Юлдарым. Фирүзә Абдуллина.


Юлдарым. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1981.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Юлдарым китә алыҫҡа,
Йырағая аралар.
Ҡайҙа китһә лә юлдарым
Һиңә алып баралар.

Айырған юл ҡауыштыра,
Йәш күңел сабыр икән.
Һиңә тиҙерәк илтер өсөн
Поезым саба микән?

Саң-туҙандарҙы туҙҙырып,
Юлдарҙы урай-урай,
Көндәр, айҙар аша барам
Мөхәббәтемә ҡарай…