Эш бөткәс, уйнарға ярай(хикәйә). К.Ушинский

Эш бөткәс, уйнарға ярай ( хикәйә )
автор К.Ушинский
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Эш бөткәс, уйнарға ярай


 1
Бер малай һеңлеһе менән күләгәле ағаслыҡ буйынан мәктәпкә китеп бара ине. Юлда эҫе, туҙан, ә ағаслыҡта еләҫ, күңелле!
— Беләһеңме, — тине ағаһы, — мәктәпкә барырға өлгөрөрбөҙ әле. Мәктәптә хәҙер эҫе лә, күңелһеҙ ҙә. Ә бында рәхәт. Тыңла әле, ҡоштар нисек матур һайрай!
Ҡыҙға ағаһының әйткәне бик оҡшаны. Балалар етәкләшеп бөҙрә ҡайындар, йәшел ҡыуаҡлыҡтар араһына инеп юғалды.
Урманда төрлө йәнлектәр күп икән. Балалар алтын ҡуңыҙҙы күреп:
— Беҙҙең менән уйна әле, — тинеләр.
— Шатланып уйнар инем, — тип яуап бирҙе ҡуңыҙ, — ваҡытым юҡ шул! Үҙемә төшкә аҙыҡ әҙерләргә кәрәк.
— Ә һин беҙҙең менән уйнамаҫһыңмы? — тип һораны балалар ҡырмыҫҡанан. Ә ҡырмыҫҡа уларҙы тыңларға ла теләмәне. Ул, ҙур ғына һаламды һөйрәп, ояһына ҡайтып бара ине.
Бынан һуң балалар тейенгә өндәшкәйнеләр, ул да, мамыҡ ҡойроғон һелтәп: «Ҡышҡылыҡҡа сәтләүек әҙерләйем», — тип кенә ҡуйҙы.
Һоро ҡуяндың да ваҡыты юҡ икән. Ул йылғаға муйынын йыуырға сабып китеп бара. Етмәһә, бәләкәс ҡыҙылтүш уларға:
— Эй, һеҙ, кескәй ялҡауҙар! Мәктәпкә уҡырға бармай, башҡаларға ҡамасаулап йөрөмәгеҙ! Иң башта эшегеҙҙе эшләгеҙ! Шунан уйнарға килерһегеҙ, — тине.
Балаларға оят булып китте, шунан улар мәктәпкә йүгерҙеләр. Һуңлап килһәләр ҙә, ул көндө бик тырышып уҡынылар.

 


2006 йыл