Эҙләйем. Фирүзә Абдуллина.


Эҙләйем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 26.02.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Эҙләйем



Бер туҡтауһыҙ мин эҙләйем
Матурлыҡты,
Мин теләйем бар донъяла
Татыулыҡты.

Өмөт менән бағам һәр таң
Ал офоҡҡа,
Мин табынам изгелеккә,
Яҡшылыҡҡа.

Күреп өлгөрөргә ине
Донъя йәмен,
Туймам тойоп һис ҡасан да
Йәшәү тәмен.


26.02.2014