Эй, китап. Шәйехзада Бабич

Эй, китап (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1910. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Китап, 1994. — 640 бит.


Эй китап


Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй китап, баҡһам һиңә,
Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә!

Эй китап, мин аңраны төҙ юлға күндерһәнә,
Мине баҫҡан йәһел[1] утын һыу һибеп һүндерһәнә.

Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам,
Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам.

Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап,
Һин генә башымдағы сүп-сарҙы алырһың утап.


1910

Иҫкәрмәләр

  1. йәһел — наҙанлыҡ