Ысынмылыр был, бушмылыр, мәгәр Амударъя буйындағы урманда ҡуяндар йәшәгән, ти. Борондан килгән ғәҙәт буйынса, көн һайын бер ҡуян юлбарыҫҡа барып ашалырға — уның тамағын туйҙырырға тейеш булған. Сират бер үтә лә хәйләкәр ҡуянға еткән. Ул юлбарыҫҡа килгән дә:
— Иҫәнлек-именлекме?-— ти икән.
Юлбарыҫ:
—- Ниндәй именлек тағы? Күпме көтөргә була һине. Мин — асмын. Хәҙер үҙеңде ашайым,— тип үкереп ебәргән.
Ҡуян, ҡурҡышынан дер ҡалтырап:
— Мин һеҙгә тағы ла бер ҡуянды ашарға алып килә ята инем, әммә юлда миңә ниндәйҙер үткенсе юлбарыҫ һөжүм итте. Мин уға ҡуянды һиңә алып килгәнемде әйттем, әммә юлбарыҫ мине тыңламаны, ҡуянды тартып алып ҡалды,— тигән.
— Ҡайҙа ул?— тип олоған юлбарыҫ.— Алып бар әле мине уға.
Ҡуян йүгергән, юлбарыҫ уның артынан киткән.
Бына ҡуян юлбарыҫты тәрән ҡоҙоҡ янына алып килгән:
— Юлбаҫар юлбарыҫ ошоноң эсендә ултыра.
Юлбарыҫ ҡоҙоҡ эсенә эйелеп ҡараған да ундағы тоноҡ һыуҙа үҙенең сағылышын күргән.
— Хәҙер мин һиңә нисек итеп минең ҡуяндарымды ашарға икәнен күрһәтәм!—тип һөрәнләгән дә ҡоҙоҡ эсенә һикергән.
Хәйләкәр ҡуян шулай итеп үҙен дә, дуҫтарын да ҡотҡарған.