Эт үҙенә нисек хужа тапты?(әкиәт). Ҡадир Даян

Эт үҙенә нисек хужа тапты? (әкиәт )
автор Ҡадир Даян
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Эт үҙенә нисек хужа тапты?


 Борон-борон заманда бер эт йәшәгән. Күп йөрөгән. Күп ауырлыҡтар күргән. Эсе бошһа, олоған, өргән. Уға бик күңелһеҙ булған. Ул үҙенә хужа эҙләргә сығып киткән. Тау-урмандар, ҙур йылғалар аша үткән. Йөрөй торғас, бер ҡара урманға барып ингән. Уға бүре осраған да:
— Ҡайҙа ашығып бараһың? — тип һораған. Эт:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Әгәр һин миңә хужа булһаң, мин һиңә тоғро хеҙмәтсе булыр инем, — тигән.
Бүре риза булған. Былар икәүләп алға киткәндәр. Бара торғас, бүре ҡапыл туҡтап ҡалған. Был хәлде күргән эт:
— Хужам, нимәнән ҡурҡтың? Ьинән көслө кем бар? — тип һораған. Бүре, ҡалтыранып:
— Күрмәйһеңме? Ана, айыу тора. Беҙҙе тотһа, харап итер бит, — тигән. Ошо һүҙҙәрҙән һуң эт бүрегә:
— һин айыуҙан да ҡурҡҡас, миңә хужа түгел. Хужа булғас, айыу кеүек көслө булһын, — тигән дә айыу ҡартҡа ҡарай сапҡан.
Айыу хәлдән тайған этте күргәс тә:
— Ҡайҙа ашығып сабаһың? — тигән. Эт, юхаланып ҡына:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Мине үҙеңә ал әле, тоғро хеҙмәтсең булырмын, — тигән.
Айыу риза булған һәм уға:
— Әйҙә урман артына, умартаға киттек, — тигән. Шунан улар бергәләп балға киткәндәр. Улар, урман, ялан үткәс, бер көтөүгә тап булғандар. Яланда аттарҙың ярһып кешнәүҙәрен, һыйырҙарҙың мөңрәшеүен, һарыҡ-кәзәләрҙең пыр-пыр эркелешеп ҡасыуҙарын күреп, айыу аптырап ҡалған. Эт, быны күреп:
— Хужам, нимәнән ҡурҡтың? Һинән көслө кем бар? — тип һораған. Айыу, һүҙен бүлә-бүлә:
— Ипләп ҡара! Күрмәйһеңме ни? Ана, арыҫлан. Ҡара, нисек үкерә. Далала арыҫлан бөтәһенә лә хужа. Тотһа, харап итер, — тигән. Эт уға:
— Улай булғас, һин миңә хужа түгел. Хужа булғас, арыҫлан кеүек көслө булһын, — тигән дә арыҫланға ҡаршы сапҡан. Уны күргәс, арыҫлан:
— Ҡайҙа ашығып бараһың? — тип һораған. Эт, арыҫландың ялын ялап ҡына:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Ал мине үҙеңә. Тоғро хеҙмәт итермен, — тигән. Арыҫлан шатланып риза булған.
Улар бергәләп һунарға йөрөгәндәр, тамаҡ туйҙырғандар. Бер көн шулай уңышлы һунарҙан һуң ҡайтырға юлға сыҡҡандар. Ҡапыл арыҫлан ҡурҡыуынан туҡтап ҡалған. Эт, ғәжәпләнеп:
— Хужам, нимәнән ҡурҡтың? Донъяла һинән дә көслө кем бар һуң? — тип һораған. Арыҫлан:
— Алдыңа ҡара! Кеше килә бит. Әйҙә, эт дуҫ, китәйек. Харап булырбыҙ, — тигән. Эт уға:
— Улай булғас, һин миңә хужа түгел. Хужа булғас, анау килгән кеше кеүек көслө булһын, — тигән. Арыҫлан этте тыңлап та бөтмәй ҡасып киткән. Ә эт кешегә ҡаршы сапҡан. Кеше, уны күреп:
— Ҡайҙа ашығып сабаһың? — тип һораған. Эт, уның ҡулын ялап:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Мине үҙеңә ал. Тоғро хеҙмәтсең булырмын, — тигән. Кеше шатланып риза булған. Уны эт бик яратҡан, уға тоғро хеҙмәт иткән.
Эт һәр ваҡыт:
— Кеше донъяла иң көслө, — тип шатланған. Шунан бирле эт үҙенә хужа эҙләмәй, ти.

 


1988 йыл