Эстафета (Шиғыр)

Эстафета (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (7-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Эстафета


Кисәгене бөгөнгөгә,
Бөгөнгөнө киләсәккә
Бәйләй килә эстафета.
Белмәгәнде – күрәсәккә,
Алғандарҙы бирәсәккә
Әйләндерә эстафета.

Мин – дауамы үткәндәрҙең.
Эстафета таяҡсаһын
Ҡабул итәм!
Барлап үтәм
Изгелектең маяҡтарын!

Юлым үтер ҡаяларҙан,
Әрүахтар араларҙар,
Юғалтмамын таяҡсаны –
Күңелемдең умыртҡаһы,
Шәжәрәмдең таяуы бар.

Күңелемдән нур өҫтәйем
Кулымдағы таяҡсаға,
Һеңгән уға Урал рухы,
Аҡбуҙаттың тояҡ шауы.

Юғалтмаҫмын атам рухын,
Әсәм тынын, Ерем һынын,
Күңелемдә сыңлап барыр
Тыуған телем – һөйөү йыры…

Эстафета, эстафета,
Һинән – миңә,
Минән – һиңә,
Быуындарҙан быуындарға
Аманаттар
Күсә килә.
Ә кешелек көнләп айлап
Үҫә килә…





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.