Эй бар ине заманалар! Фирүзә Абдуллина.


Эй бар ине заманалар! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 26.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Эй бар ине заманалар!
Һәммәбеҙҙә бала ине,
Тыуған көнгә, саҡыртмайса,
Йүгерешеп бара инек.

Һуғым һуйһаң – оло байрам,
Диван алһаҡ – “йыуа” инек,
Бер-беребеҙҙең күҙ ҡарашын,
Тын алышын тоя инек.

…Иномаркалар алабыҙ,
Фатир алып, өй һалабыҙ,
Онотолдо тыуған көндәр,
Һөйләшеүҙән тиҙ талабыҙ.

Бала-саға үҫеп бөттө…
Әсәй, һүҙең иҫкә төшә:
Әйтә инең:”Әгәр тауыҡ
Һимерһә, арты бөрөшә”.

Байып тулдыҡ. Арт бөрөштө.
Тыуған хәҙер кәрәк түгел…
…Тыуған юллап сабышҡанды
Эй һағынып иҫләй күңел…