Элек һәм хәҙер. Фирүзә Абдуллина.


Элек һәм хәҙер. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 30.08.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Бала саҡтан бары шатлыҡ
Алып килде көҙөбөҙ,
Шатланып мәктәпкә барҙыҡ:
“Коммунизм төҙөйбөҙ!”

Белем алдыҡ, кеше булдыҡ,
Хөкүмәт итте ярҙам,
Эш урыны көтә ине
Дипломды тотоп барһаң…

Хөкүмәт ярҙамы менән
Фатирлы була инек,
Илебеҙ өсөн ғорурлыҡ
Күңелгә тула ине…

…Хәҙер йәшәү – әкиәтсә:
Барған һайын ҡурҡыныс!
Йәшлек бәхетле үткәйне,
Булмаҫтыр ҡартлыҡ тыныс.

Ҡайҙа уҡырға барырға?
Аптыраша балалар:
Ауылдарҙа мәктәптәрҙе
Ябып бөтөп баралар!

Бикләнәләр ауылдарҙа
Балалар баҡсалары,
Эш булмағас, баҡса өсөн
Юҡ түләр аҡсалары…

Эш тапмай аптырай йәштәр,
Диплом тотоп ҡулына,
Фатир алһаң, йәшәү кәрәк
Түләп ғүмер буйына!

Сит илддәргә бурыстарын
Кисерергә аҡса бар –
Үҙ халҡыңа үҙ илендә
Йәшәү өсөн донъя тар!

Сит халыҡтар баҫты илде,
 Беҙҙекеләр эш тапмай..
Телевизор һөйләп туймай:
“Эх, йәшәйбеҙ шәп!” Ай-һай…

Түҙәбеҙ, сабыр итәбеҙ,
Ҡаҡмайбыҙ ғына набат!
Эх, боролоп кире артҡа,
Коммунизмға ҡабат…