Юрый ғына

Юрый ғына (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1985 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (30-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ЮРЫЙ ҒЫНА


Юрый ғына сыҡҡан инем,
Килеп тәҙрә сирткәнеңдә.
Юрый ғына үпкән инем,
Һин “Яратам!” тигәнеңдә.
Һин киттең.
Мин юрый ғына
Оҙатып ҡалған булдым.
Бөгөн ниңә йөрәгемә
Һағыш ялҡыны ҡунды?
Йүгереп тә сыҡҡым килә
“Һағындым!”– тиеп, һиңә.
Тик был турғай, юрый ғына,
Тәҙрәмә сиртә икән...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.