Эреләндең, ахырыһы... Фирүзә Абдуллина.


Эреләндең, ахырыһы... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


“Эреләндең, ахырыһы,
Иҫәнләшмәнең бөгөн…”
…Ғәйепле түгел мин үҙем,
Ғәйепле бары күҙем.

Нисек бармын – шулай ҡалам,
Миндә шул уҡ бер күңел,
Эреләнеп ҡыланырға
Мин былай ҙа ваҡ түгел!

Файҙалынан “дуҫтар “эҙләп
Һайланғаным юҡ минең,
Йәшлектәге – ғүмерлеккә
Һайлап алған үҙ тиңем.

Яҡын күргән кешеләрем –
Хәс минең ише генә…
Эре булырға ярата
Бары ваҡ кеше генә!