Атай әйтә: «Таҡта йышам, Әйҙә, улым, булыш, — ти, — Хәлеңдән килгәнсә генә Таҡталарҙы йышыш», — ти. Тирләп-бешеп таҡта йышам, Атайымдан ҡалышмай. Атай әйтә: «Эш — теләктә, Эшләһәң, эш ҡарышмай».