Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен…Фирүзә Абдуллина.


Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен…



Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Ауырлыҡтар бирҙең – түҙерлек,
Ҡайғылар ҙа бирҙең – күтәрерлек,
Көс-сабырлыҡ бирҙең етерлек.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Һатлыҡ “дуҫтар” китеп ҡотҡарҙы,
Ҡәҙерҙәрен беләм, хөрмәт итәм
Һынау үткән тоғро дуҫтарҙы.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Йәлләмәйсә бирҙең сабырлыҡ,
Күҙ йәштәрен йотоп, кешеләргә
Йылмайырлыҡ көстәр табырлыҡ.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Мөхәббәтте бирҙең – ғүмерлек.
Яҡын кешеләрең янда булһа,
Тормош һынауҙары түҙерлек.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Һынауҙарға ҡаршы тор(а)алам,
Һәр бер яңы көнгә һөйөп бағам,
Һәр бер көндән яңы йыр алам.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен…


25.03.2014