк тотоп үлтермәһәләр әле!
Әлеге ниәтен Иван-балыҡсы менән уртаҡлашты, айырылышырға ваҡыт, беҙҙең менән бергә эләктерһәләр, һеҙҙе лә аямаҫтар, ә былай һеҙ, әйтәйек, диңгеҙгә үҙ йомошоғоҙ менән сыҡҡанһығыҙ, тип тә өҫтәне. Балыҡсы оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы, шунан йыраҡ түгел эстон ауылы барлығын әйтеп, һунарығыҙ уңышлы сыҡһа, эстондарға китегеҙ, мылтыҡ вәғәҙә итһәгеҙ, кәмәсе лә табылыр, тине. Юлай ҡарт та йәнләнеп китте: шуны күптән уйламай, башҡортҡа һыбайланыу нығыраҡ килешә инде!.. Салауат кәмәләрҙең текә яр ышығын уҙып, һөҙәк ҡырсынлыҡҡа яҡынлашҡанын көтөп алды ла Усаевҡа өндәште:
- Ҡәнзәфәр ағай, ярға һуғылығыҙ. Беҙ төшөп ҡалабыҙ.
- Нишләп?
- Һунынан аңлатырмын.
Балыҡсылар менән өндәшмәй генә ҡул ҡыҫышып хушлаштылар. Иң һуңғы мәлдә Салауат Иван-балыҡсыға: "Минең хатты ебәрергә онотма!" - тип шыбырланы. Кәмәнән тәүҙә үҙе төштө, шунан, ауыртҡан аяғына баҫмаҫҡа тырышып, атаһына төшөргә ярҙамлашты, һалҡын һыу тәндәрен ялҡын һымаҡ өтөп алды, хатта Салауаттың аяғы һыҙлауҙан туҡтағандай булды. Был хәл уға байтаҡ араны һау кеше аҙымы менән атлап уҙыуға мөмкинлек бирҙе. Ай яҡтыһында ҡарайып күренгән таш ҡырласҡа йүнәлде ул, һәм бүтәндәр ҙә шунда тартылды. Салауат уларға ултырырға ҡушты һәм артабан, үҙе уйлағанса, ни эшләү кәрәклеген аңғартты. Бик ныҡ уйға ҡалдылар. Ҡәнзәфәр, бармаҡтарын бөгә-бөгә, Салауаттың нимәләрҙе уйлап еткермәгәнен һанарға кереште:
- Беҙҙең теләк ҡабул булып, ике генә һыбайлы килеп сыҡты ла, уларҙы атып йыҡтыҡ, ти. Ҙур отрядҡа һөжүм итә алмайбыҙ, беләһегеҙ. Менгәшеп йыраҡ китә алырбыҙмы? Етмәһә, мин әйткән ике һыбайлыны көтөп ятып таң аттырырға мөмкин. Тегеләрҙән айырылмаҫҡа кәрәк ине.
- Юҡ, ағай, йәшәһен улар. Балалары бар. Беҙҙең менән бергә тотһалар, үҙең беләһең!.. И-и-х, Иван яраланды.
- Ул аттарҙы шым ғына урларға мөмкин, - тине Юлай ҡарт көтмәгәндә. - Ҡайҙан тиһәгеҙ - ана теге батырҙарҙың эйәрҙән төшкәнен аңдып тораһың да...
- Аҡыл был! - тине Иван Почиталин!
- Киттек! - Ҡәнзәфәр һикереп тә торҙо. - Салауат, ошонда ҡалаһың, мылтығыңды Иванға бир. Юлай ағай ат "теле"н белә барыр.
- Бәлки, мин дә әле!.. - Салауат аяғына баҫып маташты һәм тиҙ генә кире ултырҙы. Көсһөҙлөк, кеше ҡулына ҡалыу ғәрлеге, тән һыҙланыуы менән бергә үрелеп, уны шаңғытты, һәм ул Иванға мылтыҡ һонғанын, тегеләрҙең, ошонда ғына ятырға ҡушып, китеп барғанын төштәге кеүек кенә хәтерләй. Күпмелер ваҡыттан тертләп уянды. Зиһене асылып, күҙҙәренә элекке үткерлек кире ҡайтҡайны. Айҙың төшлөктән ауышҡанын, свей фрегаттарының тағы ут асҡанын, сауҙа караптарының береһенә ут ҡапҡанын бер юлы тиерлеҡ күреп өлгөрҙө. Ул арала һыбайланған Ҡәнзәфәр килеп етте, етәктә - тағы бер ат. Ғәжәпләнеүҙән һүҙһеҙ ҡалған Салауат янына һикереп төшөп, уға эйәргә менеп ултырырға ярҙамлашҡан ыңғай барыһын да ашығып аңлатты:
- Балыҡсыларҙың, алыпһатарҙарҙың өйҙәрендә тентеү бара. Беҙҙе эҙләүҙән бигерәк контрибуция түләргә аҡса таптыралар. Аттары һаҡһыҙ. Тегеләр китә торҙо. Әйҙә!
Үҙҙәренә тиҫтә ярым йыл буйы төйәк булған баструк алдына ҡапыл барып сыҡҡас, бер аҙ аптырап торҙолар ҙа еңел һулап ҡуйҙылар. Шундағы таныш таштарға ултырыштылар - хәл йыйырға, фекер төйнәгәндәй итергә.
- Ярай әле хат яҙырға баш етте! - тине Салауат, һәм был һүҙҙәр, бөгөн беҙ атҡарған иң ҙур эш шулдыр әле, тип раҫлауға тиң ине. Башҡалар бер-бер артлы баш ҡаҡты.
- Мин һеҙҙән бәхетлерәк! - тип белдерҙе Юлай ҡарт, тәүҙә Ҡәнзәфәргә, шунан улына ҡарап. - Ни өсөн икәнен дә әйтәм. Мин һеҙҙән алда үләм, һеҙ мине икәүләп йыназаларһығыҙ. Ясин уҡып. Ә иң һуңғыбыҙҙы теге донъяға кем тәрбиәләп оҙатыр?
Урындарында ҡыймылдашып ҡуйҙылар ҙа һүҙһеҙ ҡалдылар. Арттан ҡыуа сыҡҡан үлем бында яҡынайырға ҡыймаҫ, килә бирер ҙә кире боролор кеүек ине әле, ә улар шул арала хәл йыйып та, тотҡонлоҡтан ҡотолоуҙың ниндәйҙер өр-яңы юлын табып та өлгөрөр һымаҡ ине. Әммә баструк ишеге шалтыр-шолтор асылып китте, һәм унан ҡарауыл башлығы Ғазраилдың ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелде.
- Көттөрәһегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Дүртегеҙ ҙә бармы? Марш, марш урындарығыҙға!
- Ә тегеләр?
- Улар күптән ҡайтты. Һорашыусы булһа, һеҙ бынан бер ҡайҙа ла сыҡманығыҙ, поняли?!
АРТАБАНҒЫ ХРОНИКА
edit1790 йылдың 7 марты. "Яррамас" һәм "Улла Ферзен" фрегаттары иртүк Балтик портын ташлап китте. Уларҙы ярҙан ҡул болғап оҙатҡан полковник де Роберти ашығып өйөнә ҡайтты, имен-аман ҡотолоуына тағы бер шөкөрана ҡылып, Эстляндия губерна идаралығына рапорт яҙырға ултырҙы. Үҙе етәкселек иткән гарнизондың батырҙарса һуғышҡанын хәбәр итте лә бер фрегаттың абордаж төркөмө тарафынан штурмланыуын, унда ҡаты шартлау булып, янғын сығыуын миҫал итеп килтерҙе. Крепость артиллерияһының юҡ ителгәнен, складтарҙың таланғанын, свейҙарға алтын менән 4 мең һум контрибуция түләргә тура килгәнен әлегә әйтмәй торорға булды.
1797 йыл. Юлай үлә. Ясинды Салауат менән Ҡәнзәфәр уҡый.
1800 йыл. Салауат үлә. Ясинды Ҡәнзәфәр уҡый.
1804 йыл. Ҡәнзәфәр үлә.
1805 йыл. Француздарға ҡаршы ебәрелгән башҡорт ғәскәренән бер сотник илгә Салауаттың фарманы тип ябыулы тире ярпыһы алып ҡайта. Хәрефтәр юйылғанлыҡтан, унда "...ныҡ тороғоҙ. Имза ҡуйҙым..." тигән дүрт һүҙҙе көскә-көскә таныйҙар. Ҡайҙан алдың был тирене, тигән һорауға сотник, бер урыҫ һалдаты бирҙе, уға атаһы биргән булған, тип әйткән.
1815 йыл тирәһе. Эҫе йәйге айҙарҙың береһендә Ҡаратау буйындағы ауылдарҙа сәйер урыҫ барины йөрөгән. Эҫем завуты яғынан матур кырандасҡа ултырып, ике ҡораллы казаҡ эйәртеп килгән ул. Һәр ауылда ҡарттарҙы йыйып, ниндәйҙер һунарсы, уның бер күҙле улы тураһында һорашҡан. Исемдәрен әйтә алмаған. Тауға төртөп күрһәтә-күрһәтә, шунда айыу аулағандарын, бер күҙле малайҙың өңгә осоп төшкәнен һөйләп ҡараған, әммә карттар "Мояныҡы ня знай"ҙан башҡаны белмәгән. Бариндың башҡортҡа ныҡ оҡшаш булыуы өркөткән уларҙы, һуңынан, үҙҙәре генә ҡалғас, Аҡмал менән Етембайҙы иҫкә төшөрөп: "Шуларҙы юллап йөрөмәйҙер инде?" - тип аптырашҡандар.
Мәрхүм йортауайҙың элекке атсабары Минбеләм ҡушаматлы ҡарт ҡына бүтәнсә яуап биргән:
- Үлде икеһе лә. Һунар булған көндә үк. Ҡороно Салауат разбойниҡтың нәҫеле.
Сәйер барин шул ғына һүҙгә ҡыҙған да киткән, күсеренең сыбыртҡыһын тартып алып, элекҡе атсабарҙы туҡмаған да ташлаған. Шунан ауылдан елдереп сығып киткән. Салауаттың суҡындырғанда Роман тип аталған улы булды шикелле, тип юрағандар һуңынан. Башҡорт ауылдарында һаман Хызыр Ильяс йөрөп ятҡан.